Р.Дәүләтҡолов шиғриәтенең идея-тематик йөкмәткеһе
статья

Гайнетдинова Лилия Рафиловна

Диплом эше

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon deuletkolov_obnovlennyy.doc225 КБ

Предварительный просмотр:



ЙӨКМӘТКЕ

ИНЕШ        4

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК  Рәмил Дәүләтҡолов шиғриәтенең идея-тематик үҙенсәлектәре        8

ИКЕНСЕ БҮЛЕК  Рәмил Дәүләтҡолов ижады буйынса әҙәби кисә сценарийы        ..31

ЙОМҒАҠ        50

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ        53

        


ИНЕШ

Шиғриәт халыҡ торомошондағы һәр осорҙа мөһим ваҡиғалар, кеше рухындағы үҙгәрештәр менән бергә ҡатмарлы яҙмыш кисерә. Шағирҙың гражданлыҡ вазифаһы, уның көрәшсе рухы һәр үҫеш дәүерендә төп бурыстарҙың береһе ул.

Аҙаҡҡы сирек быуат эсендә башҡорт поэзияһы үҙенең булмышына, традицияларына тоғро ҡалды. Ижтимағи үҫеш юлының ҡаршылыҡлы һәм ауыр булыуына ҡарамаҫтан, һүҙ сәнғәтенең был төрө баҙап ҡалманы, ә халыҡ көткән иң кәрәкле һүҙ тап шиғриәттә булыуы уның публицистик пафосын күтәрҙе.

Үткән замандың ҡаты һабаҡтары ижад кешеһенә талаптарҙы ныҡ күтәрҙе, бурыстарҙың да айырыуса киҫкен ҡуйылыуы гражданлыҡ лирикаһын көсәйтте. “Шағир яҙмышы – халыҡ яҙмышы ул” тигән бөйөк Пушкиндың һүҙҙәре башҡорт шағирҙарының күңел донъяһы, мәңгелек рухи ҡиммәттәре аша үҙ дәүеренең йылъяҙмаһын ғына теркәмәй, ә ҡатмарлы тормошо, ҡабатланмаҫ образдары менән сағылдыра. Башҡорт халыҡ шағиры М.Кәрим үҙенең “Быуат менән хушлашыу” әҫәрендә былай ти:

Изге лә һин, яуыз да һин –

Бына ни затлы.

Үҙең гонаһҡа батҡанһың,

Үҙең сауаплы.

М.Кәримдең “Мөхәббәттең дүрт миҙгеле” йыйынтығы башҡорт шиғриәтендә бер биҙәк булды. Унда тупланған әҫәрҙәрендә донъя, кешеләр, яҙмыш тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар тулып ята.

Башҡорт поэзияһының был осоронда заман һәм замандың образы үтә лә сағыу, үткер, үҙенсәлекле төҫ алды. Хатта улар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы тиерлек сиктәрҙә лә торҙолар. Өлкән быуын шағирҙары үҙ заманы хаҡында тәрәндән уйлап, фекер йөрөтһәләр, урта быуын – көнүҙәк проблемаларҙың тамырҙарын тарихтан эҙләргә керешһәләр, ә йәш быуын әҙиптәр күберәк үткәндәрҙе кире ҡағыу юлына баҫтылар. Әммә шиғри фекер һәр саҡ матур образдар тыуҙырҙы.

Шиғри һүҙ сәнғәтендә быуаттар буйы күпме генә хазина тупланмаһын һәм кеше хаҡында ни тиклем генә аҫыл фекерҙәр әйтелмәһен, һәр яңы талант һәм һәр яңы дәүер шул байлыҡҡа үҙ өлөшөн өҫтәй. Һәр ысын шағирҙың ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре һәм һәр замандың үҙ поэтик йөҙө бар.

Һуңғы йылдарҙа         әҙәбиәткә бер быуын шағирҙар – Р. Ҡолдәүләт, Ә.Үтәбай, Р. Түләк һәм Ғ. Зариповтарҙың көслө тулҡын булып килеп инеүе ҙур ҡыуаныс була. Был шағирҙарҙың ҙур ижад юлына ныҡлы аяҡ баҫып, әҙәбиәткә өр-яңы быуын булып килеүе илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар осорона тура килә. “Көндәлек тормошта сағылыш тапҡан үҙгәреш әҙәбиәттә лә һиҙҙертмәйенсә ҡалмай үҙен. “Авангардистар һәм ортодоксаль традиционалистар рус телендә баҫылып сыҡҡан журналдарҙа, альманахтарҙа, бер үк йыйынтыҡтарҙа әҙәбиәттең ике яҡ офоғонда тороп сығыш яһай башланы”, – тип билдәләп үтә рус тәнҡитселәре. Башҡорт тәнҡитендә былай тип һүҙ йөрөтөү ҡабул ителмәгән. Әммә Рәмил, Рәйес кеүек шағирҙарҙың шул осор өсөн яңы идеялар, үҙенсәлекле стиль менән һуғарылған ижадын һәм эске хаос, психик дисгармония, күңел һыҙланыуы аша тыуған әҫәрҙәрен башҡаларҙыҡынан айырып күрһәтеү зарур.

Рухи, эстетик, идеологик парадигмаларҙың алмашыныуы булып торған осорҙа үткәндәргә һәм иҫкегә яңы күҙлектән ҡарарға өйрәнгән егеттәрҙе фекер, донъяға булған ҡараш, күңел берлеге бер-береһенән айырылғыһыҙ итә. Ошо мөнәсәбәттәрҙең үҙәгендә Ҡол-Дәүләт була” [7; 14-15].

“Ҡоштар кеүек беҙ бер төркөм инек, шағирҙары беҙҙең быуындың. Дауыл ярып осҡан шул төркөмдөң, алдарында һәр саҡ һин булдың”- Рәйестең Рәмилгә бағышланған шиғыры.

Р. Дәүләтҡоловтоң әҫәрҙәре милләтебеҙ күңелендә, әҙәбиәтебеҙ күгендә уны үлемһеҙ итә. Уның шатлыҡ, һоҡланыу тойғолары менән яҙылған шиғыр-ҙарын, шул уҡ ваҡытта һыҙланыу, әрнеү, борсолоу ҡатыш ижад ителгән әҫәр-ҙәрен уҡығанда тыныс ҡына ҡалып булмай. Шағирҙың уй-кисерештәрен шул тиклем яҡын, үҙеңдеке, халҡыңдыҡы, ошо замандыҡы итеп тояһың. Ул ижад иткән шиғырҙар үткәндәр хаҡында ла, хәҙерге заман, киләсәк тураһында ла. Бөгөнгө көндә был әҙиптең ижады бәлки күптәргә, бигерәк тә беҙҙең төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгәндәргә таныш та түгелдер, әммә уның художестволы ижады ҙур иғтибарға лайыҡ.

Теманың актуаллеге. Рәмил Дәүләтҡоловтоң шиғриәте – үҙ заманының өлгөлө поэзия үрнәге. Шағирҙың художество донъяһы һаман да аҙ өйрәнелгән булып ҡала килә. Йәш быуынды замандаш шағирыбыҙҙың рухиәтле әҫәрҙәре аша тәрбиәләү, эстетик матурлыҡҡа төшөндөрөү актуаль булып тора.

Эштең маҡсаты: Рәмил Дәүләтҡолов ижадын комплекслы анализлау, уның башҡорт шиғриәтендә тотҡан урынын билдәләү. Ошо маҡсаттан сығып түбәндәге бурыстар билдәләнде:

  • Рәмил Дәүләтҡоловтоң художество донъяһына байҡау яһау;
  • шағирҙың әҫәрҙәрен тематик төркөмдәргә бүлеп өйрәнеү;
  • шиғриәттең жанр үҙенсәлектәрен билдәләү.

Теманың өйрәнелеү кимәле. Һуңғы йылдар башҡорт шиғриәте ныҡлы ғына өйрәнелгән өлкәләрҙән һанала. Әммә быға тиклем Рәмил Дәүләтҡолов ижады аҙ өйрәнелгән. Шулай ҙа Р. Бикбаевтың “Яралы торна иңрәүе”, Т. Ғәниеваның “Уйсандар, һеҙгә өндәшәм”, Ә. Үтәбай “Офоҡтарға китеп юғалһам”, А.Вахитова “Матурлыҡ Арҡайымын эҙләүсе шағир” исемле хеҙмәттәрендә әҙиптең ижадын күпмелер кимәлдә яҡтыртып үтәләр.

Эштең яңылығы. Һуңғы осор башҡорт шиғриәте бай һәм күп яҡлы. Был осор шиғриәте башҡорт әҙәбиәте ғилемендә ныҡлы ғына тикшерелһә лә, Рәмил Дәүләтҡоловтоң ижадын комплекслы өйрәнгән хеҙмәттәр юҡ тиерлек. Шул йәһәттән хеҙмәт яңы булып тора.

Эштең предметы –  Р. Ҡолдәүләт шиғриәте.

Эштең объекты  итеп  Рәмил  Дәүләтҡоловтоң “Килен”, “Сиҙәмем”, “Һиге-ҙенсе мөғжизә”, “Ҡорама”, “Саңдау”, “Ҡаҙҙар ғүмере”, “Нишләгәнен белмәй донъя”, “Балсыҡ”, “Йылға”, “Нәфисә апайыма”, “Төш”, “Моңһоу күренеш”, “Ағас”, “Быума”, “Бер ҡатынға”, “Урындыҡ”, “Һинең һүрәт”, “Диалог”, “Үҙем хаҡында”, “Еңеү һәм яҙ”, “Яралы торна монологы” һ.б. шиғырҙары алынды.

Практик әһәмиәте. Ғилми эштең һөҙөмтәләре урта белем биреү учреждениеларында, колледждарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, уҡыусыларына ҡулланма була ала.

Хеҙмәттең структураһы. Сығарылыш квалификация эше инештән, ике бүлектән, йомғаҡтан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора. Инештә хәҙерге заман башҡорт поэзияһының тематик яҡтан йөкмәткеле булыуы, тормошто төрлө яҡлап поэтиклаштырыуы тураһында һүҙ йөрөтөлә. Рәмил Дәүләтҡолов шиғриәтенең хәҙерге поэзияла тотҡан урыны күрһәтелә. Шулай уҡ теманың актуаллеге, хеҙмәттең маҡсаты, бурыстары асыҡлана, өйрәнеү кимәле, эштең яңылығы, практик әһәмиәте билдәләнә.

Беренсе бүлектә шағирҙың художество донъяһына байҡау яһала. Тыуған яҡ, ил яҙмышы, ата-әсә, туғандар, мөхәббәт темалары күтәрелгән шиғырҙары төркөмләп ҡарала, идея-тематик үҙенсәлектәре асыҡлана.

Икенсе бүлектә шағирҙың тормош юлы һәм ижадына бағышланған әҙәби кисә сценарийы килтерелә. Рәмил Дәүләтҡоловтоң шиғырҙары уҡыусыларҙа патриотик тойғоларҙы, эстетик матурлыҡты күрә белеүҙе тәрбиәләүсе сығанаҡ булып тороуы күрһәтелә.

Йомғаҡта төп һығымталар яһала.

Апробация. Сығарылыш квалификация эшенең айырым өлөштәре 2009 йылда Борай районы Борай 3-сө һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә юғары синыфтарҙа кластан тыш уҡыу саралары үткәргәндә ҡулланылды.


БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Рәмил Дәүләтҡолов шиғриәтенең идея-тематик үҙенсәлектәре

Рәмил Дәүләтҡолов шиғриәте һуңғы йылдарҙа иң сағыуҙарҙың береһе. Идея-тематик яҡтан да, шиғри эшләнеш йәһәтенән дә үҙенсәлекле. Шағирҙың тормош юлын байҡағанда, унда шул быуынға хас дөйөм һыҙаттарҙы байтаҡ табырға була.

Рәмил Дәүләтҡолов халыҡтың, тыуған ерҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарын, аһ-зарҙарын үҙ йөрәге аша үткәреп, өҙгөләнеп-үртәләнеп йәшәгән һәм ижад иткән әҙип. Уның “Ҡорама”, “Һигеҙенсе мөғжизә”, “Егет һүҙе” китаптарында донъябыҙҙың барлыҡ ептәрен, замандың барлыҡ елдәренән туҡылып нағышланған, наҙға сарсаған күңел аша һарҡып сыҡҡан аҡҡош моңондай шиғырҙары тупланған. Лирик геройҙың күңел, хистәр  донъяһы мең төҫтәр менән балҡыған “затлы келәм” түгел, ә һәр төҫтә йәйғор шикелле балҡытып, уҡыусының ҡараштарын яулап ала. Ысын шағирҙың ижадына ҡағылғанда, шундай тойғо кисерәһең: шатлыҡтары, хәсрәттәре, фажиғәләре, өмөттәре, яҙыҡтары, тәүбәләре менән, хатта мөхәббәте һәм нәфрәттәре менән танышҡандан һуң донъя яңы ғына яралған кеүек күренә. Сөнки шағир донъяны үҙенсә ҡабул ҡыла, үҙенсә бәйән итә.

“Рәмил Дәүләтҡолов шиғриәте лә үҙенсә. Ул бер кемде лә ҡабатламай, уның ижады башҡаларға оҡшамаған. Ә бына бөйөк шағирҙар Блоктан да, Лермонтовтан да, М.Кәримдән, Н.Нәжмиҙән һәм башҡа күренекле әҙиптәрҙән эпиграфтар ала, тик береһен дә уларҙың ҡабатламай.

Шағирҙың тәүге һүҙе күпселектә тыуған төйәген, эскән һыуын маҡтауҙан башлана, беренсе тормош тәьҫораттарын сағылдыра” [4; 144].

 Тыуған ер, тыуған яҡ моңдары - һәр шағир өсөн поэтик бишек, бер илһам сығанағы.

Ләкин Рәмил Дәүләтҡолов, беҙҙеңсә, бер кемде лә ҡабатламай. Шағир үҙе тыуҙырған геройҙары менән уҡыусының күңеленә керә. Уның геройҙары – ысын барлыҡтан, йәғни тормоштоң үҙенән яралған. Нәҡ ошо хәл Рәмил Дәүләтҡолов поэзияһына тормошсанлыҡ, халыҡсанлыҡ рухы алып килә. Ә лирик герой иһә шуларҙың һәммәһен күҙенән һәм күңеленән үткәреүсе. “Шағирҙың тормош юлы – шиғырҙарында” тигән хәҡиҡәт уның ижадында бигерәк тә ярылып ята.

“Тыуған яҡ төшөнсәһе – бер осраҡта ул шағирҙың тыуған төйәге - уның  тыуып үҫкән ауылы, бер осраҡта – мәғрүр Урал, бер осраҡта бөтә Башҡортостан йә Рәсәй булып һынлана.

Шуға ла хәҙерге башҡорт шиғриәте тыуған төйәк, ғәзиз Урал, атайсал һ.б. шундай ҡәҙерле урындарҙы поэтиклаштырғанда уны киңерәк офоҡтар аша күҙәтә һәм әҫәрҙәрҙә “Кескәй Ватан” “Оло Ватанға” үрелә” [4; 151].

Мәҫәлән, бер осраҡта шағир былай ти:

Ҡарашымды уҡтай төбәнем дә

Ҡап уртаға ярҙым офоҡто.

Атылып та сыҡҡан таң нурҙары

Биттәремә килеп һуҡлыҡты.

Ҡояш тыуҙы…

Урал алды менән

Тоташтырып Урал аръяғын.

Таған таштың осо күренгәйне,

Яҡтырып та китте яҡ-яғым.

……..

Иҙел менән Ҡыҙыл араһында

Ята минең бөйөк Ватаным.

Кендек әбейеләй, йөрәкһенеп,

Ҡаршылайым уның һәр таңын…

“Хәҙерге поэзияның офоҡтары, уның донъяны сағылдырыу ҡоласы тураһында уйланғанда һуңғы йылдарҙа күптәрҙең иғтибарын тартҡан “ауыл” һәм “ҡала” шағирҙары  хаҡындағы бәхәстәрҙе ситләтеп үтеү мөмкин түгел” [4; 171-172].

Рәмил Дәүләтҡолов үҙе лә, уның лирик геройы ла тыуған төйәгенә, тыуған еренә йөрәгенең бөтә тамырҙары менән барып тоташҡан. Ҡала кешеһе булып китеүенә инде күпме йылдар уҙыуға ҡарамаҫтан, холҡо-фиғеле, уй-тойғолары, хистәре – ғөмүмән, бөтә асылы менән ул барыбер ауыл йырсыһы булып ҡала.

“Сиҙәмем” тигән шиғыр ошо фекерҙе раҫлай:

Сит ерҙәрҙә ҡайғы-һағыштарҙан

Ҡаңғырғанда яңғыҙ,Сиҙәмем!

Иҫкә төшәң, һулышымды һинең

Ете диңгеҙ аша һиҙәмен.

……..

Берсә ҡара юрған ябынаһың,

Берсә һарыһына төрөнәң.

Ҡара мамыҡ кеүек бүртеп яҙын,

Бураҙналар һуҙылып ятҡанда,

Тупрағыңды алып битте йыуҙым,

Аҡылымдан яҙып шашҡандай.

Көҙөн, һары ямғыр булып шаулап,

Комбайындан иген аҡҡанда,

Мин бейенем ярһып ҡыуаныстан,

Әйтерһең дә, алтын тапҡандай.

Бына хәҙер үҙем сит ерҙәрҙә,

Яҙмыштарҙан юҡ  бит уҙмыштар..

Ә шулай ҙа һин минеке, Сиҙәм,

Мин һинеке, Сиҙәм, тыумыштан!

“Һәр шағирҙың һис кемгә оҡшамаған шәхси яҙмышы, тормошҡа үҙенсәлекле мөнәсәбәте, зауыҡ-ынтылыштар  уның ҡабатланмаҫ шиғри донъяһын тыуҙыра. Бындай шиғри донъяларҙың береһендә ҡаланың туҡтауһыҙ хәрәкәте, ашығыс ритме, тынғыһыҙ шау-шыуы нығыраҡ ишетелергә, икенсеһендә тәбиғәт һулышы, ауыл төнөнөң тынлығы, кешенең ер-һыу менән бер йән булып серләшеүе көслөрәк тойолорға мөмкин. Бигерәк тә фәнни-техник революция дәүерендә тәбиғәт яҙмышына иғтибарҙың көсәйеүе шиғриәтте тыуған ергә нығыраҡ яҡынайтты” [4; 172].

Тыуған ер Рәмил Дәүләтҡолов ижадында мең төрлө төҫ – сифаттарҙа һынлана, ул шағирҙы берсә шатландыра, берсә моңландыра. Тыуған яҡ моңо уға йәшәргә, ижад итергә илһам бирә. Ул – тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға, уның йолаларына, рухи ҡомартҡыларына һоҡланып йәшәгән шағир. Шул уҡ ваҡытта, ул ошо ғәзиз төшөнсәләрҙе юғалтыу ҡурҡынысынан да һыҙланып йәшәй:

Сал далала армыт-армыт тауҙар –

Төйәк кенә ере башҡорттоң.

Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да

Йөрәгемде ниңә ярһыттың?

Ашҡынһам да, аҙаҡ йөрөй алмам,

(Үкенермен үҙем һуңынан)

Форсат тейгән саҡта үтәйемсе

Атайҙарҙың данлы юлынан.

…Уйһыу ғына ерҙең ҡол-таштарын

Уя баҫып елә Аҡбуҙат.

Ярһыу хистәремде тыя алмай,

Дәртләнеп тә китеп йыр һуҙам:

“Ай, тау ғына яҡшы, тау яҡшы,

Тау яғалап үткән юл яҡшы,

Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән

Тыуып ҡына үҫкән ил яҡшы…”

Ошо шиғыр юлдарында атай-олатайҙар йәшәгән тыуған яҡҡа мөхәббәт тойғоһо уға нисек итеп илһам көсө биргәне ярылып ята.

Шағир үҙенең тыуған яғы менән бәйле бөтә нимәне лә һағына: бер ниндәй ҡайғы-хәсрәт белмәйенсә аунап үҫкән тауҙарын, йән серҙәше булған күк далаһын.

Бары тик улар уңарға йәшәргә өмөт, дәрт бирә, аһ-зарҙарын тарата:

Күҙҙәремә тағы салынғайны

Таҡыр башлы ҡала тауҙарым,

Йөрәгемдән сыйпалып уҡ китте

Сит ерҙәрҙә йыйылған аһ-зарым…

Күҙ йәшемдең, беләм тормағанын

Еркәйемдең бөртөк саңына.

Таш ҡалала толҡа таба алмай

Әйләнәм дә ҡайтам яңынан.

……

Хыялдарым яңырғандай була,

Күкрәгеңә ятып ял алһам.

Яҙмышыма яҙған һәр шатлығым

Һинең тупрағыңда ярала.

Ошо өҙөктәрҙән Рәмил Дәүләтҡоловтоң  бөтә булған шатлыҡтары бары тик Тыуған ил менән бәйле икәнен, уның йылылығын тәрәндән тойоп, уның менән бергә тын алып йәшәгәнлеген яҡшы аңлайһың.

Шағирҙың бөтә шиғырҙары ла ошондай хозур кисерештәрҙән, һоҡланыу, һағыныу, ғорурланыу тойғоларынан ғына тормай, әлбиттә.

Тыуған яҡ, тыуған тупраҡ моңдарынан шытып сыҡҡан шиғри ауаҙ һәм биҙәктәр уны киң илебеҙ, бөтә донъябыҙ  хаҡында уйланыуҙарға ялғап алып китә.

Уның бик күп шиғырҙарында борсоулы уйҙар, һыҙланыуҙар урын алған.

Рәмил Дәүләтҡолов ысынбарлыҡ нисек бар, уны шулай күрһәтергә тырыша. Донъяның ауырлыҡтарын, илдең фажиғәле яҙмышын ситләтеп уҙмай, сөнки халыҡ яҙмышы, ил яҙмышы – фәҡәт уның да яҙмышы. Ғәҙелһеҙлек – уның  ҡан дошманы. Ул Тыуған иленең ысын гражданины булып саң һуға, уҡыусыларҙы уйланырға  мәжбүр итә. Ул беҙҙең донъябыҙҙы ғәҙелһеҙлектән, ялғанлыҡтан, сүп-сарҙан арындырып матур итеп күрергә теләй.

1991 йылда Рәмил Дәүләтҡоловтоң “Һигеҙенсе мөғжизә” исемле китабы донъя күрә.

“Ҡайҙа һуң ул “Һигеҙенсе мөғжизә”? Был китабында шағир күп нәмәне инҡар итә, ләкин шәхестең ерҙәге бөйөк вазифаһын, кешенең кешелеклеген раҫлау өсөн кире ҡаға. Һигеҙенсе мөғжизә - халыҡ аҡылы, халыҡ рухы, милләтте милләт иткән һәм итәсәк йәшәү көсө, уның ижад дәрте. Ошоларҙың барыһын моңға әйләндереп, киләсәккә еткереүсе ҡурай – бына ул һигеҙенсе мөғжизә. Китаптың башынан аҙағына тиклем Башҡортостандың, башҡорт милләтенең ғорур һәм ғазаплы һыны төрлө образдарҙа асыла бара. Шиғырҙарҙа Тыуған ергә, халыҡҡа оло ихтирам бар, ләкин бер генә образ – деталдә лә уларҙы идеаллаштырыу, һуҡыр табыныу юҡ. Ә бит бындай идеаллаштырыуҙар күп осрай. Рәмил Дәүләтҡолов ҡыйын булһа ла, ысынын әйтеп һөйләшә, күнегелгән ҡалыптарҙы вата.

Был китапты асып ебәргән “Килен” тигән шиғырҙың тәүге юлдарына иғтибар итәйек:

Башҡортостаным, илем,

Яҙалмай бер ҙә билен.

Гүйә мыжыҡ ҡәйнәһенә

Хеҙмәт итеүсе килен.

Ошо тәүге строфала уҡ  китаптың барлыҡ аһәңе, уй-кисерештәренең төп яңғырашы ишетелгән һымаҡ” [6; 463].

“Унда образ да, фекер ҙә, драматизм да бар. Йәнә шуныһы һәйбәт: традицион, башҡорттоң ҡанына һеңгән, йәшәү йолаһы һәм ғәҙәттәренең береһе образ дәрәжәһенәсә үҫтерелеп, илдең бөгөнгө хәлен художестволы һүрәтләү халыҡтың һыҙланған күңелен йәп-йәтеш туҙғытып ебәрә, илдең митинг идеологияһына ауаздаш булып яңғырай” [13; 178].

“Һигеҙенсе мөғжизә” тигән исеме менән үк был китап ниндәйҙер серле донъяға саҡырған һымаҡ булһа ла, унда уҡыусы бөгөнгө ҡатмарлы тормош менән, ошо буталсыҡ заманда күңеле өҙгәләнгән шәхестең борсолоуҙары менән осраша” [6; 466].

“Ниндәй ер был ғазаптары бөтмәҫ,

Ниндәй ил был мәңге мандымаҫ?

Күҙҙәремә Рәсәй ере баға,

Ҡыш йонсоған арыҡ мал һымаҡ –

ти ул үҙенең бер билдәле шиғырында. Ә икенсе бер шиғырында, тормош шулай булыр ул, тигән һымағыраҡ, барыһына риза булып, йәшәй бирә:

Үҙ илем бит, үҙ ерем бит,

Ҡалай ғына булһа ла”…-

тиеп, дошманға сер бирмәй,

Шып-шым йәшәргә ҡала.

Ҡайһылай хаҡ әйткән Ҡол-Дәүләт.

“Беҙ һаман да уның “Килен” шиғырында әйткәнсә, ошо илебеҙ менән “ҡәйнә-килен” мөнәсәбәтендә йәшәйбеҙ. Бөйөк үҙгәрештәрҙең тәүге йылдарында ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булғандай тойолдо ла, тормош йылғабыҙ үҙ үрҙәренә кире ҡайтты кеүек” [25; 56].

“Эстәремә, зинһар, эскәрәк ин,

Еңел-елпе генә ҡарама.

Минең күңелем төрлө тойғоларҙан

Ҡоршалған бер төҫлө ҡорама, -

тип башлана Рәмил Ҡолдәүләттең “Ҡорама” тигән шиғыры. Шағирҙың тиҫтерҙәре, ҡәләмдәштәре Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла һәм Әхмәр Үтәбай менән берлектә         сығарған “Егет һүҙе” (Өфө: Китап, 1997) тигән ятаҡ-тупланмаға ингән китабының да исеме “Ҡорама” тип атала. Тәү ҡарамаҡҡа Рәмил Дәүләтҡоловтоң был шиғыры һөйөү тойғоһона бағышланған әҫәр булараҡ ҡабул ителә. Ысынлап та, “Ҡорама” – мөхәббәт шиғыры. Әммә уны ҡайтанан – ҡайта уҡыған һайын, шиғыр яңынан-яңы йөкмәтке, фекерҙәр йүнәлеше менән асыла барғанын да тояһың:

Теткеләй ҙә тормош, тағы ҡоршай –

Ямау һала ямау өҫтөнә.

Ялтырап та торһам мин тышымдан,

Ҡалтырап та тора эскенәм, –

тигән юлдарҙы уҡығанда лирик геройҙы һөйгәне “алдында йәйелергә генә торған ҡорама” итеп күреү өҫтөнә “ямау һалынған, тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап” торған итеп тә таныйбыҙ. Бында ҡорама образы аша автор хәҙерге көнөбөҙҙө күҙ алдына баҫтыра. Был йәһәттән “Ҡорама”ның хәҙерге заманға бәйле кинәйәһе бик тәрән. Айырым кешеләрҙе генә түгел, тотош халыҡтарҙы “ҡорама”ға әйләндерергә тырышыусы ил сәйәсәтенә ҡарата бик тәрән ризаһыҙлыҡ ята төҫлө ошо шиғырҙа. Ҡорама – “төрлө тойғоларҙан ҡоршалған шағир күңеле” генә түгел, кешеләрҙе “аҡтар”ға, “ҡаралар”ға, байҙарға-ярлыларға, социаль ҡатламдарға яһалма рәүештә бүлеүсе илдең емерткес сәйәсәте лә. “Булды – берәү аунап иркәләнде, һөртөп китте аҙаҡ аяғын…” – ти автор шул уҡ “Ҡорама”ны күҙ алдына килтереп.

“Ҡорама” шиғырындағылай ишара һәм кинәйә Ҡолдәүләттең икенсе бер шиғырында ла ярылып ята. Уҡығанда тыныс ҡалып булмаған “Саңдау” шиғыры кешелектең мәңгелеккә дәғүә итеүсе ҡиммәттәре һандығынан урын алыуҙы даулар ҡеүәткә эйә.

Быны аңлар өсөн шиғырҙы тулы килеш килтереү фараздыр: Ҡасан ғына бынау тау итәге / Оҡшаш ине матур балаҫҡа. / Сәскәләрҙән – сәскәләргә ҡунып,    / Ҡанаттарын һуғып ҡанатҡа, / Күбәләктәр бында бейенеләр, / Сиңерткәләр һуҙҙы үҙ йырын, / Йомарт йәйҙең йылы ҡосағында / Шаулап, ҡайнап торҙо был урын…/ …Хәҙер килеп (ни күрәм мин?!), гүйә, / Шул балаҫҡа тамған ҡара тап.      / Ҡап-ҡаҡ булып ҡалған тау битенең / Туҙандарын елдәр тарата…/ Өйөрөлөп бейей саң ҡойоно, / Әйтерһең дә, бара ен туйы. /…Шау балаҫлы тау балаҫын тапап, / Көтөү ятҡан бында йәй буйы. /…Хәлдәремде белгең килһә, иркәм, / Бер әйләнеп ҡара ҡаҡ тауға. / Шау тойғоло күңелемде тапап, / Әйләндереп киттең саңдауға.

“Ҡорама” кеүек үк “Саңдау”ҙы ла мөхәббәт шиғыры тип атарға булыр ине. Бер яҡтан уйлағанда, һөйгәненең  бәғерһеҙлеге арҡаһында күңеле тапандыға, саңдауға әүерелеп ҡалғанға һыҡтау тип кенә лә аңларға булыр ине был шиғырҙы. Әммә “Саңдау”ҙа тәбиғәт һәм рух экологияһына, глобалләшеүгә ҡаршы һалынған йән оранын да ишетергә мөмкин.

“Саңдау” күҙгә ташланған өс тамамланған эске образды ҡойоп ҡуя. Беренсеһе – шул уҡ Башҡортостан, ил-төйәк, халыҡтың үҙ  еренә хужа бул-ғандағы элегик мөхите һәм уның  көтөү-көтөү булып килеп инеүсе күскенселәр һәм колонизаторҙарҙың аяуһыҙ талауы, ҡырыу-ҡыйратыу һөҙөмтәһенән саңдауға әйләнеүе; икенсеһе – тойғолар гармонияһы тыуҙырған элегия, ғашиҡтарҙың ал-һыу күҙлеге генә тойомлар хозурлыҡ һәм хыянат көйҙөргән күңел битләстәре; өсөнсөһө – бер ҡатлы булған булып автор оҫталығы тәҡдим иткән матди бер күренеш: конкрет сәскәле тау һәм уның яп-ябай фажиғәһе” [13; 179].

“Шағир был әҫәрендә “матур балаҫ” образы аша бер үк ваҡытта саф һәм эскерһеҙ күңелде, сәхрә хозурлығын, тәбиғәт ҡиммәтлеген, милләттең самими йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡоролған ырыҫлы көнитмешен дә һүрәтләй, һәр хәлдә, ошоға ишара яһай. Халыҡсанлыҡтағы образлылыҡтың иң юғары бейеклегенә күтәрелә, иң сағыу өлгөләрен тыуҙырырға өлгәшә Ҡолдәүләт ошо шиғырҙарында” [26; 3].

 “Саңдау”ҙың эске мөмкинлектәре бихисап. “Саңдау” заманалар һынауын үтеп, ҡапма-ҡаршылыҡтар, күтәрелеш-бәрелештәр һәм ғауғалы ығы-зығы ҡатыш романтикаға әйләнгән ХХ быуат аҙағы ваҡиғалары йоғонтоһонда тыуған һәм беҙҙең бөгөнгө замандаштар “ур-ра” ҡабул иткән ҡайһы бер шиғыр-поэмаларҙан да оҙағыраҡ йәшәйәсәк” [13; 179].

Бындай һыҙат Ҡолдәүләттең күпселек шиғырҙарына хас сифат.

Ҡол-Дәүләт “Мәмерйә” шиғырында беҙ йәшәгән тормошто мәмерйә образы менән сағыштыра: Бында һалҡын һәм ҡараңғы / (Нәҡ Рәсәйҙәге һымаҡ),  / Шомло бушлыҡ эсенән / Кемдер күҙәтә һынап. / Һәр аҙымды үлсәп кенә / Баҫма-һаң бында әгәр, / Башҡа яуған таштар кеүек, / Яуырға тора ҡәһәр…/ Шик-шөб-һәле был бушлыҡта / Кем һуң ҡалырға теләр? / Ҡалһа ҡалыр бында бары / Ҡуш йөрәкле йә йүләр!

“Ысынлап та, үҙе тойған бушлыҡта, шиғырындағы мәмерйәлә ҡалырға теләмәнеме икән ни шағир? Унда ҡалыуҙы “йүләрлеккә” һананымы? Әллә инде халҡыбыҙ әлмисаҡтан алып хыялланып та, быуаттар буйы көрәшеп тә, яулаған тулы азатлыҡтың һағым ғына икәнен тойҙомо? Ошо урында Ҡол-Дәүләт ижадының төп асылын билдәләгән йөкмәткегә, йүнәлешкә тап булабыҙ ҙа инде. Ул да булһа – кешенең, милләттең асылын ҡыйратыуға йүнәлтелгән ижтимағи ҡоролоштоң, сәйәсәттең емерткес ғәмәлен, эшен фашлау” [25; 56].

“Һыулүҙән” (“Һыулүҙәнкәй буйы, тумар-тумар, тумарҙарын быйыл кем тунар. Атайымдан ҡалған сабынлыҡты тапап ҡына бөткән мал-тыуар”),  “Остоҡ” (“Өҫкә-аҫҡа, өҫкә-аҫҡа; эй оса ғына остоҡ!  Шул остоҡтоң ыңғайына китмәһен тиеп осоп, сығып килгән йөрәгемде усымда торам ҡыҫып”), “Ҡаҙҙар ғүмере”, “Нишләгәнен белмәй донъя” һәм башҡа ошолар кеүек шиғырҙарҙы ассоциатив күп мәғәнәлеккә эйә булған, юғары художестволы әҫәрҙәр тип атауға лайыҡ” [13; 179].

Рәмил Дәүләтҡоловтоң шиғырҙары һәр береһе – иҫтә ҡалырлыҡ, һәр береһе үткер, үҙенсәлекле фекерле.

“Балсыҡ” тигән шиғырында шағир бына нимәләр әйтә:Беҙ бит балсыҡ, /Үҙе йомшаҡ, / үҙе бушаҡ, / үҙе асыҡ…/ Беҙ бит балсыҡ. / Кемдер ямай / үҙ ярығын /беҙҙе баҫып / Беҙ бит балсыҡ, / Булһын ғына / берәй ҡалып, / унда һалып, / Яһап була беҙҙән балыҡ / һәм дә халыҡ / йәки һарыҡ…

Кеше күңелен нисек кәрәк, шулай борғалауға ҡоролған беҙҙең ысын барлығыбыҙ. Был шиғыр шуны раҫлай.

Алдашыуҙарҙы, нахаҡ ҡылыҡтарҙы күреп йөрәге әрнегән кеше ошолай тип ялбара:

Төн,

зинһар китмә минән,

Көндө күргем килмәй…

Сөнки көндөҙ

шундай ҡара эштәр башҡарыла

Һинең ҡаралығың

ул төн янында аҡтан-аҡ.

Донъяны баҫып алған ялғанлыҡ борсой шағирҙы:Күңелдәргә / шомдар һалған / Бик күп әле беҙҙә ялған! / Һөйләшеүҙәр / – беззең ялған, / Йылмайыуҙар   / – беҙҙең ялған, / Оялғанлыҡ! ./ Йомартлыҡ та /– беҙҙә янған, / Ихласлыҡ та / – беҙҙә янған / Күңелдәрҙә / бары ялған, / ҡара уйҙар тороп ҡалған.

Ошо шиғырында ул донъялағы бөтә кешелекте ялғанлыҡҡа ғәмһеҙ ҡал-маҫҡа, саф, изге күңелле булырға әйҙәй.

Ә бына “Йылға” – тигән шиғыры ике генә строфанан торһа ла, киң мәғәнәгә эйә, ул – шәхестең иҙелеүен, рәнйетелеүен күңелдәргә уйып һала:

Мин – йылға.

Ташла әйҙә, ни эләгә ҡулыңа,

Барыһы ла миңә бата.

Әйтерһең дә, шағир Башҡортостандың фажиғәләр кисереүен, Ағиҙелдәр, Ҡариҙелдәр һайығыуын, ағыуланыуын алдан күреп торған.

“Яралы торна монолог”ындағы “яҙҙан – көҙгә, көҙҙән – яҙға, түҙәйексе, йәнем, аҙға” – тигән юлдарҙа ла ҙур мәғәнә ята. Бында кеше кисерештәре менән торна һүҙҙәре, ике һыҙланыу бергә ҡушыла: тәбиғәт һәм кеше. Улар икеһе лә яралы, уртаҡ яҙмыш, уртаҡ әрнеүҙәр.

“Ил алдында хөкөм итерлек гонаһтары булмаһа ла, донъялағы ғәҙелһеҙлектәр өсөн шағир үҙен дә ғәйепле тоя, үҙ-үҙенә ҡарата ошондай ҡаты хөкөм сығара:

Аҡланырлыҡ, илем, һүҙем дә юҡ,

Көсөм дә юҡ тура ҡарарлыҡ.

Кисә хата тиеп уйлағаным

Енәйәткә бөгөн торорлоҡ.

Намыҫы бар кешегә үҙ-үҙен яҙаларлыҡ сәбәптәр бөгөн тормошта етерлек” [6; 494].

Ҡол-Дәүләт үҙенең тәбиғи булмышы менән дә “Яралы торна” хәлендә.

Был донъяға һис яраҡһыҙ итеп

Тыуҙырҙың да мине, заманым,

Үҙ сабыйын ташлағандай әсә,

Тормош упҡынына ташланың, –

ти шағир, үҙ яҙмышының аяуһыҙлығына әсенеп. Шағирҙың бындай һыҙла-ныуҙарға ҡоролған әҫәрҙәре күп кенә. Әммә уларҙа шағир заман һалған яра-ларынан ғына һыҙланыуын белдерә, ошо һыҙланыуҙарының туғандарының, халҡының һыҙланыуҙары менән уртаҡ икәненә ишаралай, әммә зарланмай” [25; 56].

“Был китаптағы күп кенә шиғырҙар – яралы торна иңрәүе. Күңеле йәрәхәтһеҙ, рухы тыныс кешеләр бөгөн һирәк. Ләкин был моң кешеләрҙе йырлап-сыңрап осор бейеклектәргә әйҙәй, оло маҡсаттар хаҡына сыҙамлыҡҡа, фиҙәҡәрлеккә, берҙәмлеккә саҡыра. Күпте юғалтҡанда ла, шағир өмөт менән ышанысын, мөхәббәтен юғалтмай. Сөнки ерҙә һигеҙенсе мөғжизә бар, устан усҡа күскән бойҙай бөртөгө бар, далалағы таш маяҡтар бар, хазинаға оҡшаш күңелдәр бар, баҫҡаҡтарҙың – бөткән, башҡорттоң яңы быуындары башланған ер бар. Юҡҡамы ни шағир: “Башҡынама таш яуһа ла, был ерҙәрҙе ташламам!” – ти. Юҡҡамы ни “Ниндәй ер был ғазаптары бөтмәҫ, ниндәй ил был мәңге мандымаҫ?” тигән һорауға “Сәсрәп китеп ауырып ятҡанда ла, дошманынан билен алдырмаҫ” тигән һүҙҙәр өҫтәлә” [6; 468].

Бына ошондай тәрән фекерле, халыҡсанлыҡ менән һуғарылған шиғырҙар ижад иткән ул үҙенең Тыуған иленә, туған халҡына бағышлап. Уларҙың һәр береһе аҡыллы, кинәйәле, фәлсәфәле әҫәрҙәр. Уларҙа Тыуған ил, Тыуған тупраҡ менән ғорурланыу, һоҡланыу ҙа, шул уҡ ваҡытта был изге төшөнсә өсөн борсолоу, һыҙлануҙар, киләсәге өсөн ҡайғырыуҙар ҙа бар. Уның ошо ижад иткән шиғырҙары бөгөнгө көндә лә актуаль булып тора. Рәмил Дәүләтҡоловтоң тормоштан бер аҙым алдараҡ барыуы, күп нәмәләрҙе алдан күрә белеүе беҙҙе хайран итә.

Моң тигәнең беҙҙә хаттин ашҡан,

Тауыш ҡына, бына, самалы,

…Ҡышҡы урамдарҙа илай торғас,        

Ҡарлыҡтыҡ беҙ, тамаҡ ҡалманы, -

тип яҙа шағир “Нәфисә апайыма” тигән шиғырында. Нимәһен йәшереп торорға: урыҫ туғаныбыҙ менән дуҫлыҡ халҡыбыҙҙы урыҫса һөйләшергә, мәйетте уның йолалары буйынса йыназаларға, туй-байрамдарҙы уға оҡшатып уҙҙырырға өйрәтеү менән бергә, милләттең үҙәгенә үткән алама ғәҙәткә – эскеселеккә лә өйрәтте. Ниндәйерәк аҫыл ирҙәрҙең башына етмәне лә, ниндәйерәк фажиғәләр һемертмәне ул “оло ағай” күрһәтеп биргән шөғөл. Әле революция йылдарында ғына ла бит эскене бар тип тә белмәгән башҡорт. Зәки Вәлиди  “Хәтирәләр” китабында былай тип яҙа: “Хөкүмәтебеҙ урынлашҡан йорт Стәрлетамаҡ байыныҡы булып, мөгәрәбәһе һәр төрлө шарап менән тултырылғайны, әммә беҙ уны нәмәгә лә иҫәпләмәнек, уның ҡарауы, Мәскәүҙән килгән коммунист вәҡилдәр кинәнде”. “Төш”, “Әкиәтең түгел, әкәмәтең”, “Дебильныйҙар таҡмағы”, “Моңһоу күренеш” шиғырҙары, “Быума” поэмаһындағы мотивтар бер Ҡол-Дәүләт һыҙланыуҙары йә лирик герой күңелендәге драматизм булыуҙан киң: бында әлеге лә баяғы халыҡ яҙмышы трагедияһы, телгә алынған “Килен” һәм башҡа шуға оҡшаш шиғырҙарҙағы дөйөм төшөнсәләрҙең субъектив, конкрет һәм шул уҡ ваҡытта ғәжәп дөйөмләштерелгән сағылышы” [13; 182].

Рәмил Дәүләтҡоловтоң әҫәрҙәре бик тормошсан, сөнки ул донъя менән, кешеләр менән тура ҡарап, хатта ҡырыҫыраҡ һөйләшә. Күҙ йәштәрен дә йәшермәй, ләкин ауыр  саҡтарҙа ебеп тә төшмәй, һирәк килгән бәхет мәл-дәрендә сөсөләнмәй, еңел рәхәтлеккә бирелмәй.

Рәмил Дәүләтҡоловтоң шиғырҙарын уҡығас шуны аңлайһың: ул күңелендәге уй-хистәрен нисек бар, береһен дә түкмәй сәсмәй, бер генә артыҡ деталь дә өҫтәмәйенсә, бөтә дөрөҫлөгөндә аҡ ҡағыҙға күсереп барыусы шағир. “Ул ҡыйын булһа ла, аяуһыҙ булһа ла ысынын әйтеп һөйләшә торған шағир. Шуға ҡайһы саҡта уның тәү ҡарашҡа сәйер күренгән ҡылығына ҡарап аптырап та ҡуяһың.

Мәҫәлән, тормоштағы ошондай ваҡиғаны бик һирәктәр  ижадында күрергә мөмкин” [6; 465]

 Ах, ул кеше,

әллә ниңә бына

Балта тотоп һеңгән хәтергә.

Был серемде кемгә һөйләйем дә,

Был һүҙҙәрҙе нисек әйтергә?!

…Булды ваҡыт, өйҙән сығып ҡастыҡ

Ялан аяҡ төнгө урамға.

Иламһырап кире ҡайта инек,

Түҙмәйенсә ҡышҡы буранға.

……

Ята торғас, беҙҙе йоҡо баҫа,

Йоҡо аша ниҙер һиҙәмен.

Ҡапыл уянам да абайлайым

Ялтыраған балта төйҙәһен.

Ырғып тороп, бар көсөмдө йыйып,

Сат йәбешәм атай ботона.

Шул арала ҡустым илай-илай

Салғыйына барып тотона…

Эйе, атайҙарҙың да төрлөһө була. Күңеле тулып, йөрәге ярһыуынан ижад ителгәне күренеп тора был шиғырҙың.

Унда һәр юл тетрәндерә, йөрәктәрҙе һыҙлата.

“Ҡол-Дәүләттең иҫерек ғаилә башлығы болаларынан йәнселгән бала сағы һәм ошо мәхшәрҙәр һөҙөмтәһе “бүләге” булып ғүмерен игәр сәләмәтһеҙлеге, ошо арҡала кисерелгән мәхрүмлектәр хаҡындағы лирик шиғырҙарындағы моң-зар бер авторҙың ғына шәхси трагедияһы булыуҙан үтеп, милләт ҡайғыһы дәүмәлендәге образ дәрәжәһенә өлгәшә” [13; 182].

Атай-әсәйгә хөрмәт, уларға тоғролоҡ – һәр милләттең күңелендәге иң изге тойғоларҙан. Рәмил был юғары әхләҡ талаптарына хыянат итергә йыйынмай, киреһенсә, шуларҙың сафлығы өсөн көрәшә, изгелекте аяҡ аҫтына һалып тапауға йәне әсеп ҡаршы сыға. Үҙ атайы хаҡында шундай хәтерләүҙәргә бирелеү бер кемгә лә еңел түгел. Күпме йылдар буйы ошондай яман хәлдәргә, тотош милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышын упҡын ситенә килтереп терәгән ҡурҡыныс күренештәргә күҙ йомоп киленде, атай атай булған өсөн генә, милләт һинең туған милләтең булған өсөн генә маҡталды, күп нәмә урынһыҙға идеаллаштырылды. Был иһә битарафлыҡты, ғәмһеҙлекте көсәйтте, бәғзеләрҙе урынһыҙға маһайтып ебәрҙе. Быларҙың барыһы  хаҡында ла тураһын әйтеп, ҡәтғи талаптар ҡуйғанда ғына, милләтте үҫтереп була, уның тиҫтә йылдар буйы ҡаҡшатылған рухи нигеҙҙәрен нығытып була.

“Һигеҙенсе мөғжизә” тигән исеме менән үк был китап ниндәйҙер серле донъяларға саҡырған һымаҡ булһа ла, унда уҡыусы бөгөнгө ҡатмарлы тормош менән, ошо буталсыҡ заманда күңеле өҙгөләнгән шәхестең борсолоуҙары менән осраша.

“Балта һелтәп килеүсе атай, һигеҙ баланың моңон йөрәгенә һыйҙырып үҫкән һағышлы йырлы апай, урамда машинанан тапалган көсөк, шешәһен ҡосаҡлап аунап ятҡан хужаһы янында нишләргә белмәгән ат –теҙә башлағас, Рәмилдең шиғырҙарында күңелһеҙ күренештәр, яманһыу уйҙар, ауыр моңдар күбәйеп китмәйме? Былай ҙа бит тирә-яғыбыҙҙа аҙым һайын янъял, үсләшеү, кешеләрҙең бер-береһенә ҡанығыуы. Юҡ, бында мәсьәлә башҡаса. Шағирҙың тынғыһыҙ уй-кисерештәре, күңелһеҙ күҙәтеүҙәре барлыҡ тарихыбыҙға ҡара яғырға тырышыу түгел, ошо ергә, ошо тормошҡа тамырҙары береккән кешенең һыҙланыуҙары. Быларҙың барыһын йөрәгенән үткәреүсе кеше һыуҙы болғатып, болғансыҡта алтын балыҡ тотҡан, илде талап, илгә һатҡан, етемдәрҙең, ҡарт-ҡороноң күҙ йәшен ынйы-мәрйән итеп кеҫәһенә тултырған, миллион кешеләрҙе ҡан илатып талап, тиҙерәк байып ҡалырға ашыҡҡан “эшҡыуар” ҙа түгел, милләттәрҙе бер-береһе менән сәкәштереп, халыҡтарҙы һуғыштырып, ҡырғын-үләт ваҡытында ҡанлы туй яһап, олатайҙар ҡәбере өҫтөндә типтергән йыртҡыс “гуманист-демократ” та түгел. Ул кеше һаман ғәҙелһеҙлектәрҙең ҡорбаны булып ҡалған ғазапланыусан шәхес, тормошонда бәхеткә ҡарағанда бәхетһеҙлектәр менән йышыраҡ осрашыусы шәхес, бөгөнгө Ер шарында хәйерсегә әйләнеп барған ҡол дәүләттең Ҡол-Дәүләт атлы уйсан, бойоҡ шағиры” [6; 465-467].

Рәмил Дәүләтҡоловтоң туғандарына арнап яҙылған шиғырҙары ла байтаҡ.

Бында ла ул үҙ стиленән ситкә китмәй: туғандары менән аралашмайынса йәшәүен йәшермәй.

Һигеҙебеҙ һигеҙ төҫкә индек,

Боҙолоштоҡ, әсәй, һин киткәс.

Аҡланырға һис бер һүҙҙәр етмәҫ,

Аңлатырға быны аң етмәҫ…

Уның туғандары менән ошондай мөнәсәбәттәрҙә йәшәүенә йәне әрней, күңеле өҙгәләнә.

Был замандың аҫты өҫкә килде,

Китте мәллә уның “әсә”һе?...

Туғандарым, тупланайыҡ тағы –

Һүҙҙәрем күп һеҙгә әйтәһе –

тип тамамлап ҡуя ул шиғырын.

Рәмил нисек кенә булмаһын, туғандар араһында була торған йылылыҡты кире ҡайтарып, уларҙы бөтә булған насарлыҡтарҙы онотоп, туғандарса бергәләшеп йәшәргә өндәй.

Бында уның йәнә бер сифаты асыла: эскерһеҙлеге һәм ябайлығы.

Алда ҡарап үткән шиғырҙарынан айырмалы рәүештә, Р.Дәүләтҡоловтоң әсәһенә бағышлап яҙған шиғырҙары оло мөхәббәт, ихтирам, йылылыҡ тойғолары менән һуғарылған.

Лирик геройҙың әсәһенә булған йылы тойғоларын автор матур шиғри юлдарға һалған.

Рәмил Дәүләтҡоловтоң әсәһенә арналған шиғырҙары уның үлеменән һуң, яҡты иҫтәлегенә бағышлап яҙылғандар. Уларҙың бөтәһендә лә әсәһен һағыныу, юҡһыныу тойғолары яңғырай.

“Урындыҡ” тигән шиғырының бер өҙөгөндә автор былай ти:

…Әсәйемдән ҡалған ҡаралды ла

Урындыҡта тора шул көйө;

Таныш сырайҙағы һырҙармы ни –

Түшәк-юрғандарҙың һәр йөйө…

Ни саҡлым да донъя киң булмаһын,

Күңелемә, минең урын юҡ.

Ҡабарып та торған күпмәләрҙән

Йомшағыраҡ миңә урындыҡ.

Әсәһе менән бәйле бөтә нимәләр ҙә автор өсөн ҡәҙерле, хатта әсәһенән ҡалған ҡаҡ һәке лә ҡабарып торған күпмәләрҙән йомшағыраҡ кеүек тойола.

Яндарында әсәһе булмаулыҡтан уның йәне яна, күңеленә урын таба алмай, ғәзиз кешеһен сикһеҙ һағына һәм һағыштарға түҙәлмәйенсә бөтә кешелектән кәңәш һорай:

Күстәнәскә, тиеп, алдым әле

Ҡара борос менән һинд сәйен.

Йәне һөйгән ризыҡтарҙы күргәс,

Эй ҡыуаныр инде әсәйем.

Борос һипкән кеүек йәнем яна,

Борос һымаҡ хәтәр һинд сәйем…

Шатлығынан осоп төшөр ине,

Юҡ шул инде, юҡ шул әсәйем…

Әйтегеҙсе, хәҙер нишләйем?

Тыуған йорттоң бар йәме, нуры, йылылығы бары тик әсәйҙәр булғанда ғына. Рәмил Дәүләтҡолов үҙенең тыуған йортонда әсәһеҙ йәм тапмай, ул уға һағышлы, ҡайғылы булып күренә. Тыуған йортто тотоп тороусы, уға матурлыҡ, йылылыҡ биреүсе – бары тик әсәй генә:

Тыуған йортом бөгөн әллә нисек

Һағышлыраҡ һымаҡ күренә.

Ниҙер һиҙенгәндәй, ҡыйыр-ҡыймаҫ

Ишек тотҡаһына үреләм…

……

Беркем ҡаршы алмай, йөрәккенәм

Күкрәгемде ярып сығырҙай.

“Балам!” тигән тауыш урынына

Ишек кенә хәтәр шығырлай…

Һәр нәмәнең үҙ тотҡаһы була,

Ишек – ишекме ни тотҡаһыҙ!

Тотоп торған кешеһе булмағас,

Донъябыҙ ҙа ҡалай толҡанһыҙ.

Әсәгә оло һөйөү, ихтирам яңғырай Рәмил Дәүләтҡолов әҫәрҙәрендә.

 Әсә –  изелек, сафлыҡ символы. Ул әсәһенең бөтә яҡшылыҡтарын иҫенә төшөрөп, уны фәрештәгә тиңләй. Әсәһенең яҡты иҫтәлегенә бағышлап яҙған мәрҫиәһендә  ул былай ти:

Ваҡытһыҙ алды

Ғазраил-йәлләд

Аҡыҡ йәнеңде,

Әсәйем Зәйнәп.

Тупрағың йомшаҡ,

Урының йәннәт.

Булһа инде, тим,

Әсәйем Зәйнәп.

……

Белмәнең хәйлә,

Һөймәнең ғәйбәт –

Фәрештә инең,

Әсәйем, Зәйнәп.

Әсәгә булған изге мөхәббәт, уның үлеме арҡаһында ҡайғы булып, шиғыр юлдарына күсеп, поэтик ялҡынға әүерелә был мәрҫиәлә. Унда һәр бер һүҙ һәлмәк, үҙенән-үҙе еңел генә йырлана ла һәм йөрәктәрҙе тетрәтә.

Әсә образы – Рәмил өсөн иң бөйөк, иң изге, юғары образ. Әсәгә булған мөхәббәте уның шиғыр юлдарында ярылып ята, ул уны иманлыҡтың, именлектең аллаһы итеп күрә.

Рәмил Дәүләтҡолов ижадында мөхәббәт лирикаһы ла айырым бер урын алып тора.

 “Һинең һүрәт…

Берсә ҡырыҫһың һин,

Берсә уйсан, берсә көләһең.

Был мөхәббәт ябай кешене лә

Рафаэлдай итә, күрәһең…”

“Мөхәббәт ул – матурлыҡ, гүзәллек сығанағы. Ул – ижад шишмәләрен уятыусы, хыял диңгеҙҙәрендә йөҙҙөрөүсе, әҙәм балаһына йәшәү көсө биреүсе, ышаныс уятыусы. Ул – кешелектең үткәне, киләсәге, бөгөнгөһө, мәңгелектең үҙе! Мөхәббәтһеҙ йәшәү – мәғәнәһеҙ йәшәү. “Йәшлек! Мөхәббәт!” Сәнғәт өсөн донъяның үҙе кеүек ҡарт был мәңгелек темалар һәр ижадсыны илһамландырған, төрлө биҙәктәрҙә нәфисләндергән.

 Был темалар аша шағирҙар йәшәү йәмен һәм мәғәнәһен, тормош айышын һәм ҡәҙерен яҡтыртҡандар, рухын байытҡандар.

Йәшлек, мөхәббәт – улар поэзияның хәҙер ҙә бөтмәҫ-ҡоромаҫ илһам сығанағы, поэзияның күрке” [9; 151].

“Шиғриәт менән мөхәббәт талантлылар шөғөлө. Мөхәббәт талантына эйә булып, шағирлыҡ талантынан мәхрүм булыу, йә, киреһенсә, шағир булып та мөхәббәт бәхетенә зар-интизар йәшәү ғәжәп түгел. Үкенескә ҡаршы, башҡорт әҙәбиәтендә лә, татар, урыҫ әҙәбиәтендә лә һуңғы йылдарҙа мөхәббәт шиғырҙарына ҡытлыҡ һиҙелә. “Һин мине яратмайһың, ә мин һине киреһенсә, бик яратам, ташлаһаң, моғайын, үкенерһең”, тигәнерәк йөкмәткеле шиғырҙар күп ул, ә бына ошо кешелек яҙмышындағы иң уникаль тойғоноң мөғжизә сере асылына торошлолары һирәк. Ә бит “һине яратам”, “мөхәббәт” һүҙҙәрен ҡыҫтырмай ғына ла йәнең-тәнең торошо, зиһен-аҡылың хәрәкәте, битарафлыҡ менән тарафдарлыҡ, ғәм һәм ғәмһеҙлек структураһын сағылдырырлыҡ селтәр кеүек әҫәр тыуҙырғанда, әлеге тойғо осһоҙлана, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт үҙе лә яһалмалыҡҡа алданыу кимәленән уҙмай. Йәнә шуныһы: ихласлыҡ, фиҙәкәрлектән мәхрүм, үҙеңде аяп, “коммунизм төҙөүселәрҙең мораль кодексы” талап иткән ҡанундар нигеҙендә генә ғашиҡ булыу һәм кеше минән көлөп ҡуймаһын, эс серемде белеп ҡуймаһын, тип үҙеңде кәртәләп ҡуйыу йәмәғәт тормошоноң бөтә урынында ла һәйбәт, тик мөхәббәт шиғырҙарында ғына түгел” [13; 183].

Рәмил Дәүләтҡолов поэзияһында мөхәббәт лирикаһы  йөрәктән урғылып сыҡҡан саф һөйөү хистәрен асып биргән шиғри донъя. Унда ялҡынлы дәрт һәм моңһоу һағышты ла, үкенес менән үтенесте лә, яныу һәм көйөүҙе лә, – ғөмүмән, кешенең һөйөү тойғоһона бәйле әллә ни хәтле ҡатмарлы кисерештәрен табырға мөмкин.

Ҡара даръя керҙе тормошома,

Тыныслығы бөттө күңелдең.

Утлы бер тут минең йөрәгемдә,

Алмалары ҡара күҙеңдең.

Күҙ алдында һинең һомғол һының,

Ҡара күлдәк, ниндәй килешкән!

Мине әсир иткән ҡара төҫкә

Бармы икән бер төҫ тиңләшкән.

Һине күреү миңә ғазап ҡына,

Йәшәй алмам һине күрмәй ҙә.

Донъялағы һәр бер ҡара әйбер,

Һинең хаҡта төҫлө һөйләйҙәр.

Осратҡас та һине ҡара төҫтә

Үҙгәрҙе лә ҡуйҙы ҡарашым.

Тормошома ҡара төҫтә кереп,

Яҡты хыял булып ҡалаһың…

Рәмил Дәүләтҡоловтоң мөхәббәткә арналған шиғырҙары бик күп. Уның “Һинең һүрәт” тигән шиғырында ялҡынланып шашып һөйөүе, “Бөрйән ҡыҙына” тигәнендә һоҡланыуы, “Аҡ келәт”ендә мөхәббәткә ҡарата үкенесе, ә инде “Һинең ҡарашың” тигән шиғырында ғашиҡлыҡтан илереүе  һүрәтләнә.

           Яҙмыш уны мөхәббәт яғынан да иркәләмәгән. Мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙарында уның һағыш яңғырай:Һине эҙләп килдем Ашҡаҙарға, / Алыҫтарҙан кире әйләнеп. / Күңел тулы һағыш, / ҡулдарымда – / Яҙғы сәскәләр-ҙең бәйләме. / Һин килмәнең. / Ниңә шулай мине / Мәхрүм иттең һуңғы күреүҙән / Ашҡаҙарҡай буйын буйлап-буйлап, / Аяҡтарым талды йөрөүҙән / Һиңә тигән сәскәләрем аҡты / Берәм-берәм төшөп ҡулымдан. / Һин килмәнең. / Нигә шулай мине / Мәхрүм иттең һуңғы күреүҙән, / Ашҡаҙарҡай буйын буйлап-буйлап, / Аяҡ-тарым талды йөрөүҙән.

Шиғырҙарын уҡығандан һуң, Рәмилдең мөхәббәте яуапһыҙ булғаны аңлашылып тора. Шулай булһа ла ул үҙенең мөхәббәте менән илһамланып йәшәй, сөнки ул мөхәббәт уны йыуата, йырҙарында яңғырай.

Үкенмәйем бер ҙә,

саҡырмайым,

Һайра әйҙә, һайра иректә.

Һин генә бит мине йыуатаһың,

Һин генә бит мине иреткән…

Рәмил Дәүләтҡоловтоң шиғырҙарында һағыш моңо булһа ла, ниндәйҙер ышаныс көсө лә юғалмай. Ул зарланмай ҙа, төшөнкөлөккә лә бирелмәй, үҙенең ҡасандыр булған мөхәббәтенә тоғро ҡалып, уның менән илһамланып, шул мөхәббәтен күккә сөйөп йәшәй бирә.

“Шағир күпте юғалтҡанда ла өмөт менән ышанысын, мөхәббәтен юғалтмай.

Үҙенең алда үтеләсәк ғүмер юлын шағир ошолай күҙ алдына килтерә:

Кәрәк нәмәләр хисабы

Иҫ китерлек.

Мин берәүһен генә алдым

Юл үтерлек.

Имен-аман тамамланыр

Сәйәхәтем,

Йөрәгемдә дөрләп янһа

Мөхәббәтем.

Юлға иң кәрәклеһе һайланған. Мөхәббәтле юл – тоғро хаҡ юл” [6; 469].

Уның мөхәббәте бөтә донъялыҡҡа булған мөхәббәткә әүерелә.

…Мөхәббәтем тота мине, улым,

Мөхәббәтем тыуған төйәккә.

Мөхәббәтем халҡым күңеленә,

Мөхәббәтем ғәзиз әсәмә.

Мөхәббәтһеҙ бер ҙә йәшәмәнем,

Мөхәббәтһеҙ һин дә йәшәмә! – 

тип әйтә ул олатай менән ейәне һөйләшкән “Диалог” исемле  шиғырында.

Шулай уҡ Рәмил Дәүләтҡоловтоң ижадҡа булған мөхәббәтен дә әйтеп үтмәй булмай. Сөнки ул үҙенең бөтә бәхетен, донъяның асылын үҙенең ижадында, эшендә күрә. “Үҙем хаҡында” тигән шиғыры нәҡ шул хаҡта.

Иҫә елдәр. Үтә көндәр.

Уралам һағыштарға.

Әлдә өмөтөм өҙмәйем –

Юлығам табыштарға.

Аҙ түгел дуҫтарым минең,

Юҡ түгел көндәштәрем.

Ә бәхетем шунда бары –

Көтә көн дә эштәрем..

Гүйә, мин ҡанатлы ҡош –

Илһамлы саҡтарымда.

Еләм-еләм. Һеҙгә киләм

Шиғриәт саптарында.

Мөхәббәт - бына шундай шатлыҡтар һәм һағыштар иле Рәмил Дәүләт-ҡолов поэзияһында.

“Рәмил Дәүләтҡоловтар һәм унан олораҡ быуынға донъяның аҫты-өҫкә түңкәрелгән был заман яҙмыштарын, ғүмерҙәрен урталай ярып килеп иңгән. Улар күп ғәҙелһеҙлектәрҙе сабый күңелдәре менән зирәк күреп, ололар өсөн йыш ҡына ғәҙәткә әйләнгән алама ҡылыҡтарҙы, һүҙ менән эш араһындағы айырманы һиҙгер тойған. Ҡыҫҡаһы, был быуын бөгөнгө үҙгәрештәргә билдәле дәрәжәлә әҙерлекле була.  Шуға ла  Рәмил Дәүләтҡоловтоң һәм уның ҡәләмдәш тиҫтерҙәренең шиғриәтендәге һуңғы ваҡыттағы яңы мотивтар заман ваҡиғаларының, милләттең рухи үҫешенең сағылышы булыу менән бергә, был быуындың күңелендә электән йыйылып килгән тормош тәжрибәһенең дә бер һөҙөмтәһе ул” [6; 468].


ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Рәмил Дәүләтҡолов ижады буйынса әҙәби кисә сценарийы

Халыҡ һәм тел айырылғыһыҙ төшөнсәләр.Һәр халыҡ башҡаларҙан уҙенең ҡабатланмаҫ моңо,тормош ҡанундары, йәшәү рәүеше, һәм әлбиттә милләттең үҙенсәлеген сағылдырған теле менән айырыла, кешелек йәмғиәтен байыта, уға яңы биҙәктәр өҫтәй.

Тыуған илде туған телдән башҡа күҙ алдына килтереп булмаған кеүек, тыуған ергә булған һөйөүҙе лә уҙ телеңә булған һөйөүҙән айырып ҡарап булмай.

Тел уҡытыусыларының иңенә быуаттар буйына тупланған халыҡ тәж-рибәһен, рухи хазинаһын, мәҙәниәтен телгә һөйөү тәрбиәләп, киләсәк быуынға тапшырыу һалынған. Кешелек тормошонда һәр ваҡыт килеп тыуған ауыр ваҡыттарҙа, тел ярҙамында сетерекле мәсьәләләр, бәхәстәр хәл ителгән. Яу мәлдәрендә, илебеҙгә дошман аяғы баҫҡанда, йыйындарҙа атаҡлы сәсәндәребеҙ халыҡҡа туған тел ярҙамында мөрәжәғәт иткән, ил һаҡларға саҡырған, батырлыҡҡа рухландырған, татыулыҡҡа, изгелеккә өндәгән.

Беҙгә, туған тел уҡытыусыларына, ата- бабаларыбыҙҙың ғөрөф- ғәҙәтенә, мәҙәниәтенә, туған телебеҙгә, тыуған илебеҙ тарихына битараф булмаған , юғары мәҙәниәтле, көслө рухлы быуын тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән.

Белеп эш иткәндә, башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә бала-ларға күп яҡлы тәрбиә биреү мөмкинселеге бар.

 Был йәһәттән шиғриәт айырыуса күренекле һәм әһәмиәтле урын алып тора.

  Мәктәп программаһында ҡаралмаған,  бөгөнгө көндә күптәргә таныш та булмаған шағир Рәмил Дәуләтҡолов поэзияһы ла ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Шағирҙың ижады бөгөнгө мәктәптә кластан тыш үткәрелгән башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә, сараларҙа балаларҙы патриотик йүнәлештә тәрбиәләүҙә бай сығанаҡ булып тора. Уның ижад емештәренең милли рухы, уларҙа сағылған тыуған илгә мөхәббәт, азатлыҡ идеяларын өйрәнеү башҡорт әҙәбиәте дәрес-тәрендә яңы методик – тәрбиә сығанаҡтары буйынса атҡарылырға тейеш.

Шулай ҙа әлеге көнгәсә башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә шағирҙың тор-мош юлын һәм ижади мираҫын ни рәүешле уҡыусыларға еткереү юлдары асыҡ ҡына билдәләнмәгән һәм методик  планда тикшеренеүҙәр талап итә.

Урта мәктәптәрҙең юғары синыфтарында Рәмил Дәүләтҡолов поэзияһы халыҡсанлыҡ, көрәш мотивтары, гражданлыҡ позицияһы йөҙөндә өйрәнелә. Уҡыусыларҙы шағир менән таныштырыу, уның ижади портретын асыҡлау был бүлектең төп маҡсаты булып тора.

Авторҙы тормошто, халҡын һөйөүсе азатлыҡ  фәлсәфәһе  йырсыһы тип күҙ алдына баҫтырыу был сараның төп идеяһы булып тора.

Уҡытыусы алдында иһә шағир ижады миҫалында уҡыусыларҙа милләтенә, тыуған еренә һөйөү тойғолары тәрбиәләү бурысы ҡуйыла.

Был бурыстарҙан сығып, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә һәм кластан тыш сараларҙа Рәмил Дәүләтҡолов ижадын комплекслы өйрәнеү ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Шағирҙың  тормошон, ижадын, шиғырҙарында лирик геройының халҡы, уның яҙмышы өсөн яныуын, поэзияһының төп идея – художество үҙенсәлектәрен уҡыусыларға аңлатыу зарур .

Түбәндәге кластан тыш сара өлгөһөндә Рәмил Дәүләтҡолов шиғырҙарын патриотик йүнәлештә өйрәнеүҙең төп методик нигеҙҙәре сағылыш тапҡан.


ТЕМА: «ҺИГЕҘЕНСЕ МӨҒЖИЗӘ»

(Шағир Рәмил Дәүләтҡолов ижадына арналған кисә )

МАҠСАТ. Шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән танышыу; уның  шиғриәте аша ил, ер, милләт өсөн ғорурлыҡ тойғоһо  тәрбиәләү, киләсәк өсөн хәстәрлек, яуаплылыҡ тойорға өйрәтеү.

ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫУ. Фонояҙмаға яҙылған ҡурай моңо,шағирҙың портреты, «Һигеҙенсе мөғжизә», «Ҡорама», «Егет һүҙе» китаптары, проектор, экран.

Экранда кисәнең эпиграфы итеп алынған һүҙҙәр:

Эстәремә, зинһар, эскәрәк ин,

Еңел- елпе генә ҡарама.

Минең күңелем төрлө тойғоларҙан

Ҡоршалған бер төҫлө ҡорама.

1-се алып барыусы. Хәйерле кис,хөрмәтле ҡунаҡтар,уҡыусылар.Бөгөн беҙ шағир Рәмил Дәүләтҡоловтоң хәтер кисәһенә йыйылдыҡ.

2-се алып барыусы.

Моңһоу сәсәк умырзая

Ғүмеркәем,тимә, зая.

Һин бит яҙҙың суҡ бөрөһө

Һин бит ергә йәм биреүсе…

 Эйе, яҙҙың был тәүге сәсәге, ҡыҫҡа ғына ғүмерле булһа ла, кешеләргә күпме шатлыҡ, илһамлыҡ бирә, күҙҙәрҙе иркәләй.

Шағир Рәмил Дәүләтҡоловтоң да ғүмерен ошо сәскәгә оҡшатһаҡ, һис тә ялғыш булмаҫ. Бөтә ер, бөтә тәбиғәт ап – аҡ сәскәләргә күмелгән ваҡытта, үҙе лә яҙ кеүек алсаҡ,нескә күңелле кеше булып донъяға килә ул. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул беҙгә бай ижади мираҫ ҡалдыра. Ижад иткән әҫәрҙәре уны милләтебеҙ күңелендә, әҙәбиәтебеҙ күгендә үлемһеҙ итә. Уның шатлыҡ, һоҡланыу тойғолары менән яҙылған шиғырҙарын, шул уҡ ваҡытта һыҙланыу, әрнеү, борсолоу ҡатыш ижад ителгән әҫәрҙәрен уҡығанда, тыныс ҡына ҡалып булмай. Шағирҙың уй – кисерештәрен шул тиклем яҡын, үҙеңдеке, халҡыңдыҡы, ошо замандыҡы итеп тояһың.

1-се алып барыусы.

Ул ижад иткән шиғырҙар үткәндәр хаҡында ла, хәҙерге заман, киләсәк тураһында ла. Рәмил Дәүләтҡолов әҙәбиәт донъяһына килә лә, балҡый ҙа, йәшәй ҙә, һәм бик күптәрҙе  һоҡландыра ла, донъялыҡтан китеп тә бара. Эйе, ул китә, әммә әҙәбиәт донъяһында исеме мәңгелеккә тороп  ҡала, әйткән һүҙҙәре зыңлап торған күктә эленеп ҡала.

Ул үҙенең яҙмышы, таланты менән тиҙ янып һүнеүселәр рәтендә. Нисек кенә булмаһын, әҙип асылып та, балҡып та өлгөрә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев бер яҙмаһында «асылмай ҡалған талант – иң бәхет-һеҙҙәрҙең береһе» тигәйне. Тимәк,Рәмил Дәүләтҡолов бәхетлеләрҙең бәхетлеһе, сөнки ул ваҡытында танылып та, балҡып та өлгөрә. Эйе, бөгөнгө көндә был әҙиптең ижады бәлки күптәргә, бигерәк тә беҙҙең төньяҡ – көнбайыш район-дарында йәшәгәндәргә таныш та түгелдер, әммә уның художестволы ижады ҙур иғтибарға лайыҡ. Рәмил Дәүләтҡолов халҡыбыҙҙың, тыуған еребеҙҙең  шатлыҡ – ҡыуаныстарын, аһ - зарҙарын үҙ йөрәге аша үткәреп, өҙгөләнеп – үртәләнеп йәшәгән һәм ижад иткән әҙип.

2-се алып барыусы.

Рәмил Дәүләтҡолов Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ культура – ағартыу училищеһында белем ала, артабан Башҡорт Дәүләт университетын тамамлай. Студент сағында уҡ «Ямғыр алдынан» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығын сығара. Артабан Рәмил Дәүләтҡоловтоң «Һигеҙенсе мөғжизә»,  «Егет һүҙе», «Ҡорама», «Ҡарауыл» тигән шиғырҙар һәм пьсалар йыйынтығы донъя күрә.

1-се алып барыусы.

Һигеҙенсе мөғжизә… Шиғри һүҙҙең шағир куңелендә яралған мәлен шулай тип атап булалыр. Рәмил Ҡол – Дәүләт  тап шул исемле китабы менән үҙен шағир булараҡ  танытты. Ҡайҙа һуң ул «Һигеҙенсе мөғжизә»? Был китап  исеменең сере нимәлә? Был һорауҙарға  яуапты кисәнең аҙағында  бирербеҙ.

2-се алып барыусы.

«Һигеҙенсе мөғжизә» исемле шиғырҙар шәлкеме Рәмил Ҡол-Дәүләт псевдонимы менән баҫылып сыға. Ни өсөн шағир үҙенә ошо псевдонимды һайлай? Бының тураһында шағир Әхмәр Үтәбай бына нимә ти:

«Рәмил өс көн йәшәрен бер көн йәшәне, ай янарын бер мәлдә янды. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә шул тиклем бай ижади мираҫ ҡалдыра алыуы тап шул хаҡта һөйләй.  

Иҫ киткес мөләйем, мәрәкә һүҙле , шаян кеше лә ине Рәмил. Һәр әйткән һүҙе менән кешеләрҙе, тыңлаусыларҙы тәрән ышандыра ла белде. Һаман да иҫемдә, милли аңыбыҙ уяна барған саҡта  “Аҡ тирмә”ләге сығышы:

 Башҡортостаным, илем,

Яҙалмай бер ҙә билен.

Гүйә мыжыҡ ҡәйнәһенә

Хеҙмәт итеүсе килен…

Ошо сығышынан һуң Рәмил Дәүләтҡолов үҙенә Ҡол-Дәүләт тигән псевдоним алды ла инде. Яйын тура килтереп унан был хаҡта һорай ҡуйҙым. Ул һәр саҡтағыса йылмайып : «Башҡортостан әле үҙаллылыҡ алмаған, яулаһаҡ кире Рәмил Дәүләтҡоловҡа ҡайтам. Куба азатлыҡ яуламайынса Фидель Кастро ҡырынмайым тигән бит»,    тип шаяртыуға борҙо ла ҡуйҙы.

Күптәр быны үҙенең Дәүләтҡолов тигән фамилияһының ижектәрен алмаштырып ҡуйыу тип ҡабул иткәндер, әммә миңә ҡалһа, Рәмил яңы исеменә тәрән мәғәнә лә һалған. Шағирҙарҙы икенсе төрлө халыҡтың байлығы, дәүләте тип тә әйтәләр. Тимәк халҡы ҡол булғанда, шағиры ла азат була алмай. Икенсенән, шағир үҙ халҡынан азат була алмай, уға хеҙмәт итергә бурыслы, уның рухи ҡоло. Ошоларҙың барыһы тураһында ла уйлағандыр Рәмил,  дәүләтселектең  ҡоллоғон  ғына күҙ уңында  тотмағандыр »

1-се алып барыусы.

(Экранда эпиграф)

«…Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән

Тыуып ҡына үҫкән ил яҡшы…»

Тыуған ил һәр бер кеше күңелендәге иң изге төшөнсәләрҙең береһе. Ошо ерҙә беренсе тапҡыр тәпәй баҫаһың, тәү тапҡыр ҡояшты, зәңгәр күк йөҙөн күрәһең, ошо ерҙә  “әсәй “  тип өндәшәһең.

Тыуған ерҙең бәпкә үләнле урамдары ла, сылтырап аҡҡан шишмәләре лә, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан  иген ҡырҙары ла – һәммәһе лә йөрәк түрендә.

Шағирҙың тәүге һүҙе тыуған төйәген, эскән һыуын маҡтауҙан башлана. Тыуған ер, тыуған яҡ моңдары шағир өсөн – поэтик бишек, бер илһам сығанағы. Ул – тыуған төйәгенә иң ныҡ бәйләнгән шағирҙарҙың береһе.

Тыуған яҡ төшөнсәһе бер осраҡта – мәғрүр Урал, бер осраҡта бөтә Башҡортостан, йә Рәсәй булып һынлана.

Әйҙәгеҙ уның тыуған яғына һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары менән һуғарылған  бер нисә шиғырын тыңлап үтәйек.  

1-се уҡыусы.

Иҙел ярында тыуған шиғыр.

Ҡарашымды уҡтай төбәнем дә

Ҡап уртаға ярҙым офоҡто.

Атылып та сыҡҡан таң нурҙары

Биттәремә килеп һуҡлыҡты.

Ҡояш тыуҙы…

                       Урал алды менән

Тоташтырып Урал аръяғын.

Таған таштың осо күренгәйне,

Яҡтырып та китте яҡ – яғым.

Болот – шаршауҙарҙы тартып асып,

Тыуған яҡҡа баҡтым үрелеп.

Нәҙек кенә зәңгәр таҫма кеүек

Ҡыҙылғынам ята күренеп.

Бер уйлаһаң алыҫ ер ҙә түгел

Иҙел менән Ҡыҙыл араһы.

Күкрәгемдә ялҡын йөрөткәндәй

Һағышымдан янып барамын.

Иҙел менән Ҡыҙыл араһында

Ята минең бөйөк Ватаным.

Кендек әбейеләй, йөрәкһенеп,

Ҡаршылайым уның һәр таңын…

2-се алып барыусы.

Рәмил Дәүләтҡолов  үҙе лә,уның лирик  геройы ла тыуған төйәгенә, тыуған еренә бөтә тамырҙары менән барып тоташҡан. Ғүмеренең куп йылдары ҡалала уҙыуға ҡарамаҫтан, холҡо, уй – тойғолары, хистәре – ғөмүмән , бөтә асылы менән ул ауыл йырсыһы булып ҡала.

2-се уҡыусы.

Сиҙәмем.

Сит ерҙәрҙә ҡайғы – һағыштарҙан

Ҡаңғырғанда яңғыҙ,Сиҙәмем!

Иҫкә төшәң, һулышыңды һинең

Ете диңгеҙ аша һиҙәмен.

Күҙ алдыма килә киңлектәрең,

Тоҫмаллайым хатта йөҙөңдө.

Ҡайҙа ғына елдәр ташламаһын,

Оноторлоҡ түгел үҙеңде.

Уйланғанда шулай,һағынғанда,

Ике төҫтә миңә күренәң.

Берсә ҡара юрған ябынаһың,

Берсә һарыһына төрөнәң.

Ҡара мамыҡ кеүек бүртеп яҙын,

Бураҙналар һуҙылып ятҡанда,

Тупрағыңды алып битте йыуҙым,

Аҡылымдан яҙып шашҡандай.

Бына хәҙер үҙем сит ерҙәрҙә,

Яҙмыштарҙан юҡ бит уҙмыштар…

Ә шулай ҙа һин минеке, Сиҙәм,

Мин һинеке,Сиҙәм тыумыштан!

3-сө уҡыусы.

Башҡорт ере.

Сал дала ла армыт – армыт тауҙар-

Төйәк кенә ере башҡорттоң.

Төн йоҡомдо  бүлеп уяттың да

Йөрәгемде ниңә ярһыттың?

Эйәрләп тә алып Аҡбуҙатты,

Күк тауҙарға ҡарай юл алам.

Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ,

Офоҡтарға китеп юғалһам.

Мин аҙашмам хәтәр дауылда ла-

Был ерҙәрҙән бабам йөрөгән.

Ҡыйыулығы тоғро юлдаш булһа,

Юл маяғы булған Етегән.

…Уйһыу ғына ерҙең ҡом – таштарын

Уя баҫып елә Аҡбуҙат.

Ярһыу хистәремде тыя алмай,

Дәртләнеп тә китеп йыр һуҙам:

«Ай,тау ғына яҡшы, тау яҡшы,

Тау яғалап үткән юл яҡшы;

Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән

Тыуып ҡына үҫкән ил яҡшы…»

…Сал дала ла армыт- армыт тауҙар-

Төйәк кенә ере башҡорттоң,

Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да

Йөрәгемде тағы ярһыттың.

1-се алып барыусы.

Шағирҙың тыуған иленә бағышланған бөтә шиғырҙары ла ошондай хозур кисерештәрҙән, һоҡланыу, һағыныу, ғорурланыу тойғоларынан ғына тормай, әлбиттә.

Уның бик күп шиғырҙарында борсоулы уйҙар, һыҙланыуҙар урын алған. Нимә өсөн борсола һуң шағир? Был һорауға яуап бирер өсөн әйҙәгеҙ бер нисә шиғырын тыңлап үтәйек.

4-се уҡыусы.

Ниндәй ер был ғазаптары бөтмәҫ?

Ниндәй ил был бер ҙә мандымаҫ?!

Күҙҙәремә Рәсәй ере баға,

Ҡыш йонсоған арыҡ мал һымаҡ.

Яна – көйә уҙам яралары

Һулҡып ятҡан яҙғы ерҙәрҙән.

Рәсәй,ҡасан арынырһың икән

Үҙәгеңә үткән сирҙәрҙән?!

Тома һуҡыр инең,күҙең асылып,

Инде сыҡтыҡ , тиһәң,  яҡтыға.

Хәтәр батшаларҙан яманыраҡ

Бер «алланың» һалған яраһынан

Даръяларҙай ташып аҡты ҡан!

Ни мәғәнә хәҙер бар донъяға

«Беҙ таҙа!» -  тип һөрән һалыуҙан?!

Ниндәй ер был ғазаптары бөтмәҫ?

Ниндәй ил был мәңге мандымаҫ?!

Сәсрәп китеп ауырып ятҡанда ла

Дошманынан билен алдырмаҫ.

5-се уҡыусы.

Юҡ,бәхетле булып булмаҫ

Бәхет курмәгән илдә.

Асыуым да, һөйөүем дә

Берҙәй ҡайнай күңелдә.

«Үҙ илем бит, үҙ ерем бит,

Ҡалай ғына булһа ла…» –

тип дошманға һыр- сер бирмәй

Йәшәргә генә ҡала.

6-сы уҡыусы.

Төн,зинһар китмә минән,

Көндө күргем килмәй…

Сөнки көндөҙ

            Шундай ҡара эштәр башҡарыла

Һинең ҡаралығың

            ул көн янында аҡтан-аҡ.

Күңелдәргә шомдар һалған

Бик күп әле беҙҙә ялған!

Һөйләшеүҙәр- беҙҙең ялған,

Йылмайыуҙар- беҙҙең ялған,

Оялғанлыҡ!...

Йомартлыҡ та –беҙҙә ялған,

Ихласлыҡ та –беҙҙә янған

Күңелдәрҙә бары ялған,

Ҡара уйҙар тороп  ҡалған.

2-се алып барыусы.

Был шиғырҙарҙа бөгөнгө ҡатмарлы тормошта, буталсыҡ заманда күңеле өҙгәләнгән шәхестең борсолоуҙары менән осрашабыҙ. Шағир үҙенең әҫәрҙәре аша донъялағы бөтә кешелекте ялғанлыҡҡа ғәмһеҙ ҡалмаҫҡа, саф, изге күңелле булырға әйҙәй.

Шағирҙың бындай һыҙланыуҙарға ҡоролған әҫәрҙәре күп кенә. Әммә уларҙа шағир заман һалған яраларынан ғына һыҙланыуын белдерә, ошо һыҙланыуҙарҙың  халҡының, туғандарының һыҙланыуҙары менән уртаҡ икәненә ишаралай,әммә зарланмай.

Ул беҙҙең  донъябыҙҙы ғәҙелһеҙлектән, ялғанлыҡтан, сүп – сарҙан арын-дырып, матур итеп күрергә теләй.

Уның шиғырҙары беҙҙе бейеклектәргә әйҙәй, оло маҡсаттар хаҡына сыҙамлыҡҡа, фиҙәҡәрлеккә, берҙәмлеккә саҡыра.

Бына ошондай  тәрән фекерле, халыҡсанлыҡ менән һуғарылған шиғырҙар ижад иткән ул үҙенең Тыуған иленә, туған халҡына бағышлап. Уларҙа Тыуған ил менән ғорурланыу, һоҡланыу ҙа, шул уҡ ваҡытта был изге төшөнсә өсөн борсолоу, һыҙланыуҙар, киләсәге өсөн ҡайғырыуҙар ҙа бар.

Беҙ ҙә үҙебеҙҙең тыуған илебеҙҙе яратайыҡ, хөрмәт итәйек, уның ысын гражданины булып ҡалайыҡ. Еребеҙгә, халҡыбыҙға, уның йолаларына, рухи ҡомартҡыларына тоғро ҡалып һоҡланып йәшәйек.

Музыкаль номер. Башҡорт бейеүе  «Ете ҡыҙ» .

«Башҡортостан». Йыр.

1-се алып барыусы.

Яңы тыуған сабый ваҡыт үтеү менән иң элек әсәһен танырға өйрәнә. Уның өсөн оло донъяның төҫө әсә йөҙөнән, уның йылмайыу – борсолоуҙарынан, кешелектең ауаздары әсәһенең йыуатыу һүҙҙәренән, сәңгелдәк йырынан, тормоштағы хәрәкәт, әсә ҡулдарының хәстәрлекле хәрәкәтенән башлана.

Әсәй! Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙ эсенә күпме йылылыҡ, күпме наҙ һыйған. Әсәйҙәрҙән бөйөк кеше юҡ был донъяла. Ғүмере буйы гүзәллек, йылылыҡ өләшеүсе – әсәй, ғүмере буйына янып – көйөп йәшәүсе лә – әсәй. Ауырып киткән ваҡыттарҙа, төн йоҡоларын йоҡламайынса, йомшаҡ ҡулдары менән һыйпап, иркәләп ултырыусы ла – беҙҙең әсәйҙәр.

Көндәребеҙҙе ҡара болоттар ҡаплап китһә лә, әсәйҙәребеҙ һәр ваҡытта нур сәсәләр, яҡтылыҡ бөркәләр.

Әсәләргә арнап яҙылған шиғырҙар беҙҙә бик күп. Шулар араһында Рәмил Дәүләтҡоловтоң «әсәй»е лә үҙенең хаҡлы урынын алған.

Лирик геройҙың әсәһенә булған йылы тойғоларын автор матур шиғри юлдарға һалған. Уларҙың бөтәһендә лә әсәһен һағыныу, юҡһыныу тойғолары яңғырай.

7-се уҡыусы.

Урындыҡ.

Ҡола ялан һымаҡ булып ҡалған

Элек тар күренгән урындыҡ.

Урын өсөн хәҙер талашҡан да,

Илап һуғышҡан да кеше юҡ.

Әсәйемдән ҡалған ҡаралды ла

Урындыҡта тора шул көйө;

Таныш сырайҙағы һырҙармы  ни –

Тушәк – юрғандарҙың һәр йөйө…

Ни саҡлым да донъя киң булмаһын,

Күңелемә минең урын юҡ.

Ҡабарып та торған күпмәләрҙән

Йомшағыраҡ миңә урындыҡ.

8-се уҡыусы.

Ишек тотҡаһы.

Тыуған йортом бөгөн әллә нисек

Һағышлыраҡ һымаҡ күренә.

Ниҙер һиҙенгәндәй , ҡыйыр - ҡыймаҫ

Ишек тотҡаһына  үреләм…

Бер кем ҡаршы алмай,йөрәккенәм

Күкрәгемде ярып сығырҙай,

«Балам!» тигән тауыш урынына

Ишек кенә хәтәр шығырлай.

Һәр нәмәнең үҙ тотҡаһы була,

Ишек – ишек мени тотҡаһыҙ!

Тотоп торған кешеһе булмағас,

Донъябыҙ ҙа ҡалай толҡаһыҙ.

2-се алып барыусы.

Әсәй менән бәйле бөтә нәмәләрҙең  ҡәҙерле икәнен,тыуған йорттоң бар йәме, нуры, йылылығы бары тик әсәйҙәрҙә икәнен аңлайбыҙ ошо шиғырҙарҙан.

Яндарында әсәһе булмаулыҡтан  уның йәне яна, күңеленә урын таба алмай, ғәзиз кешеһен сикһеҙ һағына һәм һағыштарға түҙәлмәйенсә бөтә кешелектән кәңәш һорай.

9-сы уҡыусы.

Күстәнәскә, тиеп,  алдым әле

Ҡара борос менән һинд сәйен.

Йәне һөйгән ризыҡтарҙы кургәс,

Эй ҡыуаныр инде әсәйем.

Борос һипкән кеүек йәнем яна,

Борос һымаҡ хәтәр һинд сәйем…

Шатлығынан осоп төшәр ине,

Юҡ шул инде, юҡ шул әсәйем…

Әйтегеҙсе,хәҙер нишләйем?

1-се алып барыусы.

Әсәйҙәребеҙҙең иҫән – һау саҡта ҡәҙерҙәрен белеп йәшәргә әйҙәй түгелме шағирҙың ошо шиғырҙары ?

“Әсә күңеле балала, бала күңеле далала” – тигән борон ата -бабаларыбыҙ.

Тик Рәмил Дәүләтҡоловтоң шиғырҙары беҙгә фәһем булһын ине. Беҙҙең дә күңелдәребеҙ әсәйҙәребеҙҙә булып, уларҙы хөрмәт итеп, яратып йәшәһәк ине.

2-се алып барыусы.

Әсә образы- Рәмил өсөн иң бөйөк, иң изге, юғары образ. Әсәгә булған мөхәббәте уның шиғыр юлдарында ярылып ята.Ул уны иманлыҡтың, именлектең аллаһы итеп күрә. Ул әсәһенең ҡылған яҡшылыҡтарын иҫенә төшөрөп, уны фәрештәгә тиңләй. Әсәһенең яҡты иҫтәлегенә бағышлап мәрҫиә яҙа.

Рәмил Дәуләтҡолов күңелендәге уй – хистәрен нисек бар, береһен дә түкмәй, сәсмәй, бер генә артыҡ деталь да өҫтәмәйенсә, бөтә дөрөҫлөгөндә аҡ ҡағыҙға күсереп барыусы шағир. Ул ҡыйын булһа ла, аяуһыҙ булһа ла ысынын әйтеп һөйләшә торған шағир.

Ошо фекерҙе иҫбатлаусы шиғыр тыңлайыҡ.

10-сы уҡыусы.

Әлдә,әсәй, иртә киттең эле…

(Яман уйҙан түгел был һүҙем.)

Заманының боҙолғанын күреп,

Китерҙәй ҙә булам мин үҙем.

Үҙ атаһын улы һис танымай,

Үҙ әсәһен ҡыҙы һанламай.

Бер телемгә берәү тилмергәндә,

Икенсенең һыйы – бал да май.

Беләм, әсәй, күпте күргән башың

Аптырамаҫ бындай хәлдәргә.

Балаларың ни ҡылғанын күрһәң…

Телем бармай һис тә һөйләргә.

Һигеҙебеҙ һигеҙ төҫкә индек,

Боҙолоштоҡ, әсәй,һин киткәс.

Аҡланырға һис бер һүҙҙәр етмәҫ,

Аңлатырға быны аң етмәҫ.

Һин тотҡаһы инең донъябыҙҙың-

Иман, именлектең  аллаһы.

Булендек тә ,беҙ бөлөнөп бөттөк,

Бүлә алмай бөртөк алманы…

Был донъяның аҫты өҫкә килде,

Китте мәллә уның «әсә»һе?...

Туғандарым,тупланайыҡ тағы-

Һүҙҙәрем күп һеҙгә әйтәһе.

1-се алып барыусы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бындай  күренештәр бөгөнгө көндә лә юҡ тугел. Аҙмы донъя малын бүләлмәйенсә,бер – береһенә нәфрәт менән йәшәгән туғандар.

«Йән тартмаһа, ҡан тарта » тип ата-бабаларыбыҙ әйткәне бында тап килә.

Рәмил нисек кенә булмаһын, туғандар араһында була торған йылылыҡты кире ҡайтарып, уларҙы бөтә булған насарлыҡтарҙы онотоп, ысын туғандарса бергәләшеп йәшәргә өндәй.

Музыкаль номер «Туғандарҙың ҡәҙерен беләйек». Йыр.

2-се алып барыусы.

Ә хәҙер, беҙҙең өсөн тағы ла бик мөһим булған – мөхәббәт темаһына күсәйек. Мөхәббәт – матурлыҡ, гүзәллек сығанағы. Ул – ижад шишмәләрен уятыусы, хыял диңгеҙҙәрендә йөҙҙөрөүсе, әҙәм балаһына йәшәү көсө биреүсе, ышаныс уятыусы. Ул – кешелектең үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге, мәңгелектең үҙе. Мөхәббәтһеҙ йәшәү – мәғәнәһеҙ йәшәү.

«Йәшлек! Мөхәббәт!» Донъяның үҙе кеүек ҡарт һәм мәңгелек темалар ҡайһы ғына ижадсыны илһамландырмаған да, улар ниндәй генә биҙәктәрҙә нәфисләнмәгән!

Был темалар аша шағирҙар йәшәү йәмен һәм  мәғәнәһен, тормош ағышын һәм ҡәҙерен яҡтыртҡандар, кешенең хисен нәфисләгәндәр, рухын байытҡандар.

Йәшлек, мөхәббәт – улар поэзияның хәҙер ҙә бөтмәҫ – ҡоромаҫ илһам сығанағы, уның  күрке.

Рәмил Дәүләтҡолов поэзияһында ла мөхәббәт лирикаһы үҙе бер донъя. Унда кеше тойғоһона бәйле әллә ни хәтле ҡатмарлы кисерештәрҙе тойорға мөмкин.

11-се уҡыусы.

Эй юҡһына йөрәк, оноталмай,

Оноталмай һине, һөйөклөм.

Мин  бит һинһеҙ сикһеҙ был донъяла

Аҙашҡан бер болан кеүекмен…

Үлән баҫҡан  һуҡмаҡтарҙан көн дә

Һине күҙләп, йөрөп урайым.

«Хаталар»ға сәбәп табалмайса,

Үҙ – үҙемдән ҡайсаҡ һорайым:

Үҙ бәхетең өсөн көрәштеңме,

Алыштыңмы көҙгө яланда?

Ҡыуҙы мәллә һине шул яландан

Яуҙа еңгән башҡа боландар?...

Мөхәббәтте яуҙа еңеп кенә

Яулап алып булмай, күрәһең.

…Арыным мин тиңһеҙ алыштарҙан,

Аҡылымдан инде яҙмайым.

Ә шулай ҙа ҡайсаҡ, йөрөй торғас,

Түҙмәйенсә һары һағышҡа,

Әүәлгесә сая ҡомар менән

Ташланырҙай булам алышҡа…

Бары өндәш кенә ,иркәм…

12-се уҡыусы.

Һинең һүрәт.

Һинең  һүрәт…

Ябай ҡәләм менән

Минең ҡулдар менән эшләнгән.

Ә шулай ҙа ҡарап торамын да,

Мин тугелдер, тиеп шикләнәм…

Һинең һүрәт…

Берсә ҡырыҫһың һин,

Берсә уйсан, берсә көләһең.

Был мөхәббәт ябай кешене лә,

Рафаэлдай итә, күрәһең…

1-се алып барыусы.

Рәмил Дәүләтҡоловтоң мөхәббәткә арнап яҙылған шиғырҙары бик күп.

“Бөрйән ҡыҙына”,  “Аҡ келәт”, “Һинең ҡарашың” тигән шиғырҙарында ялҡынланып, илереп һөйөүе лә, мөхәббәткә ҡарата үкенесе лә һүрәтләнә.

Уның шиғырҙарында һағыш моңо булһа ла,ниндәйҙер ышаныс көсө лә юғалмай. Ул зарланмай ҙа, төшөнкөлөккә лә  бирелмәй, ә үҙенең ҡасандыр булған мөхәббәтенә тоғро ҡалып, уның  менән илһамланып йәшәй бирә.

Кәрәк нәмәләр хисабы

Иҫ китерлек.

Мин берәүһен генә алдым

Юл үтерлек.

Имен – аман тамамланыр

Сәйәхәтем,

Йөрәгемдә дөрләп янһа

Мөхәббәтем.

2-се алып барыусы.

Рәмил Дәүләтҡоловтоң мөхәббәте бөтә донъялыҡҡа булған ҙур мөхәббәткә әүерелә.

Мөхәббәтем тота мине, улым,

Мөхәббәтем тыуған төйәккә.

Мөхәббәтем халҡым күңеленә,

Мөхәббәтем ғәзиз әсәмә.

Мөхәббәтһеҙ бер ҙә йәшәмәнем,

Мөхәббәтһеҙ һин дә йәшәмә!-

тип өндәшә ул бәтә донъяға. Хоҙай кешегә иң бөйөк тойғо – һөйөү тойғоһо бүләк иткән. Ул тойғоно һаҡларға,  наҙларға, ихтирам итергә кәрәк. Сөнки мөхәббәтле кеше бер ҡасан да яуызлыҡ эшләмәҫ, яман уйҙар менән йәшәмәҫ. Изгелектең сығанағы ул мөхәббәт.

Бер – беребеҙгә изгелектәр ҡылып, мөхәббәтле булып йәшәйек!

Музыкаль номер «Мөхәббәт ялҡыны». Йыр.

2-се алып барыусы.

Ә хәҙер бөгөнгө кисәнең эпиграфына ҡайтайыҡ. Унда «Ҡорама» шиғырынан өҙөк алынған. «Ҡорама» тәү ҡарашҡа һөйөү тойғоһона бағышланған  әҫәр булараҡ ҡабул ителһә лә, уны ҡайтанан – ҡайта уҡыған һайын, яңы йөкмәтке, фекерҙәр йүнәлеше менән асыла барғанын тояһың. Бында ҡорама образы аша автор бөгөнгө көнөбөҙҙө күҙ алдына баҫтыра. Ҡорама – «төрлө тойғоларҙан ҡоршалған шағир күңеле генә түгел», кешеләрҙе «аҡтар»ға, «ҡара»ларға, байҙарға - ярлыларға , социаль ҡатламдарға  яһалма рәүештә  бү-леүсе илдең  емерткес сәйәсәте лә.

1-се алып барыусы.

Кисәнең исемен «Һигеҙенсе мөғжизә» тип атаныҡ. Был Рәмил Ҡол-Дәүләттең шиғырҙар йыйынтығының  исеме.

Нимә һуң ул «Һигеҙенсе мөғжизә»? Ул – халыҡ аҡылы, халыҡ рухы, милләтте милләт иткән һәм итәсәк йәшәү көсө, уның ижад дәрте. Ошоларҙың барыһын моңға әйләндереп, киләсәккә еткереүсе ҡурай – бына ул һигеҙенсе мөғжизә.

Ҡурай көйө яңғырай.


ЙОМҒАҠ

Хәҙерге башҡорт поэзияһы төрлө тематикалы һәм бай әҙәби үҫеш кисерә. Замандаш шағирҙарҙың иғтибарын йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләре лә йәлеп итә. Тематика, жанр, стиль төрлө булһа ла, әҙәбиәттең төп вазифаһы  – кеше һәм уның яҙмышын сағылдырыуҙа, кешенең кешелеклеге тураһында ҡайғыртыуҙа.

Рәмил Дәүләтҡолов башҡорт әҙәбиәтендә донъя барышы, тыуған ил, уның яҙмышы, көн талабы, төркөм психологияһына яраҡлаштырылған шиғырҙары менән киң билдәле.

Төрлө проблемаларҙы яҡтыртҡан әҙиптең шиғырҙарын бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарарға була. Уның тыуған төйәккә, тыуған яҡ моңдарына бағышланған шиғырҙар төркөмөнә “Тыуған ерем”, “Сиҙәмем”, “Башҡорт ере”, “Иҙел ярында тыуған шиғыр” һ.б. әҫәрҙәрен индерергә була.

Үҙенең милләте, тыуған Башҡортостаны тураһында шағир һоҡланыуҙан бигерәк, йөрәктәре әрнеп һүҙ әйтә, уларҙағы бөйөклөктө генә түгел, милләттең үҫешен бығаулаусы кире яҡтарға ла күҙ йомоп ҡалмай. Был төркөмгә “Килен”, “Ниндәй ер был?”, “Үҙ илем бит, үҙ ерем бит”, “Йылға”, “Ҡорама”, “Саңдау”, “Мәмерйә”, “Һыулүҙән”, “Ҡаҙҙар ғүмере”, “Нишләгәнен белмәй донъя”, “Балсыҡ”, “Яралы торна монологы” тигән шиғырҙары инә.

Автор тормошҡа тамырҙары менән береккән кешенең һыҙланыуҙары, яҙмышы тураһындағы шиғырҙарында ла нескә психолог булараҡ һүҙ әйтә. Был төркөмгә “Төш”, “Дебильныйҙар таҡмағы”, “Моңһоу күренеш”, “Төн” ши-ғырҙары, “Быума” поэмаһы инә.

Әсәһенә бағышлап оло ихтирам, мөхәббәт, йылылыҡ тойғолары менән һуғарылып яҙылған шиғырҙары Рәмил Дәүләтҡолов ижадында шулай уҡ ҙур урын алып тора. Был төркөмгә “Урындыҡ”, “Ишек тотҡаһы”, “Әсәйемә мәрҫиә” һ.б. шиғырҙары ҡарай.

Шулай уҡ Рәмил Дәүләтҡолов поэзияһында мөхәббәт лирикаһы үҙе бер донъя. Был төркөмгә “Һинең һүрәт”, “Бөрйән ҡыҙына”, “Аҡ келәт”, “Һинең ҡарашың”, “Диалог” һ.б. шиғырҙары инә.

Йылдар үтә килә Рәмил Ҡол-Дәүләттең әҫәрҙәрен ҡулға алып уҡыған һайын шул заманға бәйле яңы йөкмәткеһе асылғандан-асыла, шиғырҙары өр-яңыса әле генә яҙылғандай ҡабул ителә.

Образлылыҡ, кинәйә, ишара талабы әҙәбиәттең һәр төрлө жанрҙарына ла берҙәй үк ҡағыла, иң тәү сиратта – шиғриәткә. Ҡолдәүләт шиғырҙарының да һәр заманға хас оригиналь булыуы, яңы йөкмәтке менән балҡыуы – уларҙың образлылығында. Ҡатмарлы метафоралар ҙа, фекерҙән фекер “быуаҙлатыу”ҙа, һүҙ эсенә уй йәшереү ҙә ят Ҡолдәүләт ижадына. Әҫәрҙәрендәге образдары, кинәйәләре шул тиклем ябай, аңлайышлы, бер һүҙ менән әйткәндә - халыҡсан, шул уҡ ваҡытта тәрән һәм киң йөкмәткеле. Ана шул ябайлығы, шул уҡ ваҡытта тапҡыр теллелеге, фекер тығыҙлығы, образдар күркәмлеге менән айырылып тора Рәмил Ҡолдәүләттең шиғырҙары башҡаларҙан.

Рәмил Ҡолдәүләт үткән быуаттың 90-сы йылдар башында, үткән меңйыллылыҡтың ахырында ижад иткән. Бик осҡор һәм мәргән булған ул. Тоҫмаллап ҡына атмаған, нәҡ хәҙерге көндөң иң көнүҙәк мәсьәләһен яҡтыртҡан.

Уның шиғырҙарында ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы шәхсән тәбиғәте лә, ғазаптарға һәм шатлыҡтарға тулы ҡыҫҡа ғына ғүмере лә, берсә уйландырған, берсә моңландырған, хайран ҡалдырған һәм ғазапҡа һалған ижады ла.

Донъяға маңлай күҙе менән генә түгел, күңел күҙе менән ҡарай торған шағир булған Р.Дәүләтҡолов. Донъяның бөтә шатлығы һәм фажиғәләре, халыҡ, ил яҙмышы шағир йөрәге аша үтә.

Шағирҙың йөрәге яралы. Һәм ул яра ваҡ-төйәк яра ғына түгел, ул юғарыраҡ яра – ил яҙмышы, ер яҙмышы, милләт яҙмышы, халыҡ яҙмышына бәйле яра. Уның үҙенә генә хас фекер ағышы, шиғри образдарҙың ҡоролошо, шиғри интонацияһы, һүҙҙәренең яңғырашы – бер кемгә оҡшамаған, тик үҙенсә.

Сығарылыш квалификация эшен башҡарғандан һуң түбәндәге һығымталар эшләнде:

  • Рәмил Ҡолдәүләт һуңғы утыҙ йыл эсендә ижад иткән һәм  башҡорт шиғриәтендә тәрән эҙ ҡалдырған иң сағыу башҡорт шағирҙарының береһе;
  • Рәмил Ҡолдәүләттең әҫәрҙәре йәш быуынды тәрбиәләүҙә, эстетик матурлыҡҡа төшөндөрөүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
  • Шағирҙың әҫәрҙәре ябай телле, халыҡсанлығы, үтемле булыуы менән айырылып тора.

Был сығарылыш квалификация эше инеш өлөштән, ике бүлектән, йомғаҡтан, ҡулланылған әҙәбиәттән торҙо. Хеҙмәттең ҡуйылған маҡсаты һәм бурыстары үтәлде.


ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

  1. Байымов Р.Н., Гәрәева Г.Н., Мостафина  Р.Д., Шәрипова З.Я. Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. – Өфө; 2003. – 575 бит.
  2. Балҡыштар. Шиғриәт. – Өфө: Китап, 2004. – 560 бит
  3. Башҡорт шиғриәте антологияһы. – Өфө: Китап, 2001.
  4. Бикбаев Р. Замандың шиғри йылъяҙмаһы (Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемалары). – Өфө: Башҡ.китап нәшр., 1980. – 272 бит.
  5. Бикбаев Р. Һайланма әҫәрҙәр.IV: мәҡәләләр. – Өфө: Китап, 2011. – 632 бит.
  6. Бикбаев Р. Шағир һүҙе – шағир намыҫы: ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр. – Өфө: Китап, 1997. – 512 бит.
  7. Вахитова А.Ғ. Матурлыҡ Арҡайымы эҙләүсе шағир (Рәйес Түләк лирикаһы хаҡында) // Язык и литература в поликультурном пространстве. Вып.5. – Бирск: Бир.соц.пед.акад., 2009. – 14-18-се биттәр.
  8. Вафин М. Рәмил маяғы // Тамаша. – 2003. – № 4. – 45 бит.
  9. Ғиләжев Х. “Шағирҙың поэтик донъяһы” // Ғ.Хөсәйенов. “Шағирҙар”. – Өфө: Башҡ.китап нәшр., 1981. –  201 бит.
  10. Ғәли М. Ваҡыт ҡанаттары – шиғриәттә: шиғриәт хаҡында уйланыуҙар, ижади портреттар, юлъяҙмалар. – Өфө: Китап, 2008. – 240 бит.
  11. Ғәниева Т. Их, Рәмил // Тамаша. – 2003. – № 4. – 30-32-се биттәр.
  12. Ғәниева Т. Мөхәббәткә генә ышанам…: Шиғырҙар. Поэмалар- Өфө: Китап, 2006. – 360 бит.
  13. Ғәниева Т. Уйсандар, һеҙгә өндәшәм…: әҙәби тәнҡит, ижади портреттар, һүрәтләмәләр. – Өфө: Китап, 2009. – 424 бит.
  14.  Егет һүҙе: шиғырҙар йыйынтығы. – Өфө: Башҡ.кит.нәшр., 1997. – 320 бит.
  15. Егет һүҙе: шиғырҙар йыйынтығы / Төҙөү-туплау – Ф.Исхаҡова. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшр., 1997. – 320 бит.
  16. Искәндәр М. Ни тимәксе инең, Рәмил? // Тамаша. – 2003. – № 4. – 33 – 44 биттәр.
  17. Ҡасҡынова Г.Н. Лирика сюжет һәм копомзиция мәсьәләләре // Язык и литература в поликультурном пространстве. Вып.5. – Бирск: Бир. соц. пед. акад., 2009. – 25-28-се биттәр.
  18. Ҡасҡынова Г.Н. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә структур поэтика мәсь-әләләре. – Өфө: Ғилем, 2007. – 144 бит.
  19. Ҡол-Дәүләт. Һигеҙенсе мөғжизә: Шиғырҙар, поэма. – Өфө; Башҡ.китап нәшр., 1991. – 80 бит.
  20. Мәһәҙиев Н. Талант тураһында бер һүҙ // Тамаша. – 2003. – №4. – 30 бит.
  21. Нәжми Н. Күңел сәхифәләре. – Өфө: Китап, 1999. – 320 бит.
  22. Солтанова Г.Р. Һүрәтләү сараһы буларааҡ символ // Г.Киекбаев Проб-лемы современной тюркологии: Материалы Всероссийской научной кон-ференции. – Уфа:БашГУ, 2006. – С.464-467.
  23. Султанова Г.Р. Изобразительные средства в современной башкирской поэзии; Автореф.дис.канд.филолог.наук. – Уфа, 2008. – 20 бит.
  24. Үтәбай Ә. Ҡол-Дәүләт // Тамаша. – 2003. – № 4. – 46-47 биттәр.
  25. Үтәбай Ә. Офоҡтарға китеп юғалһам // Ағиҙел. – 2008. – № 5. – 55-56 бит-тәр.
  26. Үтәбай Ә. “Тоҡандырыусы”ларҙың береһе // Башҡортостан. – 2008. – 29 май.
  27. Фатҡуллина Р.Х. Строфико-башкирской поэзии. Авторев.дис. канд. филолог.наук. – Стерлитамак, 2007. – 64 бит.
  28. Хөсәйенов Ғ. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. – Өфө: Китап, 1996. – 710 бит.
  29. Хөсәйенов Ғ. Замана: Мәҡәләләр, портреттар, иҫтәлектәр, парсалар. - Өфө: Башҡ.китап нәшр., 1988. – 360 бит.
  30. Хәбиров Ә.Х. Юл сатында: шиғри күҙәтеүҙәр, ижади портреттар. – Өфө: Китап, 2011. – 272 бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Великая тайна любви ( по повести А.И. Куприна "Олеся")

Это презентация к уроку, а полный конспект урока был издан Академией повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования в сборнике "Методическое обеспечение учебного проц...

Урок литературы в 11 классе по теме «Романтические тенденции в повести А. И. Куприна “Олеся”

Урок в 11 классе по повести А.И.Киприна "Олеся" Учащиеся познакомятся со своеобразием романтического мироощущения в повести,  проведут параллель между повестью "Олеся" и "гранатовый браслет"...

Конспект урока литературы в 11 классе "Мотивная структура повести А.И.Куприна "Олеся"

Урок - исследование мотивной структуры повести А.И.Куприна "Олеся" через организацию интерактивной деятельности учащихся. Урок решения "ключевых" задач. Тип урока: Урок комплексного применения знаний....

Тест по повести А.И.Куприна "Олеся"

Тест направлен на выявление качества имеющихся знаний...

Проектирование танцевального номера объединения народного танца "Русский сувенир" "Тень - тень над водою"

Проектирование танцевального номера  «Тень – тень над водою».Каждая эпоха как в зеркале отражается в танцевальной культуре народа.Фольклор наполняет душу каждого человека гордостью за свой народ,...

Тема: Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһының идея-тематик йөкмәткеһе

Методическая разработка урока на тему: Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһының идея-тематик йөкмәткеһе...

"Шоңҡар" поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһе.

Ғ.Сәләмдең "Шоңҡар" поэмаһы буйынса дәрес конспекты....