Главные вкладки
Абдрахманова Алия Мусиевна
Сайт учителя башкирского языка и литературы, истории
Профессия: Учитель башкирского языка, литературы, истории
Профессиональные интересы: Юриспруденция, история и языкознание
Увлечения: читать книги
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: г.Ишимбай
Место работы: МБОУ СОШ №3 города Ишимбая
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/abdrahmanova-aliya-musievnaЕр йөҙөндәге иң ҡатмарлы, иң серле затҡа – кешегә аң-белем, тәрбиә бирә белеү – үҙе бер талант, тәбиғәт биргән ҡөҙрәт. Ғиниәт Ҡунафин
Рәхим итегеҙ, милләттәштәр!

О себе
Ғилем өләшкәндән кәмемәй, арта ғына бара!
Абдрахманова Алия Мусиевна – общий педагогический стаж 15 лет, по предмету башкирский язык и литература стаж работы 3 года. За годы работы в школе зарекомендовала себя как добросовестный, ответственный педагог, хорошо знающий свой предмет. Каждый урок она стремится строить интересно и неординарно, показать значимость своего предмета в жизни общества и каждого человека. Ведет свою педагогическую деятельность в неразрывном единстве обучения и воспитания, ставит своей целью формирование индивида с широким мировоззренческим кругозором и воспитание духовной личности с развитым интеллектуальным, нравственным, культурным уровнем. Она успешно решает задачи приобщения детей к традициям башкирского народа, нравственно-эстетическим ценностям, развивает творческие способности учащихся. Алия Мусиевна умело применяет содержание предмета для воспитания патриотических чувств, гражданской ответственности.
За время работы в школе Алия Мусиевна показала себя как активный и результативный педагог. Каждый год под ее руководством обучающиеся становятся победителями и призерами таких научно-исследовательских конференций, как «Валидовские чтения», «Шаг в науку», «Ибрагимовские чтения», «Щербаковские чтения», «Киекбаевские чтения», «Молодежный форум», исследовательские проекты в рамках малой академии наук.
Алие Мусиевне объявлена благодарность Ҡурултая РБ, ежегодно получает благодарность главы муниципального поселения Ишимбай и Ишимбайский район на церемонии вручения “Признания”. В 2018-2019 уч. году объявлена благодарность за участие в подготовке и проведении республиканского конкурса юных сказителей эпоса «Урал батыр» от отдела образования муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан.
Ежегодно готовит призеров муниципального этапа Республиканской олимпиады школьников по башкирскому языку и литературе, получает благодарственные письма и грамоты отдела образования.
Она пользуется заслуженным уважением коллег, обучающихся, родителей.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Коран. Книги, которые сформировали мой внутренний мир: Ремарк "Три товарища", Ф.Саган "Ангел-хранитель", Р.Желязны "Хроники Амбера", Анн-Софи Брасм "Я дышу", Ч.Буковски "Истории обыкновенного безумия", К.Воннегут "Сирены Титана", М.Булгаков "Мастер и Маргарита", Э.Хемингуэй "Прощай оружие". М.Карим, Р.Гарипов, Р.Бикбаев и тд.

Мой взгляд на мир
Минең методик табыштарым
(эссе)
“Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!” –
Тиер ине шағир, яҙыусы…
Ә мин әйтәм: “Ниндәй ябай исем,
Ниндәй ябай һүҙ ул уҡытыусы!”.
Ошо һүҙгә генә һыямы ни
Остаздарҙың барлыҡ булмышы?
Һыямы ни бөтә йөрәк хисе,
Ябай ғына һүҙгә – УҠЫТЫУСЫ….
Уҡытыусы. Кем ул? Ҡырҡ биш минут буйы уҡыусыларға белем биргән мәктәп хеҙмәткәреме, әллә бөтә йөрәк йылыһын балаларға таратҡан, үҙенең эшенә фиҙакәр, остазлыҡта барлыҡ булмышын күргән кешеме? Был һорауҙарға мин яуапты таптым инде. Уҡытыусы эше – ул үҙе бер яҙмыш. Уҡытыусы ғүмере – шәмдең балҡыуы. Эйе, шәм яна, баҙлап, үҙ нурын тирә-яҡҡа тарата. Беҙ ҙә ошо шәм кеүек үҙ-үҙебеҙҙе йәлләмәй, балаларға белем юлын яҡтыртабыҙ. Ошо ябай ғына булып күренгән тәғлимәткә төшөнөү мине үҙ асылымды аңлауға алып килде.
Уҡытыусы һөнәрен һайлап ҡына алмайҙар. Ысын остазлыҡты юғары белем тураһындағы таныҡлыҡ менән дә тапшырмайҙар. Ул Хоҙайҙан бирелгән бүләк тә, шул уҡ ваҡытта һынау ҙа. Үҙеңә ышаныс менән тапшырылған балаларҙың йөрәген аса алырһыңмы, үҙ-үҙеңде тулыһынса уҡытыу эшенә бағышларға, ауыр саҡтарҙа, уҡыусылар ҡылығы йөрәгеңде телгеләгәндә балаларға, эшеңә ҡарата оло мөхәббәтең кәмемәҫме? Ошо һынауҙарға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы өсөн башҡалары ла өҫтәлә: телеңде, илеңде, милләтеңде үҫтерер, уның рух ҡошон талпындырыр өсөн һин үҙең бөтә булмышың менән башҡортлоғоңдо дәлилләй алаһыңмы? Башҡорт теле уҡытыусыһы – телгә өйрәтеүсе генә түгел. Ул – беҙҙең милләт киләсәге һаҡсыһы, ил әсәһе булырҙай сәсән телле, зирәк аҡыллы шәхес.
Нисек итеп балаларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырға? Башҡорт балаларын үҙ теленән тартынмаҫҡа, иркенләп әсә телендә һөйләшергә өйрәтергә? Урыҫ мәктәбендә башҡорт теленә булған ҡарашты нисек итеп үҙгәртергә? Башҡортостан ерендә башҡорт балаларын саф туған телдә һөйләшһендәр өсөн, башҡа милләттәр беҙҙең мәҙәниәткә, беҙ уҡытҡан башҡорт теле дәресенә икенсе сорт итеп ҡарамаһындар өсөн ниндәй эштәр башҡарырға?
Ошо һорауҙар миңә үҙемдең эшмәкәрлегемдә, методик эҙләнеүҙәремдә бер ҡасан да туҡтап ҡалмаҫҡа, ауыр саҡтарҙа бирешмәйенсә алға ынтылырға көс бирә.
Мин үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә милли мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеү, уның үрнәктәре менән уҡыусыларҙы таныштырыу өсөн төрлө саралар ҡулланам. “Ил азаматтары”, “Күренекле шәхестәр”, “Ә һин беләһеңме?” проектарын төҙөү булһынмы, мәҡәлдәр әйтешеү булһынмы – барыһы ла минең уҡыусыларҙа башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, уларҙы рухи яҡтан үҫтерә, камиллаштыра.
Тел уҡытыусыһы өсөн иң актуаль һорауҙарҙың береһе булып: “Нисек итеп уҡыусыларҙың телмәрен камиллаштырыу? Уҡыу тиҙлеген, сифатын арттырыу?” – тигән проблемалар тора. Был йүнәлештә уҡытыусыға текст өҫтөндө анализ, тест алымдары ярҙамға килә. Уҡыусылар текстың йөкмәткеһен бөтә нескәлектәрендә белмәй тороп, был эштәрҙе башҡара алмайҙар. Бөтә уҡыусылар ҙа йөкмәткене тулыһынса уҡырға мәжбүрҙәр. Шулай итеп мин уларҙа уҡырға мотивация, ә тора бара һөйөү тәрбиәләйем.
Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыһы замана талаптарына ла яуап бирергә тейеш. Беҙ техник саралар менән бай, ҙур тиҙлектәрҙә барған тормошта йәшәйбеҙ. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, уҡыу-уҡытыу эше алдында ла хәҙер бүтәнерәк талаптар ҡуйыла. Яңы стандарт буйынса, балалар үҙҙәре белемгә килергә тейештәр. Мин Learning apps интерактив программаһын һәр дәрестә тип әйтерлек ҡулланам. Был программа уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы. Шул уҡ ваҡытта, беҙ балаларға тик ҡоро факттар, ҡулланырға өйрәтелмәгән белем багажы ғына бирергә хоҡуғыбыҙ юҡ. Улар үҙҙәре лә төрлө презентациялар, кроссвордтар төҙөйҙәр.
Икенсе быуын федераль белем биреү стандартының мөһим өлөштәренең береһе - баланы шәхес кеүек үҫтереү, телмәр культураһын байытыу, милли үҙаңын камиллаштырыу, башҡа милләттәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләү. Ошо бер ҡарашта ике полярлыҡта ятҡан факттар һәм хистәр донъяһын балаларға нисек итеп бер дәрестә биреп өлгөрөргә? Был һорауға ла мин үҙемә яуап таптым.
Дәрес этаптарында ҡулланылған алымдар:
«Видеосюжет”, “Йәһәтерәк хата тап!”, “Музыкаль фрагмент”, “Проблемалы һорау”, “Ролле уйын”, “Проблеманы билдәләү”, «Мейе штурмы», “Тема-һорау”, “Ауырлыҡтан сығыу проектын төҙөү”, эшлекле уйын «Компетентлыҡ», эшлекле уйын «Минең уйлауымса», “Проблемалы рәт”, “Эксперимент”, “Проектты тормошҡа ашырыу”, “Гипотезалар әйтеү”, эшлекле уйын «Минең уйлауымса», “Проблемалы диалог”, “Аптырат!”, “Тема буйынса һорауҙар”, уйын «Ышанаһығыҙмы…», «Тормош менән бәйләнеш тап!», “Эйе-юҡтар”, «Хата тап!» , “Ирекле микрофон”, “Яҡшы һүҙ - йән аҙығы”.
Был алымдарҙы уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап һайлайым. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу ғына түгел, уларҙы эшлекле шарттарҙа белем табырға ла өйрәтергә кәрәк. Уҡытыусының был осраҡта оҫта дирижер ролен үтәүе мөһим.
Уҡыусыларым һәр уҡыу йылында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ғилми- эҙләнеү конференцияларында уңышлы сығыш яһайҙар. Был минең күрһәткес булыуы мөһим түгел, ә балаларҙың үҙҙәрен тота белеүе, оҫта итеп сығыш яһай белеүе, эҙләнә белеүе – шәхес булып үҫеүе ҡыуандыра. Бөтә көс тик ошо маҡсаттан сарыф ителә. Үҙҙәренә ышанмаған, баҫалҡы уҡыусыларҙың күҙендә осҡон барлыҡҡа килә. Тимәк, мин уны үҙемдең шәмем менән тоҡандыра алдым!
Ғөмүмән, уҡытыусы бер ҡасан да эҙләнеүҙәренән туҡтарға тейеш түгел. Конкурста ҡатнашыу теләгем дә яңы методтарға өйрәнеү, үҙемдең методикамды, дәресемде камиллаштырыуға йүнәлгән ынтылышым менән бәйле. Минең юлым - эҙләнеүҙәр, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу юлы. Сөнки тик төрлө яҡлап үҫешкән, камил уҡытыусы ғына шундай уҡ балалар тәрбиәләй ала. Ләкин методтар артынан ғына ҡыуып та булмай. Иҫемдә, тәүге уҡытыусымдың компьютеры ла, интерактив таҡтаһы ла юҡ ине. Ләкин уның күңеле уҡыусыларына ҡарата шундай мөхәббәт менән тулғайны, эшенә мөкиббән китеп, беҙҙе белем үрҙәренә етәкләгәйне… Иң мөһиме – шәхес булыу, эшеңде, уҡыусыларыңды яратыу. Башҡорт теленә ихтирамды дәрес, ярыш сиктәрендә генә түгел, үҙ күңелеңдә, үҙ ғаиләңдә тәрбиәләү. Йәғни, ысын тел һаҡсыһы, ысын УҠЫТЫУСЫ булыу. Был һөнәр бит Хоҙайҙан бирелгән бүләк тә, һынау ҙа.
Һәм мин тағы ҡабатлайым,
Йөрәк тулып, телем талғансы:
“Ниндәй ябай, ябай һүҙ эсендә
Бөйөк, оло шәхес УҠЫТЫУСЫ!”
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты