"Башҡортостан" темаһына инша. Авторы: Ҡотлоәхмәтова Ильвира, 9 класс уҡыусыһы
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan._insha.doc | 39 КБ |
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ерем! Был һүҙҙәрҙе тыуған илен, тыуған төйәген яратҡан кеше генә әйтә ала. Ә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ кеүек ерҙе яратмай буламы һуң?! Икһеҙ-сикһеҙ болондар, бейек-бейек тауҙар, урман, ялан, ҡырҙар, сылтырап аҡҡан йылғалар, балыҡҡа бай күлдәр… Былар бөтәһе лә мине һоҡландыра, дәртләндерә, көс-ҡеүәт бирә.
Башҡортостаным! Кемдәр генә һинең ошо матурлығыңа һоҡланмаған да, кемдәр генә һине данламаған! Ошо матурлығыңды һаҡлап, кемдәр генә башын һалмаған! Данлыҡлы батырҙарыбыҙ, йөҙйәшәр сәсәндәребеҙ, ерен-һыуын һаҡлаған ир-егеттәребеҙ, халҡының киләсәге өсөн борсолған азаматтар бер-бер артлы күҙ алдына килә. Рәхмәт, тием, уларға тыуған ерем, эсәр һыуым, һулар һауам өсөн. Матур тәбиғәтле был ерҙә тыуғаныма һөйөнәмен, йәшәгәнем өсөн ҡыуанам, ошо ерҙә йөрөгәнгә бәхетлемен һәм еребеҙҙе сит-яттарға бирмәгәнгә ата-бабаларға сикһеҙ рәхмәтлемен!
Минең тыуған төйәгем – Архангел районының Тирәкле ауылы - ошо гүзәл еремдең бер өлөшө. Ул тауҙар итәгендә, Баҫыу йылғаһы буйында урынлашҡан. Тәбиғәте иҫ киткес матур, уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ. Таҙа, балыҡҡа бай Баҫыу йылғаһы бормаланып - бормаланып ауылым эргәһенән аға. Йылға буйҙарында үҫкән зифа талдар, мөһабәт тирәктәр йәй буйы бала-сағаның һыуҙа ҡойоноуын күҙәтә. Төлкөлөтау, Ҡыҙҙар тауы, Бүресапҡантау, Маяҡ тауҙары теҙмәһе ауылыма йәм бирә.
Ауылымды тәбиғәте генә түгел, унда тормош көткән кешеләре лә данлай. Тырыш, егәрле, матур халыҡ йәшәй беҙҙең ауылда. Йыл һайын күпләп ҙур йорттар төҙөлә, мал-тыуар ишәйә, юлдар һалына. Йәштәр тыуған яҡтарын ташлап китмәй, ошонда төпләнә.
Ошондай бәләкәй, ләкин иҫ киткес матур төйәктәрҙән барлыҡҡа килгән дә инде Башҡортостаныбыҙ. Бөгөнгө көндә Башҡортостан – тиңдәр менән тиң булып йәшәгән күп милләтле дәүләт, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек төйәге ул. Ошо ерҙә бер туғандай татыу булып йәшәй рус һәм башҡорт, татар һәм сыуаш, латыш һәм мордва. Бәхет, шатлыҡ, ҡайғы, һуғышта ла улар гел бергә булған. Бөтә милләт кешеләре лә үҙ йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен тотоп, үҙ телендә һөйләшеп, бер-береһе менән тығыҙ аралашып, дуҫ, татыу йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына республикабыҙ ҙур уңыштарға өлгәшер, тотороҡло, имен тормошта йәшәр, үҙаллы Башҡортостан булып ҡалыр.
Башҡортостан, тыуған илем,
Гүзәл һинең ерҙәрең!
Бөгөнгөләй тыныс булһын
Алда килер көндәре8ң.
Гел дә берҙәм булайыҡ беҙ,
Донъялар имен торһон.
Барса милләт татыу булып,
Йәшәр оялар ҡорһон!
Ҡотлоәхмәтова Ильвира, 9 класс уҡыусыһы
Как нарисовать портрет?
Астрономический календарь. Апрель, 2019
Зимовье зверей
Рождественский венок
Ветер и Солнце