Сценарий открытия детского сада.
материал на тему

Готовый и очень красивый  сценарий на башкирском языке со стихами для открытия детского сада. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon сценарий на башкирском языке53 КБ

Предварительный просмотр:

 

Балалар баҡсаһын асыу

тантанаһы сценарийы

 

                                                                                   

 

Талғын ҡурай тауышы.

Фоно яҙма:

              Ниндәй моң был, ҡайҙан ишетелә?

             Ҡоштар тауышымы -  кем белә?

             Шишмә тауышымы әллә?

            Сихри моң ҡайҙан килә?

(Малай ҡурай макеты янына килә)

Малай:

  • Ҡурай...
  • Әү!
  • Ҡайҙа үҫтең?
  • Урманда...
  • Кем ҡырҡты?
  • Ҡурайсы?
  • Ни эшләргә?
  • Уйнарға!

(малай ҡурайҙы ҡырҡып, уны йунып  талғын көй уйнап ебәрә)

Малай: Тылсымлы ҡурай иле

            Серле сәскәләр иле

           Мөғжизә булып беҙгә

           Изге нур сәсһен ергә!

(Ҡурайҙа күңелле көй уйнап ебәрә (имитация).

  1. Сынаяҡтар менән бейеү.(ҡыҙҙар бейергә сыҡҡанда фона яҙма яңғырай)

Үҫәргәндең ҡыҙҙарында

Ҡулдарында сынаяҡ.

Хуш еҫле сәйҙәр менән

Улар беҙҙе һыйламаҡ!

  1. “Батырҙар” бейеүе.  

Беҙҙең батыр егеттәр

Бөрйән ырыуынан, дуҫтар.

Шундай батырҙар үҫкәндә

Тыныс йоҡлар халыҡтар!

  1. “Беләҙегем-йөҙөгөм”бейеүе.

Тамъян ҡыҙҙары килгән

Ҡулдарында беләҙек.

Сыңлап тора ҡумыҙҙары

Тыңлап таң ҡала халыҡ.

  1. “Һыбайлылыр” бейеүе.

Түңгәүерҙең егеттәре

Оҫта елә аттарҙа

Бер кем ҡыуып етә алмай

Улар менһә толпарға.

  1. “Шәл бәйләнем” бейеүе.

Камзулдары сағыу ҡояш

Меңлеләр моңло йырлай,

Тыпырлатып өҙә баҫып

Күңелдәрҙе бит арбай.

  1. “Һунарсылар”бейеүе.

Ҡыпсаҡтар – һунарсылар,

Тағы ла ҡунаҡсылдар,

Егәрле шәп малсылар

Һәм уңған игенселәр.

  1. “Ҡурай” бейеүе.

Табын ҡора Табындар

Ҡорға йыйылған улар.

Эй, йәмәғәт, килегеҙ,

Байрамды күрегеҙ!

Ете ырыу балалары

Ҙур байрамға килгәндәр

“Ҡурай”балалар баҡсаһының

Асылырын белгәндәр.

(Фанфаралар аҫтында алып барыусылар сыға)

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!

 Ведущая: Здравствуйте, уважаемые гости и жители города! Мы очень рады видеть вас на этом замечательном празднике.

Алып барыусы: Бына, ниһәйәт, бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көтөп алған шатлыҡлы һәм иҫтәлекле көн дә килеп етте!

 Ведущая: Сегодня в нашем городе радостное событие. Мы станем свидетелями открытия нового детского сада.

Алып барыусы: Матур, яҡты, иркен, заманса йыһазландырылған яңы баҡса  бөтәһе 180 мәктәпкәсә йәштәге балаға тәғәйенләнгән.

Баҡсабыҙ   халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы  “ҡурай”   исемен алған. Был исем наҙлы ла, моңло ла, яңғырашлы ла!

Ведущая: Праздничное мероприятие, посвященное открытию нашего детского сада позвольте считать открытым. 

Фанфары.

Алып барыусы: Һүҙ Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы   Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновҡа бирелә. Рәхим итегеҙ!

Сөләймәннов Х.Х. сығыш яһай.

Алып барыусы: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр һәм ҡәҙерле балалар! Алда һеҙҙе “Ҡурай” балалар баҡсаһының символик асҡысын тапшырыу тантанаһы көтә!

Ведущий: Право вручения ключа мы предоставляем Нуру Азаматовичу Тажетдинову, генеральному директору Открытого Акционерного Общества “Строймеханизация”.               

Алып барыусы: Асҡысты ҡабул итеү өсөн “Ҡурай” балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Яныбай ҡыҙы Халисованы саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Г.Я.Халисоваға асҡыс тапшырыла.

  Ведущий: Для разрезания символической ленты приглашаем наших уважаемых гостей.

Алып барыусы: Байрам таҫмаһын киҫеү хоҡуғы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновҡа, уның урынбаҫары                                                ...                                                                              бирелә.

Фанфаралар аҫтында Алып барыусы батмустағы ҡайсыларҙы почетлы ҡунаҡтырға бирә.

Ведущий: (таҫманы киҫкән выҡытта)

С Днем рождения, детский сад!

Он сегодня встретить рад

 Сибайских ребятишек:

Девчонок, и мальчишек,

И веселых, и смешных,

Любопытных, озорных.

Этот миг все долго ждали,

Радостные дни настали!  

Алып барыусы: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле балалар баҡсабыҙға рәхим итегеҙ! Башта һеҙҙе экскурсия көтә, ә аҙаҡ байрам музыка залында дауам итәсәк.

Экскурсия

Музыка залында байрам дауам итә

Песня “Солнышко”(д.с “Сказка”)

Ведущий: Детский сад  «Курай» открывается в преддверии двух замечательных дат: это  65-летний юбилей нашего родного города Сибай  и 70-летие Великой Победы.

Алып барыусы: “Ҡурай” балалар баҡсаһын асыу Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың башланғысына ярашлы балаларҙы мәктәпкәсә тәрбиә учреждениелары менән тьәмин итеү федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Ведущий:  За последние три года очередь в детские сады Республики Башкортостан сократилась в три с лишним раза.  

Алып барыусы: Был мәсьәлә Сибай ҡалаһында ла уңышлы хәл ителә. Ҡалабыҙҙа һуңғы өс йыл эсендә генә мәктәпкәсә йәштәге сибайлылар өсөн дурт белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелде. Улар: “Арҡайым” балалар баҡсаһы, “Сулпылар”, “Әкиәт” һәм “Ҡурай” балалар баҡсалары.

Ведущий: А сейчас, нам хотелось бы пригласить на сцену наших будущих воспитанников:

1бала: Беҙ уйнайбыҙ ҙа йырлайбыҙ

           Бейейбеҙ ҙә көләбеҙ

           Яңы баҡса бүләк иткән

           Ололарҙы һөйәбеҙ

2бала: Взрослым скажем всем: «Спасибо

   За подарок детворе!»

  В новом доме так красиво!

            И внутри, и на дворе.

  Малай: Мин үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым!             

              Беҙҙең яңы баҡса хыялдың үҙе кеүек матур!

Ҡыҙ:   Тимәк, хыялланырға кәрәк, хыялдар тормошҡа аша!

Малай:  Ә кем һуң хыялды тормошҡа ашыра?

Ҡыҙ:   Әлбиттә, тылсым эйәһе!

Алып барыусы: Юҡ инде балалар! Был әкиәттә генә шулай,ә тормошта хыялды кешеләр ысын барлыҡҡа әйләндерә.

Ведущий: Да, ребята! И самые главные волшебники присутствуют в нашем зале, которые, сделали все для того, чтобы появился детский сад «Курай».

Алып банрыусы: Ә хәҙер һүҙҙе, ошо балалар баҡсаһын төҙөгән Ябыҡ Акционерҙар Йәмғиәте «Строймиханизация»ның генераль директоры Нур Азамат улы Тажетдиновҡа бирәбеҙ.

Н.А.Тажетдиновтың сығышы

Алып барыусы: Һәр ерҙә бер хикмәт көтә

                          Бөгөн ябай көн түгел

                         Бөгөн – баҡсабыҙ байрамы

                         Шуға шатлана күңел

“Башҡортса парлы бейеү”

Ведущий: Вот и подходит к завершению наш праздник, посвященный открытию детского сада  «Курай».

 Мы хотим пожелать всем вам долгих лет,

А детскому садику – процветания и успех, и чтобы в его стенах были слышны только радостные детские голоса.

Вместе:   С праздником, детский сад!

                С первым Днём рождения, маленькая страна детства!

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий открытия детского сада

Сценарий открытия детского сада.У дверей детского сада ведущие встречают гостей.(Звучит музыка)Ведущий 1- Добрый день, уважаемые гости, родители и жители села Старого Тимошкино!  Сегодня у ...

СЦЕНАРИЙ открытия детского сада №1 «УСПЕХ»

СЦЕНАРИЙ открытия детского сада №1 «УСПЕХ»...

Сценарий открытия детского сада

В ноябре 2014 года после капитального ремонта распхнул свои двери на встречу воспитанникам детский сад селения Заманкул. На празднике присутствовало множество гостей, звучали теплые слова благодарност...

Сценарий открытия детского сада

Открытие детского сада с участием детей....

Сценарий открытия детского сада

Сценарий открытия детского сада...

сценарий открытия детского сада осенью

Данный сценарий был написан для открытия детского сада осенью. Участники используют карту для поиска ключа, который откроет двери нового дошкольного учреждения....

сценарий открытия детского сада зимой

Данный сценарий был написан для открытия детского сада зимой. Сценарий написан на основе русского фольклёра....