Уҡыусылар яҙған шиғырҙар
Вложение | Размер |
---|---|
yaz_turahynda_shigyrzar.doc | 22 КБ |
Оҙаҡ көткән яҙ килә.
Ҡарҙар ирей, йылға таша –
Беҙгә йәмле яҙ килә.
Зәңгәр күктә ҡояш көлә,
Барыһы яҙҙы көтә.
Яҙ килә тип балалар
Тышҡа сығып уйнайҙар.
Бик һағынып тыуған яғын
Йыраҡтан ҡайта ҡоштар.
Йосопова Рузанна
Ҡарҙар ирене инде,
Яҙҙар ҙа килде инде.
Кисә беҙгә йылы яҡтан
Сыйырсыҡ ҡайтып килде.
Һағынған ул ояһын,
Һағынған ул ҡырҙарын.
Матур итеп йырлай ул
Яҙға арнап йырҙарын.
Сиргажина Алһыу
Яҙ.
Яландар йәшелләнде,
Шау сәскәгә күмелде.
Ни өсөн шулай тиһәгеҙ –
Беҙгә бит яҙҙар килде.
Йылғаларҙа һыу таша,
Эркелеп боҙҙар китә.
Үтеп барған кешеләргә
Шатлыҡ нурҙарын һирпә!
Фәйрүзов Рәсим
Йыраҡтарҙан шатланышып
Ҡоштар ҙа ҡайта беҙгә.
Яҙғы ҡояштың нурҙары
Һибелә бөтә ергә!
Хәлилова Ирина
Прекрасная химия
Ворона
Рисуем "Осенний дождь"
Цветение вишни в лунную ночь
Муравьиная кухня