ОДД окружающий мир
план-конспект занятия по окружающему миру (младшая группа)

Тирә яҡты өйрәнеү .

Тема  «Бөжәктәр»

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл pok.zanyatie.docx22.14 КБ

Предварительный просмотр:

Тирә яҡты өйрәнеү .

Тема  «Бөжәктәр»

Маҡсат:балаларҙы бөжәктәҙең атамалары менән таныштырыу, уларҙың үҙенсәлектәре,һөйләм менән хәрәкәт яралаштырыу оҫтлығын формалаштырыу

Белем биреүсе: төрлө бөжәктәр тураһында күҙалуҙарын формалаштырыу.

Үҫтереүсе:ҡыҙыҡһындырыуҙы үҫтереү, логик фекерләү прцессын камиллаштырыу һәм киңәйтеү.

Тәбиәләүсе:бөжәктәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Тәрбиәсе : Кескәйҙәрем  беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшәйек!Һаулыһығыҙ, ҡунаҡтар!

Тәрбиәсе : Бөгөн тышта һауа торошо иҫкиткес, яҙғы ҡояш йылыһы.Хәҙер мин һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы урынға саҡырам.Килегеҙ минең яныма, ултырығыҙ тубыҡланып (балалар балаҫҡа тубыҡланып ултыралар һәм күҙәрен йомоп көй тыңлайҙар).

Тәрбиәсе : Ултырҙыҡ матур итеп, күҙегеҙҙе йомоғыҙ(балалар күҙ йомған арала тиҙ генә балаҫҡа сәскәләр һалып сығам).

Тәрбиәсе : Ҡарағыҙ, асығыҙ күҙегеҙҙе.Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа барып сыҡҡанбыҙ?Яланда дөрөҫ!Ә яланда нимәләр бар?Нимәләр үҫә был яланда?Дөрөҫ сәскәләр.

Тәрбиәсе : Ә сәскә аҫтында нимәләр йәшеренгән икән?

Беләһегеҙ киләме , улай булғас тыңлағыҙ шиғырымды.Беләрһегеҙ !

Тәрбиәсе : Шиғырҙар бөжәкләр тураһында

                     Сың-сың итә сиңерткә.

                     Әй атыла ут остсғо,

                      Ялт-йолт килә үләндә.

                      Әй атыла сиңерткә.

Тәрбиәсе : Нимә тураһында шиғыр,ниндәй бөжәк тураһында, һүҙ бара?Дөрөҫ сиңерткә!Бына ул сиңерткә.Ҡарағыҙ әле!

Тәрбиәсе : Икенсе шиғырымды тыңлағыҙ әле?

                     Гөл өҫлөндә ҡанған саҡта ,

                     Сәскә кеүек булаһың,

                     Төрлө була күбәләк.

                     Аҡ та була , күктә була.

Тәрбиәсе : Ә был шиғыр нимә тураһында булды? Дөрөҫ кескәйҙәрем афарин!

Тәрбиәсе :Артабан тыңлайбыҙ шиғырымды !

                    Нисек итеп биҙәмәйҙәр,

                    Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр.

                     Безелдәшеп, улар беҙгә.

                     Сәскәнән бал эҙләйҙәр.

Тәрбиәсе : Кем әйтә был ниндей бөжәк һуң ул? Дөрөҫ кескәйҙәрем афарин!

Тәрбиәсе : Тағын бер шиғырым ҡалды тыңлайбыҙмы?

                      Ҡара баш

                       Ҡыҙыл күлдәктә

                       Арҡа буйында

                       Ҡара түңәрәк

                        Шул матур бөжәк

                        Һүрәттә һымаҡ

Тәрбиәсе : Афарин балалр!

Тәрбиәсе : Был шиғырҙар кескәйҙәрем нимәләр тураһында һуң ул? Дөрөҫ бөжәктәр тураһында! Улар нимә менән бер-береһенә оҡшағандар. Дөрөҫ уларҙың бөтәһенең дә башы, кәүҙәһе, аяҡтары бар!(беренсе слайд)

Тәрбиәсе : Ә һеҙ беләһегеҙме улар нисек хәрәкәтитәләр һуң ул? Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ.

Уйын: Кем нисек хәрәкәт итә?

Бал ҡорто .....(оса)

Күбәләк..........(оса)

Ҡамҡа ..........(шыуыша)

Сиңерткә......(һикерә)

Тимәк нимә оса?

Нимә шыуыша?

Нимә һикерә?

Уйын Балды йый!

Тәрбиәсе : Беләһегеҙме балалар, бал ҡорто сәскәнән сәскәгә ҡунып, нимә йыйя һуң ул? Дөрөҫ  һут. Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән хәҙер бөтәбеҙҙә бал ҡотртарына әйләнәбеҙ, безелдәшеп минең артан шулай тип әйтәбеҙ.

Тәрбиәсе : Өйөрөлдөм –өйөрөлөм, бал ҡортона әйләндем!

Тәрбиәсе : Бына хәҙер был һеҙҙең сәскәгеҙ. Һәр берегеҙгә сәскә бар, баҫығыҙ әле шунда.Әгәрҙә музыка йырлай икән, һеҙосаһығыҙ, көй туҡтаһа тиҙ генә сәскәләрегеҙгә ултыраһығыҙ. Аңланығымң? Башланыҡ!(уйнап бөткәс кире балаларға әйләндек)

Тәрбиәсе : Афарин бәләкәстәрем! Ҡарағыҙ әле был сиңерткә һеҙҙең менән уйнап алғыһы килә?

                     Иң баштарҙы күтәрҙек

                     Һикерҙек сиңерткәләй

                     Сың-сың , сың-сың

                      Тубыҡланып ултырҙыҡ

                        Үлән ашап алдыҡ.

                        Тирә яҡты тыңланыҡ

                         Өҫкә-өҫкә бейеккә!

                         Һикерҙек аяҡ осонда.

Тәрбиәсе : Афарин ултырҙыҡ урындарға. Кескәйҙәрем ҡарағыҙ әле күбәләктәр осоп килгән. Уларға ярҙам кәрәк. Был күбәләктәр сәскәһен табай алмай аҙашып бөткәндәр!Ярҙам итәбеҙме уларға? Һәр бер  күбәләктең  үҙенең сәскәһе бар.Ҡарағыҙ әле ихтибарлап. Ҡыҙыл күбәләкте ҡайҙа ултыртырһың Алида һин?Ниндей сәскәгә? (һәр күбәләктең үҙ сәскәһен табып ултыртып сығабыҙ, төҫөнә ҡарап)

Тәрбиәсе : Афарин кескәйҙәрем. Бөтәһен дә сәскәләргә ултыртып сыҡыҡ.

Тәрбиәсе : Ой нимә шыуышып килә сәскәнән? Ҡамҡа! Балалар нимә етмәй был һүрәткә? Дөрөҫ, уларҙы матур итеп буятырға кәрәк? Был ҡамҡа һеҙгә һүрәттәр килтергән! Был һүрәттәрҙе беҙ һеҙҙең менән бүлмәлә буятырбыҙ.

Тәрбиәсе : Әйҙәгеҙ кирегә  ҡайтайыҡ үҙебеҙҙең балалар баҡсаһына!Күҙегеҙҙе йомоғоҙ! Бына беҙ тағыла үҙебеҙҙең яратҡан балалар баҡсаһында!

Тәрбиәсе : Һеҙгә бөгөнгө сәйәхәт оҡшаныма? Беҙ ҡайҙа һеҙҙең менән булдыҡ? Нмәләр эшләнек? Рәхмәт кескәйҙәрем миңә лә бик оҡшаны һеҙҙең менән сәйәхәт итеү! Хушлашайыҡ ҡунаҡтар менән!

Анализ.

Маҡсат:балаларҙы бөжәктәҙең атамалары менән таныштырыу, уларҙың үҙенсәлектәре,һөйләм менән хәрәкәт яралаштырыу оҫтлығын формалаштырыу.

  Белем биреү эшмәкәрлеге иң кескәйҙәр төртөмөндә үтте, ИКТ ҡулландым. Балаларға бөжәктәр менән танышыу бик ҡыҙыҡ булды.Бөжәктәр тураһында шиғырҙар,уйындар балаларға оҡшаны.Уларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.Балалар матур итеп ҡатнаштыла, һорауҙарға яуап бирәй алдылар.

   Үҙемдең алда ҡуйған маҡсатыма иретем тип уйлайым. Балаларға ла ,ҡунаҡтарға ла белем биреү эшмәкәрлеге оҡшаны.

   

Тема  “Икмәк беҙгә ҡайҙан килгән?”

     Маҡсат: грамматик яҡтан дөрөҫ һөйләргә өйрәтеү; тәрбиәсе ярҙамында әкиәттән өҙөк күрһәреү;  “Ш” , “Ж” өндәрен ҡабатлау, һүҙҙәрҙә ҡулланыу; ҡылым һәм сифатты телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуҙы дауам итеү; икмәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

      Һүҙлек эше:  башаҡ, он, тирмән, бәлеш.

      Типик грамматик конструкциялар: Әтәс башаҡ тапҡан.Башаҡты һуҡҡан.Боҙайҙан он эшләгән.Тәмле бәлешбешергән.

       Йыһазландырыу: әтәс  уйынсыҡ, музыка ,бәлеш, башаҡ, он.

Дәрес барышы

Тәрбиәсе Башаҡ әкиәтенән өҙөк һөйләй:

-Йәшәгән, ти, Әтәсбай. Бер көндө башаҡ табып алған. Ул башаҡты һуҡҡан. Башаҡтан боҙай килеп сыҡҡан.Бойҙайҙы тирмәндә әйләндергән. Бойҙай он булған.Әтәсбай тәмле бәлеш бешергән.

-Әтәсбай нимә тапҡан?

-Башаҡ.

-Башаҡты Әтәсбай нимә эшләткән?

-Ул башаҡты һуҡҡан.

-Нисек һуҡҡан?

- Туҡ-туҡ-туҡ .

-Ә һуҡҡандан һуң нимә килеп сыҡҡан?

-Он.

Бармаҡ уйыны : Тирмән.

-Бойҙайҙы тирмәндән нисек үткәргән?

- Ж-ж-ж . (Балалар ҡулдары менән түңәрәк хәрәкәттәр эшләйҙәр.)

-Бойҙайҙан ниндәй он килеп сыҡҡан?

-Ап-аҡ, йомшаҡ, тәмле еҫле һ.б.

-Әтәсбай ондан нимә баҫҡан?

-Ҡамыр баҫҡан.

-Ә ҡамырҙы нисек итеп баҫҡан икән?

(Балалар бергә шиғыр һөйләйҙәр.)

                                                          Әтәсбай ҡамыр баҫа,

                                                          Ҡулдары бик арыған.

                                                          Тәмле-тәмле еҫләр сыға,

                                                           Ни бешерә ҡамырҙан?

(Шиғыр һәйләгән ваҡытта ҡулдары менән ҡамыр баҫыуҙы күрһәтәләр.)

-Ҡулдары менән бәләкәй бәлештәтҙе нисек эшләгән икән?

(Балалар бергә шиғыр һөйләйҙәр, ҡулдары менән бәлеш эшләүҙе күрһәтәләр.)

                                                               Ҡамырҙан түңәрәк эшләп,

                                                               Әтәс бәлеш бешергән.

                                                               Ҡамырҙың эстәренә

                                                               Ниҙәр генә төшөргән.

-Афарин, балалар. Әтәсбай һеҙгә оҡшаймы ?

-Эйе, бик оҡшаны.

-Әтәсбай  ниндәй икән?

-Эшһөйәр.

-Әйҙәгеҙ, схема буйынса Әтәсбай тураһында һөйләйек.

Йәшәгән, ти, Әтәсбай. Ул башаҡ тапҡан.Башаҡтан он эшләгән. Тәмле бәлеш бешергән.

Тема: Беҙҙең бесәй

Маҡсат: балаларҙы йорт хайуаны – бесәй менән таныштырыу. Уның кәүҙә өлөштәрен әйтә белеү.Бесәйгә ҡарата йылы ҡараш, уның йәшәйешенә иғтибарт тәрбиәләү. Нәфис әҙәбиәт аша телмәрҙе байыҡтырыу, аҡыл кимәлен үҫтереү, төҫтәрҙе айырырға өйрәтеүҙе дауам итеү.

 Һүҙлек эше: бесәй, баш, кәүҙә, ҡойроҡ, куҙ, тәпәйе, ялтыр күҙе, мыйыҡ, тырнаҡ.

Йыһазландырыу: уйынсыҡ бесәй, ҡыҙыл таҫма, түшәк, һөт, ит, тәрилкә, кәнфиттәр.

-Балалар, килегеҙ әле бында. Түңәрәккә торайыҡ. Бармаҡ уйынын уйнап алайыҡ.Йоҙроҡто йомдоҡ, икенсе ҡул менән йоҙроҡто һыйпайбыҙ.Бына шулай. Һамаҡлайым:

                                                       Бесәй, бесәй ,

                                                       Бес-с, бес-с, бес- с,

                                                       Баҙға төшкән

                                                       Был, имеш.

                                                       Баҙға төшкән.

                                                       Һөттө эскән,

                                                        Майҙы ашаған,

                                                        Бес-с, бес-с, бес-с.

-Нимә тураһында уйнаныҡ? Нимә мыр-мыр-мыр тип йырлай?

-Бесәй.

-Ул нисек итеп тауыш бирә?

-Мыяу, мыяу, мыяу.

-Ҙур бесәйҙәр нисек мыяулай?(Ҡалын тауыш менән.)

-Ә бесәй балалары нисек?(Мыяу.) Бер нисә тапҡыр әйтеп күрһәтәбеҙ.

-Сынаяҡ аҫтына һөт ҡойғас, нисек итеп саҡырабыҙ?

-Бес-с,бес-с, бес-с.

Шул саҡта ишек яғынан мыяу-у тигән тауыш ишетелә.

Балалар,ҡарағыҙ әле, һеҙҙең саҡырыуҙы ишетеп беҙгә аҡыллы бесәй ҡунаҡҡа килгән.

-Бесәйҙең исеме Мыяубикә. Һыйпап ҡарағыҙ әле.

-Бесәй ниндәй?( Ул йомшаҡ.)

Бесәйҙең нимәләре бар? ( Башы, кәүҙәһе, алғы, артҡы тәпәйҙәре, ҡойроғо.)

-Эйе, был бесәйҙең башы. Башында янып торған ике күҙе, ике ҡолағы,мороно, ауыҙы, үткер теше бар.

-Бесәй нимәһе менән атлай? (Аяҡтары менән.) Бесәйҙең аяҡтары тәпәй тип атала.

Бесәйҙең ике алғы тәпәйе, ике артҡы тәпәйе, тәпәйендә тырнаҡтары бар. Тәпәйҙәре йомшаҡ ҡына, тотоп ҡарағыҙ әле.

                                                           


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УМК "Предшкола нового поколения" Ознакомление с окружающим "Маша и Миша изучают окружающий мир" по теме "Дедушка загадывает загадки" подготовительная группа.

Занятие в подготовительной группе по ознакомлению с окружающим "Дедушка загадывает загадки". УМК "Предшкола нового поколения"....

Конспект занятия по ознакомлению с окружающим в старшей группе «Семья. Моя родословная» Конспект занятия по ознакомлению с окружающим в старшей группе «Семья. Моя родословная»

Программное содержание: Раскрыть понятия "род", "родители", "семья", право детей на воспитание в семье.Вызвать интерес к истории своего рода и желание поделиться с этими знаниями.Воспитыват...

Практическое освоение способов познания окружающего мира детьми старшего дошкольного возраста (Опыт при изучении окружающего мира)

Познавательная деятельность может быть организована по-разному: демонстрационные эксперименты проводит воспитатель; самостоятельные эксперименты проводят дошкольники в совестной деятельности с педагог...

Занятие по окружающему миру для детей средней группы. Тема: «Познание ребенком окружающего мира посредством игры»

Игра – средство познания окружающего мира. Это сложная, внутренне мотивированная, но в то же время легкая и радостная для ребенка деятельность.Игра учит изобретательности, потому что дает возможность ...

Занятие по окружающему миру. «Ребёнок и окружающий мир» в средней группе на тему «Цветы на подоконнике»

Цели. Учить рассматриванию комнатных цветов, посаженных в уголке природе в группе:Закрепить знания названий комнатных растений. Дать об одном растении необходимую информацию.Развивать речь, мышление. ...

Конспект занятия по окружающему миру "Овощи и фрукты-полезные продукты" Конспект занятия по окружающему миру в первой младшей группе «Овощи и фрукты — полезные продукты» Интеграция образовательных областей: «Познание», «Коммуникация», «Физическая культура

Конспект занятия по окружающему миру "Овощи и фрукты-полезные продукты"Конспект занятия по окружающему миру в первой младшей группе «Овощи и фрукты — полезные продукты»Интеграция образовательных облас...