Праздник цветов

Сценарий "Праздник цветов"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Праздник цветов14 КБ

Предварительный просмотр:

Сәскәләр-нур сәсәләр.

Зал байрамса биҙәлгән

Маҡсат:

 байрам аша балаларҙа матурлыҡты күрә белергә

өйрәтеү,

тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.


Күңелле көй уйнай.

Бөгөн был байрамға матурлыҡҡа ғашиҡ, күңелдәре ижади күркәмлеккә, тормошто тик сағыу төҫтәр аша күргәндәр гөл-сәскәләр байрамына йыйылдыҡ.

Байрамға рәхим итегеҙ.

Азамат.Бәрхәт сәскәләренән гөлләмә тотоп сыга.

БӘРХӘТ
Ҡыҙғылт-һары сәскәгә
Йәй буйына бик рәхәт:
Бирешмәй һыуыҡтарға,
Бик сыҙамлы шул бәрхәт

2-се укыусы .Мимоза  сәскәләренән гөлләмә тотоп сыга

МИМОЗА
“Мин нәҙек тә мин оҙон”, - тип
Ҡояшҡа башын һуҙа,
Тәмле еҫтәр сәсә-сәсә,
Һары ғына мимоза.

-Балалар,ә һеҙ ниндәй  сәскәләр беләһегеҙ?

Нәркәс, ирис, пион, лилиә, георгин, астра, ҡыҙғылт һары бәрхәт сәскәләр,алиссум, гладиолус, ҡәнәферҙәр.

-Беҙгә сәскәләр ни өсөн кәрәк?

Сәскә бүләк итеү- мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе, Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта, ышаныслыраҡ итә.

-Һеҙ сәскәләрҙе яратаһығыҙмы?

-Әлбиттә, матурлыҡтың бер өлгөһө булған сәскәләрҙе кем яратмай икән?Сағыу төҫтәре менәнкүҙҙе ҡамаштырған сәскәләрҙе кескәй балаларҙан алып ололарға тиклем үҙ итә. Сәскәләр урамдарҙы, баҡсалаоҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡайһылай матур һуң!

-Ә,хәҙер  мин һеҙҙе сәскәләр йондоҙнәмәһе менән таныштырып үтәйем.

Ғинуар ,Февраль айында тыуғандар- Мимоза сәскәһе

Уларға тыйнаҡлыҡ һәм эске матурлыҡ хас икән.

Март- лилиә сәскәһе

Улар бәхет өсөн нимә кәрәген белә һәм маҡсатҡа ирешә, тыйнаҡ һәм оялсан булып күренһә лә, кәрәк саҡта сихри матурлыҡтарын күрһәтә белә. Уның тормошон берәүҙә белмәй, ныҡ сер һаҡлай.

Апрель- магнолия, георгин

Асыҡ күңелле, шат,  кешеләргә тиҙ эйәләшә һәм тиҙ һыуына.

Май- ромашка

Йөрәктәре тиҙ яралана, уны һәр кем рәнйетә ала, ышаныусан, һөйкөмлө, тыйнаҡ, хатаһын танып бармай, ғүмер буйы тәжрибәһеҙ һәм бала күңелле булып ҡала.

Июнь- ҡыңғырау сәскә, ләлә

Тәртипле, аҙ һүҙле, тыйнаҡ, кеше менән ауыр таныша, ләкин хәтерҙә оҙаҡҡа ҡала.

Июль- томбойоҡ, миләүшә, гөльемеш

Иң ауыр саҡта ла йәшәргә көс таба, тиҙ мауығыусан, янында һәр саҡ кеше күп

Август-көнбағыш, рауза, дельфиниум

Ҡояш йылыһын, дан- шөһрәт ярата, әммә уңыштан башы әйләнмәй, ауырлыҡтан баш тартмай, киләсәктән ҡурҡмай, үткәндәргә үкенмәй, һәр саҡ алға, маҡсатына ынтыла.

Сентябрь- ҡәнәфер, астра

Ғәҙеллелек өсөн көрәшеүсе, ынтылыштары асыҡ, һәр аҙымы төплө уйланылған.

Ә хәҙер беҙ байрамыбыҙҙы башлайык.Өйгә эштәребеҙҙе тикшереп алайык.

1.Гөлләмәләр конкурсы.Сәхнәгә сыгып һәр класс үҙенең гөлләмәһен яклай.

2.Сәскә костюмына конкурс.Музыка аҫтында сәхнәлә костюмдарын күрһәтәләр.

3.Сәскә тураһында шиғыр ятлау.Һәр кластан 1 шиғыр.

4.Йәй көнө баҡсала һәйбәт эшләүселәрҙе билдәләп китеү.

5.Уйындар.

А) 3 укыусы сыга.Аркаларына яҙылган сәскә исемен укырга тырышалар.

Б) Сәскә исемдәрен әйтеп кем беренсе билдәләнгән урынға килеп етә.

В) Ромашка.Эштәрзе үтәйҙәр.

Г)Музыка яңгырай. Һәр класс бейеү әҙерләй.

Һүҙ жюри агзаларына.Бүләкләүҙәр.