Научно – практическая работа по башкирскому языку
АЗАМАТ ЮЛДАШБАЕВТЫҢ ИЖАДЫНДА
ТОРМОШ КОНЦЕПТЫ
Руководитель - Азнабаева Албина Бариевна
Исполнитель - Калимуллина Розалина
Студент гр. Э-181, ГБПОУ НМК
КУРС ЭШЕ БУЙЫНСА ПЛАН.
1.Концепт тураһында төшөнсә.
2.Азамат Юлдашбаевтың ижадында тормош концепты.
3.Лексик анализ.
4.Морфологик анализ.
5. Синтаксик анализ.
5.Ҡулланылған әҙәбиәт.
КОНЦЕПТ-1. Бер- береһенә бәйләнешле һәм мөнәсәбәтле фекерҙәр системаһы.
2. Әҫәрҙәге төп идея, фекер.
3.( латин теленән Conceptio- аңлау, система). Билдәле бер предметҡа,процессҡа төп ҡараш, яҡтыртылған төп идея. Ҡонцепт термины шулай уҡ алып барыусы ниятте,ғилем, художествола һәм башҡа эшмәкәрлек төрҙәрендә төҙөлөш үҙенсәлектәренең принциптарын билдәләй.
4.Концептизм- ( испан теле concepto-фекерләү, аңлатма). Испанияла әҙәби стиль. Төп форма менән мауығыу.
Концептистарҙың алымдары: көтөлмәгән сағыштырыу, ауыр берекмә биреү, ҡапыл ҡапма –ҡаршы бәрелешле аңлатма биреү, афористик сағылыш һәм башҡалар.
АЗАМАТ ЮЛДАШБАЕВТЫҢ ИЖАДЫНДА
ТОРМОШ КОНЦЕПТЫ.
Фәлсәфә — ғилем батшаһы. Уның өсөн 6ер ниндәй ҙә үлсәм юк. Донь-яла ғилем батшаһының тағы ла бер юлдашы бар. Нимә тиһегеҙме? Әлбиттә, шиғриәт.
Башкорт шиғриәте кәкре-бөкрө тарих юлдары буйлап XXI быуатҡа ла аяҡ баҫты. Дөрөс, заманында уға йүгән дә кейҙерҙеләр, ләкин йәшәне.
90-сы йылдар башы: кисәге идеалдар бер һелтәүҙә юҡҡа сыҡҡас, шиғриәт базап ҡалды. Берәуҙәр, дөйөм ағымға бирелеп, тарихҡа ҡаҙына башланы, сәсәнлектә ярышты, икенселәр тормоштан ҡасып бикләнде, Ошо көндәргә тиклем дауам итте был хәл. Тик ҡайһы берәүҙәр генә үҙ юлын таба алды. Бөтәһе лә тормошто ҡара төҫкә буяғанда, берәү яңыраҡ ябай ғына итеп былайыраҡ яҙып сыҡты:
Соц реализмдан
Сос реализм аша
Sоs реализмға.
Бына шулай: ябай һәм тапкыр һүз менән. Шиғриәт фәлсәфәнең юлдашы, тинек, әммә бер нәмәне әйтмәнек: поэзияны бер ҡалыпҡа һалыу уны йырға әйләндерәсәк, ә ниндәй йыр икәнен "ҡызыл байраҡ" заманынан яҡшы беләбеҙ. Азамат Юлдашбаевҡа үҙенең шиғырҙарын, руссалап әйткәндә, мо-ғайын, байтаҡҡа алдараҡ «озвучить» итергә кәрәк булғандыр,уға иртәрәк асылырға мөмкин ине, әлбиттә. Ләкин хәҙер үкенеүҙән файҙа юҡ. Тарих ундай хәлдәрҙе лә белә. Яҡташыбыҙ Сергей Тимофеевич Аксаковтың атаҡлы яҙмалары ул иллене уҙғас ҡына донъя күргән. Шулай ҙа бынан һуң Азаматка ваҡытты бик белеп, айырыуса ҡәҙерләп файҙаланырға кәрәк. Әлегә тиклем беҙ был авторҙы белмәнек. Хәҙер инде беләбеҙ, талаптарыбыҙ ҙа юғары буласаҡ, сөнки был яңы исемгә оло өмөттәр бағлайбыҙ. Сөнки яҙмыш уны шағир итеп яратҡан, шуның менән индәренә оло вазифа һалған, яҡын киләсәктә «Китап» нәшриәтенең ярҙамы менән был шағирҙың әҫәрзәре менән тулыраҡ таныша алырбыҙ, тип өмөтләнәм.
«Яңы заман портретына эскиздар» тигән шиғырында Азамат Юлдашбаев халыҡ тураһында,уның яҙмышы, әле лә булһа иҙелеүен күреп әрнеп яҙа:
Яҡшылыҡ һатылған,
Ҡиммәттәр урланған.
Яман заман-
Һәйбәт халыҡ.
Беҙ һаман имен-аман.
Ғәжәп!
Һәйбәт заман-
Халыҡ яман.
Беҙ һаман имен-аман.
Ғәжәп!
әллә былар,
әллә тегеләр алдалай.
Уңдар,һулдар…
Уң яҡ- уң яҡ.
Һул яҡ- һул яҡ.
ә халыҡ?
Ул уртала.
Ни булһын уға?
Бында аяуһыз дөрөдлөк. Был шиғырҙың төп рухы, минеңсә, — шағирҙың тормоштағы ойоуға, вайымһыҙлыҡҡа, кеше яҙмыштарына битарафлыҡҡа ҡаршы саң ҡағыуында, ойоғандарҙы уятыр өсөн тырышыуында. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙағы башҡорт тарихы менән революцияға тиклем булған азатлых өсөн көрәш тарихы араһында үҙенсә параллелдәр эҙләү шиғриәттә лә, ғилми тикшеренеүҙәрҙә лә күренә, һәм был ынтылыш донъяға ҡарашты үҙенсә киңәйтә.
Азамат Юлдашбаев үҙенең китабын «Нишләйһең бит, донъя мине бер мосафир итеп яратты...» тигән оҙон исем менән атаһа ла, шиғырҙары бик ҡыҫҡа уның. Бына уның миниатюраларынан бер нисә үрнәк:
«Ямғыр нала буйлап
көлә-көлә кешеләрзе бастыра»,
«Инде йәш тә тугелмен.
Тойғоларҙы тышауларға
ине лә — тоттормайҙарар».
Миҫалдарҙы күп килтереп була, әммә ошо ерҙә туктайык.
Азамат ғәҙәти булмағанса фекерләй. Ул хискә һаран, хатта артьгк рациональ булып күренергә лә мөмкин. Ләкин, был шағир, һүҙгә һаран булһа ла, хискә һаран, тип уйламайым. Хикмәт шунда: хистәрем тоттормайҙар, тип зарланһа ла, шағир шиғырҙарында һүҙ эсенә уй-фекер йомарланған, уй эсенә иһә ҡайнар хис йомарланған. Унда артьгк һөйләргә юл ҡуйылмай. Шуға ла, мәҫәлән, «Прогресс» исемле парсаһын-да 5-6 һүз менән тотош әҙәбиәттең һәм, ғөмүмән, мәҙәниәт, сәнғәт донъяһы-ның хәүефле яҙмышы әйтеп бирелгән. Иғтибар итегеҙ, бына ул шиғыр:
Соцреализмдан
СОС реализм аша
S0S реализмға.
Шуныһына айырыуса иғтибар иткем килә: Азамат Юлдашбаев — киң ҡарашлы, төплө белемле һәм оригиналь фекерле шағир. Ул күнегелгән ҡалыптар менән уй йөрөтмәй, тормошто үҙ ҡарашы менән яңыса аса. Асылда бит тормоштоң бер генә нәмәһе лә яңы түгел / мин уның техник яғын күз уңында тотмайым/, бары тик башҡалар күрмәгәнде күрергә, башҡалар әйтмәгәнде әйтә белергә кәрәк. Ижадсының ижад-сы булыуы ла ошондалыр. Зиһене үткер, күҙе осҡор, ҡолағы сос, күңеле һиҙгер Азамат Юлдашбаевҡа нәҡ бына шундай ижадсы һәләте бирелгән, һәм былар барыһы ла шағирға ЗУР яуаплылык йөкмәтә.
Айырыуса шуныһына иғтибар итке килә: Азамат йыйнаҡ яҙһа ла, ул ҡайһы саҡта һүзгә иғтибар биреп еткермәй. Урынлы-урынһыҙға ситтән килгән образдар менән дә мауығыу кәрәкмәйҙер. Любезники-любиҙарҙар, талир тәңкәләр, француз яулыҡтары беҙҙең йырҙарҙың моң-яңғырашына тәбиғи ҡушылған. Шиғриәттә лә шулай булырға тейеш.
Ошондай шағирҙың бик үҙенсәлекле ғилми эҙләнеүҙәр алып барыуы ла бик тәбиғи. Мин Азамат Юлдашбаевтың «Рухи бунтмы, рух бунтымы?» /Ш.Ба-бичтың «Ғазазил» поэмаһы уның ижады контекстында/ тигән мәҡәләһен бик хызыҡһынып укып сыҡтым. Азамат Юлдашбаевтың мәҡәләһе Бабич шиғриәтенең өр-яны яҡтарын аса.
Ғалим һәм әҙип, шағир һәм ғалим — беҙҙә уларҙы йыш ҡына бер-береһенә ҡаршы ҡуялар. Ләкин ғилем һәм әҙәби ижад һис кенә лә бере-һе икенсеһенән диуарҙар менән бүленеп ҡуйылған донъялар түгел. Улар үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнештә йәшәй. Ошо ике донъяны үҙ яҙмышында берләштергән ғалим-әҙиптәр, ғалим-шағирзар беҙҙә лә бар бит, бына Азамат Юлдашбаев шағирҙар араһында шағир, ғалимдар араһында ғалим булып абруй яуларлыҡ. Ижади эҙләнеүҙәре һәм төплө хеҙмәттәре менән шуға ирешер, тип ышанабыҙ.
Асылда һәр оло әҙип, оло шағир публицист та, тәнҡитсе лә, философ-аҡыл эйәһе лә, бай мәғлүмәтле уҡытыусы ла бит ул. Пушкин, Толстой, Блок, Горький — уларҙы тик прозаик йәки шағир тип кенә сикләп буламы ни? Азамат Юлдашбаевтың шиғырҙарында ирония, асыҡлабыраҡ әйткәндә, үҙ-үҙенә ирония көслө. Ә был сифат иһә шәхестең көсө хаҡында, донъяға һәм үҙ-үҙенә тәнҡит һүҙе менән, талапсан ҡарауы хаҡында һөйләй. Ижад өсөн был бик мөһим. Азаматтың тормошҡа һәм үҙ-үҙзенә күберәк һоҡланып ҡараған, бәхеттән эйфория кисергән мәлдәре лә булғандыр. Хәҙер ул ваҡыттары үткән. Уның һәр хаҡында Мостай Кәрим һүҙҙәре менән «Аҡылы уның мөхәббәттә янған, мөхәббәткә аҡыл ултырған» тип әйтеп булыр ине.
Беҙҙең әҙәбиәттә авангард тигән төшөнсә әлегәсә бөтөнләй кулланылманы. Ни өсөн авангард? Сөнки ул ирекле ағым, бер ниндәй зә сиктәргә һыймай. Авангард тигәндә тик данлыклы футуристарҙы ғына аңларға ярамай. Хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә ул — төрлө-төрлө ағымдар йыйылмаһы, хатта "икенсе әҙәбиәт" тип тә атарға мөмкин. Төп мәғәнәһендә авангард иң алдан барыусы тигәнде аңлата, ә ул иһә һуҡмаҡтарҙы һәм юлды үҙе һайлау мөмкинлегенә эйә.
Авангардҡа хәбер ҡазыусылар күп. Ә шулай ҙа ул үҙ асылын юғалтмай беҙҙең көндәргә тиклем килеп етте. Уның йәшәүенең төп сәбәбе — туҡтауһыҙ эҙләнеүҙә. Традицион әҙәбиәт менән һыйышмаусылар һәр саҡ уға табынды. Шуныһы ла бар — ҡайһылыр осорҙарҙа, дөйөм ағым уз маяктарын юғалтҡанда, был йунәлеш шәхесте ижади эҙләнеүзәрзә ҡотҡарыусы ролен ала.
Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә ҡайһы бер шағирҙар ижадында ғына сағыла ул. Үрҙә килтерелгән шиғыр авторы Азамат Юлдашбаев та шуларға ҡарай.
Азамат Юлдашбаев ижады — яңыса ижад, ул ғәзәти башҡорт әҙәбиәте сиктәренән сыға. Автор алып килгән яңылыҡ йәшәп китерме, әллә уның үҙенсәлеге генә булып ҡалырмы, быныһын вахыт күрһәтер. Тик…
Йәнде ергә ҡуша ҡыҫа,
Өмөтләнеп көткән йәйем ошомо?
Хәҙерге шиғриәт тәбиғәт образдары менән тулған. Был образдар шул тиклем ҡатмарлаштырылған, хатта автор һуҙе метафоралар, сағыштырыуҙар араһында юғала. Ә был өс юллыҡ бер ҡарашҡа ябай, шулай за фекер тулыһынса әйтелгән. Шағир кисерештәре ерҙә, улар һәр кешегә лә яҡын, ә ҡайҙалыр күктә түгел. Авангардтың абстракт образдар менән эш итеүе билдәле, ләкин, күренеүенсә, был юлдарҙа ул сағылмай. Ябай ҡанундарҙы боҙоу өсөн уларҙан ҡасып, ситтән күҙ һалырға кәрәк. Шуныһы ҡыҙыҡлы: шағир ҡалыптарҙы емерә, әммә шиғырҙар ябайлаштырыла, авангардтың ҡатмарлы образдары менән тулмай.
Шуныһын әйтергә кәрәк: А. Юлдашбаев традицион башкорт поэзияһынан алыс. Өс, биш юллыҡ ҡыҫҡа шиғырҙарҙы тик үҙенсәлекле япон шиғриәтендә генә осратырға була:
Йокусука,
Включает осенним днем в гемный, полный обмана город
Должен включить в своем сердце
яркий-яркий прожектор.
Был билдәле япон шағиры Дзюн Токами юлдары.
Утрауҙар иле поэзияһы үҙенсәлекле образлылығы менән айырыла.
А. Юлдашбаев ижадында ла уның һыҙаттарын күрергә була. Әлбиттә, төп охшашлыҡ — ҡыҫҡалыҡта. Япон шиғриәтенә хас яңы образдарға ынтылыш та көслө. Башхорт поэзияһында бығаса "дуртмөйөшлө йән" осраманы, япон шиғриәтендә "прожекторлы йөрәк" осрамаған кеүек. Шулай ух ҡайһы бер рус шағирҙары, мәсәлән, Владимир Бурич менән уртаҡ һызаттарҙы инҡар итергә ярамай.
Башҡорт әҙәбиәтендә бер төрлөлөк — хәҙер инде ҡотолғоһоҙ ауырыу. Күптәр уның ҡапҡанына эләгеп туҡталып ҡала. Дамир Шәрәфетдинов был күренеште "шайтан ҡуласаһы" тип тә атағайны. Шулай за...
Ҡырыҫ кала киҫеп
Йомро йәнемде
Дүрт мөйөшлө итте:
Мәйөштәрен урап үтегез!
* * *
Теге яҡҡа үткән сәҡта
Йоҡонан китһәң ине.
Сиктәр зә шартлыраҡ,
Ара ла яҡыныраҡ.
Күренеүенсә, "ҡуласалыҡ сире" А. Юлдашбаевҡа ҡағылмай. Ҡала беҙҙең шиғриәткә әлегәсә ят, ауыл образдары төп урынды алып тора. Икенсенән, улем темаһы. Үлем беҙҙең әҙәбиәттә сағыла- сағылыуын, ләкин ул бында ниндәйҙер афәт кеүегерәк түгел, ә ҡара буяуҙарһыҙ күрһәтелгән. Үлем менән ҡыҙыҡһыныу өмөтһөҙлөк упҡынына илтеүгә лә ихтимал, шулай ҙа беҙ шағирға инанайыҡ, шиғриәт тик бер генә юлдан бармай бит.
Эйе, бер генә юлдан бармай, был авторҙың ижад емештәрендә лә һиҙелә. Традицион ҡараштарҙы емерергә ынтылыш тугел, йәшәһен улар. Ябай куренештәргә икенсе яҡтан ҡарарға тырышыу бар шиғырҙарҙа:
Аҡ ул төҫ түгел,
Ә төҫтәрҙең булмауы -
Ябай бушлыҡ.
Ошондай уҡ ынтылыш "Азатлыҡ тәрәнлеге" тип исемләнгән шиғырға ла күсә:
Бакендарҙы этеп,
Сиктәрҙе киңәйтеп,
Рәхәтләнеп
Йөҙөргә ине лә,
Ҡомға ултырҙы кәмә.
"Ҡомға ултырған кәмә" буш образ түгел. Шаршауҙы асыу ҙа етә һәм бөйөк фәлсәфәүи проблема килеп сығыр. Ә бит билдәле француз энзистен Цалистары (Ж.П. Сартр, А. Камю) уның өҫтөндә баш ватҡан!
Һәм һуңғыһы: тағы ла фекер һәм форма тураһында. Ҡайһы бер шиғырҙарында автор ниңәлер фекерҙе әйтеп еткермәй йәки образ шаршауы артына йәшерә. Авангардта бик киң таралған алым. Шағир әйтеп еткермәгәнде уҡыусы дауам итергә, ижади яҡтан үҫергә, диалог булырға тейеш. Асылда, А. Юлдашбаев ижадында импрессионизм методы төрлө-төрле биҙәктәр менән байытылған. Авторҙын үҙ өлөшө лә юҡ түгел.
Авангард үҙ сәңгелдәгенән бирле традицион әҙәбиәткә ҡаршы. Башҡорт әҙәбиәтендә лә уны ғәйепләүселәр табылыр. Шулай за шағирға һин улай яҙма тип өйрәтеү ахмаклыҡ булыр ине. Был шиғриәтте халыҡлаштырыуға ынтылыш. Һәр шағирҙың үҙ юлы. Авангард та күнегелгән йүнәлештән ҡасып тормошта, ижадта яңы юлдар эҙләй бит! Уны туҡтатыу киләсәккә ишекте бикләүгә тиң. Тарихҡа ғына күз һалайык: әгәр XX быуат башында "емереүсе" йә "төҙөүсе" ижад тыумаһа, донъя әҙәбиәте хәзер ниндәй хәлдә булыр ине икән? Башкорт әҙәбиәтеңдә лә шундай мәл еткәндәй. Кем белә, хәҙерге ваҡытта туҡтауһыҙ кәмей барған укыусылар аудиторияһын яңы ағымдар һәм алымдар, бәлки, тағы әҙәбиәткә йәлеп итер.
Шуныһы яҡшы асыҡ: ҙур әҙәбиәттәр, оло таланттар яңы замананы, глобаль үсеш-үҙгәрештәрҙе йөкмәткеләренә бәрәбәр өр-яңы образдар, оригиналь һүрәтләү саралары, шартлы алымдар менән сағылдырыу юлдарын эҙләй, традицион әҙәбиәттән модернистик әҙәбиәткә ныҡлап күсә килә. XX быуат әҙәбиәтенең авангардлых ағымдарына хәзер ошо аспекттан ҡараш ташлана.
Донъя күләмендә сағыштырмаса йәшерәк әҙәбиәттәрҙән һаналған башҡорт әҙәбиәте үткән быуат дауамында етез үҫеп, өлгөрөп еткән һүҙ сәнғәте икәнен таныта алды. Тормошсан, реалистик ижад өлкәһендә ҙур ҡазаныштары булды.
Хәҙерге яңы быуат, уның интеллектлы, заманса зауыҡлы уҡыусылары яңы быуын языусыларыбыҙҙан Көнбайыш һәм Көнсығыштың, рус әҙә-биәтенең һәләтле һәм һиҙгер әҙиптәре ижадына хас яңы типтағы модер-нистик әҫәрҙәрҙе лә көтә торғандыр. Шунһыҙ үҫеш, прогресс юҡ.
Бәхеткә йәки һөйөнөскә күрә тимме, мин үҙзем, мәҫәлән, бындай яңырыш тенденцияһын, атап әйткәндә, Таңсулпан Ғарипова, Әмир Әми-нев, Флорид Бүләков, Фәнизә Ис-хахова, Әхмәр Үтәбай, Тамара Искән-дәриә кеүек языусыларыбыҙҙың ижадында нығырах тоя барам. Уларҙың һәр бер ижади табышына, заманса фекер йөрөтөүзәренә, оригиналь образдарына, тел-стиль, поэтик үзен-сәлектәренә ҡыуанам.
Бына ҡулыма ус аяһындай ғына кескәй китап килеп эләкте. Азамат Юлдашбаевтың "Мәлъяҙмалар" исемле тәүге китабы ул. "Йәштәр тауышы" серияһында сыҡҡан.
Асып күҙ йөрөткөләй башлайым: шундуҡ ул ҡысҡа шиғырҙар, поэтик парсалар образ яңылығы, ассоциатив фекерҙәре, тел төбө, кинәйәле мәғәнәләре, һүз, фраза тапҡырлығы, форма ыҡсымлығы, миниатюрлығы менән үҙҙәренә тамам арбап ала.
Язам әле...
Нимә язам?
Кемдер, шиғыр, тиер.
Кемдер, ундай шиғыр буламы ни, тиер.
Барыбер рәхмәт!
Нимә яҙам?
Йоҡоһоҙ төндәрҙән яфаланған күңелемде йыртып сыҡҡан
Уйҙарымды ҡағыҙға теркәйем. Шул ғына.
Был минең күңелем йылъяҙмаһы. Юҡ көнъяҙмаһы
Сәғәтъяҙмаһы, минутъяҙмаһы- мәлъяҙмаһы.
Яҙам әле…
Азамат Юлдашбаевтың был шиғри аңлатмаһы кескәй китабына бер асҡыс булырлыҡ. Сөнки шиғырҙар ғәзәти традицион шиғыр түгел, ярым ирекле шиғриәт, бәғзеләре ритмик проза, тапҡыр парса.
Кесе йыйынтыҡтың "Мәлъязмалар" тигән исеме үҙе үк шиғырҙарҙың жанр тәбиғәтен ҡысҡырып әйтеп тора. Улар, ысынлап та, ниндәйзер бер күренештең бер яғын тотоп алған, уй-тойғоларҙың бер мәлен сағылдырған, йә поэтик тамаша, йә уй-фекер йомғағы, йә шиғри тапҡыр һүҙ, йә кинәйәле мәғәнә, ым-ишаралар — нәҡ шиғри мәлъязмалар. Улар аңлағанға ишара, аңламағанға ни сара — автор һүҙҙәрен ҡеүәтләп әйткәндә.
Әҙәбиәтсе һәм тәнҡитсе кеше буларах, инде ошо фекерзәребеҙҙе тә-ғәйен раслар өсөн шиғырҙарҙы баштан-аяҡ бер аҙ тикшереп, йөкмәтке һәм формаларын, ижади табыштарын байҡап үтәйек.
Бына китапты асып ебәргән, әсәгә бағышланған "Күңелең менән, әсәй, һизәһеңдер..." тигән шиғыр (китап, ғөмүмән, әсәһенә арналған).
Күңелең менән, әсәй, һиҙәһеңдер –
ваҡыт етте юлға сығырға.
Алыстарҙан миңә таныш түгел
ят бер йондоз мине саҡыра.
Көрһөимәсе, әсәй, тәрән итеп,
ынтылмасы яулыҡ осона,
тәүге тапҡыр түгел бит инде –
минең өсөн артыҡ борсолма.
Алып бирсе, әсәй, юл ҡапсығын,
әзерләйек кәрәк-яраҡты –
нишләйһең бит, донъя мине
бер мосафир итеп яраткан.
Йоко алмай йомшак мендәрҙәрҙә,
ябынһам да мамыҡ юрғаның,
мин һағынам алыҫ ерҙәрҙе,
оло юлдың һоро туҙанын.
Ҡарамаҡта был ғәҙәти традицион шиғыр. Әсә кешегә ҡайһы шағир
шиғыр, китап бағышламас. Оло тормош юлына тыуған өйҙән сығып китер уландың әсәһенә әйткән утенес һәм үкенестәре лә үҙенсә. Ғәфү үтенеүҙәре лә тура һәм ихластыр:
Ул-был хәлдәр, әгәр була ҡалһа —
барыһы ла Алла ҡулында —
аят уҡытырһың әбейҙәргә,
гонаһтарым булһа — юйырға.
Был силлабик шиғырҙың рифмалары ғына яңғырауыҡлы, ярым ирекле.
Ә был ҡәҙимге шиғыр артынса килгән мәлъязма, әсә алдына басып торған, биҙәнгән көйәҙ килен шикелле, үҙенә башҡа:
Әсәйҙәрҙән усаҡ,
икмәк еҫе килә,
һөйәркәләрҙән арзанлы хушбый,
яһалмалыҡ еҫе.
Ҡатындарҙан иһә
йә икеһе лә,
йә береһе лә.
Камиллыҡ юҡ донъяла...
Был ирекле шиғыр, поэтик алымы контраслы, структураһы күҙгә бәреп тора. Һәр йәһәттән модерн шәкелендә. "Урбанизация" шиғыры — исеменә есеме — шау урбаник тәбиғәтле: темаһы, ритмик проза стиле, әйтерһең, ҡала стилягаһы.
Нәүбәттәге мәлъязма:
Һүҙҙәр —
күҙҙәр һөйләгәнде,
уйлаған уйҙарҙы
йәшереү сараһы —
күңел битлеге.
Был үҙе бер метафора-образ.
Тағы бер үрнәк:
Яңы таңды
шик менән көтәм —
кемдер кискә
барып етмәҫлек.
Көндөң һүнеүен шатланып оҙатам —
бөгөнгә мин түгел.
Шулай ҙа шик ҡала —
Кем мин?"
Таң менән көн, көн менән кис алмашыныуы айҡанлы шик ҡатыш уй-тойғолар ғына сағылып ҡала кеүек, ә асылы, менән шиғри мәл йәшәү һәм үлем хахында бит. Шиғыр күсмә, төпле мәғәнәле.
Аҡһаҡ йән,
Пеләш аҡыл менән
Донъя буйлап
Кеше кәйефтәрен йыям, —
Яңы аллаларҙың яңы өйҙәренә
Яңы биҙәктәр кәрәк.
("Бөгөнге Гефест"). — Быныһы ни мәғәнәлә? Уны төшөнөр өсөн боронғо грек мифологияһындағы алла Гефесттың, тимерселек һәм һөнәр оҫтаһының, кешелеккә изгелек һәм яуыҙлыҡ булып төшкән хеҙмәте тураһында уйланып фекер йөрөтөргә кәрәк була.
Йәки "Дедалдар һәм Икарҙар шиғырының мәғәнәһен аңлар өсөн шул уҡ боронғо грек мифологияһының ошо ҡаһармандары яҙмышын иҫкә төшөрөргә тейеш булаһың.
Йәки бына Иблис хаҡындағы мәлъяҙма:
Донъя гиҙеп ялҡҡан Иблис
ҡаҡ тау башына ҡунаҡланы.
Аҫта ятҡан ауылға күҙ һалды.
Байтаҡ ултырҙы ул.
Кискә генә башын сайҡап ҡуҙғалды:
"Артығыраҡ тырышҡанмын, ахыры..."
Иблистең ҡылыҡ-зарарҙарын белгән кеше аҙаҡҡы юлдан күп мәғәнә таба ала.
Йәғни ошондай мәлъяҙмалар, китаптағы күпселек шундай ҡыҫҡа шиғырҙар шау ассоциатив фекерләүгә ҡоролған. Уларҙың поэтикаһы өсөн шиғри биҙәкләү әллә ни хас түгел, ҡарамаҡҡа хоро хәбәр, эске уй
тойғо, ниндәйҙер мәғлүмәт өҫтөнлөк ала. Төпкө мәғәнәлә, эстетик тойомлауҙа бар хикмәт.
Бакендарҙы этеп,
сиктәрҙе киңәйтеп,
рәхәтләнеп йөҙөргә ине лә
ҡомға ултырҙы кәмә.
("Азатлыҡ тәрәнлеге").
Арҡанына сырмалған быҙау һымаҡ,
уйҙарыма уралып ултырам,
ваҡыт менән арауыҡ киҫешкән
гео-хроно бер нөктәлә
Ғәйептәрем юҡтыр, хөкөм алдында
ғонаһтарым?
Кем һанаған уларын
хәйер биреп киттем.
Бер әбейгә,-
бәлки бер төн тыныс йоҡлармын,
Үҙ-үҙемде щулай алданым.
( Индульгенция).
Бындай мәлъяҙмалар кинәйәле мәғәнәгә төрөлгән. Тыштан ҡарағанда улар бары хәбәр йә бер уй төйөнө кеүек кенә. Һөйләмдәре лә ябай. Көнбайыш әҙәбиәттәрендә бындай рифмаһыҙ ирекле шиғырҙарҙы проза әсәре кеүек бит юлын тултырып теҙеп яҙалар. Шиғырлыҡтың хикмәте уларҙы ритмик юлдарға бүлгеләуҙә түгел, ритмик проза, ассоциатив фекерләү, кинәйәле мәғәнә, ҡыҫҡалыҡ, уҡмашлыҡ тәбиғәтендә.
Ҡыҫҡа шиғыр поэтикаһы өсөн үтә ыҡсымлыҡ һәм тапҡырлыҡ хас. Ундай мәлъяҙмалар ҙа йыш осрай был китапта. Бигерәк тә Көнсығыш ғәрәп-фарсы поэзияһындағы ҡитға, япон поэзияһындағы хокку, танка жанрҙарына тартым үтә ҡыҫҡа һәм тапҡыр мәғәнәле мәлъяҙмалар иғтибарҙы нығыраҡ биләй. Улар бер тына әйтелеше, көтөлмәгән мәғәнәһе, парадоксаллеге менән айырылып тора. Мәҫәлән:
Аҡ — ул төҫ түгел,
ул башҡа төҫтәрҙең булмауы.
Ябай бушлыҡ.
Сит илдә солтан булғансы,
үҙ илеңдә олтан бул.
Латны!
Ҡасанға тиклем?
Һөйкөмһөҙ көн
йәнде ергә ҡуша ҡыҫа —
өмөтләнеп көткән йәйем ошомо?.
Ваҡ аҡса һымаҡ, ҡалған хистәремде һанап ултырам —
тағы бер һөйөүгә етерме икән? —
Яуапһыз һораузармы, әллә сәйер мәлдәрме былар?!
Бөтә донъя классик поэзияһының Аполлинер, Лорка, Ренуар, Незвал, Хикмәт, Хлебников, Бродский, Возне-сенский, Айги шиғырҙарына күпмелер поэтик ҡан-ҡәрҙәш Азамат Юлдашбаевтың ирекле шиғыр мәлъязмаларының рухында һәм поэтикаһында постмодернизм ағымына хас хиссиәтле образдар, символдар, метафоризмдар, кинәйәле һәм парадоксаллек, хикмәтлелек һыҙаттарын, улай ғына түгел, уҙенсәлекле бер системаһын асыҡ күрәбеҙ.
Журналистикаға һәркем үҙ юлы менән килә. Кемдәрҙер юғары уҡыу йортон тамамлау менән ҡаләмен сарлай башлай, икеселәр тормош багажы менән, өсөнсөләре халыҡ алдына сығып ҡыйыу фекер әйтер өсөн гражданлыҡ позицияһы, иле хаҡындағы борсолоуҙары, һәр илдең бәләкәй дөнъяһы — ғаиләсе турындағы уйланыуҙары этәрә. Азамат Юлдашбаевты нәҡ өсөнсө төркөм журналисттар иҫәбенә керетер инем (бугенгә ул был төркемдә бер үҙе).
Журналист Азамат Юлдашбаевтың аҫылын аңлау өсөн уның мәктәп дөнъяһы аша ижат юлына баҫыуына иһтибар итәргә кәрәк. Нимә ул мәктәп? Мәктәп — ул балалар, укытыу системаһы, ата-асәләр һәм уҡытучылар мөнәсәбәте, илдәге уңай йәки кире үҙгәрештәренең тәүге сағылыш тапҡан урыны. Укытыусы Аҙамат Рәмил улының һәрнимәне анализлап, ваҡытында нәтижә яһай торғандарҙан булыуында шик ҡалмай.
«Йыл уҡытыусыһы», «Башҡорт теле һәм әҙәбийәт уҡытыусыһы» республика бәйгеләреңдә еңеү яулауы шул хаҡта һөйләй. Журналист хаҡында һөйләгәндә ни өсөн уҡытыусы булыуын иҫкә алырга, тейеүселәр булыр. Аҡыллыға — ишара. Журналист — ул шулай уҡ тәрбейәсе, дөреҫ юл күрһәтеүсе, белем биреүҫе. Тик уның укыусылары мәгълүмәтлерәк, белемлерәк. Шуға күрә гәҙит укыусы мәҡәләгә иһтибар итһен өсөн ҡулына ҡәләм алуыусы һәр һүҙен самаларға, дәлилдәрен тәрән анализларға тейеш.
Журналист Азамат Юлдашбаевтың ҡәләменең үткерлеге,
мәҡәләләренең төплөлөге Башҡортостан Президентын һайлау мәлендә үк асыҡ күренде. Ул башҡа коллегаларынан айырмалы рәүештә, рес-публикалағы, илдәге һәл-торош хаҡында тәрән фекер йөрөтөп, нескә юмор, кәрәк икән сарказм аша ысынбарлыҡты күрһәтте. Сөнки
һәркем һайлау алдында тора. Һайлаусы, әйҙә, һин күңелеңә хуш килгәнен һайла, әммә биҙмәнгә һалып, бөтә нимәне үлсәп күрһәткәнде онотма, тип өйрәтте ул гәҙит уҡыусыларын.
Журналисттың эшсәнлеге коллегалары, «Йәшлек» гәҙитенең «Аҡ яурын - сал бөркөт» премияһына лайыҡ булды.
Азамат Рәмил улы һайлауҙарҙан һуң да, журналист булараҡ, үҙ по-зицияһын матбуғат баҫмаларында әйтеп барҙы. «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыккан «Башҡортстан — геосәйәсәт картаһында» мәҡәләләре йәнә лә бер тапҡыр ҡәләм оҫтаһының ҙамандашлары алдында үҙ позицияһын белдереүе, ғөмөм хәлебеҙҙе аңлатырға, күҙалларға тырышыуы, тип ҡабул ителде. Был мәҡәләлә Азамат Юлдашбаев хәл-ваҡиғаларҙы ғасырҙар төпкөлөнән сағыштырып ҡарап, бөгөнгө хаҡында фекер йөрөтә. Киләсәкте гәҙит укыусы үҙ күҙ алдына килтерергә тейеш. Мәҡәләлә публицист-политолог Юлдашбаев ҡыйыу һөйләшеү алып бара.
Журналист Азамат Юлдашбаевтың замандашларына әйтер һүҙе бар. Үҙе, ғаиләһе, иле, халҡы алдындағы яуаплылыҡ уны киң даирәлә фикер йөрөтөргә, мәгълүмәтле булырға, килеп туган хәлдән көтөлмәгәнсә чишелештәр табарға мәжбүр итә.
Үҙнәшер баҫмалары араһында күңелде сафландырыусы китаптар ҙа юҡ түгел икән. Мин былтырғы-быйылғы шуларзың икәүһенә юлығып, бик хыуаныслы мәлдәр кисерҙем. Улар — ысын үҙнәшерҙәр. Сөнки авторҙар ил кедәһенә лә инмәгән, илде талаған бурҙарҙан ярҙам һорап та теләнселәмәгән. Шиғырҙарын тотҡандар за компьютерҙа баҫҡандар, үҙҙәре китап рәүешенә килтергәндәр.
Бөгөнгө болғансыҡ үҙнәшер ташҡынында был кескәй йыйынтыҡтар — үҙҙәренең мәрхәмәт, яҡтылыҡ, ихласлыҡ бөркөп торған, шиғри юлдары борсоулы уйланыуҙар, тәрән һыҙланыузар менән тулышҡан йыйынтыҡ был. Үҙнәшерҙең буръяҡ даръяһында аҡ елкәнле нурлы кескәй карап кеүек күренде миңә был бәләкәй генә, йоҡа ғына шиғри йыйынтыҡ.
Азамат Юлдашбаевтың йыйынтығының тиражы ни бары 18 дана, әммә унда 80-дән артых ҡыҫҡа-ҡыҫҡа шиғыр ингән.
Эйе, күләмдәре бик бәләкәй, әммә йөкмәткеләре тос был үҙнәшер баҫмаларҙың. Хәйер, улар хәҙер инде әҙәбиәтебеҙҙең оло ағымына ниндәйҙер дәрәжәлә ҡушылып та бара һымаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хаҡта әлегә бик тар ғына даирә белә. Киң ҡатлам уҡыусылар менән осрашыу Азамат Юлдашбаевты әле алда көтә.
Азамат Юлдашбаев әҫәрҙәрен матбуғатта күрһәтергә ашыҡманы. Ижад эшенә ул үтә яуаплы ҡарай. Спортсының үҫешең, уның ғәйәт ауыр, ныҡышмалы күнекмәләрен халыҡ күрмәй, ярыштарҙағы сығыштарын ғына күрә бит. Әҙәби ижадты спорт менән сағыштырырға йыйынмайым. Ләкин был мөхит кешеләре яҙмышындағы уртаҡлыҡты ла күрмәй булмай. Шул уҡ тоғролоҡ, шул ух туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтылыу, шул уҡ маҡсатҡа инаныу һәм табыныу.
Азамат халыҡ алдында, матбуғат биттәрендә ижади күнекмәләр яһаманы. Өлгөрөп еткәс, быуынға ултырғас ҡына ижад майҙанына сыҡгы. Үҙ алдына нығыныу һәм сығыныу юлын үтеп сыҡты.
Уның укыусылар күрмәгән ижади күнекмәләре, бәлки, оҙағыраҡа ла һуҙылып киткәндер.
ЛЕКСИК АНАЛИЗ
Бер мәғәнәле һүҙҙәрҙең типтары.
1.Яңғыҙлыҡ исемдәр:
Өфө йүкәләре сәскә атты.
Испания.
2.Телдә яңы ғына барлыҡҡа килеп, киң таралып өлгөрмәгән һүҙҙәр:
Мөхәрририәттән мөхәрририәткә.
Рубиконым инде үтелгән.
3. Тар предметлыҡ мәғәнәһенә эйә булған һүҙҙәр:
Автобус көтә халыҡ туҡталышта.
Машина,
Трактор арбаһына тейәп.
Әллә төнгө фонарь елдә һелкенә.
Ташалтҡан сумаҙанды.
4.Терминалогик һүҙҙәр:
Дәрәжәһен белеп кенә.
Ҡала сума неон утына.
Метафора
1.Предмет атрибуты абстракт төшөнсәнең атрибутына күсеүе:
Йәшереү сараһы
күңел битлеге.
Яҙмыш ебенә ябышып барам.
Үҙемдең көҙҙө.
2.Предметтың форма оҡшашлығына нигеҙләнгән метафоралар:
Һимертелгән башмаҡ һымаҡ.
Тәүгә бала биләгән тәжрибәһеҙ ҡатын һымаҡ.
3. Предметтарҙың урынлашыу оҡшашлығына нигеҙләнгән метафоралар:
юҡ
4.Предметтарҙың,күренештәрҙең төҫө оҡшашлығына нигеҙләнгән метафоралар:
Аҡһаҡ йән,
Пеләш аҡыл менән.
5. Предметтарҙың физик үҙенсәлеген кеше тәбиғәтенең үҙенсәлегенә һәм йәнһеҙ предметтарға күсереү аша метафоралар яһалыу:
Йөн ойоҡтарҙы кейеп.
6. Кешегә хас булған сифаттарҙы тәбиғәт күренештәренә күсереү:
Йомшаҡ, йөнтәҫ эңер
өнһөҙ генә төшөп, ерҙе япты.
Һаумы,һөйкөмһөҙ ҡыш!
Ҡыш та арыны.
Көҙгө ел һепертә,һөйләнә-һөйләнә.
Төн шығырлай аҫтымда.
7.Тәбиғәт күренештәренә хас булған сифаттарҙы кешегә күсереү:
Атларға ине лә
Аяҡтар бәйләнде.
Һөйләргә ине лә,
Телем көрмәлде.
Күңелемдең ватыҡ тәҙрәһенән.
8.Индивидуаль- стилистик метафоралар:
Тормош ағышын күҙәтәм.
9. Поэтик метафлралар:
Тормош ағышын күҙәтәм.
Ҡайҙа һөйөү ялҡыны?
ОМОГРАФТАР.
Миллион ярым пар аяҡ араһында
Минең дә бер пар.
СИНОНИМДАР.
Һеҙгә рәһәт-
ҡулығыҙҙан килә:
ҡысҡырырға, екерергә,
йәнемә төкөрөргә.
Әллә мин кәүҙәне тота алмайым-
баяғы бер шешә һыранан.
Ярты юлда туҡтар инем,
бармаҡ янай
артымдан эйәреп килтән
шайтан –малай.
Әхләҡ вафат!
әхләҡ һәләк!
АНТОНИМДАР.
Ғәжәп!
Һәйбәт заман-
Халыҡ яман.
Выждан артта,
Нәфсе алдан.
Хаҡлыҡ ҡырҙан,
Түрҙә ялған.
Бушлай ҙа
Аҡсаға ла.
Кем ҡаршы?
Барыһы риза!
Ваҡлап һәм күмәкләп.
Теләһәң дә,
Теләмәһәң дә
АМОФОНДАР.
Ә, бәлки? Тағын туҡталам.
Кәрәкмәй!
Ҡәрәк “мәй”!
“Китмә!” тиеүеңде көттөм,
“Кит, мә…”,-тиеп һуҙҙың
Йылдар,юлдар
Таушалтҡан сумазанды.
Ҡатындарҙан иһә-
Йә икеһе лә,
Цә береһе лә.
Камиллыҡ юҡ доньяла…
Ҡылған ғонаһтарым өсөн язамы был.
МОРФОЛОГИК АНАЛИЗ.
Исем
Яңғыҙлыҡ исемдәр:
Испания.
Барыһы ла Алла ҡулында.
Тамыр исемдәр:
Ҡөт мине ,әсәй,мин ҡайтырмын.
Әсәйҙәрҙән усаҡ.
Икмәк еҫе килә,
Яһалма исемдәр:
Һөйәркәләрҙән-арзанлы хушбый,
Яһалмалыҡ еҫе.
Ишектәш,өҫтәлдәш
һәм түшәктәш булыр ҙа.
Ҡушма исемдәр:
Алып бирсе, әсәй, юл ҡапсығын,
әҙерләйек кәрәк-яраҡты.
Ел- ел инде…
Гео-хроно
Феникс- ҡош
Аҙыҡ-түлек
ваҡ-төйәк
ҡатын-ҡыҙ.
СИФАТ
Тамыр
Алыҫтарҙан миңә таныш түгел
Ят бер йондоҙ мине саҡыра.
Мин һағынам алыҫ ерҙәрҙе,
Оло юлдың һоро туҙанын.
Яһалма
Тәүге тапҡыр түгел бит инде.
Яҙғы кистә ҡоштар ҡайтҡанда.
Һөйәркәләрҙән- арзанлы хушбый
Яһалмалыҡ еҫе.
Төнгө ҡунаҡ маҙаһыҙлап килә.
Ҡушма
Мин тап-таҙа,
Тик миңә һан юҡ.
Өҫтәлдә ҡәләм
һәм ап-аҡ ҡағыҙ…
Шартлы сифаттар
Төнгө урамдан
Үтәм һыҙғырып.
Бары күктә тулған ай
Миңә күҙ ҡыҫып ҡарай.
әммә, ул да,
күрше ҡатынылай,
ялтырай.
Бар урамды яңғыратып
Күктән ҡолап төшкән
Бер фәрештә.
Сағыштырыу сифаттары
Атайҙан көслөрәк.
Атайҙыҡынан ҙурыраҡ…
Икенсеһенең- метр туҡһандан бейегерәк.
Бейегерәк тауҙар,
Тәрәнерәк йылғалар,
Сибәрерәк ҡыҙҙар барын
белдем.
Артыҡлыҡ сифаттары
Хәҙер уртаҡ тупраҡ өйөмө-
Хоҡуҡтар тип-тиң.
Мин тап- таҙа.
…өстәлдә ҡәләм
һәм ап-аҡ ҡағыҙ.
Аҙһытыу сифаттары
…барлы -юҡлы мәғәнәһен юйҙы.
ҠЫЛЫМ
Тамыр ҡылымдар:
Алыҫтарҙан миңә таныш түгел
Ят бер йондоҙ мине саҡыра.
…нишләйһең ,бит донъя мине
бер мосафир итеп яратҡан.
Яһалма ҡылымдар:
…мин һағынам алыҫ ерҙәрҙе,…
Күҙҙәр барыр юлды
бер аҙ самалай ҙа…
…күгәрсендәр ғәмһеҙ генә
ниҙер сүпләй.
Ҡушма ҡылымдар:
…ала алмай.
…иҫән ҡалған.
Затлы ҡылым формалары
1 .ҺӨЙКӘЛЕШ
Хәбәр ҡылым:
.…иҫкә төшөрәбеҙ түгелме ни?
Шарт ҡылым
Күп тә кәрәкмәй мин бахырға-
Бары ҡәнәғәт йоҡлап китә алһам.
Бойороҡ
…минең өсөн артыҡ борсолма.
Алып бирсе ,әсәй, юл ҡапсығын,
әҙерләйек кәрәк- яраҡты-…
Көт һин мине,әсәй, мин ҡайтырмын.
Теләк
…йөҙәргә ине …
Тойғоларҙы тышауларға ине.
Шартлы теләк
Эх,йәшлек белһә ине лә бит.
Ҡайтыр инек тә киренән-…
2.ВАҠЫТ
Һәҙерге заман:
Әсәйҙәрҙән усаҡ,
Икмәк еҫе килә.
Киләсәк заман:
Барып етмәйәсәк.
Кемдер атасаҡ таңға…
Үткән заман:
Ҡаҡ тау башына менеп ҡунаҡланы.
Аҫта ятҡан ауылға күҙ һалды.
Ҡайтым :
Инде арыным.
Шулай ҙа,
Тағын бер аҙ барам да…
Төшөм:
…һаҡ ҡына киләм.
Уртаҡлыҡ:
…йәнде ергә ҡуша ҡыҫа-…
Кешеләр кемуҙарҙан
Уның мөлкәтен бүлешә.
Йөкмәтеү:-юҡ
РӘҮЕШ
Әммә мин
Бөгөн һинең китеүеңде тойҙом.
…өнһөҙ генә төшөп,ерҙе япты.
…көн буйы көсләнеп арыған йән,…
Октябрь еле шыңшый- шыңшый…
Быйылғы ҡыш ниңәлер ҡабаланмай,
ҡабат-ҡабат килә.
ДӘРӘЖӘЛӘРЕ:
Сағыштырыу дәрәжәһе:
«Артығыраҡ тырышҡанмын, ахыры…»
…алысыраҡ ебәреп.
Артыҡлыҡ дәрәжәһе:
ТӨРКӨМСӘЛӘРЕ:
Ваҡыт
Күптән киткәнбеҙ үҙебеҙҙән.
…сираттағы сәфәр алдынан.
Мин салҡан ятам.
Оҡшашлыҡ
…ә ҡулдарың, һиҙгән
шикелле,…
Кешесә йәшәмәне.
Барыбер,
кешесә китте.
Саҡ кына уйланып
Тора бирәм әле.
…көйөн нисек тә яйлап.
СИНТАКСИК АНАЛИЗ
Һүҙҙәр-
күҙҙәр һөйләгәнде,
уйлаған уйҙарҙы
йәшерен сараһы-
күңелел битлеге.
Ҡуйыныңда нимә килтерәһең?
2. Һорау алмаштары менән:
Йәндәш йәрҙе ҡайҙан табарға?
Төнгә тиклем ҡайҙа йөрөнөммө?
3.Һорау интонацияһы менән:
Төн ине.
Был өндө
Елме алып килде миңә,
Төнмө әллә,төрөп ҡара йүргәккә?
Яңғыҙ түшәктән ялҡҡан
Тол ҡатынмы?
БОЙОРОҠ ҺӨЙЛӘМ
Алып бирсе ,әсәй,юл ҡапсығын,
әҙерләйек кәрәк яраҡты.
Көт һин мине, әсәй, мин ҡайтырмын,
Ҡалҡан менән йәки ҡалҡанда.
ӨНДӘҮ ҺӨЙЛӘМ
«Беҙҙе-
бында ҡалғандарҙы
ҡалған өсөн,
ҡылған өсөн
ғәфү итегеҙ!»
«Китмә!»
…изм өсөн көрәшкә әҙер бул!
ТАРҠАУ ҺӨЙЛӘМ
Аңрабыҙ ҙа инде үҙебеҙ ҙә,
Ахырызаман сиген үткәнбеҙ ҙә,
Һаман көтәбеҙ заман ахырын.
ЯБАЙ ҺӨЙЛӘМ
Ике составлы:
Юлдар буталған.
Юнәлеш юғалған.
Бер составлы:
1.билдәле эйәле:
Аттан тоҡом юҡ.
Улым ауырып тора.
2.билдәһеҙ эйәле:
Ҡояш юлы буйлап китте.
Инде йәш тә түгелмен.
3.Эйәһеҙ
Көйләргә ине лә,
Һуң инде.
4.Атама
Испания.
ҠУШМА ҺӨЙЛӘМ.
Теҙмә ҡушма һөйләм:
1.теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
Языҡ уй ҙа уйламаны,
хилаф һүҙ ҙә һөйләмәне,
изге эш тә эшләмәне-
ул бары тик әҙәмсә,
һәүетемсә йәшәне.
2.Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм.
Һиңә рәһәт,
йылмайҙың да
киттең артабан.
Эйәртеүле ҡушма һөйләм.
Көт һин мине, әнкәй,мин ҡайтырмын,
ҡалҡан менән йәки ҡалҡанһыҙ.
Эйәрсән һөйләм.
Минең быйыл еләк ауыҙ
итмәгәнемде
кемдер иҫләрме икән?..
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ.
Сказка "Дятел, заяц и медведь"
Стеклянный Человечек
Земля на ладонях. Фантастический рассказ
Два петушка
Швейня