Рәсәйҙә Театр йылы

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы

 

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителә. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Мәскәүҙәге Et Cetera театрының художество етәксеһе Александр Калягин менән осрашыуҙа белдерҙе.

13 декабрҙә Башҡортостанда уға рәсми старт бирелде. Йылға бик мөһим бурыстар ҡуйыла – халыҡ, айырыуса йәштәр араһында театр сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләрен популярлаштырыу, Ватаныбыҙҙың театр традицияларын һәм ҡаҙаныштарын һаҡлау, театр эшен ойоштороуҙы камиллаштырыу һәм театрҙы көндәлек тормошобоҙға индереү.
Театр йылы сиктәрендә тематик күргәҙмәләр һәм квест, оҫталык дәрестәре, яратҡан артист¬тар менән фотосессиялар, экскурсиялар, театрлаштырылған тамашалар, премьера спектаклдәре күрһәтеләсәк. Бөтә дөнья татар конгрессы тарафынан төбәктәрҙәге режиссерҙар өсөн оҫтаханалар үткәреләсәк.
image