Телең барҙа – илең бар

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Тәбиғәттең ғәжәйеп серҙәренең береһе  - ул туған тел. Әсә һөтө менән бирелгән һәм артабан үҫтерелеп ебәрелергә тейеш һәләт. Әсә телендә бала донъяны танып белергә өйрәнә, уның фекерләүе, зауығы үҫә. Ошо тәбиғәт ҡанунын боҙоу яҡшылыҡҡа алып бармай. Туған телдән айырылыу – туған тарихтан, мәҙәниәттән, халыҡ ижадынан айырылыу тигән һүҙ ул. Бала үҙ халҡының тәрбиә ҡанундарын, аҡылын, уй-фекерен белмәй үҫә, йәғни рухи байлыҡтан мәхрүм ҡала, маңҡортҡа әйләнә бара. Шуға ла бөгөн, технологиялар, яһалма интеллект үҫешкән заманда, был туған тел мәсьәләһе иң актуаль проблема булып тора.

“Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” тураһындағы федераль закон Рәсәй биләмәләрендә йәшәүсе этностарҙың телдәрен милли ғорурлыҡ һәм мәҙәни мираҫ тип иғлан иткән. Һәр милләт кешеһе үҙ телен белергә, һаҡларға, үҫтерергә тейешле. Беҙ ҙә меңәр йыллыҡ халыҡ аҡылын туплаған, быуаттан быуатҡа күсеп, халҡыбыҙҙы бер бөтөн итеп ойошторған телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Ә бының өсөн нимә эшләргә, нимәнән башларға? Әлбиттә, эштең башы - ғаиләлә. Балалар мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә генә түгел, үҙ ғаиләләрендә лә башҡортса аралашырға тейеш. Атай-әсәй балаһына башҡорт телендә әкиәттәр, хикәйәттәр һөйләһә, гәзит-журналдар уҡыһа, йәнһүрәттәр ҡаратһа, туған теленә һөйөү барлыҡҡа киләсәк. Бала башҡортса уҡырға теләмәһә, талап итергә кәрәктер. Ата-бабаларыбыҙҙың рухы, аманаты шулай ҡуша. Бала башҡорт класында уҡый икән, ул бала өс телдә лә һөйләшергә өйрәнә, мәҙәниәтте лә белә. Ә тел һәм мәҙәниәт үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Бала үҙ халҡының тарихын, бөгөнгөһөн, арҙаҡлы шәхестәрен белә, йыр-бейеүҙәрен, ер-һыу атамаларын өйрәнә. Тимәк, ул илһөйәр, телһөйәр булып, илебеҙгә файҙалы кеше булып үҫә. Шулай уҡ балалар бер береһе менән башҡортса аралашһа, шул иҫәптән Интернет селтәрендә лә, ижад менән шөғөлләнһә, милли байрамдарҙа ғаиләләре менән актив ҡатнашһа, туған телебеҙ йәшәүен дауам итәсәк.

“Ат та булыр, тун да булыр – беҙ булмабыҙ” тип яҙған 19 быуатта башҡорт шағиры Аҡмулла. Әгәр ҙә үрҙә әйтелгән ошондай ябай сараларҙы ҡулланып, туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеп, телебеҙҙе һаҡлап ҡала алмаһаҡ, башҡорттоң алтын иленән, бөйөк рухынан ни ҡалыр? Матди байлыҡ артынан ҡыуып, рухи байлыҡты онотоу милләт булараҡ юҡҡа сығыуға килтермәҫме?

Тәбиғәт биргән рухи байлыҡты - телде юҡҡа сығарырға ярамай. Ата-әсәләр үҙ балаларын күңел һыйыныр туған теленән айырмаһын ине.