Шиғырҙар
материал на тему

Кульбердина Зульфия Нуритдиновна

Йорт ҡоштары тураһында шиғырҙар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл shigyrzar.docx16.49 КБ

Предварительный просмотр:

                           Ата ҡаҙ.

Тышта ҡаңғылдап

Йөрөй ата ҡаҙ.

Асыуым килә

Шул ҡаҙға бер аҙ.

Йөрөй маһайып,

Муйынын һуҙып.

Тып – тып баҫыуын

Ҡарауы -  ҡыҙыҡ.

Сыҡтым янына

Ҙур галош кейеп.

Өндәштем: “Көш – көш,

Ата ҡаҙ!” – тиеп.

Ә ул, ыҫылдап,

Миңә ташланды,

Ихата буйлап

Ҡыуа башланы.

Кинәт, һөрлөгөп,

Ҡапландым юлға.

Өҫтөмдән шыуып

Ҡаҙ осто шунда.

Сапты ул бер аҙ

Тыйыла алмай.

Мин кире яҡҡа

Һыпыртам, малай!

Ҡояш йылмая,

Көлә минән яҙ...

 Артта ҡаңғылдап

Ҡалды ата ҡаҙ.

.

                Серҙәш ҡаҙҙар.

Серҙәш ҡаҙҙар, тиерһең,

Ҡаңғылдашалар ҡаҙҙар.

Ата ҡаҙ ҡуйҙы һорап:

- Ҡаҙҡайҙар,  баҙар?

                Бәпкәләр.

Ҡаҙ ояһынан пипелдәп

Сыҡтылар ҙа бәпкәләр,

Һибелделәр ихатаға -

Гүйә һары сәскәләр.

Инә өйрәк шатлығы.

Өйрәк әйтә:

-Баҡ! Баҡ!

Минең бәпкәм

Ап-аҡ!

Ниндәй баҙар булһын, ти,

Ҡаҙҙар көлдө: “Ға-ға–ға!

Бәпкә сығарыу хаҡында

Серләшәбеҙ үҙ – ара

Береһен ҡулға алған инем,

Кинәт ергә һикерҙе.

Тауыш бирҙе “бип-бип-

                        бип” тип                  

Ер юлдашы шикелле.

Үҙе бик тә матур,

Үҙе шундай батыр!

    Фәүзиә Биктимерова.

      Ҡолонсаҡ.

Өйөрҙә бер күк ҡолон,

Ҡойроғо – бөҙрә толом.

Күҙҙәре – янар йондоҙ,

Яналар хатта көндөҙ.

Аҡтүш.

Аҡтүш исемле

Этем бар минең.

Һин уны күрһәң,

Ҡыҙығыр инең.

Үҙе бәләкәс,

Ҡолағы һалбыр.

Ә түше ап – аҡ,

Ҡойроғо ялбыр.

А. Игебаев.

Мороно – ебәк бәрхәт,

Яратыуҙары – рәхәт.

Терпе ялын тараныҡ,

Таҫма тағып ҡараныҡ.

З. Йәнбирҙина.

Аҡ бәрәс.

Аҡ бәрәскә һыу эсерәм,

 Һыйлайым бесән менән.

Ҡышын миңә йылы ойоҡ

Бүләк итерен беләм.

       С. Муллабаев.

Шуҡ әтәс.

Күрҙем- күрҙем шуҡ әтәс,

Ана, кейгән күк кәпәс,

Тик маҡтансыҡ әтәстең

Кәпәсе бик бәләкәс.

       А. Игебаев.

Үгеҙ.

Урал ҡыуа үгеҙҙе,

Үгеҙ үтә үҙ һүҙле.

Үлән утлай ҙа утлай.

Үлән үтә үтемле.

Әтәстәр.

Бер үләнде икәүләшеп.

Эй тарттылар, тарттылар!

Өҙөлөп киткәс үлән-бау,

Тәгәрәшеп яттылар!

Ҡото осоп ҡарап торған

Инәләре себештең:

“Ҡыт-ҡыт, - бәпестәрем,

Ни ерегеҙ ауыртты?”

   Ф. Рәхимғолова.

Уңған тауыҡ.

-Ҡытаҡ-ҡытаҡ!!!

Йомортҡа һалдым байтаҡ!

Инде килеп алығыҙ,

Тик миңә ем һалығыҙ!

Бип-бип.

Бәпкәләр йөрөй:

“Бип, бип,бип, бип, бип...

Бигерәк тәмле

Беҙҙең үлән! – тип,-

Тапама уны,

Кит, кит,кит,кит,кит

Бип,бип,бип,бип,бип...”

Көсөгөм.

Көсөгөм бар кес кенә,

Әле ул бәпес кенә,

Эсерәмен һөт кенә,

Торам иркәләп кенә.

Ҡыт – ҡытаҡ.

“Ҡытаҡ-ҡытаҡ, - ти, -

                 ҡытаҡ, - ти,

Тибенеүе ҡыҙыҡ”,- ти.

Әйтеп ҡуймағыҙ яҙыҡ,

Әлеге ҡош ул – тауыҡ.

Әтәс.

Әтәс ҡысҡыра иртүк,

Кикирикүк тә кикирикүк,

-Киттек, тауыҡ, ҡунаҡҡа

Күрше эте Муйнаҡҡа.

Ҡаҙҙар.

Беҙҙең йылғабыҙ Туҡта

Ҡаҙҙар йөрөй катокта.

Боҙ баҫмалаә һығыла,

Ҡаҙҙар тайып йығыла.

-Ҡыйғаҡ та ҡыйғаҡ! –

                            тиҙәр,

-Боҙ өҫтө тайғаҡ! – тиҙәр,

-Ниндәй шыма боҙ! – тиҙәр,

-Көскә шыуабыҙ! – тиҙәр.

Ҡаҙ.

Килде, килде матур яҙ,

Күк үләндә йөрөй ҡаҙ,

Һап – һарылыр бәпкәһе,

Эй ҡыуана әсәһе.