Уҡыусыларым ҡаҙаныштары
Башланғыс мәктәптең төп бурысы-балаларҙың төрлө яҡлап үҫешенә нигеҙ һалыу, уларҙы үҙ-аллы тормошҡа компетентлы итеп тәрбиәләү. Төрлө социаль ҡатламда үҫкән уҡыусылар килә. Ошо уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, башланғыс белемгә нигеҙ һалыу, уларҙың һаулығын һаҡлау, яҡшы тәрбиәләү, телде, илде һөйөргә өйрәтеү башланғыс уҡытыусыларының иңенә төшә. Мин дә уҡыусыларымды һәр яҡлап үҫтерергә, һәләттәрен асырға, ҡулланырға өйрәтәм. Уҡыусыларым бик тырышып ижади эштәрҙә ҡатнашалар, кластағы һәр бер уҡыусым мәктәптә үткәрелгән төрлө түңәрәктәргә актив йөрөнө. 2004-2008-се сығарылыш класым:
- Регион күләмендә үткәрелгән "Мои поделки" конкурсына Сираева Айгөлдөң "Дама в шляпе" тигән пластилиндан һылап эшләнгән эше юғары баһаланып Мәскәүҙә үткән күргәҙмә ярышынан һуң Францияла "Юнеско" үткәргән "Рәсәй уҡыусылары ижады" күргәҙмәһенә ебәрелде;
- "Байрам" бейеү ансамбленә йөрөгән уҡыусыларым Республика күләмендә иң яҡшы ун ансамбль араһында еңеү яуланы;
- "Тамыр" студияһы үткәргән "Семәр" тапшырыуында һүрәттәр конкурсында Сәхибгәрәева Айгөлдөң "Тыуған яғым - минең Башҡортостаным" һүрәте юғары баһаланды.
- Ҡала һәм район күләмендә үткәрелгән "Вдохновение" шиғырҙар бәйгеһендә Арсланова Элина йылда призлы урындар яуланы;
- Әхмәрова Наҙгөл ҡала буйынса "Яҙғы тамсылар "конкурсында еңеүсе булды.
Мәктәптә үткәрелгән һәр байрамда, кисәләрҙә әүҙем ҡатнаштылар:
- Вәлиев Марат "Сәсәндәр ", Шыхалиев Эльнур "Көрәш" бәйгеһендә, Назриева Зарина, Әсмәндийәрова Миләүшә, Сәйфуллина Алина, Сәхибгәрәева Айгөл фортепьяно буйынса район музыкаль конкурстарҙа урындар яуланылар, ғилми- практик конференцияла ҡатнаштылар;
- район буйынса математика буйынса олимпиадала Арсланова Элина өсөнсө, Дауытова Гөлназ алтынсы урын яуланы;
- башҡорт теле буйынса ҡала олимпиадаһында Йәнешева Аделина, Ҡәнзәфәрова Розалия беренсе биш уҡыусы араһына инделәр.
Әлеге уҡытҡан класым да бик әүҙемдәр, тырыштар:
- 2013 йыл- Хәйруллин Таһир республика, район буйынса ғилми- практик конференцияла ҡатнашып призлы урындарға өлгәште;
- Мөхәмәтшина Эльвина ҡала , район кимәлендә моңло тауышы менән йылда призлы урындар яулай;
- 2011-2013 йылдарҙа- Лотфуллина Карина , Сәхибгәрәева Алина, Хәкимова Элина . "Тәбиғәтте өйрәнеү" буйынса, Мулакаева Елена, Ульданов Алмас рус теле буйынса, Лотфуллина Карина, Әбдрәшитов Алмаз, Айдағолова Алина математика буйынса мәктәптә призлы урындарҙы яуланылар, ҡала буйынса беренсе ун иҫәбенә инделәр.
Уҡыусыларым мәктәптә, өҫтәлмә белем биреү учрежденияһы "Новатор", Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мәҙәниәт йорто "Башҡорт вокал төркөмөнә" йөрөп үҙҙәренең һәләттәрен үҫтерәләр. Үҙем алып барған "Башҡорт балалар фольклоры" түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнәләр "Минең шәжәрәм", "Мин илемдең киләсәге", "Исемең матур, кем ҡушты", "Башҡорт халыҡ аштары", "Башҡорт балалар уйындары", "Батырҙар" тигән темаларға сығыштар, проекттар әҙерләйҙәр. Әкиәттәр сәхнәләштерәләр.















