"Ерем,илем,телем"
проект

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Проект эше

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл proekt_eremilemtelem.docx20.48 КБ

Предварительный просмотр:

                                          Башҡортостан  Республикаһы Баймаҡ ҡалаһы

                                          Муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү

                                          учреждениеһы  Баланы  үҫтереү үҙәге-

                                        «Айыуҡай» балалар баҡсаһы

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮҘӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ СИСТЕМАЫН КАМИЛЛАШТЫРЫУ БУЙЫНСА

ПРОЕКТ ЭШЕ

                           “Илем,ерем,телем”

                                  Баймаҡ - 2022

                                  Йөкмәткеһе

  1. Инеш һүҙ.
  2. Проекттың актуаллеге.
  3. Проекттың маҡсаты һәм бурыстары.
  4. Проект эш планы.
  5. Проекттың эш йомғаҡтары.
  6. Балалар баҡсаһының төп эш ҡаҙаныштары.
  7. Әҙәбиәт сығанаҡтары

       

                                         Инеш һүҙ

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһындағы Федераль законы һәм Федераль Дәүләт белем биреү стандарттары ғәмәлгә инеү менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының эше ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Был үҙгәреш балаларҙы тәрбиәләүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе булған патриотик тәрбиә мәсьәләһенә лә ҡағылмай ҡалманы һәм үрҙә әйтелгән рәсми документтарҙа һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Атап әйткәндә, балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү йүнәлеш бар яҡтан да яңыртыу, шул уҡ ваҡытта боронғо тәрбиә ысулдарын да күҙҙән ысҡындырмау илебеҙҙең төп сәйәси маҡсаттарының береһенә әйләнде. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн рухи шарттар, рухи мөхит булдырыу, заман талабына ярашлы тәрбиә биреү зарур икәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм.

Баланы патриотик рухта тәрбиәләү өсөн уны бәләкәйҙән тыуған төбәк тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеүҙән башлау мөһимлеге, ғаилә абруйының йәмғиәттәге ролен күтәреү кәрәклеге был проблеманың актуаллеген, көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген күрһәтә лә инде. Ғөмүмән, баланы патриотик рухта тәрбиәләү эшен системаға һалыу, федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы балалар баҡсаһынан башлап артабан байытып, тулыландырып дауам итеү мотлаҡ.  

        Беҙ ғилем, мәғрифәт, техника – ғөмүмән үҫеш кимәленең аҡыл етмәҫ дәрәжәлә юғары күтәрелгән бер заманында йәшәйбеҙ.

   Рухи байлыҡтарға ҡарата күңелдәребеҙ ҡырыҫлана, китап уҡыуҙар кәмеп бара, әхлаҡ нигеҙҙәребеҙ бушанҡыраған. Ә бит китаптар уҡыр өсөн яҙылған , төрлө риүәйәттәр, легендалар тыңлар өсөн һөйләнелгән, өгөт-нәсихәттәр фәһем алыу, тәрбиәле булыу өсөн бирелгән.

   Һәр осорҙа ла йәш быуынды рухи яҡтан бай, физик  яҡтан көслө итеп тәрбиәләргә тырышҡандар.

   Башҡорт халҡында тәрбиә ҡанундары теҙеп кенә яҙылмаған, әммә уның барлыҡ ижадында тәрбиә рухы сағыла: фәлсәфәүи фекерле эпостарҙан башлап йомаҡтарға тиклем, мәшһүр көйлө оҙон йырҙарҙан алып таҡмаҡтарға, бейеү һәм ҡул эштәренә саҡлы һәм был хәҙерге көндә лә актуаллеген юғалтмаған.

   Федераль белем биреү стандартына “Рәсәй Федерацияһының мәғәриф һәм фән министрлығының 17.10.2013 йылда № 1155-се ҡарарына»  нигеҙ булып  рухи байлыҡ, изгелек тора.

   Яңы стандарттарға ярашлы балалар баҡсаһында   телмәр  үҫешен арттырыуға йүнәлтелгән һәм милли культураны, тыуған телде, тыуған төбәкте, илде өйрәнеүе аша байытылыуын күҙ уңында тота. Үҙ халҡының рухи байлығын милли мәҙәниәтен өйрәнеү уны төбәктә йәшәгән  башҡа милләт мәҙәниәте менән байытыу балала кешелек ҡиммәттәренен эҙмә-эҙлелеген аңлауға булышлыҡ итеп, юғары дәрәжәле милли үҙ-аңлы һәм рухи мәҙәниәтле шәхес булып формалыуына һәм үҫешенә нигеҙ һала. Беҙҙең киләсәгебеҙ, халҡыбыҙҙың яҙмышы йәш быуындың бөгөнгө тәрбиәһе менән тығыҙ бәйләнгән.

  Халҡыбыҙҙың киләсәк быуыны телле лә, рухлы ла булһып үҫһен өсөн беҙ уның күңеленә тос, матур сифатлы орлоҡтар сәсергә тейешбеҙ.

    Ағас тамырынан һут алған кеүек, йәш быуындыңда үҙ милләтенең рухи ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләнеүе мотлаҡ. Үҫеп килгән быуынды көслө рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләү – бөгөнгө мәғариф өлкәһендә лә төп мәсьәләләрҙең береһе.

Илһөйәрлек тойғоһон балала уятыу өсөн бала тәрбиәләүҙә рухи хазина булған фольклорҙы, нәфис әҙәбиәтте киң ҡулланыу зарур.

Нәфис әҙәбиәт, балалар фольклоры аша күпме белем, фәһем, рухи байлыҡ алырға була.

                            Проекттың актуаллеге

Ошоларҙан сығып мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында патриотик тәрбиә биреү моделен булдырыу кәрәклеге асыҡланды. Был эш балалар баҡсаһының мөмкинселектәрен, традицияларын, тәрбиәләнеүселәр контингентын, кадрҙар потенциалын иҫәпкә алып башланды. Был системаның ғилми яңылығы – балалар баҡсаһы менән ғаилә араһында яңы бәйләнеш булдырыуҙа. Ул педагогтарҙың һәм белгестәрҙең ата-әсәләр менән ышаныслы, дуҫтарса бәйләнештә булыуы менән характерлана һәм ғаиләнең төп тәрбиәүи позиция икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Баланы үҫтереү үҙәге-“Айыуҡай” балалар баҡсаһының алдында туған телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эштәрҙең сифатын күтәреү иң актуаль  проблемаларҙың береһе булып тора.

                                               Проекттың маҡсаты

-мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа тыуған яғыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте аша тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү;

- балаларҙың телмәрен милли-төбәк компоненттарына таянып, туған телендә белем биреү, әсә телендә һөйләү ҡеүәһен һәм аралашыу телмәрен үҫтереү;

-башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадына:әкиәттәренә, легендаларына, әйтемдәренә, мәҡәлдәренә, ауыҙ-тел ҡомартҡыларына ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- балалар баҡсаһы менән ата-әсәләрҙең патриотик тәрбиә биреү буйынса бәйләнешен өйрәнеү;

- патриотик тәрбиә буйынса методик материалдар әҙерләү (конспект, уйынлы-ролле уйындар һ.б.);

- бирелгән йүнәлеш буйынса эш һөҙөмтәләренә мониторинг һәм диагностик материалдар төҙөү;

- традицион булмаған эш алымдарын билдәләү.

                                        Проекттың бурыстары

  1. Инновацион технологиялар ҡулланыу аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу.
  2. Балаларға башҡорт теленең байлығын халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеү аша күрһәтеү.

3.Төрлө эшмәкәрлектә( уйын, коммуникатив, танып-белеү,эҙләнеү-

      тикшеренеү,хеҙмәт,конструкторлау,һүрәтләү,музыка, хәрәкәт, нәфис әҙәбиәт һәм

       фольклорҙы ҡабул итеү) вариатив формаларҙы, ысулдарҙы, методтарҙы тормошҡа

      ашырыуҙы  баланың үҙ туған теле аша еткереү. 

Проектта ҡатнашыусылар: педагогтар, тәрбиәләнеүселәр,ата – әсәләр .,

                       Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты- оҙайлы, 2022- 2025 й.