Йәйге каникулдар

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Йәй - иң матур миҙгелдәрҙең береһе. Уҡыуҙан арынып, һәр беребеҙ йәйге каникулды түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Йылы көндәрҙә туйғансы һыу инеп, ҡыҙынып, сәйәхәт итеп ҡалырға тырышабыҙ, олатай-өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа барабыҙ, еләк-емешен дә йыябыҙ, баҡсала ла ярҙамлашабыҙ, бесән дә эшләшәбеҙ. Беҙҙең дә йәйге каникул күңелле генә башланып китте. Ял итерегә ситтән урын эҙләп тороу һис тә кәрәкмәй, үҙебеҙҙең яҡтың да тәбиғәте матур, ял итергә урындар бар. 

Каникулдар, йәйге каникулдар,

Көтөп алдыҡ һине һағынып.

Көндәр түгел, сәғәт, минут һанап,

Йәрен көткән ғашиҡ кеүек ныҡ.