Һалдат булам йыры.М. Ғәйфуллина һүҙҙәре, В. Мәүлитов көйө

Мажитова  Ляйсан  Маргановна. Мәжитова  Ләйсән Мәргән  ҡыҙы

ҺАЛДАТ БУЛАМ


Олатайым матрос булып,
Алыҫ диңгеҙҙә йөҙгән.
Акула менән киттарҙы
Яҡындан ғына күргән.

Ҡушымта:
Мин дә үҫкәс һалдат булам,
Кирза итек кейермен.
Ялға ҡайтҡас ҡыҙҙар менән,
Тыпырлатып бейермен.

Ә атайым пограничник,
Ватан сиген һаҡлаған.
Ҡара төндә, ел-ямғырҙа
Тау-таш аша атлаған.