Күңелле ял

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

    Йәй-иң матур миҙгелдәрҙең береһе. Бөтә кешеләр ҙә матур ял итеү тураһында хыяллана. Иң әүҙем, файҙалы ял ул - лагерҙа. Мәктәп янындағы көндөҙгө ял лагерҙы ла балалар көтөп ала. Күңелле сараларҙа ҡатнашып, һәләтеңде үҫтерергә була. Шундай лагерҙарҙың береһе беҙҙең мәктәптә лә ойошторолдо. "Йәйләү" ял итеү үҙәгенә 40 бала йөрөнө.  Ырыуҙарға бүленеп, сәмләшеп, тырышып, бер-береһенә ал бирмәҫкә тырыштылар.Беренсе тапҡыр үткәрелгән башҡортса лагерь барыһына ла бик оҡшаны, онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалды. Алдағы йылдарҙа ла балалар ялы күңелле үтһен!