Стихотворение, посвященное великому просветителю М. Акмулле.
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 11.4 КБ |
Яҡтылыҡҡа әйҙәүсе.
Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған шиғырым.
Шиғырым һиңә бағышлана,
Яңғыраһын бөгөн дан булып!
Беҙҙе белемгә саҡырған
Бар шиғырҙарыңа ҡушылып.
Халҡыңа һөйөү, белемлелек –
Бөтәһе лә һиңә бирелгән.
Һис ҡыҙғанмайынса көсөңдө
Көрәшеүең электән килгән.
Дөрөҫлөктө өҫкә сығарған
Шиғырҙарың ныҡ тетрәндерә.
Илен, ерен, телен һөймәгән
Кешеләрҙе бик көйөндөрә.
Гел белемгә ынтылырмын тип,
Һүҙ бирәмен һиңә, Аҡмулла!
Халҡыбыҙҙы ысын күңелдән
Яҡтылыҡҡа әйҙәүсе мулла!

Зимовье зверей

Хитрость Дидоны

Фокус-покус! Раз, два,три!

Рисуем кактусы акварелью

Госпожа Метелица