"Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ,балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ"
консультация

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Ата-әсәләргә кәңәштәр

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kons_dlya_roditeley_balhyz_golg_kort_kunmas.doc36.5 КБ

Предварительный просмотр:

«Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ»

 «Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ тигән әйтем бар халыҡта. Йәш ғаиләнең йортон нурға күмеп, сабый донъяға килә. Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр икәнен оноторға ярамай. Шуға бәйле бер хикәйәт тә бар. Атаһы балаһманға дуҫ булма, улым. Ул һине тик боҙоҡлоҡҡа өйрәтер. Мине хәсрәткә һалырһың»,-ти. Улы: «Юҡ, мин һине һис борсолдормам. Иптәштәремдең яман икәнлеген беләм, әммә улар минең арҡамда төҙәлерҙәр», - тип яуап биргән. Атаһы: «Уйың хаҡмы икән, әйҙә, тикшереп ҡарайыҡ», - тигән һәм кәрзиндәге бешкән, һутлы алмалар эргәһенә Бер серек алма һалған. Бер аҙнанан һуң кәрзиндәге алманың яртыһы серегәнен күргәндәр. Шул саҡ атаһы улына: күрҙеңме, улым? Алама холоҡло кешеләргә эйәрһәң, һин дә ошолай боҙолорһоң», - тигән. 

Йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү өсөн ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылына, тормош тәжрибәһенә таянып эш итергә кәрәк беҙгә. Күренекле педагог А.С. Макаренко бик күп тикшеренеүҙәр емеше булған «Книга для родителей» китабында былай тип яҙа: «Ғаиләлә һәйбәт балалар тәрбиәләп үҫтерергә теләйһегеҙ икән, ғаиләгеҙ мотлаҡ бәхетле булһын. Үҙегеҙҙең бөтә һәләтегеҙҙе егегеҙ, дуҙтарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы ярҙамға саҡырығыҙ, өҙгөләнегеҙ,янығыҙ, тик, нисек кенә булдһа ла, бәхетле булығыҙ. Ябай, кешесә бәхетле булыу ғына ғаиләлә Баланы бәхетле итә. Тик бәхетле булыу тойғоһо ғына дөрөҫ тәрбиәгә киң юл аса». 

Ата-әсәнең бала алдында үтә яуаплы, мотлаҡ үтәлергә тейешле өс төп бурысы бар. Беренсеһе – сабыйға матур, мәғәнәле исем ҡушыу; икенсеһе – баланың кем менән дуҫ булыуына диҡҡәт итеү һәм өсөнсөһө - лайыҡлы ғүмер юлдашы һайлауҙа ярҙам итеү. 

Тәрбиәлә эре-ваҡ мәсьәләләр булмай. «Бала уңһа ғына – бала, уңмаһа - бәлә». Балаһын киләсәктә ысын шәхес итеп күрергә теләгән һәр ата-әсә, һис шикһеҙ, түбәндәгеләргә иғтибар итергә тейеш. 

1. Бала көнөнөң теүәл режимы - тәрбиә өсөн бик мөһим шарт. Теүәл ваҡытҡа күнегеү - үҙеңә ҡарата теүәл талапсанлыҡ ғәҙәте ул. 

2. Гигиена талаптарын үтәргә өйрәтегеҙ, кесе йәштән сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләгеҙ. Ғаилә менән көн дә иртән күнегеүҙәр яһау, тәбиғәттә ял итеүҙе яҡшы традицияға әйләндерегеҙ. 

3. Бала тыуғанда ярҙамға мохтаж булып тыуа. Әммә улар иркә, үҙҙәрен генә яратыусы булып тыумайҙар. Уларҙы был хәлгә ата-әсәнең артыҡ яратыуы, наҙы төшөрә. Сабыйҙы артыҡ иркәләтеүҙең дә, кәрәгенән тыш ҡаты ҡуллылыҡ күрһәтеүҙең дә урынһыҙ икәнлеген яҡшы аңлаған ата-бабаларыбыҙ. «Балаңды боҙғоң килһә, маҡта», «Иркә ҡайҙа - иҫәр шунда», «Күп әрләмә - әрһеҙ итерһең, бикләмә - уғры итерһең», «Ҡыҙҙар – ҡыл өҫтөндә, ҡылдан төшкәс – тел өҫтөндә», «Улға – утыҙ ерҙән, ҡыҙға ҡырҡ ерҙән тыйыу» кеүек һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған. 

4. Бала менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү, аралышыуҙа интонация һайлай белеү – ҙур һөнәр. Асыу, ҡысҡырыу, ярһыу, артығынан тыш инәлеүҙең ыңғай һөҙөмтәләргә килтермәүен һәр ғаилә ағзаһының аңлауы мөһим. Һүҙ – бысаҡтан үткер, бала күңелен һүҙ менән яраламағыҙ, уны кәмһетмәгеҙ, киреһенсә, һәр осраҡта үҙ-үҙендә ышаныс тәрбиәләү мөмкинселектәрен эҙләгеҙ. 

5. Эш һөйөүсәнлек - шәхестең иң мөһим әхлаҡ сифаттарының береһе. Был сифаттан мәхрүм кеше – рухи яҡтан ғәрип. Хеҙмәткә мөхәббәт бары тик хеҙмәттә генә барлыҡҡа килә. Шуға ла балағыҙҙың көсөнән килгән һәм һәр көн башҡара торған почта индереү, сүп түгеү, иҙән һепереү, һауыт-һаба йыуыу, ҡар көрәү кеүек эштәре булһын. Эш үтәлешен, һөҙөмтәләрен мотлаҡ тикшерегеҙ һәм хуплауҙан ҡурҡмағыҙ. 

6. «Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара» тиҙәр. Бала уйнаған саҡта үҙен нисек тотһа, үҫеп еткәс, эштә лә үҙен ул күп яҡтан шулай тотасаҡ. Шуға ла киләсәк эшмәкәрлектең тәрбиәләнеүе, барыһынан да элек, уйын ваҡытында бара. Уйын ул - ниндәй ҙә булһа тормош рәүешенә өйрәнеү, шул тормошҡа инеү сараһы булып тора.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема:Йорт хайваннары һәм аларның кеше тормышындагы әһәмияте.Тирә-юнь белән танышу.(уртанчылар төркеме)

Максат:Балаларны тере организмнар белән таныштыру, күзалларга өйрәтү: яшәү шартлары,туклануы. Табигатьнең тере организмнарына карата сакчыл караш тәрбияләү. Балаларның сөйләм телен үстерү.Материал:Кон...

Конспект йорт хайваннары

Йорт хайваннары...

Әкият – Матур йорт (портфель). Сценарий выпускного.

Балалар бакчасыннан чыгарылыш кичәсе.Сценарий выпускного в детском саду на татарсклм языке....

"Йорт хайваннары"

Тема: «Табигатьнең җанлы ияләре. Йорт хайваннары». Максат: Татар халкының фольклор әсәрләре аша балаларны йорт Хайваннары турындагы белемнәрен арттыру, ныгыту, аларның кешеләргә файдасы турында с...

Йорт һәм кыргый хайваннары. Презентация

Йорт һәм кыргый хайваннары...

Тема:"Йорт хайваннары" (беренче кечкенәләр төркемендә сөйләм телен үстерү буенча шөгыль конспекты )

Эшчәнлек барышы. Тема: “ Йорт хайваннары “ Бурычлар:Танып белү. 1.балаларның йорт хайваннары турындагы белемнәрен киңәйтү; 2. хайваннарның исемнәрен әйтергә күнектерү; 3. йорт хайваннарына кар...