Г.Юнысованың "Умырзая" шиғыры
план-конспект урока (5 класс) по теме

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Г.Юнысованың "Умырзая" шиғыры.

Маҡсат. Г.Юнысованың тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу аша умырзая сәскәһенең матурлығын күрһәтеү, тасуири уҡырға өйрәтеү, уҡыусыларҙың анализлау һәм фаразлау һәләтен, фекерләүен, һүҙ байлығын үҫтереү, шағирәнең үҙенә һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, балаларҙа матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү, экологик тәрбиә биреү.

1.Шағирәнең тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт.

2.Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса эш.

3.Ижади эш.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon g.yunysova_umyrzaya.doc61 КБ
Microsoft Office document icon r.shakur_ural_batyr_ile_sal_ural.doc134.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:   Г.Юнысованың “Умырзая”  шиғырын өйрәнеү.

Маҡсат. Г.Юнысованың тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу аша умырзая сәскәһенең матурлығын күрһәтеү, тасуири уҡырға өйрәтеү, уҡыусыларҙың анализлау һәм фаразлау һәләтен, фекерләүен, һүҙ байлығын үҫтереү, шағирәнең үҙенә һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, балаларҙа матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү, экологик тәрбиә биреү.

Йыһазландырыу. Г.Юнысованың портреты, китаптары күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, презентация.

Методик алым: әңгәмә.

                                                Дәрес барышы. 

    I. Ойоштороу эше.  1.Сәләмләү.(слайд)

                       Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

                       Уяналар ауыл, ҡалалар.

                       Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

                       Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

                       Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

                       Көнө буйына етә.

                       Изге көн теләп өндәшәм:

                       Балалар, хәйерле иртә!

  -Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.

2. Өй эшен тикшереү.

   -Үткән дәрестә Н.Нәжмиҙең “Яҡты яҙ” шиғырын өйрәнгәйнек. Өйҙә һеҙ яҙ тураһында йә шиғыр яҙырға, йә һүрәт төшөрөп килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ, эштәрҙе ҡарап китәйек.(уҡыусылар һүрәттәрен яҡлай, шиғыр уҡый)

3. Йомғаҡлау, баһалау.

- Тимәк, эштәрегеҙҙә буяуҙар һәм һүҙҙәр ярҙамында яҙ тураһында фекерҙәрегеҙҙе яҙғанһығыҙ, хистәрегеҙҙе сағылдырғанһығыҙ. Бөгөнгө дәресебеҙ ҙә яҙға арнала. Ә нимә тураһында һүҙ алып барырбыҙ икән? Хәҙер һеҙҙең иғтибарға бер матур йыр тәҡдим итәм. Иғтибар менән тыңлайыҡ.

                                                            (“Умырзая” йыры)                                        

 II. Яңы тема. 1. Инеш әңгәмә.

-Уҡыусылар, әле һеҙ ишеткән  йырҙа  нимә тураһында һүҙ бара? (Умырзая сәскәһе тураһында)

Уҡытыусы. Эйе, яҙ тигәндә беҙ иң тәү сиратта ҡояш йылыһы, ҡоштар һайрауы менән бергә тәүге сәскәләр – умырзаяларҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Бөгөнгө дәрестә  беҙ  ошо һоҡланғыс сәскәләр тураһында һүҙ алып барырбыҙ, уларҙың кешегә йоғонтоһо, тәьҫир итеү көсө тураһында ла һөйләшербеҙ.

- Ә һеҙ умырзаялар тураһында нимәләр беләһегеҙ?(уҡыусылар яуабы)

 Уҡытыусы. Умырзая хаҡында халҡыбыҙ йырҙар сығарған, көйҙәр ижад иткән. Ошо матур ғәҙәт бөгөнгә тиклем һаҡланған, киләсәктә лә дауам итәсәк. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә лә уның тураһында күпме шиғри әҫәрҙәр ижад ителгән. (Р.Ғарипов “Умырзая йыры” китабы)

    Шундай шағирҙарҙың береһе менән бөгөн дәрестә танышып китербеҙ. Ул - Г.Юнысова. Бөгөн беҙ уның тормошона һәм ижадына байҡау яһарбыҙ һәм «Умырзая» тип аталған шиғырын өйрәнербеҙ, был шиғыры менән нимә әйтергә теләгәнен белербеҙ. (слайд)

(число, тема яҙҙырыу)

2.  Г.Юнысова тураһында әңгәмә.

Уҡытыусы. Кем һуң ул Г.Юнысова? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо схема ярҙам итер:Ҡайҙа? Ҡасан? Кем? Нисек?   ( слайд)  

   Г.Юнысова 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районы Һарыш ауылында туған тел, һүҙ көсөн тойоп, халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре менән һөйләшеп, йор һүҙҙәр, уйын-көлкө менән күңел күтәреп, кистәрен әкиәттәр тыңлап, йомаҡтар, таҡмаҡтар әйтешеп, йырҙар йырлашып йәшәгән ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫә. Мәктәптә уҡый башлағас та әсәһе өйгә “Пионер” журналы, “Башҡортостан пионеры”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрен яҙҙырта. Һәр барғанында Өфөнән, район үҙәгенән балалар өсөн сығарылған китаптар алып ҡайта. “Кистәрен уларҙы ҡысҡырып уҡый инек. Өйгә бирелгән шиғырҙарға өҫтәп, әсәйем бүтәндәрен дә ятлата торғайны. Был ғәҙәт минең үҙемә лә оҡшап китте. V кластан ете саҡрым алыҫлыҡтағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә йөрөп уҡыған йылдарҙа ҡышын-йәйен юл буйы шиғыр, поэмалар ятлай  торғайным. Үҙемә ныҡ оҡшағандарын мәктәп, клуб сәхнәләренән тасуири итеп һөйләнем”, - тип хәтерләй Г.Юнысова. Ул саҡта һигеҙ йыллыҡ ҡына булған колхоз үҙәгендә урынлашҡан Себенле мәктәбен тамамлағас, район үҙәгендәге 1-се һанлы мәктәптә белем алырға тура килә уға. “Башҡортостан пионеры”нда әллә күпме шәлкем шиғырҙары, әкиәттәре донъя күргән башлап яҙыусы шағирә булып танылған була. Уны мәктәптең һәр сараһына тиерлек йәлеп итәләр: сценарийҙар-шиғырҙар яҙа. Мәктәпте тамамлағас, мотлаҡ Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инеүендә шиғри шәлкемдәренең матбуғатта күренә башлауы ҙур роль уйнай. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн “Миңә бары өс кенә” (1969) һәм “Зәңгәр тубым” (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. Аҙаҡ “Пионер” журналында, “Башҡортостан ҡыҙы”нда эшләй. Г. Юнысова — 35 китап авторы, уның шиғырҙары 25 телгә тәржемә ителгән.

      Гөлфиә Юнысова – башҡорт балалар шиғриәтенең ғорурлығы. Уның матурлыҡ, яҡтылыҡ иленә саҡырып, балалар донъяһын, психологияһын нескә тойоп яҙған шиғырҙары – башҡорт балалар шиғриәтенең өлгөһө. Әгәр уның балалар өсөн яҙылған бер шәлкем шиғырҙары донъялағы иң hәйбәт әҫәрҙәр иҫәбендә «Балалар әҙәбиәте буйынса хрестоматия»ға (Мәскәү, «Просвещение», 1984 йыл) ингән, башҡорт, татар, рус телдәрендәге байтаҡ дәреслектәргә hәм синыфтан тыш уҡыу китаптарына керетелгән икән, был яҙыусының ижад кимәле хаҡында hөйләй. Ә бит әле уның балалар өсөн 100-ҙән ашыу йырҙары ла бар.

      Гөлфиә Юнысова – балалар әҙәбиәтендә ижады менән лайыҡлы урын алған  

Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияhының лауреаты, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры,  Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Миәкә районының М. Акмулла исемендәге премияһы лауреаты.

 - Шулай итеп, Г.Юнысова  кем ул? (слайд) (яуаптарҙы яҙып ҡуйыу).

3. «Умырзая” шиғыры буйынса эш.

Уҡытыусы. Шиғырҙа һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ? (яуаптар).

- Алдан фараз итеүебеҙ тап килерме? Уҡыу барышында уйлап ултырығыҙ. Ә мин һеҙгә уҡып ишеттерәйем.

А) Уҡытыусының шиғырҙы  уҡыуы.

Б) Һүҙлек эше.(слайд)

     Яралған – барлыҡҡа килгән, тыуған.

В) Шиғырҙы уҡыусыларҙың сылбырлап уҡыуы.

Г) Һорауҙарға яуап алыу.

  • Шиғырҙы уҡығанда ниндәй күренеш күҙ алдына баҫа?(ҡарҙы тишеп килеп сыҡҡан умырзая сәскәһе)
  • Ниндәй умырзая тураһында һүҙ бара? Автор уны ниндәй итеп күҙ алдына баҫтыра? (йәнле образ, һары сәскә, йәшел ҡыяҡ)
  • Йәнле итеп һүрәтләүен ҡайҙан белдек? Умырзая ни эшләй? (үҫеп сыҡҡан, йылмая, кешеләргә яңы йырҙар, шатлыҡ бүләк итә)
  • Умырзая образын тыуҙырыуға шағирә тағы ниндәй һүрәтләүҙәр ярҙамында ирешә? Дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ. (сағыштырыу- моронлаған бәпкә кеүек, эпитет – ҡыҫҡа ғүмер, яңы йыр, яңы шатлыҡ, йәнләндереү – умырзая йылмая, бүләк итә, эй ымлығы һоҡланыу тойғоһон сағылдыра)
  • Ни өсөн был сәскә шундай матур икән? (ҡояш һәм ер һөйөүенән яралған тәүге гөл)
  • “Бүләк итә кешеләргә яңы йырҙар, өмөт, шатлыҡ” тигән юлдарҙы нисек аңлатырһығыҙ? (умырзая күренгәс. яҙ етеүе, тәбиғәттең уяныуы беленә, яңы тормош башлана, кешеләр шатланып яҙғы эшкә әҙерләнә, ҡыуаныстан йырҙар тыуа)
  • Умырзая сәскәһе шағирәлә ниндәй хис-тойғолар уята? (һоҡланыу тойғоһо)
  • Был шиғыр нисек уҡыла? (шатлыҡлы, күтәренке тауыш менән)
  • “Умырзая” шиғырында авторҙың әйтергә теләгән төп фекере ҡайһы юлда сағыла? (тәүге булыуың менән дә сикһеҙ яҡын, ҡәҙерлеһең)

       Уҡытыусы. Эйе, умырзая – ҡар аҫтынан уҡ ҡалҡып сыҡҡан тәүге сәскә, беҙ уны йыл да көтөп алабыҙ, уға һоҡланабыҙ. Был шиғырҙы уҡығанда ла яҙ шатлығы тойола. Тәүге сәскәләрҙе күреүгә шатланыу тойғоһо шағирҙың эске күңел торошо менән дә үрелеп китә. Кеше үҙен бәхетле итеп һиҙә.

       Әйтергә кәрәк, тәүге сәскәләр тәбиғәттә ярайһы уҡ күп, улар төрлө ғаиләгә ҡарай. Ысын умырзая тип беҙ өс төрлө сәскәне йөрөтәбеҙ: аҡ умырзая – елбәгәй, һары умырзая, күк умырзая. Ләкин улар менән бер үк ваҡытта сығып, сәскә атып, урман-ҡырҙарҙы биҙәгән тағы ла байтаҡ умырзаялар беҙҙең иғтибар үҙәгенән ситтә ҡала. Елбәгәйҙәрҙең генә лә беҙҙең яҡта бер нисә төрө бар.Бынан тыш, шартлауыҡ та ҡар аҫтынан килеп сыға.Уларҙан һуң май сәскәһе, кәкүк емеше, баллыҡай, йондоҙ ынйыһы һәм башҡалар килә.

        Уҡытыусы. Ә ни өсөн умырзаялар  иртә яҙҙа ҡалҡып сығалар икән? Хәҙер мин һеҙгә был турала бер әкиәт уҡып ишеттерәм.(әкиәт уҡыу)

         Уҡытыусы. Ошо моңһоу тарихты ишеткәс, һеҙ, моғайын, умырзая сәскәләрен өҙөргә ашыҡмаҫһығыҙ. Хатта хан үҙе лә айыра алмаған ғашиҡтарҙы рәнйетергә хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ уларҙы тау битләүҙәренә, урман ситтәренә сығып күрәйек, матурлыҡтарына һоҡланайыҡ, әммә өҙгөләп ғазапламайыҡ.

4.Ял итеү минуты.

Уң күҙеңде ҡыҫып ал да

Һул күҙеңде ҡыҫып ал.

Шунан инде тәҙрә аша

Күк офоҡҡа күҙең һал.

Ике күҙеңде йом да

Бер минуттай йоҡлап ал.

Уңға,һулға башың сайҡа,-

Бына шулай була ял.

5.Ижади эш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә  умырзая тураһында шиғыр яҙып алайыҡ. (синквейн яҙыу)

Умырзая.

Аҡ, наҙлы.

Сыға, ҡалҡа, шатландыра.

Умырзаяны өҙмәгеҙ!

Шатлыҡ.

 Уҡытыусы. Бына  беҙ ҙә ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (хор менән уҡыу)

III. Йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек? Ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ?(яуаптар)

- Шиғыр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

–Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыусы  шағирә Г.Юнысова тураһында һүҙ алып барҙыҡ.Уның  йөрәгенән урғылып сыҡҡан шиғыр юлдары беҙҙе тәбиғәттең матурлығын күрә белергә, ҡәҙерләргә өйрәтә. Сөнки тәбиғәт матурлыҡҡа ҡарата кешеләрҙә зауыҡ формалашыуҙа бик ҙур роль уйнай. Уҡыусылар, һеҙ ҙә рәхәтләнеп уйнап-үҫкән, еләген йыйған, һауаһын һулаған, һыуында ҡойонған тыуған ерегеҙҙең, тәбиғәттең матурлығын күрә белегеҙ, зауыҡлы булып үҫегеҙ!

           Өйгә эш.

  1. Шиғырҙы тасуири уҡырға әҙерләнергә;
  2. “Умырзая – яҙ сәскәһе” тигән темаға эссе йәки шиғыр яҙырға;
  3. Викторина һорауҙарына яуап бирергә.



Предварительный просмотр:

Тема:   Р. Шәкүрҙең “Урал батыр иле - сал Урал”  шиғырын өйрәнеү.

Маҡсат. Р. Шәкүрҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, Уралдың матурлығын күрһәтеү, тасуири уҡырға өйрәтеү,  уҡыусыларға тыуған ер төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, әҙиптең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт, Уралға, Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Р. Шәкүрҙең портреты, китаптары күргәҙмәһе, мультимедия проекторы.

Методик алым: әңгәмә.

                                                Дәрес барышы. 

    I. Ойоштороу эше.  1.Сәләмләү.(слайд)

                       Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

                       Уяналар ауыл, ҡалалар.

                       Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

                       Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

                       Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

                       Көнө буйына етә.

                       Изге көн теләп өндәшәм:

                       Балалар, хәйерле иртә!

  -Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе матур йыр менән башлап ебәрәйек.(слайд)

                                               (“Урал” йыры. Ганеев З.)                                        

 II. Төп өлөш. 1. Инеш әңгәмә.

-Уҡыусылар, әле һеҙ ишеткән  йырҙа  нимә тураһында һүҙ бара? (Урал тураһында)

Уҡытыусы. Эйе, Урал  – һәр кемдең дә күңеленә яҡын һүҙ. Һәр кемгә лә был һүҙ бәләкәйҙән таныш. Урал тигәндә һеҙҙең күҙ алдына нимәләр килеп баҫа? (яуаптар) Бөгөнгө дәрестә  беҙ  Урал тураһындағы белемдәребеҙҙе тулылындырырға  тырышырбыҙ.

- Халҡыбыҙ борон борондан Уралды данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Урал хаҡында ата-бабаларыбыҙ йырҙар сығарған, көйҙәр ижад иткән. Ошо матур ғәҙәт бөгөнгә тиклем һаҡланған, киләсәктә лә дауам итәсәк. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә лә уның тураһында шағирҙар күпме шиғри әҫәрҙәр ижад иткән. Шундай шағирҙарҙың береһе менән бөгөн дәрестә танышып китербеҙ. Уның исемен таблонан эҙләйек. (яуаптар)

2. Экрандағы таблонан әҫәрҙең авторын табыу.(слайд)

и

в

ҫ

т

ҙ

б

к

р

ҫ

Р

ә

ш

и

т

ғ

з

й

ү

Ш

ә

к

ү

р

т

и

о

в

й

н

л

м

а

э

ы

у

ш

к

ү

п

д

р

е

а

т

ю

Уҡытыусы. Шулай итеп, был шағир -  Р.Шәкүр. Бөгөн беҙ уның тормошона һәм ижадына байҡау яһарбыҙ һәм «Урал батыр иле - сал Урал» әҫәрен өйрәнербеҙ, был шиғыры менән нимә әйтергә теләгәнен белербеҙ. Дәрес эпиграфы булып “Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ. Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ” тигән һүҙҙәрҙе алырбыҙ.

                                            (число, тема яҙҙырыу)

3.  Р.Шәкүр тураһында әңгәмә.

Уҡытыусы. Кем һуң ул Р.Шәкүр? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо схема ярҙам итер:Ҡайҙа? Ҡасан? Кем? Нисек?   ( слайд)  

Уҡытыусы.  

Күренекле шағир һәм ғалим, тел белгесе, публицист; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), М. Аҡмулла, Р.Ғарипов исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры;

1937 йылдың 11 ғинуарында Стәрлетамаҡ районы районы Яңы Абдрахман ауылында тыуған.

Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

- Шулай итеп, Р.Шәкүр  кем ул? (слайд) (яуаптарҙы яҙып ҡуйыу).Быйыл 11 ғинуарҙа уның 75 йәше билдәләнеп үтте.

4. «Урал батыр иле - сал Урал” шиғыры буйынса эш.

Уҡытыусы.

- Беҙ өйрәнәсәк ошо шиғыр ни өсөн“Урал батыр иле - сал Урал”  тип атала икән? Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ?  Был һорауға яуап биреп ҡарайыҡ әле. (яуаптар).

- Алдан фараз итеүебеҙ тап килерме? Уҡыу барышында уйлап ултырығыҙ. Ә мин һеҙгә уҡып ишеттерәйем.

А) Уҡытыусының шиғырҙы  уҡыуы.

Б) Һүҙлек эше.(слайд)

  • Илаһиәт – иҫ киткес яҡшы,һоҡланғыс  итеп күреү, идеаллаштырыу.
  • Тәңре – дини ҡарашса, донъяны бар иткән юғары зат, алла, хоҙай.
  • Сал – үҙ төҫө юғалып, аҡ төҫкә кергән, ағарған.
  • Ғаләм – бөтә ер һәм күк йөҙө, йыһан.
  • Һомай – йорт-ҡураны, мал-тыуарҙы һаҡлаусы, балалрҙы ҡурсалаусы мифик зат.
  • Арҡайым – археологик комплекс, йәки боронғо ҡала.

В) Шиғырҙы уҡыусыларҙың сылбырлап уҡыуы.

Г) Дәреслектәге һорауҙарға яуап алыу.

- Шулай итеп, әҫәр ни өсөн “Урал батыр иле - сал Урал” тип атала – фаразыбыҙ тап килдеме? (Урал тураһында)

-Урал образы һеҙҙең күҙ алдына нисек булып  килеп баҫа? (матур, ҙур, бай)

- Урал, Урал – хазиналар иле,

  Мөғжизәләр иле, һай, Урал!” – тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? (Урал алтын-көмөшкә бик  бай)

-Ни өсөн Урал башҡорттар өсөн баш йорт тип һаналған? (тәү булып башҡорттар төйәк иткән ер)

-Урал шиғырҙа ниндәй күренекле шәхестәр төйәге итеп һүрәтләнә?Ниндәй шәхестәр тураһында әйтелә? Кемдәр улар? (Салауат, Зәки Вәлиди, Буранбай)

- Халҡыбыҙ борон борондан үҙ Уралын данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Илен ҡәҙерләгәндәрҙе, унан айырылмағандарҙы Ватаныбыҙ ҙа онотмаған.

- Шулай итеп, шиғырҙа Урал тураһында һүҙ барҙы. Тимәк, Урал тигәндә нимәләр күҙ алдығыҙға килде? (уҡыусылар яуабы)

- Эйе, Урал – Тыуған ил, тыуған ер, атай-әсәй, тауҙар-йылғалар, ҡоштар-йәнлектәр, халыҡтар, урман-яландар күҙ алдына килә.(слайд)

-Ә ошо ҙур Урал иленең беҙ йәшәгән өлөшө нисек атала? (Башҡортостан).

- Эйе, Башҡортостан. Ә һеҙ Урал тураһында нимәләр өҫтәп әйтә алаһығыҙ? (яуаптар)

- Уның тарихи үткәне лә бай һәм ҡатмарлы. Кеше ата-әсәһен һайлап ала алмаған кеүек, Тыуған илен дә һайламай. Һинең өсөн дә Тыуған илең, тыуған Башҡортостаның берҙән-бер.

5.Ял итеү минуты.

Уң күҙеңде ҡыҫып ал да

Һул күҙеңде ҡыҫып ал.

Шунан инде тәҙрә аша

Күк офоҡҡа күҙең һал.

Ике күҙеңде йом да

Бер минуттай йоҡлап ал.

Уңға,һулға башың сайҡа,-

Бына шулай була ял.

6.Мәҡәлдәр менән эш.

 Уҡыусылар, дәрестә һеҙҙең күҙ алдығыҙға беҙҙең тыуған илебеҙ, уның икһеҙ-сикһеҙ киңлектәре, матурлығы килеп баҫҡандыр. Ана шул гүзәл Тыуған илебеҙ хаҡында халҡыбыҙҙың матур һүҙҙәре лә һаҡланған. Мәҡәл тиҙәр уларҙы. Хәҙер һеҙ мин тәҡдим иткән мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.(слайд)

Үҙ илең – (алтын бишек).

Сит илдә солтан булғансы,  (үҙ илеңдә олтан бул).

Алтын-көмөш яуған ерҙән  (тыуған-үҫкән ил яҡшы).

Тыуған ерҙән дә (матур ер юҡ).

Иле барҙың (көнө бар).

Әсәбеҙ ҙә, атабыҙ ҙа – (ғәзиз Ватаныбыҙ)

Иле ныҡтың (биле ныҡ).

7.Ижади эш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә  Урал тураһында шиғыр яҙып алайыҡ. (синквейн яҙыу)

 Уҡытыусы. Бына  Урал тураһында беҙ ҙә ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (хор менән уҡыу)

Уҡытыусы. Уҡыусылар, Тыуған иленә - Уралына арнап шиғыр яҙған Р.Шәкүрҙе һеҙ ниндәй кеше итеп күҙ алдына килтерҙегеҙ? 1-се төркөм, шиғырҙы ҡулланып, Рәшит Шәкүргә яҙма рәүештә ҡылыҡһырлама биреп китә, ә  2-се төркөм Р.Шәкүр исеменән уҡыусыларға  хат – мөрәжәғәт яҙа. Ул һеҙгә нимә тип әйтергә теләне  икән?

                               ( уҡыусылар дәфтәрҙә эшләй)  

Уҡытыусы. Уҡыусылар, Р.Шәкүрҙе ниндәй итеп күҙ алдына килтерҙегеҙ? 1-се төркөмдөң яуаптарын тыңлап китәйек. (1-се төркөмдөң яуабын тыңлау)

Уҡытыусы. Шағир, ғалим, публицист Р.Шәкүрҙең Тыуған илен, тыуған ерен, халҡын ысын күңелдән яратыуы уның шиғырҙарында сағылыш тапҡан. Хеҙмәтен оло баһалап, беҙ уны хөрмәт итәбеҙ.  

Уҡытыусы. Р.Шәкүр ошо матур шиғыры менән беҙгә нимә тип әйтергә теләне икән?Икенсе төркөмдөң эшен ҡарап үтәйек. (2-се төркөмдөң яуабын тыңлау)

  Уҡытыусы. Р.Шәкүр исеменән әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам.  Мин дә һеҙҙең Тыуған илебеҙҙе - Уралыбыҙҙы яратыуығыҙҙы, аҡыллы булыуығыҙҙы, аң-белемгә ынтылыуығыҙҙы теләйем. Урал ул -  Башҡортостан. Башҡортостаныбыҙҙы яратайыҡ, ҡәҙерләйек. Ҡәҙерле балалар, Башҡортостан тарихының төпкөлөнә төшөп, бөгөнгө көнөн өйрәнеп, республикаңдың, туған халҡыңдың һәм үҙеңдең иртәгәһе тормошоң, киләсәгең тураһында уйланырһығыҙ, тип уйлайым.Илен, телен, халҡын яратҡан, уны һаҡлаған  кеше генә ысын шәхес була ала.

III. Йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек?(яуаптар)

–Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыусы  шағир, ғалим, тел белгесе Рәшит Шәкүр тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Бөгөн, 21 февраль- Халыҡ-ара туған тел көнөндә, Р.Шәкүрҙең башҡорт телен һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендә арымай – талмай эшләүсе ғалим, тел белгесе икәнлеген айырыуса билдәләп китергә кәрәк.

Башҡортостан – һин һөйөклө ғәзиз ер,

Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.

Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа

Тыуған илдең тыныс ал таңы, - тип яҙа Р.Шәкүр Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнында Башҡортостан тураһында.

Ул ғүмер буйы халыҡ рухы менән илһамланып, ил намыҫы булған сәсәндәр һүҙен дауам итеүсе оло шәхес.

Өйгә эш. 1). Урал тураһында өлгө буйынса шиғыр яҙырға.

                            ___________ илем

                            ___________ерҙәрең

                            ___________теләгем

                             ___________көндәрең

                             

                   2).Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнергә.

                   3).Урал тураһында һөйләргә.

IV.Баһалау.