"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" кем ул?

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы"  - киң ҡарашлы, көслө рухлы, ижади эшләгән талантлы уҡытыусы. Конкурстан алған дәрт һәм дарман, рух һәм илһам, аҡыл һәм көс беҙҙең артабанғы эшебеҙҙә ҙур ярҙам ул. Бөгөн ҡыйыуҙар, үҙенә талапсандар, ныҡышмалдар, маҡсатлылар ғына бәйгегә сыға. 

Хөрмәтле хеҙмәттәштәрем, фекерҙәштәрем! Теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Уңыштар ғына юлдаш булһын!!! Изге һәм аҡ юлдар һеҙгә!!! Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Һеҙҙең кәңәштәрегеҙгә һәм теләктәрегеҙгә рәхмәтлемен.