Ишмөхәмәтова Зилиә Уразовна

Тәрбиәсенең шәхси сайты

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ. Нимә яҙһаң шул ҡала. Аҡ ҡағыҙға төшкән аҡ уйҙар ысын барлыҡҡа әйләнә.

Профессия: Тәрбиәсе

Профессиональные интересы: Балалар баҡсаһы - ул мауыҡтырғыс тылсымлы донъя.

Увлечения: Гөл-баҡсалар үҫтереү, тәмле аш-һыу эҙерләп, сәйгә бәлештәр бешереү.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Сибай

Место работы: МДОБУ ЦРР детский сад Курай

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/ishmuhametova-ziliya-urazovna
Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү - ғәйеп.
Халыҡ мәҡәле.

Сайт- башҡорт төркөмөндә эшләгән тәрбиәселәр, музыка етәкселәре,  ата-әсәләр менән аралашыу, тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, актуаль һорауҙарға яуаптар табыр өсөн булдырылған.

О себе

Мин ябай бер тәрбиәсе

Балалар баҡсаһында.

Кәрәк икән - мин баҡсасы,

Кәрәкһә мин рәссам дә,

Режиссер ҙа, сценарист та, 

Сәхнәләрҙә мин - әртис тә.

Ҡыштарын мин ҡар көрәүсә,

Боҙҙан, хатта һын эшләүсе

Штукатур ҙа, маляр ҙа

Ремонт эше башланһа.

Бөтәһе лә ҡулдан килә

Тырышып эшләгәндә.

Ә иң мөһиме - тәрбиәсе

Сабыйҙарҙы яратыусы,

Уйнатыусы, йыуатыусы,

Өйрәтеүсе, үҫтереүсе.

Балалыҡ илендәге

Мөғжизәне күрһәтеүсе

Иң мөһиме - мин ТӘРБИӘСЕ!!! 

 

                                                                                                                                                                            Авторы үҙемcheeky

                                                        P.S. Ф. Абдуллинаның "Ауыл уҡытыусыһы" шиғырын уҡығандан һуң, илһамланып ижад ителгән

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" , Зәйнәп Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романдары, Фәрзәнә Аҡбулатованың "Атай икмәге" хикәйәһе.

Мой взгляд на мир

   Тормошҡа булған ҡараш - йәшкә күрә, яҙмышыңда булған хәл-ваҡиғаларға, осраған кешеләргә, тупланылған тәжрибәңә ҡарап үҙгәреп тора. Ләкин бер генә нәмә үҙгәрешһеҙ - ул яҡшылыҡҡа һәм шәфҡәтлелеккә булған ышаныс.

   Бала саҡта халыҡ әкиәттәрендә, яҡшылыҡ һәр саҡ яуызлыҡты еңә, үҫмер мәлдә йәштәштәрең менән аралашыуҙан  яҡшылыҡ өмөт итәһең. Йәнә үҫә төшкәс, башыңа аҙыраҡ аҡыл ҡунғас, матурлыҡҡа һәм шәфҡәтлелеккә ынтылыу көсәйә. 

  Ғаилә тотҡаһы - ҡатын, сабыйҙарыңды яратыусы һәм ҡурсыусы - әсә, эшеңдә бер аҙ абруй яулаған хеҙмәткәр булғас  ышаныс нығый, тамырлана. Ләкин яҡшылыҡ төшөнсәһенең ни тиклем нескә, мурт булыуын күрәһең, сөнки бәғзеләрҙең уны урындары менән алыштырып, аҡты- ҡара тип, булмаған ваҡиғаларҙы, ысын-барлыҡҡа әйләндереүселәр етәрлек. Шуға күрә киләсәк быуынға дөрөҫ төшөнсәне ыуалтмай, үҙгәртмәй ҡалдырыу зарурҙыр. 

Күберәк бер-беребеҙгә яҡшылыҡ күрһәтәйек, шәфҡәтлелек ҡылайыҡ, күңел матурлығын юғалтмайыҡ.   

Моё портфолио

Минең портфолиом

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: