Конспект урока на тему "Дуслыктын кэзерен бел.Кылым."
план-конспект урока (6 класс) на тему
Урок башкирского языка в 6-ом классе на тему "Дорожи дружбу.Повторение глаголов.Авторы учебника М.Г.Усманова,З.М.Габитова.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 30.07 КБ | |
| 2.97 МБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы
Благовар районы муниципаль районы
Таң урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.”Ҡылым” темаһын ҡабатлау”
темаһына VI класта асыҡ дәрес.
Башҡарыусы: башҡорт теле уҡытыусыһы Хәмиҙуллина Земфира Кинйәбай ҡыҙы.
2015 йыл
Тема. Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.“Ҡылым” темаһын ҡабатлау.
Маҡсат: 1) уҡыусыларға ысын дуҫлыҡ тураһында төшөнсә биреү, “Ҡылым” темаһы буйынса белгәндәрен иҫкә төшөрөү.
2). һөйләү телмәрен үҫтереү,һүҙлек байлығын арттырыу;
3) уҡыусылар араһында дуҫлыҡ хисе тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: һүҙлек, дәреслек, экран,ноутбук,презентация,япраҡ формаһында карточкалар.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
Хәйерле көн, һул күршем,
Хәйерле көн, уң күршем,
Хәйерле көн, дуҫтарым!
Хәйерле көн , ҡунаҡтар!
Хәйерле булһын дәресебеҙ,
Хәйерле булһын һәр эшебеҙ!(1-се слайд)
Таныш булайыҡ, мин – Таң урта мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Кинйәбай ҡыҙы булам. Бөгөнгө дәрестә беҙ бергә эшләрбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итербеҙ, тип ышанам.
Әйҙәгеҙ, хәҙер башҡорт теленә күсеп китер өсөн фонетик күнегеү эшләп алайыҡ.Экранға ҡарағыҙ.(2-се слайд)
Һа-һа-һа- Һинең башың ауыртһа,
Һәң-һәң-һәң–мәтрүшкәле сәй эсһәң,
Һә-һә-һә – ауыртҡаны тиҙ бөтһә,
Һе-һе-һе – шатланырҙар бөтәһе,
Һө-һө-һө – дуҫтарыңдың төрлөһө.
II. Дәрес темаһын һәм маҡсатын белдереү.
Был күнегеүҙә һүҙ нимә тураһында бара?Һин һауығыуға кем шатланыр,тип әйтелә?Һеҙ бының менән ризаһығыҙмы?Тимәк,бөгөнгө дәрестә беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Бөгөнгө дәрестең темаһы: (3-сө слайд)“Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел”.
“Ҡылым” темаһын нығытыу.
Эш дәфтәрен асығыҙ, матур итеп бөгөнгө числоны, теманы яҙығыҙ.Китаптарығыҙҙың 80-се битен асығыҙ.
III. Яңы тема өҫтөндә эш.
1)208-се күнегеү.Тексты уҡып,тәржемә итеп,һорауҙарына яуап бирербеҙ.4-се слайд)
а)1-се тапҡыр уҡытыусы уҡый, 2-се тапҡыр хор менән уҡыла.
б)һүҙлек эше, тәржемә итеү,һорауҙарға яуап биреү.
в)- Нимә ул дуҫлыҡ? Что такое дружба?Нисек яуап бирерһегеҙ?
- Аңлатмалы һүҙлектән ҡарайбыҙ.Дуҫлыҡ – ул ике кеше араһында яҡын, йылы,ышаныслы мөнәсәбәт.(108-се бит)
г)- Кемде дуҫ тип атап була?Кого можно назвать другом?(5-се слайд)
-Әсәйҙе,уҡытыусыны, класташтарыңды, хайуандарҙы,уйынсығыңды,китапты дуҫ тип һанап була.Ни өсөн?
д) Дуҫ,дуҫлыҡ һүҙҙәрен нимә берләштерә?Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмдәренә ҡарай? Әйҙәгеҙ, ошо тамырҙан ҡылым яһайыҡ. Дуҫ, дуҫлыҡ, дуҫлаша - был һүҙҙәр нисек атала?(6-сы слайд)
IV. Теманы нығытыу,үҫтереү.
а) Ысын дуҫҡа тағы ла ниндәй ҡылымдар тура килә һәм килмәй икән?(7-се слайд)Башта ниндәйҙәре тура килмәй,алып ташлайыҡ.
Һуғыша,көнләшә,мыҫҡыл итә,маҡтана,ҡамасаулай.
Ысын дуҫ тыңлай,йыуата,кәңәш бирә,һоҡлана,ярҙам итә.-Дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
Ниндәйҙәре тура килмәне,уларын юҡлыҡ формаһында яҙабыҙ.
Һуғышмай,көнләшмәй,мыҫҡыл итмәй,маҡтанмай,ҡамасауламай.
Ял итеп алайыҡ - диалог төҙөү.
- Һинең дуҫың бармы? Әйт әле.
- Эйе,минең дуҫым бар.
- Уның исеме нисек?
- Уның исеме ….
- Ул нисәнсе класта уҡый?
- ... ... класта уҡый?
-Һеҙ дуҫың менән ни эшләргә яратаһығыҙ?
-(киноға,концертҡа барырға,хоккей уйнарға,сәскәләр үҫтерергә, музыка тыңларға, бәйләргә һ.б.
- Һеҙҙең дуҫтарығыҙ булыуға мин бик шатмын.
б) Дуҫлыҡ яҡын кешеләр араһында ғына түгел, төрлө милләт кешеләре араһында ла була. Был- халыҡтар дуҫлығы. Беҙҙең республикала төрлө милләт бик дуҫ йәшәй. Халыҡтар дуҫлығын дәлилләүсе Дуҫлыҡ монументы ла рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра.Бер яҡта-рус, икенсе яҡта башҡорт ҡатын-ҡыҙы ултыра.Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ҙур байрамдар һәм тантаналы саралар үткәрелә. Башҡортостанда 1998 йылда халыҡтар дуҫлығы ордены булдырылған. Ул Рәсәй һәм сит ил вәкилдәренә бирелә. С.Юлаев һәйкәле янында Дуҫлыҡ йорто төҙөлдө. (10,11,12 –се слайдтар)
в)Дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?(13-сө,14-се слайдтар)
2-се яртыһын табығыҙ.Дуҫты тапһаң,...(һаҡлай ҙа бел)
Йөҙ һум аҡсаң булғансы,...(йөҙ дуҫың булһын)
Ҡош ҡанаты менән,...(кеше дуҫлыҡ менән көслө)
Кейемдең яңыһы,...(дуҫтың иҫкеһе яҡшы)
- Ҡайһы мәҡәлдә ҡылым бар.Былар ниндәй һөйкәлештә?
г) 209-сы күнегеү.( хор менән уҡыйбыҙ,һүҙҙәрҙең кәрәклеһен һайлап һөйләмдәр төҙөйбөҙ.)
д)Уҡыусылар 2014 йылда Сочи ҡалаһында ниндәй ҙур ваҡиға булды?
Бына ошо ҡалала Дуҫлыҡ ағасы бар (слайд) . 1934 йылда селекционер –ғалим Федор Зорин бер ваҡыт ҡырағай лимон ултырта. Һәм был бәләкәй ағасҡа төрлө- төрлө илдән килтерелгән, ағас , ҡыуаҡ ботаҡтарын ( мандарин, апельсин, кинкан) прививка ярҙамында ялғап үҫтерә башлай. Сочиға килгән ҡунаҡтар был ағасҡа төрлө ботаҡтарҙы ялғай башлайҙар. Әгәрҙә планетала 192 ил булһа, был ағасҡа 174 илдән килтерелгән ботаҡ ялғанған, һәр бер ҡунаҡ автограф ҡалдырған. Ҡунаҡтар араһында президенттар, космонавтар, олимпиада чемпиондары, ғалимдар, йырсылар, хатта балалар ҙа бар.Дуҫлыҡ ағасын бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар, ул планетала тыныслыҡ, дуҫлыҡ булыуын хәтерләтеп тора.
е) Ошо ағастан мин һеҙгә лә япраҡтар алып килдем.Япраҡтың артына дуҫлыҡ ҡағиҙәләре яҙылған. Һеҙ был ҡағиҙәләрҙе үтәрһегеҙ, тип ышанам.
Ҡағиҙәләрҙән ҡылымдарҙы табығыҙ. Улар ниндәй һөйкәлештә?
V. Дәресте йомғаҡлау. Синквейн төҙөү.
Дуҫ.
Тоғро,ышаныслы.
Ярҙам итә,йыуата,кәңәш бирә.
Дуҫты тапһаң,һаҡлай ҙа бел.
Яҡын кеше.
VI. Баһалау.Өй эше биреү.
210 –сы күнегеү.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Һа-һа-һа- Һинең башың ауыртһа, Һәң-һәң-һәң–мәтрүшкәле сәй эсһәң, Һә-һә-һә – ауыртҡаны тиҙ бөтһә, Һе-һе-һе – шатланырҙар бөтәһе, Һө-һө-һө – дуҫтарыңдың төрлөһө .
«Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел» «Ҡылым»темаһын ҡабатлау
208-се күнегеү Нимә ул дуҫлыҡ? Дуҫлыҡ – ике кешенең яҡын,йылы мөнәсәбәте .
Кемде дуҫ тип атап була?
Дуҫлыҡ дуҫ дуҫлаша
Ысын дуҫ- тыңлай йыуата кәңәш бирә ярҙамлаша көнләшә мыҫҡыл итә маҡтана һуғыша һоҡлана ҡамасаулай
Юҡлыҡ формаһында яҙ! Һуғышмай мыҫҡыл итмәй көнләшмәй маҡтанмай ҡамасауламай
Диалог төҙөү. - Һинең дуҫың бармы? Әйт әле. - Эйе,минең дуҫым бар. - Уның исеме нисек? - Уның исеме …. - Ул нисәнсе класта уҡый? ... ... класта уҡый? -Һеҙ дуҫың менән ни эшләргә яратаһығыҙ? -(киноға,концертҡа барырға,хоккей уйнарға, сәскәләр үҫтерергә, музыка тыңларға, бәйләргә һ.б.
Орден Башҡортостанда1998 йылда барлыҡҡа килгән. Ул Рәсәй һәм сит ил вәкилдәренә бирелә.
Дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Объясни пословицу
һаҡлай ҙа бел. Дуҫты тапһаң, Ҡош ҡанаты менән, йөҙ дуҫың булһын. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, кеше дуҫлыҡ менән көслө Кейемдең яңыһы, дуҫтың иҫкеһе яҡшы.
209-сы күнегеү Минең дуҫым, иптәш, мәңге бергә, бергә йәшәйбеҙ, күрше, дәрес, хата, ике иптәш, икебеҙ, ҡәҙерле, аңларға, ярҙам итергә, бергә-бергә, икәүләп, күсереп яҙырға.
Дуҫ. Дуҫ ниндәй ? һорауына ике сифат. Дуҫ ни эшләй ? һорауына өс ҡылым. Уның турында бер һөйләм йәки мәҡәл. Дуҫ һүҙен икенсе һүҙ менән алмаштыр. Синквейн
Өй эше: 210 –сы күнегеү, ятларға,тәржемә итергә.
Балалар, әйҙәгеҙ дуҫ йәшәйек!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
План - конспект урока в форме презентации в программе Power Point на немецком языке по теме " Немецкая пресса для подростков" и конспект урока в программе Word к УМК И.Л.Бим., Л.В.Садомовой " Шаги 5" для 9 класса.
Презентация конспекта урока на немецком языке в программе Power Point по теме "Немецкая пресса для подростков" и конспект в программе Word показывают некоторые приёмы работы по теме "СМИ" ...

ПЛАН-КОНСПЕКТ УРОКА План-конспект урока в 11 классе «Фотоэффект. Применение фотоэффекта.»
Урок с использованием ЭОР. В изучении нового материала используется информационный модуль "Фотоэффект" для базового уровня старшей школы. В практический модуль входи...
Конспект урока литературы на тему:"Проблема счастья в поэме Н.А.Некрасова"Кому на Руси жить хорошо",конспект урока литературы на тему:"Жизнь и творчество М.Цветаевой"
конспект урока по литературе .Работа в группах...
План-конспект урока № 68 по физической культуре для учащихся 10 класса МБОУ гимназии «Интеллект». Ессентуки Ставропольского края по теме волейбол. Конспект открытого урока по физической культуре для учащихся 7 классов.
Проводил урок: учитель высшей категории Антонов Петр Андреевич.Раздел учебной программы: Спортивные игры.Тема урока: Волейбол, ИКТ...
План-конспект урока № 68 по физической культуре для учащихся 10 класса МБОУ гимназии «Интеллект». Ессентуки Ставропольского края по теме волейбол. Конспект открытого урока по физической культуре для учащихся 7 классов.
Проводил урок: учитель высшей категории Антонов Петр Андреевич.Раздел учебной программы: Спортивные игры.Тема урока: Волейбол, ИКТ...

Конспекты уроков фитбол - гимнастика.Конспекты уроков по флорболу.Статьи: "Влияние физических упражнений на здоровье школьников","Профилактика травматизма на урока ФК".
Материал содержит комплексы упражнений с фитболом....

Конспект урока Вторая война Рима с Карфагеном 5 класс, Конспект урока кубановедения Появление человека современного облика 5 класс, Конспект урока Королевство франков и христианская церковь в VI— VIII вв. 6 класс, Конспект урока Московское княжество и его
В ходе подготовки к урокам использовались современные информационные технологии. Участники проектной деятельности в ходе подготовки к уроку использовали свободное образовательное пространство сети Инт...
