Худайбердина Гузель Зулфаровна

Сайт учителя башкирского языка и литературы

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Профессия: Учитель

Профессиональные интересы: Использование современных технологий на уроках башкирского языка и литературы

Увлечения: Читать книги, готовить и путешествовать.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: г.Уфа

Место работы: ГБОУ РГИ им.Г.Альмухаметова

Звание, ученая степень: Учитель высшей категории

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/hudayberdina-guzel-zulfarovna
Камиллыҡтың сиге юҡ!

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар, дуҫтар! Һеҙҙе үҙемдең шәхси сайтымда күреүемә шатмын! Здравствуйте, уважаемые коллеги, друзья! Рада видеть Вас на своём сайте!

О себе

Мин - Хоҙайбирҙина Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы.
1986 йылдың 24 февралендә Мәсетле районы Йонос ауылында тыуып үҫкәнмен.
2008 й. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамланым.
2009 йылдан Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында эшләйем.
Дөйөм педагогик стажым  12 йыл. 
2021 йылдан юғары категориялы уҡытыусы.
 

Минең педагогик кредом:

-Уҡыусыларға ғына түгел, үҙеңә лә талапсан булыу;

         -Яулап алған ҡаҙаныштарҙа ғына туҡталып ҡалмау, гел үҙ-үҙең өҫтөндә эшләү;
         -Балаларға икенсе әсә булыу, йәки йөрәгеңде балаларға илтеү.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

З.Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһы

Мой взгляд на мир

Мин - уҡытыусы.

                                               

 

    Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.

    Уҡытыусы - балалар  күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!

Мин – Уҡытыусы! Был минең өсөн һөнәр эйәһе генә булыу түгел, ә йәшәү рәүеше. Мин шуның менән йәшәйем, һәм бындай тормош миңә оҡшай. Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Сөнки мине уратып алған мөхиттең, туғандарымдың, уҡытыусыларымдың һәм, әлбиттә, әҙәбиәттең роле һанап бөткөһөҙ. Мәктәпкә төшөр алдынан, парта артына ултырыр алдынан уҡ  ҡустым менән  уҡытыусы булып уйнау, әсәйемдең , олатайымдың, ағай-еңгәләремдең ошо һөнәрҙе яратып һайлауҙары, уҡытыусыларымдың дәрестәрен иҫем китеп тыңлауым – былар барыһы ла тәьҫир иткәндер минең ошо һөнәремде һайлауымда. Бына шулай уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-арта барҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн ,Өфө дәүләт университетының филология факультетына юлландым.

Уҡытыусы һөнәре – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе һәм уның ҡулдарында кеше киләсәге, яҙмышы. Уҡытыусы булыу бик изге һәм яуаплы һөнәр, сөнки ул кешелек алдында баланың, уҡыусының киләсәге өсөн яуап бирә, уның шәхес булып формалашыуында ҙур роль башҡара. Балаларҙы тормошҡа өйрәтеү, милли рух тәрбиәләү, теленә ҡарата ихтирам, хөрмәт, һөйөү булдырыу, уның бар нескәлектәрен аңлатыу, байлыҡтары менән таныштырыу – былар барыһы ла  башҡорт теле уҡытыусыларының ҡулында. Уҡыусыларҙың башҡорт телен яратып уҡыуҙары, һағынып көтөүҙәре, дәрестәрҙә һәм дәрестәрҙән тыш сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡанташыуҙары мине ҡыуандыра, ғорурландыра. Бының өсөн, балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн күп көс талап ителә. Кешенең ышаныс символы булып уның тормош кредоһы тора. Кредо һүҙенең мәғәнәһе “ышанам” тигәнде аңлата. Ә мин нимәгә ышанам һуң? Мин һәр баланың һәләтле булыуына ышанам. Һәр бала үҙенсә һәләтле. Мин, уҡытыусы булараҡ, баланың мөмкинлектәрен асырға ярҙам итергә тейешмен.

Әйе, уҡытыусы эше еңелдән түгел. Уны ваҡыт менән үлсәп булмай, уның һөҙөмтәһен оҙаҡ йылдар көтөргә кәрәк.

Йылдар... Тағы ла уйланам… Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш һуң? Үҫеп килгән быуынды нимәгә һәм нисек өйрәтергә?    Заман үҙгәрә, йәмғиәт һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тә үҙгәрә. Ләкин уҡытыусының роле белем биреүсе кеше булараҡ ҡына түгел, ә мөһим тормош һорауҙарына яуап бирергә ярҙам итеүсе остаз булараҡ та үҙгәрмәй ҡала.

Эйе, бөгөнгө уҡытыусы үҙ заманы менән бергә атлай. Уның аҙымдары ышаныслы, ул үҙе ихтирамлы, иғтибарлы, аҡыллы булырға тейеш. Йылдар үтеп, эш тәжрибәһе арта барған һайын минең тормошом, эшем яңыра бара, әммә дәрес биреү өсөн класҡа кереү - минең өсөн шатлыҡ, бәхет. Уҡыусыларым өсөн ҡыуанам, «Афарин!» тип яҡшы яуаптары өсөн маҡтайым. Бында бер минут та ваҡыт юҡ, сөнки мин кемгәлер кәрәкмен. Уҡыусыларым менән аралашыуҙан ҙур ҡыуаныс табам. Бында минең коллегаларым – уҡытыусылар эшләй. Уларҙың хеҙмәтен, тормош тәжрибәһен, йоҡоһоҙ үткәргән төндәрен баһалайым, уларҙы хөрмәт итәм.

Уйлап ҡараһаң, уҡытыусы булыу еңел түгел! Минең уйлауымса, ысын уҡытыусы булыр өсөн ғүмер буйы уҡырға, өйрәнергә, иң мөһиме  балаларҙы яратырға һәм хөрмәт итә белергә кәрәктер.Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем.  Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Әҙәп-әхлаҡҡа, белемгә, яҡтыға, яңы үрҙәргә әйҙәүсе, заман менән бергә атлаусы, уны һәм йәмғиәтте төҙөүсе, ысын кешене, шәхесте тыуҙырыусы – ул уҡытыусы! Үҙ һөнәреңде яратып, хеҙмәтеңә күрә хөрмәтен дә тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет бар микән?!

Бәхетлемен! Эйе, эйе, бәхетлемен, донъя! Яратҡан эшем бар, ишеген асып  инер тупһам  бар. Телем, һүҙем бар,  шул  телде  йотлоғоп  тыңлаған уҡыусыларым бар!

 

 

Мои достижения

Благодарность Министерства образования Республики Башкортостан

Моё портфолио

 
 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: