Ата-әсәләргә кәңәштәр
консультация
Ата-әсәләргә кәңәштәр

Хөрмәтле ата-әсәләр! Бында яҙылған кәңәштәр, мәғлүмәттәр һеҙгә ярҙам күрһәтер, тип ышанам.
ХӨРМӘТЛЕ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР!!!
ТУҒАН ТЕЛ – АТАЙ МЕНӘН ӘСӘЙҘЕҢ ҮҘ БАЛАЛАРЫНА МӘҢГЕЛЕК БҮЛӘГЕ УЛ. ОШО БҮЛӘКТӘН КИЛЕР БЫУЫНДАРЫҒЫҘҘЫ БЕРҮК МӘХРҮМ ИТӘ КҮРМӘГЕҘ!!! ӘЙҘӘГЕҘ, ХАЛЫҠ АҠЫЛЫНА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТӘЙЕК. ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ, ТИҘӘР БИТ. ЫСЫНЛАП ТА, ТЕЛ ТУРАҺЫНДАҒЫ МӘҠӘЛ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘРҘӘ, ТАПҠЫР ҺҮҘҘӘРҘӘ АТА-БАБАЛАРЫБЫҘҘЫҢ МЕҢӘР ЙЫЛДАР ДАУАМЫНДА ТУПЛАНҒАН УЙ-ФЕКЕРҘӘРЕ, БАЙ ТОРМОШ ТӘЖРИБӘҺЕ САҒЫЛЫШ ТАПҠАН.
БЫНА УЛАР – ТИҢДӘШҺЕҘ ХАЗИНАҒА ТОРОШЛО ХАЛЫҠ ИЖАДЫНЫҢ АҪЫЛ ӨЛГӨЛӘРЕН ТӘШКИЛ ИТЕҮСЕ МӘҠӘЛДӘР:
ТЕЛЕ БАРҘЫҢ ЮЛЫ БАР.
ТЕЛДӘР БЕЛГӘН – ИЛДӘР БЕЛГӘН.
ТЕЛЛЕ КЕШЕ ТЕЛЕ МЕНӘН ҠОШ ТОТА.
ТЕЛҺЕҘ КЕШЕ – ЯРТЫ КЕШЕ.
ТЕЛЛЕ ҺҮҘЕН ИКЕ ӘЙТЕР.
ТУҒАН ТЕЛЕМ – ҮҘ ТЕЛЕМ, ҠАЙҘА БАРҺАМ – ҮҘ КӨНӨМ.
ТУҒАН ТЕЛЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘН ХАЛЫҠ ҠӘҘЕРЛЕ БУЛЫР.
ҮҘ ТЕЛЕМ – ҮҘ ҠЫЛЫСЫМ, АТАЙҘАН ҠАЛҒАН ҠОРОСОМ, ИЛДӘ - КӨНДӘ ТЫНЫСЫМ.
ТЕЛ – ҠЫЛЫС: ТЕЙЕШҺЕҘ ЕРҘӘ ТЫЙ, ТЕЙЕШЛЕ ЕРҘӘ ҠЫЙ.
ТЕЛ ҠЫЛЫСТАН ҮТКЕР.
ТЕЛ – КҮҢЕЛДЕҢ КӨҘГӨҺӨ.
ТЕЛ МЕНӘН ӘЙТМӘЙ, БАРМАҠ МЕНӘН ТӨРТӨП БУЛМАЙ.
ТЕЛДЕҢ ЗИННӘТЕ – ТУРА ҺҮҘ.
ТЕЛДӘН ТЕЛ УҘА, ҠУЛДАН ҠУЛ УҘА.
ТЕЛДӘН ТЕЛЕҢ УҘҘЫРМА, ҠУЛДАН ҠУЛЫҢ УҘҘЫРМА.
ҺҮҘҘӘН ҺҮҘ УҘА, ТЕЛДӘН ТЕЛ УҘА, ҠУЛДАН ҠУЛ УҘА.
ҺҮҘҘЕҢ ҠАНАТЫ БАР.
ҺҮҘЕ ХАҠТЫҢ ЙӨҘӨ АҠ.
ҺҮҘЕҢ ҮЛГӘНСЕ, ҮҘЕҢ ҮЛ.
ҺҮҘЕН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ҮҘЕНӘ ЗЫЯН КИЛТЕРГӘН.
ҺҮҘЕН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ҺҮҘЕН ҮҘЕНӘ КИЛТЕРГӘН, ЭҘЕН ЭҘЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ЭҘЕН ҮҘЕНӘ КИЛТЕРГӘН.
ӘЙТЕМ – ҺҮҘҘЕҢ БИҘӘГЕ, МӘҠӘЛ – ҺҮҘҘЕҢ ЕЛӘГЕ.
ҠАРТТАР ҺҮҘЕН ҠАР БАҪМАҪ.
ҠАРТТАР ҺҮҘЕН ТОҠҠА ҺАЛ, ЙӘШТӘР ҺҮҘЕН ЯНСЫҠҠА ҺАЛ.
ҠАТЫ КҮҘҘӘН ТАЛ ҺЫНА, ЙОМШАҠ ҺҮҘҘӘН ТАШ ҺЫНА.
ҠЫЛЫС БЕРҘЕ ҮЛТЕРГӘН, ТЕЛ МЕҢДЕ ҮЛТЕРГӘН.
ҠЫҪҠАЛЫҠТА – ОҪТАЛЫҠ.
МЕҢ КЕШЕ МЕНӘН ЭШ ИТ, БЕР КЕШЕ МЕНӘН КӘҢӘШ ИТ.
МЕҢ ИШЕТ, БЕР ҺӨЙЛӘ.
МӘҠӘЛ ӘЙТКӘН – ЮЛ ӨЙРӘТКӘН, ӘЙТЕМ ӘЙТКӘН – КҮҢЕЛ ЙЫУАТҠАН.
МӘҠӘЛЛЕ ҺҮҘ – АҠЫЛЛЫ ҺҮҘ, МӘҠӘЛҺЕҘ ҺҮҘ – ТОҘҺОҘ АШ.
ОЛО ҺҮҘЕН БҮЛДЕРМӘ.
ОЛО ҺҮҘЕН ТЫҢЛАМАҒАН – ОРОЛҒАН ДА БӘРЕЛГӘН.
ОҪТА БАРҘА ҠУЛЫҢ ТЫЙ, СӘСӘН БАРҘА ТЕЛЕҢ ТЫЙ.
БИТ КҮРКЕ – КҮҘ, ТЕЛ КҮРКЕ – ҺҮҘ.
БОРОНҒОЛАР ҺҮҘЕ КИТАПТАН ТЫШ ТҮГЕЛ.
ДОНЪЯЛА ИҢ ӘСЕ НӘМӘ ЛӘ ТЕЛ, ИҢ СӨСӨ НӘМӘ ЛӘ ТЕЛ.
ДОНЪЯНЫ ҺҮҘ БИҘӘР.
ИЛ ТЕЛЕ ИМ БУЛЫР. ИЛЕ БАРҘЫҢ ТЕЛЕ БАР.
ЯРАТАЙЫҠ ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘЕ!!!
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 13.6 КБ | |
| 13.03 КБ | |
| 13.14 КБ | |
| 47 КБ |
Предварительный просмотр:
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ...
- Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
- Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
- Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.
- Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
- Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
- Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
- Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
- Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
- Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
- Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
- Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
- Баланы кәмһетмәгеҙ.
- Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
- Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
- Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
- Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
- Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләргә тәҡдимдәр
1. Баланы көн режимын үтәргә өйрәтегеҙ.
1. Өйҙә уҡыусы мөйөшөн булдырығыҙ.
2. Балала мәктәпкә һәм уҡытыусыларға һөйөү тәрбиәләгеҙ.
3. Баланы тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтегеҙ, һәр уйын ҡағиҙәгә буйһонһон.
4. Бала хеҙмәтте яратып үҫһен. Унда ябай ғына хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгеҙ. Өйҙә уның үҙ вазифаларын билдәләгеҙ (һауыт-һаба йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, кер йыуыу, энә, кайсы менән файҙаланыу,
аш-һыу әҙерләү, өҫтәл әҙерләү, сәскәләр бағыу, бахсала ҡулынан килгән эште башҡарыу, үҙенең урынын йыйыштырыу, магазинға барыу).
5. Баланың организмын сыныҡтырыу хәстәрлеген күрегеҙ (зарядка, теш таҙартыу, саңғыла, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, ҡул тубы уйнау, шашка һәм шахматта уйнау һ.б.)
6. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
7. Баланың логик фекерләүен үҫтерегеҙ, уның өсөн хисаплау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ (тигеҙ, күп, аҙ, бейек, түбән, оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, йоҡараҡ-ҡалыныраҡ, оло-кесе һ.б. Әйберҙең формаларын отоп алыу күнекмәләрен өйрәтегеҙ).
8. Тәбиғәт менән таныштырығыҙ: йыл миҙгелдәренең алмашыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандар, ашарға ярашлы һәм ағыулы бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм ағастар, ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар, тәбиғәт үҙгәреше, һауа торошо.
9. Баланың ижадын үҫтерегеҙ: конструктор, пластилин, балсыҡ менән эшләргә өйрәтегеҙ; тегеү, сигеү, рәсем, ағасты көйҙөреп һырлау һ.б.
10. Баланың телмәрен үҫтерегеҙ: һөйләтегеҙ, әкиәт һөйләүҙең планын төҙөтөгөҙ, әйтем һәм йомаҡтарҙың йөкмәткеһен әйтешегеҙ, уҡырға өйрәтегеҙ, һөйләм төҙөргә ярҙам итегеҙ.

Предварительный просмотр:
Уңыш сере
Барыһы ла “Уңышлы булғым килә” тип хыяллана. Ә уңышлы булыуҙың сере ниҙә? Уның сере-ете хикмәттә.
Тырышлыҡ
Был-бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу-әлеге замандың бәләһе. Шуны онотмағыҙ: уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә, тырышһағыҙ, уға өлгәшә алаһығыҙ.
Маҡсатлы булыу
Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур мотлаҡ түгел, ә үҙенең ҡулынан килерлек, тормошона мәғәнә бирерлек булһын ул. Мәҫәлән мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштыр барлыҡҡа киләсәк.
Тәүәккәллек
Уңышҡа өлгәшеү өсөн тәүәкәллек үтә мөһим. Ҡарар ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға ярамай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк.
Яуаплылыҡ
Кемдер һиңә ниндәйҙер эште ышанып тапшыра икән, уны, һис шикһеҙ, еренә еткереп башҡарыу зарур.
Аралаша белеү
Беҙ даими рәүештә кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кешеләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үсешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәреңде еткерә белеү күпселек осраҡта ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлегеңде лә эшкә екһәң...
Ярҙамсыллыҡ
Яныңда ныҡлы таяныс булыуы – уңыштың башы ул. Туғандарың һәм дуҫтарыңдың ярҙамы, үҙеңдең дә уларға битараф булмауың һәр саҡ кәрәгеп тора. Кемгәлер таяна алаһың икән, аҙымдарың да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсыллығың менән үҙең дә кемгәлер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең.
Итәғәтлелек
Беҙ туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, сөнки һәр беребеҙең эш-хәрәкәттәре, мөнәсәбәте башҡа кешеләрдонъяһы менән бәйләнгән. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылған, дауамы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме, быныһы мөһим түгел, һинең менән аралашҡан кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ, итәғәтле булырға кәрәк. Һәм тағы ла, дуҫтар, уңышлы булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Билдәле бер әҙип әйтмешләй, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға йылмайып ҡарағыҙ.
Уңышлы булыу һәр кемдең үҙенә бәйле: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көндәренә...
Предварительный просмотр:
Өй эштәрен әҙерләүҙе нисек ойошторорға?
Өй эштәрен намыҫ менән, тырышып, еренә еткереп эшләү уҡыусыларҙың мәктәптә дәрес ваҡытында алған белемдәрен нығытырға һәм тәрәнәйтергә ярҙам итә, эшләй белеү күнекмәләрен үҫтерә һәм камиллаштыра. Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй. Системалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәренә билдәләнгән бер ваҡыт булдырыуҙан башлана. Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай. Билдәле булыуынса, өй эштәрен бер үк сәғәттә әҙерләргә ғәҙәтләнгән уҡыусыларҙың организмдары ошо ваҡытта аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә әҙер булып тора. Күп кенә ваҡыт шуны күҙәтергә була, уҡыусы дәрес әҙерләргә ултырғас та, иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була: йә уның ҡәләме булмай, йә линейкаһы янында булмай, йә юйғыс кәрәк. Быға ваҡыт китә, ә иң мөһиме- был уҡыусының иғтибарын сит эштәргә йүнәлтә. Ваҡытты файҙалы ҡулланыуҙың бер юлы-эш урынында тәртип булдырырға кәрәк. Унда иғтибарҙы ситкә йүнәлтә торған бер генә артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Баланың өй эшен эшләү урыны уңайлы булырға тейеш.
Ата-әсәләрҙән йыш ҡына: “Өй эштәрен ниндәй тәртиптә эшләргә һуң: башта телдән үтәп, һуңынан яҙма эштәрҙәнме, еңелдән башларғамы, әллә ауырҙанмы?”- тигән һорауҙарын ишетергә тура килә. Быға универсаль яуап биреп булмай, сөнки яңы материалды ҡабул иткәндә лә, иғтибарлыҡтың тотороҡлоғонда ла, бер эштән икенсе эшкә күскәндә лә балаларҙың һәр береһенең индивидуаль айырмаһы була.
Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2-се кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә. Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.
Баланы тәрбиәләгәндә иң мөһиме ҡысҡырмаҫҡа, баланы нисек бар, шулай яратырға. Шулай итеп…
- Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
- Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
- Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ.
- Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
- Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас, урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
- Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
- Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
- Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
- Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
- Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
- Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
- Баланы кәмһетмәгеҙ.
- Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
- Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
- Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
- Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
- Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығы
Балалары дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыған ата-әсәләр өсөн практик кәңәштәр
- Баланың үҙенсәлекле яҡтары әле үк бар, уларҙы күрә белергә кәрәк.
- Маҡтау һүҙҙәрен йәлләмә. Башҡарыусыны маҡта, башҡарылған эште генә тәнҡитлә.
- Баланың алдына ул атҡара алырлыҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ.
- Рөхсәт итеүҙәр, тыйыуҙарға ҡарағанда балаларҙы яҡшыраҡ өйрәтә.
- Бала үҙен ни өсөн шелтәләгәнде белергә, аңларға тейеш.
- Һәр бала, насар өлгәшәме ул, әллә яҡшы уҡыймы, хәрәкәтсәнме, әллә яймы, спортсымы ул, әллә ялҡаумы - яратыу һәм ихтирамға лайыҡ, ул булыуы менән ҡәҙерле.
- Талапсанлыҡты арттырыу аванс менән маҡтау һүҙҙәренән башланырға тейеш.
- Онотмағыҙ, бала тик етешһеҙлектәрҙән, уңышһыҙлыҡтарҙан ғына тормай.
- Үҙегеҙгә инанырға кәрәк – күп осраҡта тәнҡит, талапсанлыҡ, тыйыуҙар һис кенә лә кәрәкмәй!
Ата-әсәләргә кәңәштәр
- Балаға бәләкәй генә асыштар эшләргә мөмкинлектәр бирегеҙ.
- Эмоциональ ҡәнәғәтлек ни тиклем юғары булған һайын, белем алыуҙа уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге шул тиклем үк юғары.
- Балаларҙың яңылышыуҙарынан ҡурҡмағыҙ. Бала хатаһы – ул табыш.
- Онотмағыҙ, бер хата икенсе фекерҙе тыуҙыра.
- Онотмағыҙ, аҙ яратыу һәм үҙ-үҙен түбән баһалау уҡыу барышындағы уңышһыҙлыҡтарға килтереүе ихтимал.
- Балаға үҙе аңлай, төшөнә алырҙай нәмәләрҙе тылҡымағыҙ.
- Балаларҙы яратығыҙ һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеүҙән тартынмағыҙ.
Уңыш сере
Барыһы ла “Уңышлы булғым килә” тип хыяллана. Ә уңышлы булыуҙың сере ниҙә? Уның сере-ете хикмәттә.
Тырышлыҡ
Был-бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу-әлеге замандың бәләһе. Шуны онотмағыҙ: уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә, тырышһағыҙ, уға өлгәшә алаһығыҙ.
Маҡсатлы булыу
Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур мотлаҡ түгел, ә үҙенең ҡулынан килерлек, тормошона мәғәнә бирерлек булһын ул. Мәҫәлән мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштыр барлыҡҡа киләсәк.
Тәүәккәллек
Уңышҡа өлгәшеү өсөн тәүәкәллек үтә мөһим. Ҡарар ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға ярамай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк.
Яуаплылыҡ
Кемдер һиңә ниндәйҙер эште ышанып тапшыра икән, уны, һис шикһеҙ, еренә еткереп башҡарыу зарур.
Аралаша белеү
Беҙ даими рәүештә кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кешеләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үсешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәреңде еткерә белеү күпселек осраҡта ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлегеңде лә эшкә екһәң...
Ярҙамсыллыҡ
Яныңда ныҡлы таяныс булыуы – уңыштың башы ул. Туғандарың һәм дуҫтарыңдың ярҙамы, үҙеңдең дә уларға битараф булмауың һәр саҡ кәрәгеп тора. Кемгәлер таяна алаһың икән, аҙымдарың да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсыллығың менән үҙең дә кемгәлер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең.
Итәғәтлелек
Беҙ туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, сөнки һәр беребеҙең эш-хәрәкәттәре, мөнәсәбәте башҡа кешеләрдонъяһы менән бәйләнгән. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылған, дауамы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме, быныһы мөһим түгел, һинең менән аралашҡан кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ, итәғәтле булырға кәрәк. Һәм тағы ла, дуҫтар, уңышлы булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Билдәле бер әҙип әйтмешләй, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға йылмайып ҡарағыҙ.
Уңышлы булыу һәр кемдең үҙенә бәйле: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көндәренә...
- Мне нравится (1)

Комментарии
Альмира
Бик матур мәҡәлдәр. Ысын хазина. Рәхмәт!