Йомро икмәк әкиәттәр буйлап сәйәхәттә!

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

Өфө районы Шамонин урта мәктәбенең “Йәш китапханасы” түңәрәгенә йөрөгән уҡыусылар, Шамонин ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһына “Йомро икмәк әкиәттәр буйлап сәйәхәттә” исемле сәхнәләштереүе менән ҡунаҡҡа барҙы. Был сара балалар баҡсаһы менән мәктәп араһында күсәгилешлек бәйләнеште булдырыу өсөн ойошторолдо.

Осрашыу бик сағыу һәм күңелле, кескәйҙәр өсөн оло байрамға әүерелеп, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сәхнәләштереүҙә 20-нән ашыу уҡыусы ҡатнашып, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен ҡыуандырҙы. Әкиәтте өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре ҡараны.  Уҡыусыларҙың һәр сығышы оҫта һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды, балаларҙа ҙур хис-тойғолар уятты. Бигерәк тә, был сәхнәләштереүҙең үҙенсәлеклелеге, балалар көтмәгән Йомро икмәктең мажаралары ҙур иғтибар менән күҙәтелде. Әкиәттә ҡатнашҡан һәр бер геройҙы ҡыҙыҡһынып тыңлап ултырыуҙары, балаларҙың шат йөҙҙәренән, сағыу күҙҙәренән күреп була ине.

“Йомро икмәк әкиәттәр буйлап сәйәхәттә” исемле сәхнәләштереүҙә берҙәмлектең, татыулыҡтың оло көскә эйә булыуы, яҡшылыҡтың һәр саҡ яманлыҡты еңеүе иҫбат ителде һәм кескәйҙәргә еткерелде. Әкиәт балаларға, геройҙарҙың сығышынды сағылған дуҫлыҡ, тоғролоҡ, ҡыйыулыҡ, зирәклек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кеүек төшөнсәләрҙе аңлатып бирҙе.

Бындай сара һуңғыһы түгел. Мәктәп менән балалар баҡсаһы араһындағы күсәгилешлек бәйләнеше беҙгә яңы осрашыуҙар, асыштар килтерер тип ышанып ҡалабыҙ. Әкиәтте ҡарап ултырған кескәйҙәр киләсәктә мәктәп китапханаһының әүҙем уҡыусыларына әүерелер.

Шуныһы ҡыуандырҙы: сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡан уҡыусылар балалар баҡсаһындағы ошо сығыштарынан дәрт алып,  йөҙҙәрендә ҡәнәғәтлек нуры, яңы хис-тойғолар менән  ҡайттылар.

декабрь, 2016 йыл

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dokument_microsoft_word.docx12.97 КБ
Файл zona.docx13.29 КБ

Предварительный просмотр:

20 декабря 2017 года обучающиеся 7 А, 8 А, 10 классов приняли участие на Республиканских мероприятиях посвященных Дню башкирского языка, которые проходили на базе  гимназии-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Наши обучающиеся достойно показали себя на различных конкурсах и все были награждены поощрительными призами.



Предварительный просмотр:

20 февраля 2018 года обучающиеся нашей школы приняли участие в п. Иглино Иглинского района на зональном этапе республиканского конкурса-фестиваля театрально-фольклорных групп обучающихся, занимающихся учебно-исследовательской деятельностью «Жемчужины Башкортостана», посвященном 100-летию со дня образования Республики Башкортостан, с целью воспитания гражданина Республики Башкортостан на лучших традициях историко-культурного наследия башкирского народа, приобщения школьников к истории и культуре родного края и заняли I место.