Халыҡ-ара туған тел көнө

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы

21 февралдә бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.Ул 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды һәм йыл һайын билдәләнә. ЮНЕСКО ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, телдәрҙең үҫешенә бер тигеҙ шарттар тыуҙырылмаған, уларҙың күбеһе юғала бара һәм ҡурсалауға, ярҙамға мохтаж. Башҡорт теленә лә юғалыу ҡурҡынысы янай. Белгестәр билдәләүенсә, тел йәшәһен өсөн 100  меңдән ашыу кешенең һөйләшеүе шарт. ЮНЕСКО  мәғлүмәттәре буйынса донъяла 6 меңдән ашыу тел бар. 

image