• Главная
  • Блог
  • Пользователи
  • Форум
  • Литературное творчество
  • Музыкальное творчество
  • Научно-техническое творчество
  • Художественно-прикладное творчество

Эссе Башҡорт балаһы мин...

Опубликовано Ишмеева Гульнара Маратовна вкл 18.02.2022 - 12:08
Ишмеева Гульнара Маратовна
Автор: 
Фаттахова Эльмира

Башҡорт балаһы мин...
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
- тип яҙа Рауил Бикбаев үҙенең тыуған телен данлап, халҡының тарихын иҫкә алып.
Ул Ырымбур өлкәһендә тыуған бөйөк шәхестәрҙең береһе. Рауил Төхфәт улы Бикбаев
1938 йылдың 12 декабрендә Покров районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында колхозсы
ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Аҡ-Булаҡта педучилище, Өфөлә Башҡорт
дәүләт университетын һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының
аспирантураһын тамамлай. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.Тарих, тел
һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1995
йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡара. Рауил
Бикбаев –күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге
башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған ғилми хеҙмәттәр авторы.
Уның ижадында яңы темалар, проблемалар барлыҡҡа килә. Иң төп проблемаларҙың
береһе булып телен, илен, Ерен һаҡлау мәсьәләһе күтәрелә. «Халҡыма хат» поэмаһы рус
һәм башҡорт телдәрендә йоҡа ғына брошюра итеп баҫыла. Поэма фәһемле саҡырыу
һүҙҙәре менән тамамлана:
Туғанынан яҙған ярты йәтим,
Туған теленән яҙған- мең йәтим,
Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
Рауил Бикбаевтың туған тел, халыҡтың яҙмышы, уның барлығы, намыҫы, ҡәҙере икәнлеге
хаҡындағы борсолоулы уйҙары, халҡына хаты-халыҡ шағирының намыҫ һүҙе, йөрәк ауазы
ул. Поэмала баштан аҙаҡҡа тиклем йөрәктән сыҡҡан ялҡынлы һүҙҙәр яңғырай.
Туған тел – ул әсә теле генә түгел, туған халҡыңдың теле. Туған телдең меңәр йыллыҡ
тарихы. Был тарихты киләсәк быуындарға еткерерҙәй батыр улдар, аҡыллы ҡыҙҙары бар
илдең, ғәзиз туған телдәре бар.Әммә ҡайһы бер ата-әсәләр тормошта йәшәргә ҡыйын була
тип балаларын рус теленә генә өйрәтәләр. Милләттең киләсәге сәңгелдәктә ятҡан
сабыйҙан, әсәнең бишек йырынан башлана. Ләкин бөгөнгө тормоштоң аяныслы
хәҡиҡәттәренең береһе, сабый әсәһенең сәңгелдәк йырын тыңлауҙан мәхрүм. Уның әсәһе

башҡортса йырлап сәңгелдәк бәүетеү түгел , ул телдә йүнләп һөйләшә белмәй. Белмәй ҙә,
теләмәй ҙә. Кешенең рухи үҫешендә ни тиклем ҙур фажиғә!
Телдең ҡороуы дарья ҡороуына ҡарағанда ла яманыраҡ булыуын телле көйө телһеҙ
ырыуҙашына нисек аңлатырға тигән һорау ҡуя шағир.
Илде ил итеп һаҡлауҙа,моңдо,телде үҫтереүҙә, милләтте милләт итеп ҡалдырыуҙа, бөтә
донъяла милләттең тотҡан урынын билдәләүҙә халыҡтың аң-белемгә ынтылышы,
битарафлыҡты, ғәмһеҙлекте бөтөрөүе ҙур урын алып тора.
Маҡсаттарҙы бөгөн бергә ҡушһаҡ,
Офоғобоҙ алда киң әле.
Тыуған телдең шифа шишмәһенән
Килер быуын эсһен кинәнеп,-
ти шағир өмөтлө ҡараш менән.
Ҡасан бөтөр беҙҙә был моңһоҙлоҡ,
Был аңҡаулыҡ, ләғнәт ялҡаулыҡ?
Тупланығыҙ, йәштәр, изге сафҡа,
Иртәгеһен илдең һаҡларлыҡ!
Шағир илде һаҡларлыҡ, телде яҡларлыҡ көстө йәштәрҙә күрә. Уларҙы тупланырға , уяу
булырға саҡыра.
Бөгөнгө заманда ерен дә, телен дә һаҡлағанда ғына милләт һаҡлана. Шуға күрә, телеңде
лә, ереңде лә юғалтмау- милләттең мөҡәддәс бурысы, киләсәктәге йәшәйештең зарури
талабы.

Поделиться:

Рисуем домики зимой

Самый главный и трудный вопрос

Несчастный Андрей

Лист Мёбиуса

Стрижонок Скрип. В.П. Астафьев