Аккужина Зульфия Рауфовна

сайт учителя башкирского языка - башҡорт теле уҡытыусыһы сайты

Яҡшы уҡытыусы булыу өсөн ике сифат та етә: яҡшы белем һәм ҙур йөрәк. (Л. Толстой).

Профессия: Учитель-дефектолог

Профессиональные интересы: Использование ИКТ на уроках башкирского языка

Увлечения: Интерес к компьютерным, программным и техническим новшествам, вязание, садоводство, скандинавская ходьба

Страна: Россия

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: г.Учалы

Место работы: ГБОУ Учалинская КШИ для обучающихся с ограниченными возможностями здоровья

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/akkuzhina
Уҡытыусылыҡ шундай профессия: уны башта уҡ яратҡан кеше бер ваҡытта ла ташлай алмай.
Сәғит Агиш.

 

image

Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.

Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.

image

О себе

"Һин уҡытыусым, шунлай наҙлап,

Ҡараның  күҙҙәремә...

Һүнмәғлек  ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә...."

Мостай Кәрим

           1980 йыл. Миңә 7 йәш. Сентябрҙең иң беренсе көнө. Учалы районы Комсомол урта мәктәбендә Белем байрамы. Сәскә гөлләмәһе тотоп мин дә ошо белем йортона йүнәлдем. Төп-төҙ сафтарға теҙелеп, шат йылмайып уҡыусылар баҫып тора. Уҡытыусы, Таңсулпан Айрат ҡыҙы, балаларҙың һәр береһен йылмайып ҡаршы ала...

          Ғилем юлы еңел бирелде. Уҡытыусыларҙың үткәргән дәрестәре, уларға  ҡарата йылдар буйы йыйылып, үрелеп килгән һөйөү, хөрмәт мине уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ иткәндер ҙә. Шуға күрә лә мәктәпте тамамлағас, юлдар мине Белорет педагогия училищеһына алып килде. Яңы белем үрҙәрен яулауҙар  башланды...  Дүрт йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте.

            Сәсенә аҡ бант таҡҡан, ап-аҡ алъяпҡыс кейгән ҡыҙсыҡ бөгөн инде, етерлек белем алған,  дипломлы  белгес  буларак Туңғатар тулы булмаған урта мәктәбе тупһаһында баҫып тора. Мин – уҡытыусы! Тулҡынландырғыс миҙгелдәр...

          Ә бит әле яңы ғына күрше ҡыҙҙар менән һеңле-ҡустыларҙы теҙеп ултыртып, әсәйемдең  счёттарын алып, доходтар һәм расходтар кенегәһенең биттәрен йыртып алып (класс журналы), таҡта урынына хужалыҡ араһынан толдәрҙе (рубероид) йыртып алып мин уларға дәрес бирә инем…

         Ауыл мәктәбенең аҙ комплектлы башланғыс кластарын ҡыҫҡартыу сәбәпле, Учалы балалар йортона тәрбиәсе булып эшкә урынлашылды. Эх, белһәгеҙ икән, кескәй генә, аҡ бантлы ҡыҙҙарҙы һәм ҡыйыу малайҙарҙы һағыныуым...

         Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр. Тормош мине коррекцион мәктәп менән бөгөнгө көнгәсә бәйләне. Уҡытыу системаһы башланғыс кластар кимәле туғыҙ йылға һуҙылған. Тик балалар категорияһы күпкә башҡа. Дәрескә ентекле әҙерләнеп барғандан һуң, аҙағынан эс бошоуҙары. Ни өсөн шулай? Аңлата, уҡыта белмәйемме? Физик һәм психик үҫештәрен тикшерәһең, методик ҡулланмалар уҡыйһың, коллегар менән бергәләп методик берекмәләрҙә сығыштар яһайбыҙ. Һорауҙар күп, яуаптар аҙ.    Ҡыҙыҡһыныуымдың сиге юҡ. Шул сәбәптән Силәбе педагогик университетының Коррекцион педагогика факультетының ситтән тороп уҡыу  студенты булыу бәхетенә ирешелде. Бындағы бик талапсан һәм талантлы педагогтарҙың һәр дәресе беҙгә теоретик һәм методик белемдән тыш, иҫ киткес педагогик тәрбиә лә булды. Университетты уңышлы тамамлап, уҡытыусы-дефектолог белгесе булып эш юлын дауам иттем. Профессиональ стандарттарға яраҡлашыр өсөн Башҡортостан Республикаһының мәғәрифте үҫтереү институнда “Олигофренопедагогика” һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” квалификацияларын камиллаштырҙым.       Башҡорт теле дәретәрен дәүләт теле булараҡ алып барам. Ә был инде - иң ҡыйын эш, аҡылға  зәғиф  балаларҙың  телмәрен  үҫтереүҙә  эш еңелдән  түгел. Шуға  ҡарамаҫтан , һәр дәресемә  етди    әҙерләнеп, уҡыусыларҙа телде  өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу  һәм  һөйөү  тәрбиәләргә  тырышам. Дәрес менән генә сикләнмәҫкә, төндәрен йоҡламаҫҡа ла кәрәк. Бының өсөн һәр бер уҡыусының  психик һәм физик үҫешен, диагнозын күҙ уңында тотоп, яйын таба белеү зарур. Туҡтап, юғалып ҡалмаҫҡа, алға ынтылырға, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә – уҡытыусы һөнәре ошолай. Ә бала, ниндәй генә булмаһын, күңеле менән һиңә ынтыла, тик алға китеүҙәре йә була, йә булдыра алмай.

         Йылдар үтә килә, мин хәҙер практик уҡытыусы. Минең бурысым  – уҡыу сифатын күтәреү түгел, ә шул мөмкинлектәре сикләнгән  уҡыусыларҙа башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, теленә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.

 Балалар йөрәгенә асҡыс табып, уларҙың күңел донъяһына үтеп инеү өсөн, миңә тәрбиәсе лә булырға тура килә. Шуға күрә мин бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, өйрәнеү өҫтөндәмен.

         Уҡытыусының заман менән бергә атларға тейешлеге тураһында йыш ишетәбеҙ. Тик аҙымдар төрлөсә: башҡорт мәктәптәрендә иркенләп эшләргә мөмкин, ә коррекцион мәктәптә һәр аҙымыңды уйлап эш итәһең. Һине тәү күргәндә: «Миңә башҡорт теле дәресе кәрәкмәй», - тигән уҡыусылар һуңынан ата-әсәләре алдында башҡорт телендә йырлап, шиғыр һөйләп ҡыуандырһын өсөн, ни тиклем көс, белем, ваҡыт талап ителгәнен, мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләгән уҡытыусы ғына күҙ алдына килтерә ала.

           Бөгөн уҡыу-уҡытыу процессына яңы технологияларҙы индереү – уҡытыусы алдында торған төп талап, көн тәртибенә ҡуйылған төп мәсьәлә. Балалар яңы технологиялар менән бик иртә таныша. Шуға ла заман уҡытыусыһы булыу, интеллектуль яҡтан уҡыу кимәле түбән булған уҡыусыларға Башҡорт теле менән ҡыҙыһындырыу, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн, төрлө ысулдар уйлап табам – шул уҡ яңы технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу процессында ҡулланырға тырышам. Уҡытыу материалының йөкмәткеһен һәр баланың үҫешенә тура килерлек итеп һайлайым, төрләндереп үткәрергә ынтылам.

          Бына егерме йыл  инде Учалы коррекцион мәктәп-интернатында, ни тиклем ауыр булһа ла, һөнәр һайлауымда яңылышмағанлығымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым.

           Минең  тормош   девизым  -  кешеләргә   изгелек  ҡылыу,   донъяның матурлығын күрә белергә, йәшәү ҡәҙерен аңларға өндәү.                  Тауышым, хәрәкәттәрем, ҡараштарым, ғөмүмән, бөтә булмышым менән  балала  ыңғай эске торош булдырырға ынтылам: «мин һине аңлайым», «мин һиңә ярҙам итәм», «һин булдыра алаһың». Ниндәй генә бала булмаһын, ауырыумы - ауырыу түгелме, бала эшенән яҡшы һөҙөмтә көтә, үҙенең ҙур булмаған уңышын юғары баһалатырға теләй. Уҡытыусы булараҡ минең бурысым  балала ошо теләкте һүндермәҫкә ярҙам итеү,  уны уңышҡа әйҙәү. Һәр бала үҙенең холҡона, донъяны танып-белеү һәләтенә, үҙе тәрбиәләнгән социаль мөхиткә ярашлы, өйрәнә алһа - минең өсөн  ҘУР ҠЫУАНЫС!

            Уҡытыусы-дефектолог һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, сөнки яратҡан эшем миңә көс-дәрт өҫтәй. Класҡа килеп ингәс тә, һине йылмайып көтөп, һырып алған йөҙҙәрҙе күреү –  үҙе үк бик ҙур бәхет минең өсөн. Үҙ һөнәреңде яратып, хеҙмәтеңә күрә хөрмәтен  тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет бармы икән?!

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

image

Китап - рухи хазинабыҙ!

Зәйнәб Биишева  әҫәрҙәренән: «Партизан малай» , «Дуҫ булайыҡ», «Сәйер кеше» ,«Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Һөнәрсе һәм Өйрәнсек» һәм «Яҡтыға» трилогияһы.

Мостай Кәрим: «Өс таған», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау»

Ноғман Мусин романдары: «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Яралы кеше тауышы»,

 «Шунда ята батырҙар һөйәге».

А.С.Макаренко “Педагогическая поэма”.

В.А.Сухомлинский "Сердце отдаю детям", «Письмо к сыну».

 

Мой взгляд на мир

Рәхмәт менән таңда күҙем асам,
Шөкөр итәм тапҡан малыма,
Шуға күрә бәхет һандуғасым
Һайрай ҡунып күңел талыма.

Шуға күрәм донъя матурлығын!
Беләм туған-дуҫтың ҡәҙерен!
Шуға һәр саҡ аяҙ күңел күгем,
Ошо хаҡта булыр нәҙерем.

Шөкөр – донъяларҙа йәшәп ятам,
Камил аңым, теүәл ағзалар,
Һулар һауам таҙа, һыуым – татлы,
Урап үтә, шөкөр, ҡазалар.

Риза булып йәшәү – үҙе бәхет,
Рәхмәт ишетеүе – һай, рәхәт!
Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма,
Эй Хоҙайым, һиңә мең рәхмәт!
Фирүзә Абдуллина

Мои достижения

Добавить грамоту в портфолио
Мои альбомы