Республика тикшереү эштәре
тренажёр (10 класс) на тему
Предварительный просмотр:
ВАРИАНТ №2 – родн.
1-се өлөш
Тексты уҡығыҙ һәм 1-3-сө эш төрҙәрен башҡарығыҙ. |
Тыуған ил. (1) Ҡайҙан башлана һуң Тыуған ил! (2) Ниҙән башлана һуң ул Тыуған ил! (3) Бәләкәй саҡта ла, ҙурайғас та, ҡартайғас та кешеләр ошо һорауға яуап эҙләйҙәр. (4) Ә яуап бик тә ябай – Тыуған ил ул һинең үҙеңдән, һинең өйөңдән, атайың менән әсәйеңдән, олатайың менән өләсәйеңдән, күрше йорттарҙа йәшәгән тиҫтерҙәреңдән, үҙең уҡыған мәктәп, ҡаланан йәки райондан, республиканан башлана. (5) Ҡошҡа осор өсөн ҡанат, балыҡҡа йөҙөр өсөн йылға, үләнгә үҫер өсөн тупраҡ нисек кәрәк булһа, кешегә йәшәр өсөн Тыуған ил шулай кәрәк! |
1 |
Текста булған ике мөһим һөйләмде билдәләгеҙ. Ул һөйләмдәрҙең номерҙарын яҙығыҙ.
Яуап:
2 |
4-се һөйләмдә ниндәй һөйләм киҫәге тиң булып килә? Яуапты яҙығыҙ.
Яуап:
_____________________________
3 |
Текстан антонимдарҙы табып яҙығыҙ.
Яуап:
_____________________________
4 |
Кәкре ҡайынға терәтеү фразеологизмына мәғәнәһе яғынан тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ:
- көлөү;
- ҡасыу;
- алдау;
- маҡтаныу.
Яуап:
5 |
Егерме һүҙендә нисә тартынҡы, нисә һуҙынҡы өн бар?
- 3 тартынҡы, 4 һуҙынҡы өн;
- 5 тартынҡы, 2 һуҙынҡы өн;
- 2 тартынҡы, 5 һуҙынҡы өн;
- 4 тартынҡы, 3 һуҙынҡы өн.
Яуап:
6 |
Коньки һүҙе ҡайһы күплек ялғауын ҡабул итер?
- –лар;
- –тар;
- –дар;
- –ҙар.
Яуап:
7 |
Ҡайһы рәттә яһалма һүҙҙәр бирелгән?
- ауыл, юл, таш;
- ауылға, юлдың, ташҡа;
- ауылдаш, юлсы, ташлыҡ;
- ауылдар, юлдаш, ташсы.
Яуап:
8 |
Ҡайһы юлда шарт һөйкәлеше ҡылымы бирелгән?
- өйрәнһен;
- өйрәнһә;
- өйрән;
- өйрәнә.
Яуап:
9 |
Матур бейей һүҙбәйләнешендә матур һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
- исем;
- ҡылым;
- рәүеш;
- сифат.
Яуап:
10 |
Һүҙбәйләнештәрҙең һөйкәлеү бәйләнеше булған юлды билдәләгеҙ:
- аштың тәме;
- өс китап;
- мәктәпкә барҙым;
- юлдағы станциялар.
Яуап:
11 |
Һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.
Тәүге һүҙ һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә?
- тултырыусы;
- аныҡлаусы;
- хәл;
- эйә.
Яуап:
12 |
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:
№ | Һөйләмдәр | Хәреф | Эйәрсән һөйләм төрҙәре |
1. | Кем дә кем туйғансы ҡалас ашарға теләй, шулар минең уң яҡҡа баҫһын! (М.Кәрим) | А | Шарт һөйләм |
2. | Йыйылыш бөткәс, беҙҙең оркестр уйнап ебәрҙе. (Ф.Иҫәнғолов) | Б | Эйә һөйләм |
3. | Эсер һыуҙар ҙа ҡороһа, Донъябыҙҙан ни ҡала? (А.Игебаев) | В | Ваҡыт һөйләм |
Таблицаға тап килгән һөйләмдәрҙең һандарын хәрефтәр аҫтына яҙығыҙ.
Яуап:
А | Б | В |
13 |
Барығыҙ ҙа йыйылышҡа килегеҙ! Әйтелеү маҡсаты буйынса был ниндәй һөйләм?
- хәбәр;
- һорау;
- өндәү;
- бойороу.
Яуап:
14 |
Кем намыҫлы эшләй ( ) шул рәхәт йәшәргә тейеш. (Ф.Иҫәнғолов). Һөйләмдә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйырға кәрәк?
- өтөр;
- һыҙыҡ;
- ике нөктә;
- тыныш билдәһе кәрәкмәй.
Яуап:
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Фонетика,орфоэпия,графика һәм орфография буенча белемнәреңне тикшерү
Бирелгән дидактик материал укучыларның мөстәкыйль эшен оештыру өчен кулланыла....

Фазыл Шәех поэзиясенең тематик төрлелеге. Фәнни-тикшерү эше.
Бу фәнни-тикшерү эше якташыбыз, Алабуга халкының горурлыгы булган Фазыл Шәех иҗатын тирәнтен өйрәнү максатыннан чыгып башкарылды....
8 нче сыйныф татар төркеме укучыларының белемнәрен тикшерү өчен өчен татар әдәбиятыннан биремнәр
Укучыларның белем, үзләштерү дәрәҗәсен ачыклау максаты белән үткәрелә...

5кл Тикшерү эшләре (диктант, изложение)
Рус мәктәпләренең татар группаларында укучылар өчен тикшерү эшләре (диктант, изложение), 5 нче сыйныф....


