Башҡортостан Республикаһы
Борай районы муниципаль районың
дөйөм урта белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы
«Оло Баҙраҡ ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе»
Республика әдәби-ижади конкурсы «Мостай Кәрим уҡыуҙары»
Мостай Кәрим «Ғүмер миҙгелдәре».
Тормош һәм беҙ.
Ижади эш (инша)
Башҡарҙы: Ғималтдинова Наилә, 11 класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Ноғманова Люция Рабил ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2014 йыл
Вложение | Размер |
---|---|
sochin.m.karimtormosh_hem_bez.docx | 18.54 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Борай районы муниципаль районың
дөйөм урта белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы
«Оло Баҙраҡ ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе»
Республика әдәби-ижади конкурсы «Мостай Кәрим уҡыуҙары»
Мостай Кәрим «Ғүмер миҙгелдәре».
Тормош һәм беҙ.
Ижади эш (инша)
Башҡарҙы: Ғималтдинова Наилә, 11 класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Ноғманова Люция Рабил ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2014 йыл
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение «Средняя общеобразовательная школа д.Большебадраково» муниципального района Бураевский район Республики Башкортостан
Республиканский литературно-творческий конкурс
«Мустаевские чтения»
Мустай Карим «Мгновения жизни».
Жизнь и мы.
Творческая работа (сочинение)
Выполнила: Гималтдинова Наиля, ученица 11 класса
Руководитель: Нугманова Люция Рабиловна, учитель башкирского языка и литературы
2014 год
… Бына өс көн, өс төн инде бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Хас Мостай Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа»һындағы шикелле. Бөтә күк йөҙөн илаҡ болоттар ҡаплап алған да ямғыр түгелә лә түгелә. Әле генә энә күҙеләй кескәй генә тамсылар һибелә, ул да булмай, эре борсаҡ кеүектәре тып-тып тама башлай…
Бына шундай саҡта Мостай ағайҙың «Ғүмер миҙгелдәре»китабын ҡулыма алам да инде мин. 2002 йылда «Китап» нәшриәтендә иҫ киткес матур, зауыҡлы итеп сығарылған был иман китабына ҡағылыуым була, эс бошоуым әллә ҡайҙа иреп юғала, ғәмем уяна, йөрәгем талпына башлай. Иң башта мине Мостай ағайҙың китап тышындағы фотоһүрәте әсир итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин был фотоның – ысын сәнғәт эше – авторын белмәйем, әммә уға ҡат-ҡат рәхмәт уҡыйым. Ул йөрәгендә күтәрә алмаҫлыҡ ил ғәме, халыҡ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, йәшәүгә, кешеләргә, донъяға ҡарата оло һөйөү йөрөткән, рухына тәрән моң һеңгән аҡыл эйәһе Мостай ағайҙың ғүмере көҙөндә йәшәү миҙгелдәрен барлап ултырыуын шул ҡәҙәр нескә һәм тәрән тойоп «тотоп» алған, миңә ҡалһа, халыҡ шағирының ижады менән бик үк танышып бармаған, фото эшенең нимә икәнен белмәгән кешелә лә «О-о, был китапты мотлаҡ уҡырға кәрәк» тигән теләк уянасаҡ. Ана ул, сал сәсле башын эйеп, ҡулдарын һалындырып ултырып алған да нәҡ бына ямғырлы көҙгө көндө әкрен генә, ипле генә һинең менән һөйләшә, хикмәтле әкиәтен һөйләй, фәһемле һүҙен әйтә; аң менән йән хәтерен эшкә егеп, ғүмер миҙгелдәрен барлай ғына түгел, ә йәшәүҙең мәғәнәһен төшөндөрә кеүек. Китапҡа баш һүҙендә ул: «Ил тарҡала, тормоштан йәм китте. Бәндәләрҙең сыҙамлығы көрсөккә килеп терәлде. Кешеләр араһында яуыҙлыҡ һәм уҫаллыҡ хөкөм һөрә…
Йыуаныс, таяныс эҙләп, берәүҙәр дингә мөкиббән китте, икенселәр им-томға һуғылды, өсөнсөләр боҙоҡлоҡҡа бирелде. Әммә быларҙың береһендә лә ҡотолоу сараһы юҡ. Сөнки иманһыҙҙарҙың саждәгә ултырыуынан, зәғиф рухлы ғәриптәрҙе ырымлауҙан, ырыуҙан ҡалған кәрһеҙҙәрҙең мөхәббәт уйыны уйнауынан ни фәтүә?» - тип һорау ҡуя ла болғансыҡ заманда үҙең булып ҡалыу, йәшәүҙең аҫыл ҡиммәттәрен юғалтмау өсөн йәнен тетрәткән, күңелен ҡыуандырған, йөрәген әрнеткән эреле-ваҡлы мөғжизәләре донъяһына әйҙәй. «Мөғжизәләр генә тормош усағының ҡуҙҙарын һыуытмай. Йәнә өмөт. Өмөт – фәкирҙәр аллаһы», - ти ул.
… Мин шул донъяға сумам. Әйткәнемсә, был китапты гүйә уҡымайым, ә Мостай ағай үҙе һөйләй төҫлө. Ашыҡмайынса, ҡабаланмайынса ғына, хикмәтле һүҙе һәм ғәжәйеп бай образлы теле менән. Үҙе күргәндәрен, үҙе кисергәндәрен. Ә һин бар донъяңды онотоп, йотлоғоп тыңлаәһың. Мостай ағай менән бергә һинең дә уйҙар диңгеҙең урғыла, хистәр дауылың ҡотора, йәнең өҙгәләнә – илай, йырлай, рухың балҡый… Һағыш һәм һағыныу, моң һәм хис, һөйөү һәм ихтирам, әхләҡ һәм әҙәп, ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек, намыҫ һәм выждан, ғәм һәм яуаплылыҡ… Йөрәк ҡәләме менән яҙылған был китап бына нимә хаҡында. Күңелде сафландыра торған китабының бите һайын олпат яҙыусы ихласлығы һәм ябайлығы, эскерһеҙлеге һәм сабый йәнле булыуы; ғибрәт алырлыҡ хикәйәттәре; яҡындары, замандаштары, ижадташтары хаҡында яҡшы һүҙе менән аҡлыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа һәм мәрхәмәтлеккә саҡыра, өндәй.
«Камил аҡыллылар хатта ахмаҡтарға ҡарата ла мәрхәмәтле, рәхимле булалар», «Аштың да олоһо бар, кесеһе бар», «Кеше ҡулы менән кеше туҡмамағыҙ», «Аштан оло, һыйҙан өҫтөн ҡыланыу – әҙәпһеҙлек», «Кешеләр бер-береһен йышыраҡ күтәрешһәләр, үкенестәре аҙыраҡ булыр ине»… Бындай тормош һабаҡтары китапта бик күп, ал да күңелеңә һалып ҡуй, тормошта ҡуллан…
Бына шулай, Мостай ағайҙы иҫән сағында күреү шатлығы кисермәһәм дә, уның үлемһеҙ ижадын йөрәгем менән уҡып, күңелемә һендереп, үҙе менән һөйләшкән төҫлө булам мин.
…Мостай ағайҙың васыят әйтеп ҡалдырған фекрҙәрен, ҡулыма ҡәләм алып, аҫтарына һыҙа-һыҙа уҡып сыҡтым. Улар - «Ғүмер миҙгелдәре» китабындағы уйҙары, теләктәренең дауамы, беҙ, әҙәм балаларына, уларҙы тағы һәм тағы иҫкәртеүе. «Күңелдә яуыз хәтерҙе оялатырға ярамай. Бер-беребеҙгә изге хәтер, рәхмәтле хәтер, ихтирамлы хәтер булһын ул», - ти ул. Ниндәй матур васыят. Эйе, яҡшы хәтер ҙә, яуыз хәтер ҙә бар шул. Яҡшы күңелле кешеләргә – яҡшы хәтер, ә яуыздарына яуыз хәтер оялайҙыр инде ул. Тик бына тыштан яҡшы булып ялтыраған, ә ысынында иһә ҡара йөрәкле, мәкерлеләр ҙә бар бит әле, ана шундайҙарҙың яуыз хәтерле булыуҙары тағы ла хәтәрлерәктер.
Яҙыусының «Әҙәм балаһының йөрәге ҙур булырға тейеш, сөнки йән дуҫтар күп булмай, тиһәләр ҙә, йөрәктә рухыңа яҡын һәр кем урын таба алһын» тигән аҡ теләген ҡуйын дәфтәремә яҙып алдым да тағы уйға ҡалдым. Ә беҙҙә, XXI быуат балалары араһында ҙур йөрәклеләр күпме һуң ул? Күп булһа, был ҡәҙәр ҙә яуызлыҡ һәм уҫаллыҡ, тар күңеллелек һәм хөсөтлөк, енәйәтселек һәм вәхшилек, оятһыҙлыҡ һәм ҡырағайлыҡ булыр инеме, сығырынан – сығыр, шашыр инеме һуң?! Бәғергә ҡан һауҙырған халыҡ әхләге мәсьәләһе йәһәтенән оло әҙиптең – халыҡ тәрбиәсеһенең әйткән һүҙҙәре – йөрәк әрнеүе – иртәгәбеҙ хаҡында уйланған, уйлана белгән һәр кем өсөн оран кеүек яңғырай: «Үҙебеҙҙе үҙебеҙ бөтөрәбеҙ, ағыулайбыҙ, эскелектән аҡылдан яҙабыҙ, зәғиф сабыйҙар ишәйтәбеҙ, тарихи хәтерҙе юғалтабыҙ, оятты юябыҙ. Изгелек орлоҡтарын һибеп, сәңгелдәк йырын йырламаһаҡ, йәшәй алырбыҙмы икән?»
Ошо йән ауазын васыят итеп яҙып ҡалдырған икән, Мостай ағай нисек йәшәүенә үкенеп түгел, беҙҙең шундай булыуыбыҙға үрһәләнеп китеп барғандыр, баҡыйлыҡта ла беҙҙең хаҡта уйлап һыҙлана торғандыр һымаҡ тойола. Ә беҙ иҫән, ә беҙ йәшәйбеҙ. Мостай ағайҙар тыныс йоҡлаһын өсөн мөғжизәләр иленә юлланайыҡ, ижадына бағып, күңелебеҙҙе йылытайыҡ, үҫтерәйек, унда тик аҡлыҡ һәм сафлыҡ, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлек...
Почта
Аэродинамика и воздушный шарик
Ребята и утята
Заяц-хваста
Мороз Иванович