МИН -УҠЫТЫУСЫ
статья на тему
Предварительный просмотр:
МИН – УҠЫТЫУСЫ
(Эссе)
1 сентябрь 2006 йыл. Мәктәптең тамаша залы. Зал төрлө-төрлө сәскәләр гөлләмәһе менән тулған. Уларҙың матурлығы күҙҙәрҙе ҡамаштыра, һәр сәскәнең үҙенә генә хас булған хуш еҫтәре танауҙы ҡытыҡлай. Шул гөлләмәләрҙе ҡулына тотҡан һәр малай, һәр ҡыҙ үҙе сәскә кеүек балҡый, ҡояштай йылмая, байрамға шатлана...
Мәктәптең тәрбиә буйынса директор урынбаҫары: “Быйылғы йылдан Башҡортостан президенты указы буйынса яңы предмет – башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре булдырыла. Мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яңы уҡытыусы килгән”, - тип иғлан итте һәм микрофон алдына саҡырҙы. Байрамға йыйылған бөтә халыҡ - таныш түгел ауыл, таныш булмаған балалар һәм коллегаларым алдында уҡытыусы һөнәренә тоғро буласағым тураһында ант иттем...
...Тәүге дәрес. Классҡа кереү менән мылтыҡ кеүек баҫҡан малайҙар һәм ҡыҙҙар... Дәрес башланды. Беренсе, икенсе, өсөнсө дәрестәр... Аҡмулла, Зәйнулла ишан, Фәхретдинов кеүек бөйөк остаздар рәтенә тәү баҫҡан көнөм. Быауттар буйына тик ихтирам ғына күрһәтелгән һөнәр эйәһе булыуым...
Дәрестәр артынан дәрестәр, көндәр, айҙар, йылдар... Тәүге көндәрҙәге дәрескә кереп тема аңлаттым сыҡтым тигән уй селпәрәмә килде. Ошо балаларҙың аласаҡ белеме, ниндәй кеше булып, ниндәй һөнәр эйәләре булып китеүҙәре - нәҡ уҡытыусы ҡулында икәнен йылдар һайын нығыраҡ төшөнәм. Бала башы – буш кәрзин кеүек, нимә менән тултыраһың – ул шуның менән тула. Шуның өсөн дә, уҡытыусы булараҡ, ошо кәрзинде тик яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, кешелеклек сифаттары, белем менән генә тултырыу – минең иң мөһим бурысым тип ҡуйҙым. Дәрестәрем аша Тыуған илгә, тыуған ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү – һәр дәресемдең маҡсаты тип атай алам. Ауыҙ-тел ижадының халыҡ педагогикаһы минең таянып эшләгән төп ҡоралым булып тора.
Бер генә уҡыусымдың булһа ла, күптән уҡып сығып,эшләп йөрөһәлә, эргәмә килеп, “Рәхмәт, ағай!” тип әйтеүе генә миндә ҡанттар үҫтереп ебәргән кеүек булды.Тағы ла илһамланыбыраҡ эшләргә дәрт бирҙе. Миндә уның, һәм дә башҡаларҙың да уңыштарына сикһеҙ ҡыуанам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"
Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016
Заявление, рекомендации, информационная карта участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Эссе "Мин - уҡытыусы"
Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.
Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым, хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...


