Эш программалары

Фәйзуллина Әлмира Барый ҡыҙы

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

Бәләбәй  ҡалаһы муниципаль районы

15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

Ҡаралды һәм ҡабул ителде

ММБ ултырышында

_________/Ә.Б.Фәйзуллина/

 Протокол  №1

29 август 2018 йыл

Килешелде

уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса

директор урынбаҫары

________/Э.Р.Вагина/

30 август 2018 йыл

Раҫлайым

15-се мәктәп директоры

________/Е.П.Золотко/

31 август 2018 йыл

Приказ № 470

5-8-се кластар өсөн

Башҡортостан Республикаһының

дәүләт теле булараҡ башҡорт  теленән

эш программаһы

кимәле:төп дөйөм белем биреү

үтәү ваҡыты: 5 йыл

дөйөм сәғәттәр һаны:

аҙнаһына:5 класс – 1 сәғәт

                  6 класс – 1 сәғәт

                  7 класс – 1 сәғәт

                  8 класс – 1 сәғәт

Йылына: 5 класс – 35 сәғәт

                6 класс –35 сәғәт

                7 класс – 35 сәғәт

                8 класс – 35 сәғәт

“Башҡорт теле”(5-9-сы класс)уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу рус телендә алып барылған төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) предметы буйынса белем биреү программалары. Төҙөүсеһе:З.М.Ғәбитова– Өфө: Китап, 2015 йыл.

Фәйзуллина Әлмира Барый ҡыҙы төҙөнө

юғары квалификацион категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Бәләбәй,2018йыл

                                                                                                                      I.Аңлатма яҙыу

Башҡорт теле- башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • Мәғариф министрлығының “Дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында” Законы, «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
  • Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Бәләбәй ҡалаһы 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле”(5-9-сы класс)уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу рус телендә

алып барылған төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) предметы буйынса белем биреү программалары. Төҙөүсеһе:З.М.Ғәбитова– Өфө: Китап, 2015 йыл.

  • Ғәбитова З. М. Эш программаһы эшкәртеү буйынса методик кәңәштәр. Башҡорт теле. –Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2014.
  • Дәреслек: Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2017.
  • Дәреслек: Усманова М. Ғ., Ғәбитова З. М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2017.
  • Дәреслек: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 7-се класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2017.
  • Дәреслек: Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 8-се класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2017.

Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

  1. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиләү, башҡорт теленең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡ- этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.
  2. Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт теленең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ- ара аңлашыу һәм үҙ- ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.)
  3. Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу процесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы,адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ , тел траһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу;төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡот теленең мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ- ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив- эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы- предмет- ара статус: коммуниктив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп бирең, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан дөрөҫ фекер йөрөтөү, иҫбатлай табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү;библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралшыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; компьютер сараларын ҡулланыу һ. б.); регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ әйтә белеү;эшмәкәрлекте эҙмә- эҙлекте планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау һ.б. тормошҡа ашарыу.)

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала үҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

II.Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхсән һөҙөмтәләр:

  1. Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль- этик сифаттарын үҫтереүҙә телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
  2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; телгә ҡарата ихтирам , уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һэм фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең, метапредмет һөҙөмтәләребулып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән hәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват -ҡабул итеү;
  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтге һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен -ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай ук электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү hәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең, (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план. һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың, берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың, берләшеүен) үҙләштереү;
  • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралшыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы -ҡулланыу;
  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү: грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; уҙ тексыңды камиллаштыра белеү;
  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһындаҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яhay; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
  • алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәргә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
  • аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли- мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  1. Телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленән башҡорт халҡының милли теле, Башкортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
  2. Гуманитар фәндәр системаһында телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
  3. Тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; фукциональ- мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
  4. Башҡорт теленең лексиксикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең тел нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
  5. Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
  6. Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
  7. Тел- һүртләү саралары һәм уларҙы телмәрендә ҡулланыу
  8. Телдең эстетик функцияһын таныу, тексты анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

III. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Белем көнө

1 сентябрь- Белем көнө темаһы “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы.  Бер үк ваҡытта уҡыусыларҙыңйәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәрреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйленештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасынбайытыу йәһәтенәняңылары үҙләштерелә.

Грамматика:Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Тыуған илем - Башҡортостан

 Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү.

Грамматика:Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Үҙем тураһында

«Үҙем тураһында» темаһын үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш.Уҡыусыға үҙенең ғаилә ағзалары, яҡын туғандары тураһында мәғлүмәт бирә алауын да күҙ уңында тоторға кәрәк.

Грамматика: Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

Грамматика:Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары

Күңелле байрамдар

“Яңы йыл” темаһы “Ҡыш” темаһы менән берлектә алып барыла. Уҡыусыларҙың ҡыш миҙгеле буйынса белемдәрен артабан да үҫтереү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Йола байрамдарын үткәндә, һүҙҙе башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барырға .

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел

Башҡортостан Республикаһындағы күп милләттәрҙең дуҫ йәшәүе, халыҡтар дуҫлығы тураһында текстар уҡыу, әңгәмә ойоштороу.кешеләр араһында мөнәсәбәт, ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү. Бөйөк шәхестәр тормошонан, көндәлек тормоштан алынған күренештәрменәнбәйләп алып барыу.Был тема буйынса башҡорт халыҡ ижады жанрҙарын,башҡорт һәм башҡа милләтәҫәрҙәрен ҡулланыу ҡарала.

Грамматика:Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Башҡортостан йылғалары, күлдәре.Экология мәсьәләһе.

Был темала иң беренсе нәүбәттә Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттең матурлығы, байлығы тураһында уҡыусыларға еткереү.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында мәғлүмәт биреү.Уларҙың кеше тормошондағы роле, әһәмиәте.

Исемдәрҙә – ил тарихы

Кеше тормошонда атамаларҙың да(кеше исеме, фамилияһы,атаһының исеме;ауыл, тау, йылға һ.б.)роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай.Атамаларҙың төрҙәре күп.тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономастика.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

Сәнғәт оҫталары.

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү.Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле – радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау.Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү.

Грамматика:Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

Спорт һәм сәләмәт тормош

Сәләмәт булыу өсөн, спорт менән шөғөләннергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмәойоштороу. Уларҙы ниндәй спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныуҙары,күренкле спртсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Грамматика: Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

Башҡорт халыҡ ижады

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәт. Башҡорт халҡының һәм республикала йәшәгән башҡахалыҡтар ижадының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәп ҡағиҙәләременән таныштырыу.

Хеҙмәт төбө-хөрмәт.

Республикабыҙ кешеләренң хеҙмәте, һөнәрҙәре, балаларҙың ололарға ярҙамы һәм кешеләрҙеңһәйбәт сифаттары сағылған шиғырҙар, хикәйәлр уҡыу. Хеҙмәт, һөнәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү.кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, һөнәр, кәсептәрҙең күплеге, һәр кешенең үҙенә һөнәр һайлай белеүе тураһында.

Грамматика: Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ,

булмағанлыҡ төшөнсәләре

Халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәп ҡағиҙәләре.

Башҡорт халҡының һәм башҡа милләт халыҡтарының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырыу.Башҡорт халҡының милли аштары менән танышыу. Уларҙыәҙерләү үҙенсәлектәре менән таныштырыу.

Уҡытыу- тематик план

5 класс

№ п/п

Тема

Сәғәттәр һаны

Контроль эштәр

1

Һаумы, мәктәп!

3

2

Үҙем тураһында

6

1

3

Йыл миҙгелдәре

3

4

Башҡортостанды беләһеңме?

3

5

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена

1

6

Яңы йыл менән!

4

1

7

Аҙыҡ – түлек. Кейм- һалым.Магазин.

3

8

8 Март- ҡатан-ҡыҙҙар байрамы

3

1

9

Яҙ етте

2

10

Яҙғы эштәр

2

11

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ

5

1

бөтәһе

35

6 класс

1

Беҙҙең мәктәп

3

2

Башҡортостан ере буйлап

8

1

3

 Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел

5

4

Ҡыш дауам итә

10

1

5

Яҙ килә,яҙ!

5

1

6

Йәмле йәй килә

4

1

бөтәһе

35

7 класс

1

Яңынан мәктәпкә

2

2

Ауыл тормошо

2

3

Башҡортостан буйлап сәйәхәт

4

1

4

 Спорт. Спорт кәрәк - яраҡтары

4

5

Мин һәм беҙҙең ғаилә

6

1

6

Сәнғәт оҫталары

3

7

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан!

1

8

Борон – борон заманда..

4

1

9

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

5

10

Йәмле йәй

4

1

бәтәһе

35

8 класс

1

Алтын көҙ етте

4

2

Өфө  - Башҡортостандың баш ҡалаһы

5

1

3

Хеҙмәт төбө- хөрмәт

7

1

4

Ап-аҡ ҡыш етте

5

5

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!

7

1

6

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ

3

7

Ай Уралым,Уралым

4

1

бөтәһе

35

IV.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 5-8 се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға мөмкинлек аласаҡ:

5 – се класс

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3. Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

6-сы класс

  • Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
  • Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;
  • Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  • Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.
  • Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  • Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү
  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу.
  • Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү;
  • 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау.
  • Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

7- се класс

  • Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;
  • Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;
  • Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;
  • Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
  • Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;
  • Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
  • Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.
  • Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;
  • Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;
  • Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;
  • Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;
  • Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
  • Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;
  • Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

8- се класс

  • “Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класстураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.
  • Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.
  • Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  • Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.
  • Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  • Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  • 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.
  • Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
  • Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.
  • Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.



Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

Бәләбәй ҡалаһы муниципаль районы

15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

Ҡаралды һәм ҡабул ителде

ММБ ултырышында

_________/А.Б.Фәйзуллина/

 Протокол  №1

29 август 2018йыл

Килешелде

уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса

директор урынбаҫары

________/Э.Р.Вагина/

30 август 2018йыл

Раҫлайым

15-се мәктәп директоры

________/Е.П.Золотко/

31 август 2018йыл

Приказ № 470

2018-2019 йылына

5-се кластар өсөн

Башҡортостан Республикаһының

дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән

календарь-тематик планы

кимәле: төп дөйөм белем биреү

дөйөм сәғәттәр һаны:

 аҙнаһына- 1 сәғәт

йылына- 35 сәғәт

Фәйзуллина Әлмира Барый ҡыҙы төҙөнө

юғары квалификацион категориялы  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Бәләбәй,2018йыл

Дәрес темаһы

Дәрес һаны

Бит

тәр

План

Үтк.

План

Үтк.

План

Үтк.

План

Үтк.

       5б,в

        5г,д

   5е                

                                                                                                    1 сирек 8 сәғәт

Һаумы, мәктәп!

1

  1. Белем көнө. Ғ.Рамазанов “Йәшә, тыуған ерем!”Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре.

1

4-10

4.09

3.09

8.09

6.09

2

Ф.Ғөбәйҙуллина “Рәйфә мәктәпкә бара”.Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исемдең күплек ялғауы.

1

10-17

11.09

10.09

15.09

13.09

3

Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

1

18-20

18.09

17.09

22.09

20.09

Үҙем тураһында

4

Үҙем тураһында. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

1

21-28

25.09

24.09

29.09

27.09

5

Беҙҙең ғаилә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

1

29-32

2.10

1.10

6.10

4.10

6

Телмәр үҫтереү

1

9.10

8.10

13.10

11.10

7

Хаталар өҫтөндә эш

1

16.10

15.10

20.10

18.10

8

Башҡортостан йылғалары.Ҡылым

1

33-34,36-38

23.10

22.10

27.10

25.10

2 сирек 8 сәғәт

9

Й.Солтанов. “Башҡортостан флагы”. Сифат

1

35,39-43

6.11

5.11

10.11

8.11

                                                                                                Йыл миҙгелдәре

10

Беҙ тәбиғәт менән бергә. Һорау алмаштары

1

44-50

13.11

12.11

17.11

15.11

11

Дүрт ҡыҙ.К.Тәңреҡолов.

Күрһәтеү алмаштары

1

51-58

20.11

19.11

24.11

22.11

12

Йыл миҙгелдәре. Нығынған һүҙбәйләнештәр

1

59-64

27.11

26.11

1.12

29.11

                                                                                       Яңы йыл менән!

13

Ф.Иҫәнғолов “Алдаҡсы йондоҙҙар”.

1

89-92

4.12

3.12

8.12

6.12

14

Телмәр үҫтереү

1

11.12

10.12

15.12

13.12

15

 Хаталар өҫтөндә эш

1

18.12

17.12

22.12

20.12

16

Беҙҙең елка.М.Ғәли

1

93-98

25.12

24.12

29.12

27.12

3 сирек 10 сәғәт

         Башҡортостанды беләһеңме?

17

С. Әлибаев “Тыуған ерем”. Ҡушма һүҙҙәр

1

65-70

15.01

14.01

19.01

17.01

18

Башҡортостан символдары. Һан

1

70-75

22.01

21.01

26.01

24.04

19

С.Юлаев. Уралым

1

76-81

29.01

28.01

2.02

31.01

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.

20

И.Ғүмәрова “Уңған ҡыҙ”.

1

82-88

5.02

4.02

9.02

7.02

                                                                       Аҙыҡ – түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар

21

Г.Ғәлиева. Икмәк.

1

99-101

12.02

11.02

16.02

14.02

22

Д.Талхина.Синонимдар.Синонимдар

1

102-105

19.02

18.02

23.02

21.02

23

Р.Шәкүр. Эшһөйәрҙәр иле

1

106-109

26.02

25.02

2.03

28.02

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы

24

Ф.Мөхәмәтйәнов.Әсәйем.Антонимдар.

1

110-113

5.03

4.03

9.03

7.03

25

Телмәр үҫтереү

1

12.03

11.03

16.03

14.03

26

Хаталар өҫтөндә эш.Әсә рәхмәте.

114-119

19.03

18.03

23.03

21.03

4 сирек 9 сәғәт

Яҙ етте

27

Ә Ихсан.Яҙ.Омонимдар

1

120-122

2.04

1.04

6.04

4.04

28

Е.Кучеров.Ҡоштар ҡасан ҡайта?

1

123-125

9.04

8.04

13.04

11.04

Яҙғы эштәр

29

К.Ушинский. Баҡсасы һәм уның улдары

1

131-133

16.04

15.04

20.04

18.04

30

К.Кинйәбулатова.Башҡортостан илендә

1

134-137

23.04

22.04

27.04

25.04

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ

31

С.Әлибаев. Һаумы,йәй!

1

138,141,144

30.04

29.04

4.05

2.05

32

Ф.Рәхимғолова.Еңеү көнө.

1

126-130

7.05

6.05

11.05

9.05

33

Телмәр үҫтереү

1

14.05

13.05

18.05

16.05

34

Хаталар өҫтөндә эш

1

21.05

20.05

25.05

23.05

35

Яҙғы байрамдар.Бәләбәй ҡалаһы һәм районының иҫтәлекле урындары менән танышыу

1

139,140,142,145

28.05

27.05

30.05



Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

Бәләбәй  ҡалаһы муниципаль районы

15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

Ҡаралды һәм ҡабул ителде

ММБ ултырышында

_________/А.Б.Фәйзуллина/

 Протокол  №1

28 август 2019 йыл

Килешелде

уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса

директор урынбаҫары

________/Э.Р.Вагина/

29 август 2019 йыл

Раҫлайым

15-се мәктәп директоры

________/Е.П.Золотко/

30 август 2019 йыл

Приказ № 410

2019-2020 йылына

6-сы кластар өсөн

Башҡортостан Республикаһының

дәүләт теле булараҡ башҡорт  теленән

календарь-тематик планы

кимәле: төп дөйөм белем биреү

дөйөм сәғәттәр һаны:

 аҙнаһына- 1 сәғәт

йылына- 35 сәғәт

Фәйзуллина Әлмира Барый ҡыҙы төҙөнө

юғары квалификацион категориялы  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                                                          Бәләбәй,2019 йыл

Тема

сәғәт һаны

6абв

6где

план

үткәр

план

үткәр

1 сирек – 8 сәғәт.

Беҙҙең мәктәп

Белем байрамы. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.  Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

02.09

02.09

Намыҫлы бул. Һүҙ. Диалог.Текст

1

09.09

09.09

Көҙ күренештәре.  К.Кинйәбулатова.Көҙҙәр еткәс

1

16.09

16.09

Башҡортостан ере буйлап

А.Филиппов.Ватан. Салауат батыр һәйкәле

1

23.09

23.09

В.Меос картинаһы “Тауҙарҙа томан.Белорет районы.”

1

30.09

30.09

Г.Юнысова. Башҡортостан- дуҫлыҡ иле. Ҡайындар ниңә аҡ? Әкиәт.

1

07.10

07.10

Телмәр үҫтереү.

1

14.10

14.10

Хаталар өҫтөндә эш. С.Юлаев Тыуған илем

1

21.10

21.10

2 сирек – 8 сәғәт.

Кем уңған? Ҡылым

1

04.11

04.11

Тыуған яғығыҙҙы өйрәнегеҙ, яратығыҙ!

1

11.11

11.11

Н.Нәжми.  Башҡортостан

1

18.11

18.11

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.

Дуҫлыҡ өсөн шул етәме?

1

25.11

25.11

Р.Бикбаев. Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала. Д.Фәтихова. Кем дуҫ?

1

02.12

02.12

А.Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

09.12

09.12

Телмәр үҫтереү

1

16.12

16.12

Хаталар өҫтөндә эш.

1

23.12

23.12

3 сирек – 10 сәғәт.

Ҡыш дауам итә.

Ҡар бөртөктәре. Ҡышҡы тәбиғәт.

1

13.01

     13.01

Ҡоштар донъяһы.

1

20.01

    20.01

К.Шафиҡова.Ҡар яуа. Ҡыш көнө.

1

27.01

27.01

Б.Байым. Светофор. Рәүеш тураһында төшөнсә.

1

03.02

03.02

Ҡарағай урманындағы иртә.

1

10.02

10.02

И.Кинйәбулатов. Хәйерле иртә.Телефондан  һөйләшә беләһеңме?

1

17.02

17.02

“Ишәк, эт, бесәй, әтәс” әкиәте.

1

24.02

24.02

Ағастың файҙаһы. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

02.03

02.03

Телмәр үҫтереү.

1

09.03

09.03

Хаталар өҫтөндә эш. К.Кинйәбулатова. Аҡ нур булып балҡыны!

1

16.03

16.03

4 сирек- 9 сәғәт.

 Яҙ килә, яҙ!

Р.Янбулатова. Ҡоштар ҡайта

1

30.04

30.04

Ҡарғалар йыры. Ҡарға бутҡаһы.

1

06.04

06.04

Ф.Рәхимғолова. Апрель йылмая

1

13.04

13.04

Ә.Саяпова Еңеү көнө.Һан

1

20.04

20.04

Борсоулы мәғлүмәттәр.Һан төркөмсәләре.

1

27.04

 27.04

Йәмле йәй килә.

Г.Фәйзи. Йәйҙе яратам Үтелгәндәре ҡабатлау

1

04.05

04.05

Телмәр үҫтереү.

1

11.05

11.05

Хаталар өҫтөндә эш.Сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып…

1

18.05

18.05

Г.Яҡупова.Июль.Йомғаҡлау

1

25.05

25.05



Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

Бәләбәй ҡалаһы муниципаль районы

15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

Ҡаралды һәм ҡабул ителде

ММБ ултырышында

_________/А.Б.Фәйзуллина/

Протокол  №1

28 август 2019йыл

Килешелде

уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса

директор урынбаҫары

________/Э.Р.Вагина/

29 август 2019йыл

Раҫлайым

15-се мәктәп директоры

________/Е.П.Золотко/

30 август 2019йыл

Приказ № 410

2019-2020 йылына

7-се кластар өсөн

Башҡортостан Республикаһы

дәүләт теле булараҡ башҡорт  теленән

календарь-тематик планы

кимәле: төп дөйөм белем биреү

дөйөм сәғәттәр һаны:

 аҙнаһына- 1 сәғәт

йылына- 35 сәғәт

Фәйзуллина Әлмира Барый  ҡыҙы төҙөнө

юғары квалификацион категориялы  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Бәләбәй,2019 йыл

Тема

сәғәт һаны

7 абв

7где

план.

үткәр.

план.

үткәр.

                                                                                    1 сирек 8 сәғәт

                             Яңынан мәктәлкә

1

М. Кәрим. Уҡытыусыма. VI класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

06.09

06.09

2

Т.Дәүләтбирҙина Миҙгелдәр.  Сифат, уның дәрәжәләре.

1

13.09

13.09

                   Ауыл тормошо

3

Алтын башаҡтар.Башҡорт халыҡ әкиәте. Һөйләм.

1

20.09

20.09

4

Т.Йосопов. Икмәк еҫе. Текст

1

27.09

27.09

Башҡортостан буйлап сәйәхәт

5

М. Кәрим Башҡортостан.

1

04.10

04.10

6

Р. Ғарипов Урал йөрәге.

1

11.10

11.10

7

Телмәр үҫтереү

1

18.10

18.10

8

Хаталар өҫтөндә эш

1

25.10

25.10

                                                                                               2 сирек 8 сәғәт

                            Спорт.Спорт кәрәк-яраҡтары

9

Беҙҙең ғаилә – ярышта.Һөйләмдә тыныш билдәләре

1

08.11

08.11

10

 Н. Иҙелбай Беҙҙең катокта.

1

15.11

15.11

11

Милли уйындар.

1

22.11

22.11

12

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух.

1

29.11

29.11

                            Мин һәм беҙҙең ғаилә

13

К. Шафиҡова Әсәй күҙҙәре. Ҡылым

1

06.12

06.12

14

Шәжәрә. Ҡ.Даян Атай кәңәше.

1

13.12

13.12

15

Телмәр үҫтереү

1

20.12

20.12

16

Хаталар өҫтөндә.Бәләбәй ҡалаһы һәм районындағы күренекле шәхестәр менән таныштырыу

1

27.12

27.12

                                                                                                     3 сирек 10 сәғәт

17

Ф. Рәхимғолова Беҙҙең әсәй.  Теркәүестәр.

1

17.01

17.01

18

Ш. Бикҡол Атай менән өләсәй.  Теҙеү теркәүесе.

1

24.01

24.01

                            Сәнғәт оҫталары

19

Х. Әхмәтов – мәшһүр композитор. Тыуған ауылым. Эйәртеү теркәүесе.

1

31.01

31.01

20

Милли музыка ҡоралдары. Һай, ҡумыҙы, ҡумыҙы! Ҡумыҙсы Р. Заһретдинов. Һүҙбәйләнеш.

1

07.02

07.02

21

Мәшһүр бейеүсе Р. Туйсина.

1

14.02

14.02

                              Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

22

Исемдәрҙә – ил тарихы. Исемдәрҙә кеше яҙмышы. Бәйләүестәр

1

21.02

21.02

                            Борон – борон заманда…

23

Әкиәт төшөнсәһе.Ҡан – ҡәрҙәш  әкиәте. Киҫәксәләр.

1

28.02

28.02

24

Ф. Туғыҙбаева Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡмаған? Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

06.03

06.03

25

Телмәр үҫтереү

1

13.03

13.03

26

Хаталар өҫтөндә эш.

1

20.03

20.03

                                                                                                  4 сирек- 9 сәғәт

                             Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

27

Ш.Бикҡол. Тыныслыҡ кәрәк.Мөнәсәббәт һүҙҙәр

1

03.04

03.04

28

Р. Мөхәммәтов Тауышһыҙ Талип. Мәҡәлдәр.

1

10.04

10.04

29

С. Әлибаев Дуҫтарым. Ҡайын һыуы.

1

17.04

17.04

30

Н. Мусин Урман – ҙур байлыҡ.

1

24.04

24.04

31

Пушкин һәм китап. Ымлыҡтар.

1

01.05

01.05

                               Йәмле йәй

32

З. Ҡотлогилдина Йәй. Үҙе сәскә, үҙе сәғәт.

1

08.05

08.05

33

Тыуған яҡтар. С.А. Лавочкин Иң кәрәге.

1

15.05

15.05

34

Телмәр үҫтереү

1

22.05

22.05

35

Хаталар өҫтөндә эш. Б. Бикбай Лагерь иртәһе.Йомғаҡлау

1

29.05

29.05



Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

Бәләбәй  ҡалаһы муниципаль районы

15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

Ҡаралды һәм ҡабул ителде

ММБ ултырышында

_________/А.Б.Фәйзуллина/

 Протокол  №1

29 август 2018 йыл

Килешелде

уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса

директор урынбаҫары

________/Э.Р.Вагина/

30 август 2018 йыл

Раҫлайым

15-се мәктәп директоры

________/Е.П.Золотко/

31 август 2018 йыл

Приказ № 470

2018-2019 йылына

8-се кластар өсөн

Башҡортостан Республикаһының

дәүләт теле булараҡ башҡорт  теленән

календарь-тематик планы

кимәле: төп дөйөм белем биреү

дөйөм сәғәттәр һаны:

 аҙнаһына- 1 сәғәт

йылына- 35 сәғәт

Фәйзуллина Әлмира Барый ҡыҙы төҙөнө

юғары квалификацион категориялы  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Бәләбәй,2018й

Тема

сәғәт

һаны

Бит

тәр

иҫкәрмә

план.

үткәр.

план.

үткәр.

план.

үткәр.

план.

үткәр.

план.

үткәр.

1-се сирек –8 сәғәт.

Алтын көҙ етте

М.Сиражи.Йәндәрҙе балҡытыусы.

1

3-5

С.Муллабаев. Көҙгө урман. Синтаксис

1

6-10

Тәбиғәт ҡосағында.Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре.

1

11-13

Р.Шаммасов. Тыуған яғым

1

13-17

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы

5

Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ.

1

18-21

6

Телмәр үҫтереү

1

7

Хаталар өҫтөндә эш.

1

8

Бәләбәй ҡалаһы һәм районындағы күренекле шәхестәр менән таныштырыу

1

2- се сирек – 8 сәғәт.

9

Ҡ.Даян.Матур Өфө ҡалаһы

1

22-27

Хеҙмәт төбө – хөрмәт

10

К.Кинйәбулатова.Ватаным тауыштары.Ябай һөйләм төрҙәре.

1

28-31

11

А.Насиров. Көслө сабаҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

32-34

12

Р.Шәкүр.Эшһөйәрҙәр иле.

1

35-37

13

А. Плешаков.Хайуандар нисек  яраҡлашҡан?

Юҡлыҡ төшөнсәһе.

1

38-40

14

Телмәр үҫтереү

1

15

Хаталар өҫтөндә эш.

1

16

Геологтар көнө

1

41-45

                                                                                                   3-сө сирек – 10 сәғәт.

Ап-аҡ ҡыш етте

17

С.Хажиев. Ноябрь.

1

46-48

18

Ҡышҡы байрамдар. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

1

48-51

19

Н.Нәжми. Ҡыш. 

1

51-54

20

С.Әлибай. Ҡышҡы урман.

1

55-58

21

Бураны ла, тамсыһы ла булыр.

1

59-60

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!

22

Г.Яҡупова. Өмөтлө яҙ.Аныҡлаусы.

1

61-63

23

З.Вәлитов.Март башы.Тултырыусы.

1

64-67

24

Телмәр үҫтереү

1

25

Хаталар өҫтөндә эш.

1

26

Бәләбәй ҡалаһы һәм районындағы күренекле шәхестәр менән таныштырыу

1

4-се сирек -9 сәғәт

27

Тәүге космонавт.

1

68-70

28

Р.Ниғмәти. Ватан.

1

71-74

 Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ

29

С.Әлибай. Сәскәле ай.Хәл.

1

75-78

30

М.Харис. Хат.

1

79-82

31

С.Юлаев.Тыуған илем.

1

83-87

Ай Уралым,Уралым…

32

А.Игебаев. Башҡортостан – илгенәм.Ябай һөйләмде синтаксик тикшереү

1

88-95

33

Телмәр үҫтереү

1

34

Хаталар өҫтөндә эш.

1

35

Р.Ниғмәтуллин.

Башҡортостан.

Йомғаҡлау

1

98-101