Һаумыһығыҙ хөрмәтле конференцияла ҡатнашыусылар, ҡунактар.
Минең тикшеренеу эшемден темаһы "Башкорт исемдәре . Уларҙың тарихы һэм бөгөнгө көндә йәшәйеше" тип атала.
Эшемден объекты булып башкорт кеше исемдәре тора.
Тикшеренеу эшемден максаты булып башкорт исемдәренен килеп сыгышы һәм бөгөнгө көндә йэшэйешен тикшереу , уларга байкау яһау булып тора.
Исем кешегә иң элек уға өндәшеу,мөрәжәғәт итеү,берә кешене икенсеҺенән айырыу өсөн кәрәк.Исем кешенең уратып алган мөхиттен сагылдыра. Ғаиләлә бала тыуа. Был ғаилә өсөн ысын ҡыуаныс. Һэр ата-әсә бөтэ йолаҺын тура килтереп уға мәғәнәле исем бирергә бурыслы.Был бик яуаплы Һэм етди эш. Ата-әсә баланың бәхетле, якшы Һәм игелекле, әшмәкәр кеше булыуын теләй. Кызғаныска каршы ҡайбер ата-әсә балаҺына исемде уйлап еткермәй , еңел-елпе , ярты-йрты мәғәнәҺез исем куша. Бала бының менән ғумергә килешә алмай , ризаҺыҙлык белдерә. Шундай куңелҺеҙ хәлдәр булмаҺын өсөн исемде Һайлауга айырыуса яуаплы булырға кәрәк.
Кеше исемдәре тураһында бөгөнгө көндә байтак хезмәттәр , төрлө һузлектәр бар. Уларзын һәркайһыһы беззен бөгөнгө көнд исем һайлаганда зур булышлык итэ. Ә ир бала- аҡыллы Һәм ҡыйыу , ҡыҙ бала-уңған Һәм наҙлы булырга тейеш.
Төп башҡорт Һүҙҙәренән яҺалған исемдәр бөгөн бик аҙ ҡулланыла. Бөгөн улар күпселек фамилияларҙа ғына ҡалған.
Башкорт исемдэренен килеп сыгышы тарихына куз һалайык:
Борон заманда башҡорт халҡы Һунарсылыҡ Һәм мал асырау менән шөғөлләнгән, шуга ла исемдәрзә ҡош-ҡорт , йэнлек атамаларыннан яҺалған исемдәр киң таралған: Арыслан , Арысланғол , Айыухан , Атйетәр , Атланбай , Йылҡыбай , Бөркөт ,Шоңҡар , Ыласын Һәм башҡалар. Был исемдәр кешенең тәбиғәт доньяҺы менән тығыҙ бәйләнештә булыуын курҺәтә.
Күк есемдәренең атамаларыннан ай, көн Һәм тәбиғәт күренештәрен , көн торошон аңлатҡан Һүҙҙәр ҙә кеше исеменә әйләнгән: Айбикә , АйҺылыу , Айтуған , Көнбикә , КөнҺылыу , ТаңҺылыу , Елкәй , Буран , Буранғол , Буранбикә, Яуымбай , Ямғырбай , Айсыуаҡ , Көнсыуаҡ , Аяҙ Һәм башҡалар . Был исемдэрзен кайберен бөгөн дэ йыш кына осратырга мөмкин.
Элек баланың ғүмерен Һаҡлау өсөн Һүҙҙен тылсымлы көсөнә ышанып , төрлө "Һаҡлағыс" мәғәнәле Һүҙҙәр ҡушыу йолаҺы булған. Улар "үлмәс", "тере", "исән" , "аман" Һүҙҙәре менән яҺалған.Мәсәлән : Исәнбикә , Исәнбай , Үлмәсбикә, Үлмәсбай , Тереғол. Ошо йола менән бөгөнгө көндә : Исәнғолов , Исәнбаев , Үлмәсбаев , Тереғолов тигән фамилиялар Һаҡланып килә. Сихри көскә ышанып бала ныҡ Һәм таҙа булҺын тигән уй- теләк менән исемдәргә таш , тимер , булат , ҡорос кеуек "ныҡ " Һүҙҙәре лә ҡушылған: Булат , Ташбулат , Таштимер , Байтимер , Байбулат Һәм башҡалар.
Шулай ук борон вакыт яман Һүҙҙәр менән исем ҡушыу баланы яуыҙ заттарҙан , үлемдән Һаҡлай тип ҡушылған исемдәр зэ булган : Яманбай , Яманбикә , Яманғол , Ямансура. Э бөгөнгө көндэ ундай исемдэр һакланмаган һэм был узенсэлек бөтөнлэй тейерлек юк.Ә бына балаға бәхет,ғүмер теләп ҡот,йән,ураз,ырыс Һүҙҙәре менэн исемдәр,фамилиялар йәшәп килә.Мэсэлэн: Котлобай , Уразгол , Йэнбэк.
Борон заманда ҡыҙ балага ҡарағанда ир бала табыу ата-әсә өсөн дан булып ҡаралған. Өмөтбай исемле ҡыҙ өмөт иткәндә малай тыуҺа,ә Өмөтбикә исеме малай өмөт итеп торғанда ҡыҙ бала тыуҺа ҡушылған.
Башҡорттарҙа атага ихтибар айырыуса ҙур булған.АтаҺы үлгәс тыуған балаға "бүләк" Һүҙе менән исем ҡушкандар:Бүләкбикә,Бүләкбай,тигән исемдәр атаҺы истәлегенә ҡушылған булган.
Географик атамалар,йылға-күлдәр ҙэ кеше исеменә әйлэнгэн:Урманбикә,Изелбай,Яйыкбай,Сарман,Урал,Таулыбай,Кырбатыр.
Шулай ук исемдәрҙә кешенең Һөнәре,кәсебе урын ала торган булган : Казансы,Балтағол,Укбирҙе,Быскыбай. Был узенсэлек шулай ук бөгөн бөтөнлэй юкка сыккан.
Үсемлек,еләк-емеш атамалары менән яҺалған исемдәр:Имәнгол,Сейәбикә,Алмабикә,Сәскәбикә,Емеш,Зәйтун,Зәйтунә. Был исемдэрзен һунгыларын эле лэ осратырга була.
Һан төшөнсәҺен белдерән исемдәр ҙә байтаҡ: Өстимер,Бишул, Өслөбай,Бишембай Һәм бала тыуғанда атаҺынын йәшен билдәләп,уға озын ғүмер теләп ҡушылған исемдәр ҙә бар. Был исемдэр зэ элеге көндэ йэшэйештэн төшөп бара.
Минен тикшереузэрем шуны курһэтэ :
Борон заман башкорттар араһында йэшэгэн исемдэр бөгөн бөтөнлэй йэшэйештэн төшөп бара тиһэм дэ хата булмас. Сөнки тормош узгэргэн һайын кешелэр исем кушыуга икенсе кузлектэн карай башлагандар. Кайберзэре заманса итеп , кайберзэре сит илдекенэ окшатырга тырышалар. Бөтөнлэй
уйламай исем кушыусылар за осрай. Һунгы вакытта эллэ ниндэй анлашылмаган исемдэр зэ осрай. Лэкин миллэттен йөзө исемдэрзэ сагыла : Ринат , Марат , Тимер, Роберт исемдэре башкорт исемдэре тугел , э инде Марат исеме бөтөнлэй француз һузе. Революционер Жан-Поль-Марат исеменэн килеп сыккан . Һунғы вакытта балаҺына Эвелина,Аделина,Эмиль,Карина тип исем биргән башҡорт милләтле ата-әсәгә мин аптырайым.Был милләттебеҙҙе кәмҺетеү менән бер тип уйлайым.Э бит шундай матур исемдәр күп:АлҺыу,Айзилә,Гөлнур,Айнур,Әмир,Ләйлә ,Нурия.
Ә Һез үҙегеҙҙен исемегеҙҙең мәғәнәҺен беләҺегеҙме?
Э бына минең исемем Гөлназ,минең исемемде минең атайым мине яратып,Һөйөп кушкан.Ул исемем наҙлы гөл тигэнде анлата.Матурлык,нәфислек,гүҙәллек төшөнсәләре исемемдең мәғәнәҺен тәрәнәйтеп ебәрә.Мин исемемә ярашлы наҙлы Һәм итәғәтле кеше булырға үҙемден бөтә көсөмдө йәлләмәсмен.Кыҙҙарга хас "наҙлы" Һүҙе минен исемемде Һәм үземде матурлап тора тип уйлайым. Һәр исемден мәғәнәҺен тикшереп ҡарайык.Исемдәр ата-әсәнен балаға ҡарата якшы теләге,ниәте булып сағылҺын ине.
Үз милләтен,унын тарихын Һәм телен яраткан Һәм хөрмәт иткән кеше бар ваҡыттала үҙенең Һөйөклө балаҺына сит ил исеме ҡушмас тип өмөтләнәҺе килә.
Һүземде йомғаҡлап шуны әйтәҺем килә.Кешенең исеме ябай бер атама ғына түгел.Уға ата-әсәҺенен өмөтө,Һөйөүе Һалынған.Уны үҙгәртмәйсә нисек ҡушылған шулай Һаҡларга кәрәк.Йәш быуында бары тик милләтебеҙҙен йолаларын,тарихын Һаҡлаган саф башҡорт исемдәре йышырак осраҺын ине.
Ихтибарығыҙ өсөн зур рәхмәт !
Вложение | Размер |
---|---|
konfer.gulnaz._tekst_vyst.docx | 16.96 КБ |

Растрёпанный воробей
Кто должен измениться?
Шелковая горка
Этот древний-древний-древний мир!
Попробуем на вкус солёность моря?