Газетная публикация "Күңелемдә уҡытыусы йәшәй"
материал

Хузина Фәйрузә Рәфит ҡыҙы

Уҡытыусы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gazetnaya_publikatsiya.docx17.2 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы булыу- бала саҡ хыялым.  Һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Башҡорт теле дәресендә Филүзә Сәғәдәт ҡыҙы мине гел маҡтай  – “ Бына Фәйрүзә матур һөйләшә, йомшаҡ телле” - тип, минән шиғырҙар, текстар уҡыта торғайны . Мәктәптән ҡайтып күрше ҡыҙҙарҙа уҡытыусы уйнай торғайныҡ.

Уҡытыусы һәр яҡтан балаларға өлгө булырға тейеш. Балалар менән эшләүе бөгөнгө көндә  бик еңел түгел. Уларҙың һәр береһен яратырға, ишетергә, аңларға, ҡай саҡ улар телендә һөйләшергә, үҙеңде уларға бағышларға тейешһең.  

Ситтән ҡарап торғанда уҡытыусы һөнәре еңел кеүек, эшенә тотоноп эшләй башлаһаң эше бик ҡатмарлы, яуаплы, ауыр. Дәрестәргә әҙерләнеүҙәр, дәфтәрҙәр тикшереү , төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, отчеттар һәм башҡалар. Эшеңде яратып, бөтә күңелеңде биреп эшләһәң уларҙың береһе лә һиҙелмәй, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, ҙурыраҡ апайҙарҙан маҡтау һүҙҙәре ишетһәң тағы ла дәртләнеп эшләй башлайһың.

 Мәктәпте тамамлағас ата-әсәйем Нефтекама ҡалаһына Нефтяной көлләгә уҡырға индерҙе. Мин күп тә уйлап торманым, Нефтекама ҡалаһы БДУ филология бүлегенә документтарымды итеп тапшырҙым. Кисен ата-әсәйемә шылтыратып был хәбәрҙе еткерҙем. Экзамендар тапшырып БДУ-ның филология бюджет бүлегенә индем. 5-се курста эшкә урынлаштым . БДУ-нан ераҡ түгел,эш урыны 3-сө мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытып, уҡып йөрөнөм.

        Ҡулыма диплом алғас ауылға кире ҡайтырға тура килде. Тәтешле районы Аҡсайет ауыл мәктәбендә русс теле һәм әҙәбиәте уҡыттым. Унда  оҙаҡ эшләй алманым. Нефтеҡама ҡалаһына кийәүгә сыҡтым.

 Ваҡыт үтте, малайҙар үҫте. Улдарымды балалар баҡсаһына йөрөтә башлағас Нефтекама ҡалаһының 12 – се мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә керҙем. Эшемде бик ныҡ яратып эшләйем. Аллаға шөкөр, янымда тәжрибәле уҡытыусылар, коллегаларымдан бәхетем бар. Алфирә Рәхимйән ҡыҙы бик һәйбәт, оло йөрәкле, изге күнелле,тырыш, ярҙамсыл  уҡытыусыларҙың береһе. Мин уны ҡай саҡ әсәй урынына күрәм. Шул тиклем кешелекле, йомшаҡ күңелле, бөтәһендә йөрәге аша үткәрә, көйһәк көйә, көлһәң көлә тигәндәй... Кай саҡ ял көндәрендә, кис ваҡыттарында шылтыратырға тура килә, гел ала, тыңлай, аңлата, ваҡытын таба. Шулай уҡ Алфиә Владик ҡыҙы, Эльза Данил ҡыҙы. Беҙ бөтә эштәрҙе бергә күмәкләп, ҡай саҡ бүлешеп эшләйбеҙ.Улар кеүек кешеләр араһында эшләүе үҙе бер байрам. Мин улар менән ғорурланам, уларҙан үрнәк алам, ҡалышмаҫҡа тырышам. Был мәктәптә уҡыусыларҙа көслө, тырыш, уңған. Гел призлы урындарға лайыҡтар, үткерҙәр, етештәр. Ундай балалар менән эшләүе күңелле,еңел

Минең уйлауымса- ҡатын ҡыҙ бәхете өс нимәнән тора; ғаилә (ир, балалар, ата-әсәйҙәр) таҙалыҡ (бөтәһенеңдә һау-сәләмәт булыуы) эш (яратып эшләгән эшең) Аллаға шөкөр,бөгөнгө көндә мин бәхетле ҡатындарҙың береһе. Бөтәһенә лә бәхет теләйем.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"

Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016

Заявление, рекомендации, информационная карта  участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

Мин - уҡытыусы (Эссе)

О миссии, о предназначении профессии  учителя...