Инеш
Тыуған ер төшөнсәһен туған телһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Минең туған телем – башҡорт теле һәм мин үҙ телем менән ғорурланам, уны хөрмәт итәм. Үҙ туған телен белмәүсе кеше үҙенең тамырын онота, милләт вәкиле булыуҙан туктай. Шуның өсөн, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, киләсәк быуын тыуған илендә йәшәһен, үҙ туған телендә һөйләшһен өсөн, ниндәй генә, ауырлыҡтар кисермәгән. Әммә туған телен һаҡлап ҡалған.
Тикшереу эшенең актуаллеге:
Бөгөнгө фәнни эшемдә башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙе үҙем йәшәгән Балтас районы Тусыбай ауылы ерле һөйләшеүен үҙенссәлектәрен өйрнеү маҡатында айырыуса оло йәштәгеләр, дуҫтарым, тыуған-тыумасаарым менән аралашҡанда күҙәтеү эштәре алып барҙым. Күренекле тел белгестәренең хеҙмәттәрен өйрәндем. Киләсәктә был эшемде дауам итермен тигән фекерҙә ҡаламын.
Маҡсат
Башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә Тусыбай ауылына хас һөйләшеү үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү уарҙы әҙәби тел менән сағыштырыу.
Бурыстар
Тикшереү эше ошондай бурыстарҙы билдәләй.
Гипотеза
Тикшереү эше артабан да был тема менән ҡыҙыҡһыныусыларға мәктәп уҡыусыларына кәрәкле материал буа ала.
Төп өлөш
Һәр кеше өсөн иң яҡын, иң мөһиме – ул туған тел! Кешенең бөтә тормошо тел менән бәйле: тел ярҙамында кешеләр үҙ – ара аралашалар, бер береһен аңлайҙар, тормошта һәм рухи байлыҡтарын быуындан быуынға күсерә баралар. Тел кешелек йәмғиәтен үҫтерергә хеҙмәт итә.
Мин мәктәптә уҡығанда ла дәрестәр бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә ине. Тел дәрестәрендә беҙ башҡорт теленең үҙенсәлекле яҡтары менән танышһаҡ, әҙәбиәт дәрестәре беҙҙе сихри бер донъға алып кереп китә ине. Бында беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә дан йырлаған, уның матурлығына таң ҡалған, теле, халҡы менән ғорурланған, уның яҙмышы өсөн борсолған күренекле яҙыусы һәм шағирҙар ижады менән таныштыҡ.
Беҙ мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә арналған иншалар һәм шиғыр конкурстары төрлө кисәләр, саралар үткәрә инек. Етенсе сыйныфта мин «Урал Батыр» эпосынан 250 юлды яттан һөйләп, икенсе урын алдым, йыл һайын башҡорт теленән уҙҙырылған олимпиадаларҙа ҡатнашып өс йыл беренсе урынға лайыҡ булдым. Әлеге ваҡытта мин Нефтекама ҡалаһының машиналар эшләү колледжында беренсе курста уҡыйым. Белеүебеҙсә 2020 йыл башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән ине. Беҙҙең колледжда ла төрлө саралар үтте. Мин дә был сараларҙа бик теләп ҡатнаштым. Һәм бик күп кенә дипломдар, грамоталар алдым.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уҡыусыларҙың туған телгә мөнәсәбәте кәми бара. Хәҙер күп башҡорт ғаиләләрендә үҙ телендә аралашыу бөтөнләй юҡ тиерлек. Ысынлап та, ата-әсә башҡортса өндәшә, ә балаһы русса яуап ҡайтара. Балаларыбыҙҙан башҡорт телендә һөйләшеүҙе, башҡорт телендә китаптар уҡыуҙы, башҡортса йәнһүрәттәр ҡарауҙы талап итергә, ата-бабаларыбыҙ кем булғандарын һөйләргә кәрәк.
Балаларыбыҙҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм башҡорт телен нисек модалы, заманса итергә кәрәклеген хәл итергә тейешбеҙ. Кеше башҡортса бер генә һүҙ белһә, беҙ уны үҙ итәйек, уны ситләштермәйек.
Балаларҙың ихласлығы, күңелдәрҙә ҡыуаныс йөҙҙән йылмайыу китмәһен башҡорт йәшәһен! Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Ул кешенең донъяға ауаз һалған минутына һуңғы һулышына тиклем йәнәшә килә.
Телде ҡәҙәрләп йәшәргә уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Һөйөп телебеҙҙе юғалтырға ярамай, уны һәр яҡлап өйрәнергә, байытып, ҡәҙерләп йәшәргә кәрәк. Әгәр ҙә беҙ уны артабан да йәшәүенә булышаһаҡ, иң ҙур байлығыбыҙҙан яҙасаҡбыҙ. Битараф булмайыҡ, һаҡлайыҡ уны.
Йомғаҡлау
Ошо яҙғандарыма нәтижә яһап, мин башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата үҙ фекеремде әйткем килә. Башҡортостан ерендә йәшәгәс, беҙ уның телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, ихтирам итергә тейешбеҙ. Уның бөгөнгөһө, үткәне менән ҡыҙыҡһынырға, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн бөгөн донъяға айык аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙҙың киләсәге беҙҙең ҡулда. Минеңсә илһеҙ, телһеҙ милләт булмай, шуның өсөн иң тәүҙә телде белергә кәрәк. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кем изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.
О чем поет Шотландская волынка?
Как нарисовать осеннее дерево акварелью
Бородино. М.Ю. Лермонтов
Шелковая горка
Астрономический календарь. Октябрь, 2018