Илебеҙ киләсәге балалар баҡсаларында тәрбиәләнә, әммә ғаилә – иң ҙур тәрбиә үҙәге.
статья (подготовительная группа)

Кабирова Алия Радиковна

Илебеҙ киләсәге балалар баҡсаларында тәрбиәләнә, әммә ғаилә – иң ҙур тәрбиә үҙәге.

         Балалар баҡсаларында, белем  усаҡтарында белемле, һау-сәләмәт, әүҙем тормош позицияһы алып барырлыҡ, тормошта бер ҙә генә лә юғалып ҡалмаҫлыҡ  шәхестәр тәрбиәләйбеҙ икән, тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө.

         Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа йәш быуынға белем һәм тәрбиә алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Әленән-әле яңы заманса  балалар баҡсалары, күҙҙең яуын алырлыҡ яңы һулыш өргән мәктәптәр төҙөлә. Был тәңгәлдә ғаилә менән белем усаҡтарының бәйләнеше  көслө, эшлекле булыуы киләсәк быуынды тәрбиәләү өлкәһендә бик тә мөһим.  Нисек кенә булмаһын, ғаилә,тыуып үҫкән йорттоң йылыһын бер ни менән дә алмаштырып булмай икәнлеге көн кеүек асыҡ. Ошо йылы усаҡтағы хәтирәләр һәр кемде ғүмере буйы оҙатып  бара.Балалар  һәр яңы башланғыстарҙың, яңылыҡтарҙың иң үҙәк урындарын биләй. Балаларын әҙәплелеккә,тырышлыҡҡа, иманлылыҡҡа, егәрлелеккә, хеҙмәт яратырға, тыйнаҡлыҡҡа, кешелеклелеккә, тәүфиҡҡа, игелекле булырға өйрәтеп  үҫтергән ғаиләнең һәр саҡ йөҙө яҡты, нурлы, бәхетле була, балаһы тәрбиәләнгән балалар баҡсаһы, уҡыған белем йортонда ла бындай ғаиләләрҙең матур һыҙаттары, әҙәптәре сағылмай ҡалмай, башҡаларға ла улар үрнәк, өлгө булып йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Бала ата-әсәһенең күсермәһе, тигән әйтем дә быға асыҡ миҫал. Ысынлап та, бишектән алып, бала  ғаиләһендә нимә күрә, нимәгә өйрәнә, шуны ҡабатлай. Ата-әсәһенең үҙ-үҙен тотоуында бала иң яҡшы һыҙаттарҙы күрергә теләй. Ата-әсә – бала өсөн ин тәүге үрнәк.

         Баланың күңелһеҙләнеүенә сәбәптәр тыуҙырырға ярамай. Уның алдында асыуланышыу ҙа яҡшы түгел.

      Бала шәхесенә, уның теләк-ынтылыштарына, ҡыҙыҡһыныуҙарына, уй-фекерҙәренә иғтибарлы булыу зарур. Ғаиләләге ыңғай һыҙаттарҙы даими камиллаштырыу бик яҡшы. Ғаилә традициялары ни тиклем күберәк һәм этәлеклерәк булһа, ғаилә тормошо ла шул тиклем шатлыҡлы була. Баланың башҡа кешеләр менән әҙәпле, иптәштәрсә һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуына булышлыҡ итергә кәрәк. Уның һәр яҡшы хәрәкәтен хуплау - уны бәхетле тормошҡа әҙерләү ул. Көндәлек эшмәкәрлеге, туҡланыу режимы, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүе, саф һауала булыуы – былар баланың үҫешенә һәм шәхес булып формалашыуына бик ҙур йоғонто яһай.

      Тәрбиәсе, психолог булараҡ, мин үҙемдең  педагогик тәжрибәмдән сығып, һәр ата-әсә балаһына баштан бик иғтибарлы   булһын ине, тиеп әйткем килә. Быуындар аҡылын, туғанлыҡ ептәрен өйрәнеүгә, үҙ шәжәрәһен белеүгә, йәмғиәт, тыуған Ил, уратып алған донъя тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу хисе балала бәләкәйҙән уянырға тейеш.  Шулай уҡ, һәр кемдең  үҙенә һәм йәмғиәткә  файҙа килтерерлек эше, шөғөлө булырға тейеш икәнлегенә төшөндөрөү генә етмәй, ә бергәләп хеҙмәткә, эшкә өйрәтеү баланың күңеленә, ғәҙәтенә һалына. Һәм ул хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә.

      Ғаиләлә эшкә уйындар ярҙамында йәлеп итеү бик тә отошло. Уйын аша балаларҙың иғтибарын, хәтерен, ихтыяр көсөн һәм бик күп ыңғай һыҙаттарын тәрбиәләргә була. Һанашмаҡтар, таҡмаҡтар, бишек йырҙары, әкиәттәр, ҡобайыр һәм башҡа  фольклор әҫәрҙәрен дә бала тәрбиәләүҙә ҡулланыу бик ҙур әһәмиәткә эйә.

       Баланының  һәр матур эшен маҡтау,күреп баһалау яҡшы һөҙөмтә бирә. Уның күңелендә яңынан - яңы яҡшы эштәргә дәрт, илһам осҡондары уянасаҡ. Нимә яҡшы, нимә насар була, улай эшләргә ярамай икәнлекте балаға тыныс ҡына аңлатып, өйрәтеү тик файҙаға ғына. Бәләкәйҙән был тәңгәлдә иғтибарлы булыу кәрәк. Баланы шәхес итеп күреп өйрәнергә кәрәк. Ул тик яҡшылыҡҡа өйрәнеп үҫһен өсөн тырышырға кәрәк. Бала ла күргәнен,өйрәнгәнен эшләй һәм ул уның ғәҙәтенә һалына.

      Бала кешеләр менән ипле мөғәмәләлә булырға ла тап ғаиләлә өйрәнә. Әгәр ҙә ата-әсә тупаҫ итеп, ипһеҙ аралаша, һөйләшә икән, эргәңдә йөрөгән ул-ҡыҙыңдан инде яҡшы аралашыу әҙәбен көтмә лә. Балаларың һинең менән нисек мөғәмәлә итеүен теләһәң, шулай мөғәмәлә итәһең инде. Бер ата-әсә лә киреһен теләмәй, әлбиттә. Ихтирамлы, изгелекле, яуаплы, намыҫлы булыу, матур  итеп һөйләшеү , бер-береңде хөрмәт итеү, шулай уҡ ғаиләлә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙы, һаулыҡты һаҡлауҙы, тирә-яҡ мөхитте , таҙалыҡты һаҡлауҙы бурыс итеп алыу - был  инде тик яҡшыға ғына. Балаңа матур итеп өндәшеү, уны шәхес итеп күрә белеү – киләсәккә ысын кеше тәрбиәләү  ул.

        Йортта шәхси китапхана булдырыу ҙа бик тә әһәмиәтле. Балаға сағыу, матур китаптар бүләк итеү ҙә балалар күңелендә  китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята. Ә бит китап – өндәшмәҫ уҡытыусы. Балаларға китап үҫкәндә ныҡ ыңғай йоғонто яһай. Быны оноторға ярамай. Балаң бәләкәс кенә сағынан китапты белеп үҫһә, әлбиттә, бөгөнгө телефон, смартфон, компьютерҙан айырыла алмай ултырмаҫ ине. Күп ата-әсәләр телефонға әүрәп, текәлеп ултырған балаһының һаулығын да, киләсәген дә уйлап еткермәй, бик ҙур, елле хата эшләй. Берҙән, күреү һәләте боҙола, икенсенән, һанай китһәң, ыңғай яғы менән бер рәттән, кире яҡтары ла бихисап. Баланың тотошлай Интернетҡа бәйле булыуы бик хафалы булыуы, насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал икәнлеге тураһында уйланырға урын бар.

        Республикабыҙҙа бик матур, сағыу, эстәлекле ваҡытлы матбуғат баҫмалары нәшер ителә. Күпселек ғаиләләр матбуғат менән бик дуҫтар. Уны даими алдырып, рухлы бала үҫтерәләр, тиеп ышаныслы әйтә алам. Мәктәпкәсә йәштәге  балалар өсөн “Аҡбуҙат”, “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәренаң балалар өсөн ҡушымталары,  мәктәп уҡыусылары өсөн “Аманат” журналы, “Йәншишмә” гәзиттәре –иң шәп тәрбиәүи сығанаҡтар. Гәзит-журнал уҡып, ҡарап , уның йоғонтоһонда үҫкән балалар рухлы, иманлы, тәрбиәле булыуҙарына иманым камил. Быны үҙебеҙҙең ғаилә миҫалынан да ғорурлыҡ менән әйтә алам. Әле лә үҙебеҙҙең ғаиләлә бәләкәй өс йәшлек Арслан үҫә. Ул “Аҡбуҙат” журналын , сағыу әкиәти китаптарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай.

        Ауылда тәрбиләнәме, ҡалала  тәрбиәләнәме,  барыбер ҙә,  кәрәк икән, һәр яңы көндө ҡыуанып ҡаршы алырлыҡ, яланда   ҡолас йәйеп  бесән сабырлыҡ, ҡулдарына сүкеш-балта тота белгән, майҙандарға сығып, ҡул көрәштерерлек көс-ғәйрәте ташып торған  туптай улдар, егәрле, көмөш ҡалаҡҡа һалып йотмалы әҙәпле ҡыҙҙар үҫтереү  - барыбыҙҙың да изге бурысыбыҙ.

         Әсә-атаһы, тыуған өйө биргән фәтиха, улар һыҙған юл үҫтергән балаларыбыҙға тик бәхет килтерһен ине. Тағы ла шуны ла әйтәһем килә: кешене, милләтебеҙҙе, Ил-Йортобоҙҙо мәҙәни мөхит һәм  гәзиз туған телебеҙ  бар итә, йәшәтә.  Үҙ балаһын  телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә лә ғаилә -иң көслөһө. Балалар баҡсаһында, мәктәптә өйрәтеү генә етмәй, ошо иң ҡиммәтле хазиналарыбыҙҙы юғалтмай, ғаиләлә был мәсьәләгә  бик иғтибарлы булыу кәрәк. Туған телен белгән бала бәхетле була икәнлеген онотмаһаҡ ине.

       Быйылғы йыл  республикабыҙҙа  Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ  Йылы, тип иғлан ителеүе лә бик яҡшы күренеш. Ошо мәртәбәле йылда һәр ғаилә сәләмәт тормош менән, имен-һау, балаларыбыҙ  менән мәҙәниәтле, рухлы,  әүҙем ғаилә тормошонда , рәхәтләнеп кенә йәшәйек, тигән теләктә, мәҡәләмде тамамлағым килә.

Әлиә Радик ҡыҙы Кәбирова.

Скачать:

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)

КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...

Лексик -грамматик категорияләрне үзләштерү буенча зурлар торкеме балалары (сөйләм теленең гомуми үсешендә кимчелекләре булган ОНР балалар) белэн үткэрелгэн шогыль “ Язгы урманга сәяхәт

Коррекцияле-белем бирү:  Балаларның яз фасылы турындагы белемнэрен тирәнәйтү, язның төп билгеләре белән таныштыруны дәвам итү ,сүз байлыкларын   активлаштыру, бәйләнешле сөйләмне...

Балалар бакчасында сәләтле балалар белән эшләү программасы

Балалар бакчасында сәләтле балаларны ачыклау...

«Татарстан Республикасы Саба муниципаль районы Югары Симет «Ромашка» балалар бакчасы» мәктәпкәчә белем муниципаль бюджет учреждениесе филиалы - «Түбән Симет балалар бакчасы» Проект эшнең исеме : "Китап киңәшчең синең"

Бүгенге көндә безнең җәмгыятьтә уку статусы бөтенләй кимеде. Мәгълүматларның техник яктан камилләшүе чорында китапка кызыксыну кимеде. Бу проблеманы хәл итү өчен үсеп килүче буынның китап укуга, китап...

«Татарстан Республикасы Саба муниципаль районы Югары Симет «Ромашка» балалар бакчасы» мәктәпкәчә белем муниципаль бюджет учреждениесе филиалы - «Түбән Симет балалар бакчасы» Проект эш: "Яңа ел"

Теманың актуальлеге:Яңа ел-иң яраткан, искиткеч гаилә бәйрәме. Кыш бабайның сихри үзгәрешләре һәм бүләкләре булган бәйрәм. Әлеге проектта Яңа елны бәйрәм итү традицияләрен өйрәнү һәм саклау мөһим урын...