Урғаҙала смотр-конкурс

Районда Бөйөк Еңеүгә арналған саралар гөрләп үтә

 

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы үҙ филиалдары араһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған смотр-конкурс үткәрҙе.

 

Урғаҙа ауылында үткән сарала Баймаҡ, Әбйәлил һәм Бөрйәндән колледж хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ике көн дауамында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, бухгалтерҙар һ.б. спорт ярыштарында ла, йыр-бейеүгә маһирлыҡта ла үҙ көсөн һынап ҡараны. Тәүге көн жюри ағзаларына айырыуса ауырға тура килде. Улар дүрт коллективтың дүрт сәғәткә һуҙылған береһенән-береһе яҡшыраҡ концерт номерҙары араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алырға тейеш ине.

Шулай итеп, Гала-концерт башланып та китте. Мәктәп вальсы... Тыныс, бәхетле тормошто һүрәтләгән был бейеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Киске уйын, йәштәр таныша, ҡауыша. Тап шул ваҡытта ишетелгән шомло хәбәр бәхетле минуттарҙы селпәрәмә килтерә. Ир-егеттәр фронтҡа китә, ҡатын-ҡыҙҙар тыл һалдаттарына әүерелә. Барлыҡ ауыр эштәрҙе башҡарғандан һуң, кис улар тағы бергә йыйыла. Кемдер бәйләй, берәүҙәр тегә – барыһы ла йөрәкте өҙөрлөк йыр менән оҙатылып бара. Фронтта ла һалдаттар яуҙан ялға туҡтаған арала йырлап-бейеп күңелен күтәрә... Бына, ниһайәт, Еңеү тураһында шатлыҡлы хәбәр килә.

Гала-концерттың төп темаһы ошо сағыу, тарихи көндәргә арналды. Һәр сығыш концерттың ҡыҫҡа ғына сюжет һыҙығын барлыҡҡа килтерҙе. Шулай уҡ был көндө шаян сығыштар ҙа кәйефтәрҙе күтәрҙе. Мәҫәлән, Урғаҙа ауылының филиал хеҙмәткәрҙәре “Матростар” бейеүен үҙенсәлекле итеп бейене. Ҡатын-ҡыҙҙар был бейеүҙе заманса итеп башҡарып, тамашасыларҙы бер аҙ күңелләндереп алды.

Шулай итеп, жюри ағзалары, бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң, тәүге урынды баймаҡтарға бирҙе. Икенсегә урғаҙалар лайыҡ булды. Өсөнсө урынды бөрйәндәр менән әбйәлилдәр бүлеште.

Был мәлдә спорт ярыштары ла ҡыҙғандан-ҡыҙа бара ине. Колледж хеҙмәткәрҙәре волейбол, теннис уйнаны, пневматик винтовканан атыу ойошторолдо. Бында иһә урғаҙаларға етә алған команда булманы.

Дүрт филиалдың ошо рәүешле бер-береһе менән танышып, концерт ҡуйып, спорт ярыштарында көс һынашыуы дуҫлыҡ күперҙәрен нығытты. Был осрашыуҙа улар шулай уҡ тәжрибә лә уртаҡлашып ҡайтты. Бындай күркәм саралар Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының матур йолаһына әүерелер, тип ышанайыҡ.

Эльмира Харисова.

Автор фотоһы.