Ғайсарова Гөлшат Салауат ҡыҙы

Башҡорт теле һәм туған телдәр уҡытыусыһы сайты

Белмәгәнде өйрәнермен, белгәнемде өйрәтермен.

Профессия: Уҡытыусы

Профессиональные интересы: Күҙәтергә, өйрәнергә, өйрәтергә...

Увлечения: Әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, ҡортсолоҡ, фотоға төшөрөү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Өфө ҡалаһы

Место работы: Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 127-се мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем бреү учреждениеһы

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/gaysarova-gulshat-salavatovna
Әгәр уҡытыусы үҙендә эшенә һәм уҡыусыға һөйөү берләштерһә-ул камил уҡытыусы.
Лев Толстой

Ингәндәргә-ишегем асыҡ, көлгәндәргә-күңелем асыҡ. Рәхим итегеҙ!

О себе

Мин-Ғайсарова Гөлшат Салауат ҡыҙы. Төп һөнәрем итеп уҡытыусы эшен һайланым. Хәҙер инде бер тиҫтәнән ашыу тар ғына итеп башлаған һуҡмағымды киңәйтергә, байытырға, йәмләндерергә тырышып алға, киләсәккә табан атлайым. Еңел булмаған эшемдә ғаиләм-төп илһам сығанағым. Коллегаларымдың уңыштары, кәңәштәре дәртләндерһә, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһынып баҡҡан күҙҙәре яңы үрҙәргә өндәй.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

"Китап- белем шишмәһе". "Китап-иң яҡын дуҫ". "Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ". "Китаптың белмәгәне юҡ". "Китап укыһаң – белемең артыр".  Халҡыбыҙҙың хаҡ  һүҙҙәре.

Китапҡа һөйөү бала саҡтан ғаиләлә тәрбиәләнде. Ололарҙың әкиәт һөйләүҙәренән мәхрүм булманым. Үҙ аллы хәреф таный башлағас та М. Кәрим. З. Биишева, Я. Хамматов, Һ.Дәүләтшина, Н.Мусин, Д.Бүләков, Ф.Әсәнов, С.Шәрипов  һ.б. әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыным. 

 

Мой взгляд на мир

     Донъяға ҡарашым һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Ул заман индергән яңылыҡтарға, күңел торошона, тормош биргән һабаҡтарға һәм, әлбиттә, йәшкә бәйле. Бер нәмә лә бушҡа бирелмәй. Һынауҙарҙы ғына түгел, шатлыҡтарҙы ла күтәрә белергә кәрәк. 

     Уҡытыусы алдына йәмғиәт ҙур бурыстар ҡуя. Киләһе быуынды лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләү, тимәк, тыуған илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләү. Был өлкәлә заман беҙҙән донъяға тик алдынғы, таҙа, изге ҡараштар талап итә.

 

Мои достижения

Өфө ҡалаһына илткән юлым урау һәм ҡатмарлы булды. Бөгөнгө көндә баш ҡалабыҙ мәктәптәрендә үҙ урыным булыуын тормошомдоң бер ҡаҙанышы тип һанайым. Замандың әленән-әле үҙгәреп торған талаптарына яуап бирер өсөн туҡтауһыҙ эҙләнергә, өйрәнергә, үҫергә тырышам. Тормош иптәшем менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Уларҙы тыуған илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре итеп тәрбиәләү-беренсел бурысыбыҙ.

Моё портфолио

 Һаумыһығыҙ, коллегалар!

Минең битләүемә инеүегеҙ өсөн рәхмәт! Әгәр бындағы материалдар һеҙҙең еңел булмаған, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс эшегеҙҙә ярҙамсы була ала икән, мин бик шат.

Һәр көн иртән, алһыу ҡояш менән

Туған мәктәбемә ашығам.

Белем истәп, күпме күҙҙәр баҡҡан,

Көтәләрҙер, шуға ашҡынам.

Хеҙмәтемдең емештәре булып

Күпме кеше һөнәр һайлаған.

Һәр өлкәлә лайыҡ шәхес булып

Үҫтерәләр күңел байлығын,

Арттыралар илем байлығын.

 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: