Белемдәрен камиллаштыралар
Опубликовано 03.11.2014 - 14:50 - Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Архангел районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белемдәрен камиллаштырыу курстары эшләй. Тыңлаусылар "Яңы быуын стандарттары шарттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу теорияһы һәм методикаһы" тигән тема буйынса яңылыҡтар туплай. Сараны республиканың Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусылары ойоштора һәм алып бара.
