Урок-конспект по внеурочной деятельности
классный час (5 класс)
Предварительный просмотр:
Йәшел светофор.
(Юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса кластан тыш сара)
Маҡсат: Юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәү һәм уларҙы ҡулланыу кәрәклеген аңлатыу.
Йыһазландырыу. Юл саты схемаһы төшөрөлгән плакат, юл билдәләре, проблемалы ситуация атрибуттары (сюжетлы һүрәттәр). Плакатҡа Б.Байымовтың “Светофор” шиғыры яҙылған.
Плакаттағы шиғырҙы уҡыу, һығымта яһау.
Уҡытыусы.Уҡыусылар, беҙ иртәнге йоҡобоҙҙан тороп урамға сығыу менән юл хәрәҡәтендә ҡатнашабыҙ. Урамға сыҡһаҡ, транспорттарға күҙҙәр эйәрмәй, машиналар тегеләй саба, былай елә.
Машиналарҙың ниндәйе генә юҡ, йыл һайын, көн һайын арта бара. Юл-транспорт һәләкәттәре тураһында ишетеп, күреп торабыҙ. Күп кенә кешеләр һәләк була.
Юл хәрәҡәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәң, иғтибарлы, һаҡ булһаң, ошондай аяныс хәлдәргә юлыҡмаҫҡа мөмкин. Бының өсөн иң тәүҙә юл ҡағиҙәләрен яттан белер кәрәк. Бәлки, үҫкәс үҙегеҙҙә машина алырһығыҙ. Эйе бит?!
Шуның өсөн иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
- Машина йөрөй торған юлда йәки юл ситендә бер ҡасан да уйнама;
- Велосипед менән машина юлына сыҡма;
- Урамды сыҡҡанда светофорға ҡара, юҡ икән теләһә ҡайҙан сыҡма.
- 12 йәшкә тиклем еңел машинаның алғы ултырғысына ултырып йөрөмә;
- Тратуар йәки йәйәүселәр йөрөгән ерҙән генә йөрө.
Мәҫәлән. Бер ситуация: бер малай икенсе юл ситендә үҙенең танышын күреп ҡала һәм бар донъяһын онотоп юл аша сыға. Тиҙлек менән килгән машина шул мәлдә уҡ туҡтай алмай. Бына шулай итеп важиғә барлыҡҡа килә.
Ғөмүмән, светофор һүҙе ике өлөштән тора: свет һәм фор. Свет-яҡтылыҡ, “фор” гректарҙың форос һүҙенән алынған, “алып килеүсе” мәғәнәһен аңлата. Тимәк, светофор һүҙе яҡтылыҡ алып килеүсе.
Бөгөн беҙ һеҙҙең юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса алған белемдәрегеҙҙе тикшерербеҙ. Һәр дөрөҫ яуап өсөн берәр йәшел түңәрәк бирелә. Ҡайһы команда күберәк түңәрәк йыя, шул еңеүсе була. Ә хәҙер “ЮЙҠ”(ППД) аббревиатураһының мәғәнәһен асыҡлайыҡ.
Уйын барышы. 1. Класты командаларға бүлеү (1-се команда – “Светофор”, 2-сеһе “Жезл”, 3-сөһө – “ЮХДИ”). Командаларҙың бер-береһен сәләмләүе.
2. Һорауҙарға яуап биреү: Нисә йәштән мотоцикл йөрөтөргә була?(16). Мәктәп, балалар баҡсаһы эргәһендә ниндәй ҡурсалаусы билдәләр ҡуйыла? (“Балалар” билдәһе) Ниндәй йәнлек машина үткән юлда “йәшәй”?(Зебра)Ниндәй автомашиналарға өсмөйөш эсендәге “У” билдәһе ҡуйыла?(“Уҡыу”-“Учебный”)
3. Һәр командаға сюжетлы һүрәттәр таратып бирелә. Шулар буйынса юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау юлдарын билдәләү.
4. Һәр команданан капитандар саҡырыла. Улар разведчик ролен үтәй. Капитандар күрше команда янына бара һәм команда ағзалары уның ҡолағына шыбырлап ҡына ниндәй ҙә булһа юл билдәһен әйтә. Ә капитан ым-ишара менән (һүҙҙәр ҡулланмайынса ғына) үҙенең командаһына был билдәләрҙе аңлатып бирергә тейеш.
5. Карточкаларға юл йөрөү ҡағиҙәһенең ярты яҙылған, ҡалғанын әйтеп бөтөрөргә. Юлдан сығыр алдынан…(һул яҡҡа, шунан уң яҡҡа ҡара). Велосепедта йөрөргә…(14 йәштән рөхсәт ителә) Пассажирҙар транспортҡа … (тратуарҙан йәки юл ситенән һәм транспорт тулыһынса туҡтағандан һуң ғына) инергә һәм сығырға тейештәр. Юл эргәһенән барғанда йәйәүле транспортҡа…(ҡаршы барырға тейеш).
6. Юл-транспорт ваҡиғаһын сәхнәләштереү. Сәхнәләштереүсе балалар алға сыға. Ҡалғандар урындарында ҡала һәм “Әгәр мин йәйәүле, автомобиль йәки троллейбус йөрөтөүсе урынында булһам, был юл-транспорт ваҡиғаһын кисектереү өсөн ни эшләр инем?”тигән һорауға яуап бирергә әҙерләнәләр. (Ике урам киҫелешенең урыны һүрәтләнгән. Светофор эшләмәй. Ленина урамы буйлап – троллейбус, Индустриаль шоссе буйлап “Жигули” елдерә, ә урам аша йәйәүле сығып бара. Улар өсөһө лә бер-береһенә бәрелешә. Бөтәһе лә зыян күрә.)
7. Еңеүсе команданы билдәләү.
8. Һығымта (плакаттағы һүҙҙәрҙе уҡыу).
Юлда төрлө ҡыйынлыҡтар бар – быны иҫлә!
Юл киҫешкән урындар бар – быны иҫлә!
Юлда меңәрләгән машина бар- быны иҫлә!
Бөтәһе бергә: был ҡағиҙәләрҙе ятла!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
«Организация внеурочной деятельности: модель организации работы школы по реализации внеурочной деятельности в 5-х классах»
В рамках перехода на новые образовательные стандарты актуальным является вопрос формирования модели построения внеурочной деятельности, ее специфики, основанной на взаимосвязи внутре...

программа внеурочной деятельности"Экспериментальная деятельность педагога. Внеурочная деятельность в 5.классе"
Следуя требованиям новым ФГОС, наш лицей участвует в эксперименте по внедрению внеурочной деятельности в среднюю школу. Данная программа содержит пояснительную записку, тематическое и поурочное планир...

ВНЕУРОЧНАЯ ДЕЯТЕЛЬНОСТЬ. Основные задачи внеурочной деятельности
В соответствии с федеральным государственным образовательным стандартом начального общего образования (ФГОС НОО) основная образовательная программа начального общего образования реализуется обра...

"Приемы формирования исторического мировоззрения на уроках английского языка и во внеурочной деятельности "городской семинар «Приемы формирования исторического мировоззрения лингвистическими средствами на уроках и во внеурочной деятельности»
Презентация к выступлению на городском семинаре «Приемы формирования исторического мировоззрения лингвистическими средствами на уроках и во внеурочной деятельности» в рамках инновационной площад...

Календарно-тематическое планирование (68 ч) для рабочей программы внеурочной деятельности по географии для 5-6 классов «Моя экологическая грамотность», составленной на основе Программы внеурочной деятельности «Моя экологическая грамотность 5-6 классы. Р
Календарно-тематическое планирование (68 ч) для рабочей программы внеурочной деятельности по географии для 5-6 классов «Моя экологическая грамотность», составленной на основе Программы внеу...

Применение здоровьесберегающих технологий на уроках ИЗО и во внеурочной деятельности. Формирование УУД в художественном обрвзовании, во внеурочной деятельности духовно-нравственной и направленности. Используемые педагогические методики.
Представление опыта рабботы на уроках изобразительного искусства. Доклад включает в себя примеры практического применения современных педагогических технологий на уроках и во внеурочной деятельности. ...

План-конспект внеурочной деятельности в 4 классе по теме «Использование метода проектов во внеурочной деятельности».
План-конспект внеурочной деятельности в 4 классе по теме «Использование метода проектов во внеурочной деятельности"Тема: "Экология Земли"На своем занятии, я решила связать 2 предмета: информатик...
