С.Юлаев. Тыуған илем. (9-сы класс)
план-конспект урока (9 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Рус мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу.9-сы синыф.
С.М.Ҡаһарманова
ТЕМА. С.ЮЛАЕВ. «ТЫУҒАН ИЛЕМ».
МАҠСАТ. Шиғырҙың йөкмәткеһен,идея тематикаһын үҙләштереү,һүрәтләү
сараларын билдәләү.Иҫтә ҡалдырыу һәләтен үҫтереү маҡсатында
төйөндәр системаһын (В.Штейнберг) ҡулланыу күнекмәләре биреү.
Эйә һәм хәбәр эйәрсән һөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен үҫтереү.
Патриотик тәрбиә биреү,Тыуған илде яратыу хисе тәрбиәләү.
ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫУ. С.Юлаевтың портреты,таблица(төйөндәр системаһы),китаптар күргәҙмәһе,Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр яҙылған плакаттар,аудио яҙма.
ҺҮҘЛЕК ЭШЕ. төйәк, мәңге,яҙмыш, хәбәр, төш,йөрәк.
ДӘРЕС БАРЫШЫ.
(Таҡтала көн һәм тема яҙыла).
Һәр кемдең күңеленә иң яҡын,иң ҡәҙерле ере була.Балалар,һеҙ Тыуған ил тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? Нимә ул,һеҙҙеңсә,Тыуған ил?
Һеҙ өйҙә Тыуған ил тураһында хикәйәләр,шиғырҙар яҙып алып килергә тейеш инегеҙ,хәҙер шуларҙы тыңлап үтәйек.(Өйгә бирелгән эштәрҙе тыңлау).
Инеш һүҙ.
Һәр кем Тыуған иленә булған һөйөүен үҙенсә күрһәтә.Берәүҙәр быны үҙенең эше менән иҫбатлай,ә икенселәр илен данлап йырҙар сығара.С.Юлаев был ике сифатты ла үҙендә туплаған.Ул Тыуған илен ҡорал менән дә,ҡәләме менән дә һаҡлаған.
Бына шундай шиғырҙарының береһе-Тыуған илем.
Балалар,бөгөн беҙ дәрестә С.Юлавтың «Тыуған илем» шиғырын уҡыясаҡбыҙ һәм уның йөкмәткеһен асыҡлаясаҡбыҙ.
Шиғыр өҫтөндә эш.
1.Шиғырҙы аңлау өсөн беҙгә түбәндәге һүҙҙәр кәрәк буласаҡ.
А) һүҙҙәрҙе уҡыу.
Б)-һыҙ, -һеҙ ялғауҙары ҡушып исемдәрҙән сифат яһау:яҙмышһыҙ,төшһөҙ,хәбәрһеҙ,төйәкһеҙ,йөрәкһеҙ.
В) һүҙҙәрҙе һүҙлеккә яҙыу.
2.Шиғырҙы тыңлау(аудиояҙма).Сылбырлы уҡыу.
Был шиғыр һеҙгә таныш,7-се синыфта һеҙ уны өлөшләтә ятлағайнығыҙ.Шуға күрә,беренсе куплетты үҙегеҙ тәржемә итегеҙ
Мин һеҙгә русса тәремәһен уҡыйым,ә һеҙ уның ҡайһы куплетҡа тура килеүен әйтегеҙ һәм уҡып ишетерегеҙ.(3-сө куплет уҡыла).
3.Һорауҙарға яуап биреү.
4.Тасуирлыҡ өҫтөндә эш.
5.Грамматик эш.
6.Перфокарталар менән эшләү.
Йомғаҡлау.
Бөгөн беҙ дәрестә С.Юлаевтың патриотик шиғыры менән таныштыҡ. Һеҙ ҙә,Салауат кеүек үк,Тыуған илегеҙҙе яратыуығыҙҙы ижади эштәрегеҙ аша асыҡ күрһәттегеҙ.Тимәк, илебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарға ҡаласаҡ.
Баһа. Өйгә эш. «Тыуған илем » шиғырын ятларға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Салават Юлаев
презентация...
Салават Юлаев
презентация...
"Салават Юлаев - славный сын башкирского народа". Внеклассное мероприятие.
Ознакомление учащихся с биографией Салавата Юлаева, его творчеством, ознакомление с произведениями разных видов искусств, посвященных жизни и творчеству национального героя-поэта....
Методическая разработка. Открытого урока по дисциплине «Башкирский язык» Тема: «Салават Юлаев – поэт и сәсән»
Предлагаемая методическая разработка урока по дисциплине «Башкир-ский язык» составлена на основе требований государственных образовательных стандартов (или ФГОС) для обучающихся социально-экономически...
Методическая разработка. Открытого урока по дисциплине «Башкирский язык» Тема: «Салават Юлаев – поэт и сэсэн»
Предлагаемая методическая разработка урока по дисциплине «Башкир-ский язык» составлена на основе требований государственных образовательных стандартов (или ФГОС) для обучающихся социально-экономически...

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ".
Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ...
Открытый урок для 9 класса по теме "С.Юлаев - герой народа".
Сценарий открытого урока на тему "С.Юлаев - герой народа"....
