Әсәй менән гөл ултырттыҡ.Г.Байбурин һүҙҙәре,Р.Сәлмәнов музыкаһы

Мажитова  Ляйсан  Маргановна. Мәжитова  Ләйсән Мәргән  ҡыҙы

ӘСӘЙ МЕНӘН ГӨЛ УЛТЫРТТЫҠ


Әсәй менән гөл ултырттыҡ,
Гөлдәр хуш еҫ тарата.
Уңғаным тип, үҫкәнем тип,
Әсәй мине ярата.

Ҡушымта
Гөлдәр хуш еҫ тарата,
Әсәй мине ярата.

Һәр көн һайын һыуҙар һибәм,
Яратам мин гөлөмдө,
Гөлөм кеуек илем матур,
Яратам мин илемде.

Ҡушымта
Яратам мин илемде,
Яратам мин гөлөмдө.