Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

Кешеләрҙе матурлыҡҡа, яҡтыға, дөрөҫлөккә әйҙә!

Профессия: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: повышение уровня мастерства как учителя родного языка и литературы

Увлечения: әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, йырлау, бешеренеү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Салауат районы Арҡауыл ауылы

Место работы: Салауат районы Арҡауыл ауылының Байыҡ Айҙар исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/izrisova-lili-mars-kyzy
Илем тиеп, туған телем тиеп Беҙгә янмай, кемгә янаһы?!
Сафуан Әлибай

 
     Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар, ата-әсәләр, ҡәҙерле  уҡыусылар! Һеҙҙе  шәхси сайтымда күреүемә бик шатмын. Үҙегеҙ өсөн кәрәкле мәғлүмәт табырһығыҙ тип ышанам. Тәҡдимдәрегеҙҙе, һорауҙарығыҙҙы  "Гостевая"  бүлегендә яҙып ҡалдыра алаһығыҙ. 

О себе

 

Мин,  Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы, 1985 йылдың 23 октябрендә Салауат районы Арҡауыл ауылында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға ауыз  һалғанмын.

Әлеге ваҡытта тыуған еремдә  Арҡауыл ауылының Байыҡ Айҙар исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.

Мәсәғүт педагогия колледжын, һуңынан ситтән тороп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт  педагогия университетын тамамланым. Уҡытыусы булып эшләй башлауыма 13 йыл. Категориям - юғары.

Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны кешелеклелеккә, әҙәплелеккә өйрәтеү, туған телгә, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү - минең педагогик хеҙмәтемдең мөһим бурыстары.

Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем,  ныҡлы терәгем һәм таянысым – ғаиләм (тормош  иптәшем һәм улым), атай-әсәйем, дуҫтарым, туғандарым бар. Һәр  көн яратҡан эшемә - мәктәпкә, уҡыусыларым янына ашығам. Эшемде, балаларҙы яратам! Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.  Хеҙмәтем илем, халҡым киләсәге менән бәйләнгән. 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

М.Кәрим "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ"

М.Бураҡаева "Арғымаҡ", "Көҙгө ысыҡ"

З.Биишева әҫәрҙәре

Мой взгляд на мир

Кешегә ғүмер бер генә бирелә. Һәр минуттың, мәлдең, һине уратып алған һәр кемдең ҡәҙерен белеп, кешелеклелек сифаттарын юғалтмай матур итеп йәшәргә, үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырырға кәрәк.

Кеше

Кешеләргә кәрәк булһын,

Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.

Эшләгәндә,

Янып эшләһен дә
Ял иткәндә,
Көлһөн,
Йырлаһын!
Һыҡранмаһын
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын,
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Шундай бай, бәхетле күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен! (Рәми Ғарипов)

 

Мои достижения

Минең уңыштарым

2010 йыл – Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына бағышланған “Йәш тауыштар - 2010” йырын эстрада йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы, рәхмәт хаты.

2011 йыл – “Рәми уҡыуҙары” район фәнни - ғәмәли конференцияһы, сертификат.

2011 йыл – “Ил тойғоһо – бар булмышым минең” Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 80 йыллығына ҡарата республика уҡытыусыларының семинары, сертификат.

2011 йыл – “Йыл уҡытыусыһы” мәктәп конкурсы, 2 урын.

2013 йыл - "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" район конкурсы, “Өмөт” номинацияһы.

2013 йыл – “Салауат ере легендалары һәм риүәйәттәре” район конкурсы, диплом.

2013 йыл – “Һайра һандуғас” башҡорт йырын башҡарыусылар район конкурсы, “Халыҡ ынйыһы” номинацияһы.

2013 год – почетная грамота за добросовестный труд и личный вклад в реализации программы регионального профильного лагеря «Мы потомки Салавата»,  почетная грамота

2013 год – благодарственное письмо за активное участие в Фестивале профильных культурно-лингвистических лагерей.

2013  йыл – район йәштәре сараларында актив ҡатнашҡан өсөн, почет грамотаһы

2014 йыл - "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2014" регион-ара конкурсында ҡатнашыусы дипломы 

2015 йыл – “Мин ФГОС буйынса эшләйем”  иң яҡшы дәрес эшкәртмәһе район конкурсы,  “Тел ғилеме” номинацияһында 3 урын.

2015 йыл – Әҙәбиәт йылына арналған “Мин – әҙәбиәт уҡытыусыһы”  район конкурсы, 3 урын.

2015 год – грамота на районном конкурс профессионального мастерства среди представителей трудящейся молодежи предприятий и организаций Салаватского района «Работница - 2015», 3 место

2016 йыл – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға 85 йәш тулыуға арналған “Иң яҡшы дәрес өлгөһө” район конкурсында  яҡшы йөкмәткеле эш өсөн грамота.

2016 йыл – Башҡорт Юниор КВН лигаһы уйындарында ҡатнашҡан өсөн, башҡорт Шаяндар һәм отҡорҙар хәрәкәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн, рәхмәт хаты.

2017, 2019 йылдар – Башҡорт асыҡ КВН лигаһының йәйге мәктәбендә ҡатнашҡанға сертификат.

2017 год – сертификат участника Всероссийского конкурса материалов по программно-методическому обеспечению педагогической деятельности в области развития детской одаренности “Одаренный школьник” в номинации “Сценарии, методические разработки уроков”

2018 год – грамота за участие в районном конкурсе художественной самодеятельности трудовых коллективов “Горжусь тобой, Башкортостан!”

2019 йыл – “Иң шәп класс етәксеһе” район бәйгеһе, финалист.

2020 год - благодарность за подготовку участника и проведение онлайн-конкурса, посвященного 75-летию Великой Победы "Мы помним! Мы гордимся!"

2020 йыл - "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" белем биреү акцияһында ҡатнашыуҙы раҫлаусы сертификат.

Моё портфолио

 

Маҡсатым: тәртипле, илһөйәр, милли рухлы шәхес тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыу, үҫтереү, һөнәри йүнәлеш биреү, халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, тарихыбыҙҙы өйрәнеү.

 

 

Минең ҡаҙаныштарым

Мәктәп директоры, Салауат районы мәғариф бүлеге етәксеһе, Арҡауыл ауылы хакимиәте башлығы, Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе,
Салауат районы йәштәр сәйәсәте тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары 
 
БР "Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ лигаһы" региональ йәмәғәт ойошмаһынан Башҡорт Юниор КВН лигаһы уйындарында ҡатнашҡан өсөн, Башҡорт  Шаяндар һәм отҡорҙар  хәрәкәтен үҫтереү өсөн рәхмәт хаты.
 

"Инфоурок" сайтының публикациялар өсөн алынған сертификаттары, танытмалары.

https://infourok.ru/user/idrisova-liliya-marsovna

Добавить грамоту в портфолио