Науруз һылыуы
Наурыз гүзәле билдәләнде
Шәмбе көнө ҡала паркында Наурыз байрамы үткәрелде. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын ҡала биләмәһе башлығы Р.Р. Яҡшыбаев сәләмләне. Ул сығышында Наурыз байрамын билдәләү тарихына туҡталды, барыһын да яҙғы байрам менән тәбрикләне. Тарихҡа күҙ һалғанда, йылдары хайуандар исеме менән йөрөтөлгән календарь буйынса был көн – йыл башы. Ул Яңы йыл, яҙ һәм хеҙмәт байрамы, көн менән төндөң яҙғы тигеҙләшеү мәлендә – 21 мартта үткәрелә. Шәреҡ илдәрендә, шулай уҡ Европаның ҡайһы бер дәүләттәрендә Наурыз байрамын киң билдәләйҙәр.
Баймаҡ халҡы был көндө ҡыҙҙар араһында үткәрелгән "Наурыз гүзәле" матурлыҡ бәйгеһенә тамаша ҡылды. Конкурсты мәҙәниәт бүлеге, йәштәр эштәре секторы һәм Йәштәр комитеты ойошторҙо. Унда ҡатнашыусы һылыуҡайҙар уңғанлыҡта, маһирлыҡта, һомғоллоҡта һыналды. Ҡыҙҙар үҙ таланттарын күрһәтте: кемдер бейеп таң ҡалдырһа, бәғзеләр йыры менән әсир итте, икенселәр үҙе бешергән ризығын тәҡдим итһә, кемдер бәйләм әйберҙәрен күрһәтте. Иң һылыуы булып УТЭК-тың Баймаҡ филиалы студенты Айгөл Әбделғафарова, артистарса оҫта сығыш яһаусы булып Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы студенткаһы Вилена Ибраһимова билдәләнде. 2-се дәрәжәле дипломға халыҡ ижады үҙәге методисы Яҙгөл Зөбәйҙуллина, 1-се дәрәжәле дипломға "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйлә Мырҙагилдина-Иҫәнбаева лайыҡ булды. "Наурыз гүзәле" конкурсы еңеүсеһе тип УТЭК-тың Баймаҡ филиалы студенты Айгөл Ғәлина танылды. Конкурсанттар ҡала биләмәһе әҙерләгән приздар менән бүләкләнде. Ҡала паркы администрацияһы тарафынан әҙерләнгән “Тамашасылар һөйөүе” призы Вилена Ибраһимоваға тапшырылды.
"Наурыз гүзәле" конкурсы халыҡ ижады үҙәге артистары, ансамблдәре әҙерләгән матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Халыҡ өсөн йәмәғәт туҡланыу предприятиелары эшләне. Балалар спорт уйындарында, мәрәкәле ярыштарҙа ҡатнашты. Күңелле сарала һәр кем матур ял итте.
Д. Арыҫланова.
Автор фотоһы.