Родной язык и литература
презентация к уроку на тему
Презентации к урокам
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 23.43 КБ | |
| 2.09 МБ | |
| 976 КБ |
Предварительный просмотр:
«Башҡорт теле» дисциплинаһынан асыҡ дәрескә
ПЛАН
Уҡытыусы: Суфиянова А.Ф.
Үткәреүҙең датаһы: «22» апрель 2016й.
Дәрестең темаһы: «Йыл миҙгелдәре. Яҙ».
Дәрестең методик маҡсаты: кереп ултырыусыларға, слайд, шиғъриәт, йыр-моң, әңгәмә аша миҙгелдәр тураһында тулы мәғлүмәт биреү һәм иҫтә ҡалдырыу ҡеүәһен арттырыу, тәбиғәткә һәм гүзәллеккә һоҡланыу хистәре тәрбияләүен күрһәтеү.
Дәрестең маҡсаттары:
белем биреү: йыл миҙгелдәре хаҡында әңгәмә, уҡыусыларҙың белемдәрен системаға һалыу һәм белемдәрен арттырыу, уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу;
белем арттырыу: һүҙ байлығын арттырыу, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу ҡеүәһен, хәтерҙә ҡалдырыу һәләтен үҫтерергә; уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлек байлығын үҫтереү; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү;
тәрбиәүи: тыуған илгә һөйөү, тыуған телгә хөрмәт, ауырлыҡтарҙы еүә белеү, саф күңеллелек һыҙаттары, әҙәплелек сифаттары тәрбиәләү, тыуған тәбиғәтте күрә һәм һаҡларға белеү тәрбиәһе биреү.
Дәрестең төрө: яңы тема
Дәрестең формаһы: әңгәмә дәрес
Ҡорамалдар: таҡта, мультимедия проектор.
Методик яҡтан йыһаҙландырыу:
1. Слайд.
2. Карточкалар.
4.Текст “Яҙ килеүе”
5. Әсбаптар: Ғәбитова З.М., Таһирова С.А. “Башҡорт теле” “Китап”, Өфө, 2009й.
Дәрес барышы:
- Ойоштороу мәле. (3 мин.)
- Һаулашыу. Уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә - яҡты, бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән, йәйғор һыман яҡты йылмауыуҙан башлайыҡ.
- Барлап сығыу.
- Журналға һәм рапортҡа яҙыу.
- Телшымартҡыс.
Кешегә иң ғәзизе – туған әсәһе, иң ҡәҙерлеһе – туған тупрағы, иң татлыһы – тәү эскән һыуы, иң йылыһы – туған өйө, иң йәмлеһе – туған тәбиғәте.
II.Өйгә эште тикшереү.
2.1. Әңгәмә.
- Уҡыусылар, иң тәүҙә дәрес башлау өсөн, дәрестең девизын билдәләйек.( Уҡытыусы таҡтала яҙылған дәрес девизын уҡый, уҡыусылар бергәләп уҡый.)
Йәй - йән күрке. Тотош хазина- ҡыш.
Яҙ - һабантуй. Моңһоу – көҙ генә.
2.2.Шиғыр (уҡытыусы уҡый)
“Миҙгелдәр”
Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар,
Үҙ төҫө бар һәр айҙың.
Зәңгәр сирень, йәшел үлән
Бигерәк йәмләй яҙҙы!
Йәй айҙарын аллы-гөллө
Хуш еҫле сәскә биҙәй.
Ҡыуанып һайраған ҡош та
Шул гүзәллекте һиҙә.
Уңған көҙ урманды буяй
Ҡыҙыл, һары төҫтәргә.
Шунан ҡышҡа ҡала инде
Ергә аҡ төҫ өҫтәргә.
Сиратлап миҙгелдәр ергә
Сағыу биҙәктәр һала.
Шуға йылдың һәр бер айын
Һағынып көтөп алам.
(Т. Дәүләтбирҙина)
2.3. Әңгәмә.
а) - Шиғырҙың төп темаһы?
- Ниндәй миҙгелдәр беләһең?
- Һинең яратҡан миҙгелең?
б)Таҡтанан ай исемдәрен яҙып алыу.
2.4. “Яҙ килә” видеоролиғын ҡарау.
2.5. Әңгәмә.
- Йырҙа нимә тураһында йырлана?
- Яҙҙы яратаһығыҙмы?
- Ниндәй байрамдарҙы көтөп алабыҙ?
- Яҙғы тәбиғәт ниндәй?
III.Яңы тема. «Яҙ килеүе».
Һалҡын ҡышты ҡыуып, йылы яҙ килде. Әле генә март етеүенә ҡарамаҫтан, яҙ тыны ысынлап һиҙелә башланы. Өкөтауға менгән юл, ҡара йылан шикелле бормаланып, үргә табан һуҙыла. Яҙ тыны ҡатыш һалҡынса һауа күкрәкте еңеләйтә, йөрәктә күңелде осондороусы, дәрт ҡуҙғала. Ҡоштар килә. Улар үҙҙәренә оя ҡоралар, эштәре бөткәс, ағасҡа ҡунып, күңеллe йырҙарын йырлайҙар. Ҡоштар араһында дөйөм законға буйһонмағандары ла бар. Ул — шыршы турайы. Бәләкәй генә ҡош ҡыш уртаһында сатлама һыуыҡта оя яһай һәм, йомортҡа һалып, бала сығара. Был ҡошҡа ҡыш көнө аҙыҡ күп. Яҙ еткәс, бөтә хайуандар үҙҙәренең йөндәрен ҡоя. Айыу ҡышҡы йоҡоһонан уяна. Ағастар япраҡ яра, ҡайһы берҙәре сәскәгә бөрөләнә. Колхозсылар сәсеүгә төшәләр. Сәсеү киткәс, башҡорттарҙың яратҡан байрамдары — һабантуй етә.
(С. Агиштан)
3.1. Тексты уҡып, яңы һүҙҙәр менән танышып үтәйек.
3.2. Һүҙлек эше.
3.3. Тексты уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.
3.4.Тексты сылбырлап тасуири уҡыу.
3.5. Тексты дөрөҫ ҡабул итеүҙе тикшереү маҡсатында һорауҙарға яуаптар алыу.
3.6. Яҙғы авитаминоз тураһында мәғлүмәт алыу.
3.7. Мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөү.
- Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра.
- Эшләмәһәң эш көнө, ни ашарһың ҡыш көнө.
- Игенсе ямғыр теләй, юлсы аяҙҙы теләй.
- Эш бөткәс, уйнарға ярай.
3.8. Карточкалар менән эш.
Һөйләмдәрҙе дөрөҫ итеп яҙырға.
Килеп, бына, миҙгеле, етте, яҙ.
Бөттө, ҡарҙар, иреп.
Йылына, көндәр, башланы.
Шыта, ағастарҙың, башланы, бөрөләре.
Таша, бысраҡ, йылғалар, юлдар.
IV. Өйгә эш биреү. “Яҙ килә” темаһына презентация яһау йәки инша яҙыу.
V. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.
VI. Йомғаҡлау. Әңгәмә.
Уҡыусылар дәрестә бик яҡшы эшләнегеҙ, афарин. Һеҙ ҡайҙа булһағыҙ ҙа, сәскәле йәшел бишегебеҙ – еребеҙгә ҡарата ихтирамлы булығыҙ. Үҙегеҙҙе тәбиғәттә ҡунаҡ түгел, хужа итеп тойоғоҙ, уны бысратмағыҙ, ҡәҙерләгеҙ, яратығыҙ.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Ер ҡәҙерле миңә! Унда үҫкән Һәр бер ҡыуаҡ йәнгә һөйкөмлө. Һәр бер сәскә минең йөрәгемә Тамыр йәйеп торған шикелле. Р. Назаров
Көтәләр, көтәләр, Килһәм – ҡасып бөтәләр.
ямғыр
Ҡат – ҡат ҡатлама Аҡылың булһа ташлама.
китап
Тышы йәшел, ҡаты, Эсе ҡыҙыл, татлы.
Йәйен һоро, ҡышын аҡ, Уға шулай яҡшыраҡ .
ҡуян
Берәү һөйләй, Икәү тыңлай, Тағы икәү ҡарап тора.
төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамаларын белдергән һүҙ төркөмө исем тип атала. Ул кем? нимә? һорауҙарына яуап бирә.
Артыҡ һүҙҙе тап. Һут, урман, икмәк, кеше; йылға, балыҡ,ҡыҫала, сиңерткә; шыршы, ҡәләм, тейен, ҡар; ҡояш, имән, бүре, йондоҙ .
Һут, урман, икмәк, кеше ; йылға , балыҡ,ҡыҫала, сиңерткә; шыршы, ҡәләм, тейен , ҡар; ҡояш, имән, бүре , йондоҙ .
бесәй нефтекама тутыйғош йылға малай аҡтырнаҡ яҙыусы юлдаш ил башҡортостан ҡала ирәмәл
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була . Яңғыҙлыҡ исемдәр айырым бер яңғыҙ предметҡа, кешегә, хәл – ваҡиғаға бирелгән атама: Нәфисә, Ирәмәл, Аҡтырнаҡ, Мостай Кәрим урамы, “Ағиҙел” журналы. Уртаҡлыҡ исемдәр предметтың, әйберҙәрҙең, ваҡиғаларҙың, төшөнсәләрҙең уртаҡ исемен, дөйөмләштерелгән атамаһын аңлата: ағас, ялан, баҡса, ғаилә, ауыл .
Тәбиғәт һәм кеше. тәбиғәт кешенең һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға булышлыҡ итә. Шуға бәйле рәүештә беҙ һулаған һауаның һәм эскән һыуыбыҙҙың сафлығы, уларҙы таҙа тотоу айырыуса мөһим булып тора. Планетаның “үпкәләре” булған урмандарҙың да әһәмиәте бик ҙур. Ул ер амосфераһын туҙандан да һәм зарарлы газдарҙан да таҙарта. Күп кешеләр өсөн урман – ял итеү, көс йыйыу урыны. Урмандарҙың таҙалығы – һәр ял итеүсенең намыҫында. шулай уҡ урмандарҙың, йылға, күлдәрҙең халыҡ хужалығында әһәмиәте һанап бөткөһөҙ. Билдәле булыуынса, Египет, Һиндостан, Ҡытый кеүек боронғо дәүләттәр ҙур мул һыулы йылғалар буйында барлыҡҡа килгән, сөнки йылға һыуыннан башҡа игенселектең булыуы мөмкин түгел.
Өйгә эш: “Тыуған яғымдың тәбиғәте” темаһына инша яҙып килергә.
Аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап, исемдәр түбән- д әге төркөмсәләргә бүленә: - Конкрет предмет, йән эйәләрен белдергән исем: өй, урам, ағай, йомран . Төрлө миҙгелде, күренеште,һауа торошон аңлат- ҡ ан исем: йәшен, ямғыр, яҙ, көҙ . Кешеләрнең һөнәрен, хеҙмәтен белдергән исем: н ефтсе, төҙөүсе, уҡытыусы, инженер. - Төрлө сифат, үҙенсәлектәр атамаһын аңлатҡан исем: ғорурлыҡ, изгелек, күркәмлек оялсанлыҡ.
Атыш,Шихан, бесәй, тәҙрә, өҫтәл, Өфө, бүре, көрәш, Әй, һикереү,туп, кеҫәртке. а) конкрет предмет: ... б ) йән – эйәләрен белдергән исемдәр: ... в ) географик атамалар: ... г ) эш – хәрәкәт белдергән исемдәр: ...
а ) конкрет предмет: өҫтәл, туп, тәҙрә; б) йән – эйәләрен белдергән исемдәр: бесәй, бүре, кеҫәртке; в) географик атамалар: Шихан, Өфө, Әй; г) эш – хәрәкәт белдергән исемдәр: көрәш, һикереү, атыш .
Берлек һаны - бер генә предмет, хәл – ваҡиға процестың атамаһын белдерә: урам, күл, бәхет, йондоҙ. Күплек һаны – бер төрлө күп предмет, хәл – ваҡиға, процестарҙың атамаһын белдерә. Исемгә ҡушылып килгән –тар, -тәр, -ҙар, -ҙәр, - дар, - дәр, -лар, -ләр аффикстары ярҙамында белдерелә: урамдар, күлдәр, бәхеттәр, йондоҙҙар.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Русский язык — язык, созданный для поэзии, он необычайно богат и примечателен главным образом тонкостью оттенков. П. Мериме
Ерҙә һәр тел – ғүмер буйы йыйған бөйөк хазинаһы халыҡтың. М.Ямалетдин
Дивишься драгоценности нашего языка: что ни звук, то и подарок: все зернисто, крупно, как сам жемчуг, и, право, иное названье еще драгоценней самой вещи. Н. В. Гоголь
Һәр кем үҙ телендә уҡый-яҙа белергә тейеш. М.Ҡулаев Телдән дә көслө нәмә юҡ. Ғ. Хөсәйенов
Берегите чистоту языка как святыню! Никогда не употребляйте иностранных слов. Русский язык так богат и гибок, что нам нечего брать у тех, кто беднее нас. И. С. Тургенев
Тел – милләтте милләт иткән иң мөһим шарт. Ш.Анаҡ Туған телде белмәй тороп, ят телдә булмай эш ҡырып. Р.Шәғәлиев
Что такое язык? Прежде всего, это не только способ выражать свои мысли, но и творить свои мысли. Язык имеет обратное действие. Человек, превращающий свои мысли, свои идеи, свои чувства в язык… он также как бы пронизывается этим способом выражения. А. Н. Толстой
Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк халҡым да. И.Кинйәбулатова Туған тел – ул ата-әсәнең теле, донъяла тәү ишеткән һүҙҙең, асылған телең, рухи моңоң. Ғ.Хөсәйенов Туғанынан яҙған – ярты йәтим, туған теленән яҙған – мең ятим. Р.Бикбаев
Обращаться с языком кое-как — значит и мыслить кое-как: приблизительно, неточно, неверно. А.Н.Толстой Способность читать хорошие книги вовсе не равнозначна знанию грамоты. А.Герцен Речь должна отвечать законам логики. Аристотель Язык есть исповедь народа, его душа и быт родной. А.П.Вяземский
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Использование современных технологий на уроках родного языка и литературы
file:///media/disk/Доклад Д.docx...

Материалы для участия во Всероссийском конкурсе мастер-класса учителей родного языка и литературы «Туган тел» учителя родного языка и литературы МБОУ «Чувашско-Бурнаевская СОШ» Алькеевского муниципального района Республики Татарстан
Материалы для участия во Всероссийском конкурсе мастер-класса учителей родного языка и литературы «Туган тел» учителя родного языка и литературы МБОУ «Чувашско-Бурнаевская СОШ» Алькеевского...

Презентация к выступлению на районном семинаре учителей чувашского языка и литературы по проблеме "Пути повышения проофессиональной компетентности учителей родного языка и литературы"
Презентация предназначена к выступлению (докладу) "И.Я.Яковлев- первый чувашский просветитель"....

Презентация к выступлению (докладу)на районном семинаре учителей чувашского языка и литературы по проблеме "Пути повышения профессиональной компетентности учителей родного языка и литературы".
Презентация рассказывет о жизни и деятельности чувашского просветителя И.Я.Яковлева...

Материалы на Всероссийский конкурс мастер-класса учителей родного языка и литературы "Туган тел" учителя родного( чувашского) языка и литературы МБОУ "Альшеевская средняя общеобразовательная школа Буинского муниципального района РТ" Зайцевой А.П.
Заявка для участия в заочном туре Всероссийского конкурса Туган тел.Согласие на бработку персональных данных.Сочинение - эссе "Мои методические находки".Портфолио. Материалы по воспитат...

«Нетрадиционные формы уроков при изучении эрзянского языка». Выступление на районном методическом объединении учителей родного языка и литературы.
Доклад на тему "Нетрадиционные формы уроков при изучении эрзянского языка"....

