Развитие устной речи на уроках башкирского языка

Зайнуллина Гульназ Ришатовна

Развитие устной речи на уроках башкирского языка направлено на формирование умений и навыков овладения башкирской речью в устной форме. Это включает работу над словом, словосочетанием и предложением, а также над связной речью.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad_razvitie_ustnoy_rechi.docx27.02 КБ

Предварительный просмотр:

Зайнуллина Гульназ Ришатовна

учитель башкирского языка и литературы,

МБОУ СОШ №2 с. Иглино

“Развитие устной речи учащихся на уроках башкирского языка: от теории к практике”

Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар! Добрый день, уважаемые коллеги!

Воспитание и развитие культуры речи учащихся на уроках башкирского языка остается главной задачей учителя русскоязычных школ. А претворение этих задач зависит от правильной организации работы по развитию речи учащихся.  

Организация урока по развитию речи требует от учителя творческой работы.

На сегодняшний день проблема обучения башкирскому речевому общению остается актуальной.

Исходя из этого, я хотела бы выступить с докладом (“Развитие устной речи учащихся на уроках башкирского языка: от теории к практике”) Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү: теориянан практикаға” (слайд 1, 2)

     Основной задачей обучения учащихся башкирскому языку является формирование и развитие умений и навыков овладения башкирской речью в устной и письменной форме. Первостепенная задача учителя – научить детей воспринимать башкирскую речь на слух, при этом различать специфические звуки башкирского алфавита, как һ, ҙ, ҫ, ҡ, ә, ө, ү, ғ, ң   и правильно их выговаривать, поэтому использую артикуляционные упражнения. Башҡорт телендә һөйләү телмәре үҫһен өсөн бала башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен дөрөҫ ишетергә, әйтергә һәм яҙа белергә тейеш. Башҡорт телендәге специфик өндәрҙе  дөрөҫ итеп  әйтер өсөн артикуляцион күнегеүҙәр ҡулланыу мотлаҡ. (слайд 3)

«Ә» әсәй – мама, Әсәйем әфлисун алып ҡайтты.

«ө» өй - дом, Өләсәйем Өфөлә йәшәй.

«ү» үрмәксе – паук, Үрелеп үҫә үрмәгөл.
«ң» мине
ң – мой, Миңлегөл – минең һеңлем.
«ҙ» бо
ҙ – лед,Тигеҙ яҙ.
«ҫ» ө
ҫтәл – стол,  Эй, ҡыҫала, ҡыҫала.
«һ»
һаумыһығыҙ – здравствуйте,  Һәүкәшкәйем һөт бирә.
«ғ» ғаилә – семья,
Ғәлиә ҡурсаҡ уйнай.
«ҡ» 
ҡолаҡ – уши, Ҡуян ҡунаҡҡа килгән.

Чтобы научить ребенка правильно поставить речь, исправить орфоэпические ошибки используем скороговорки. Баланы дөрөҫ телмәр төҙөргә өйрәтеү, ҡайһы бер орфоэпик хаталарын төҙәтеү, сит телмәрҙе ҡабул итеү һәләттәрен үҫтереү маҡсатында тиҙәйткестәр күнекмәһе ҡулланыу мөһим. (слайд 4)

Также использование чистоговорок в башкирском языке помогают отрабатывать чёткость дикции, силу и координацию воздушной струи, модуляцию голоса, правильный темп речи, интонационную выразительность. Таҙа әйткестәр дәрестең лексик темаһына ярашлы ҡулланыла. Улар дәрестә өйрәнелгән өн-хәреф менән ижектәр уҡырға, дөрөҫ әйтергә күнектереү маҡсатында ҡулланыла. Тәүге осорҙа уҡытыусы ҡабатлатыу өсөн әҙер таҙа әйткестәр ҡулланһа, әкренләп уҡыусыларҙың үҙҙәрен дә таҙа әйткестәр төҙөүгә йәлеп итергә кәрәк. Мәҫәлән, өн-хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәнгәндә түбәндәге таҙа әйткестәрҙе ҡулланырға мөмкин: ( слайд 5)

Тә-тә-тә - ултырабыҙ дәрестә.

Са-са-са – һөйләшәбеҙ башҡортса. 

Проведение различных урпажнений при помощи таблиц-тренажеров и наглядных дидактических материалов у детей развивается речь и техника чтения. Тренажер менән күнегеүҙәр үткәреү шулай уҡ балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ошо таблица-тренажер менән уҡыу сифатын, телмәр үҫтереү маҡсатында күп кенә күнегеүҙәр үткәрергә мөмкин:

     - бер бағаналағы йәки бер юлдағы тартынҡыларҙы асыҡ итеп, телмәр ағзаларына көсөргәнеш биреп, бер тында уҡыу;

     - бер бағаналағы йәки бер юлдағы тартынҡыларҙан һуң һуҙынҡы ҡуйып уҡыу;

     - бер бағаналағы йәки бер юлдағы тартынҡыларҙың алдына һуҙынҡы ҡушып уҡыу һ.б. (слайд 6)

Психологтар, педагогтар билдәләүенсә, телмәр үҫтереүҙә ҡыҙыҡһыныуҙы ҡуҙғатыу өсөн баланың иғтибарына, зиһененә, фекерләүенә күргәҙмә материал ыңғай тәьҫир яһай. Таблица, схема, рәсем, картина, һүҙлек кеүек күргәҙмә материалдар дәрес йөкмәткеһенә ярашлы үтәлә. Ул уҡыусының һиҙеү, тойоу, күреү, күҙәтеүе менән бәйле. Һанап үтелгән төр күргәҙмәләр һәр уҡытыусыға таныш. (примеры показать: домино, тримино, квадромино)(слайд 7)

Ошо һәм башҡа эш төрҙәрен халыҡ ижадын өйрәнгәндә лә киң файҙаланып була. Мәҫәлән, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе өйрәнгәндә уҡыусыларға ошондай ижади күнегеүҙәрҙе тәҡдим итәмем: Күп нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡуйып, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе тултырығыҙ: Күрше хаҡы – (тәңре хаҡы). Бесәй моронон ҡаплап ятһа – (көн һыуыта). Эти и другие упражнения можно применять при изучении устного народного творчества. Например, при изучении пословиц и поговорок можно использовать следующие упражнение: продолжи пословицы. (слайд 8)

Берәй ҙурырыҡ тема, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ  бүлектәрен йомғаҡлағанда кроссвордтар, башватҡыстар, сканвордтар, шарадалар һәм эш биттәре ҡулланыу отошло. Был кроссвордтарҙы, башватҡыстарҙы, шарадаларҙы сискәндә, эш биттәрен эшләгәндә уҡыусы быға тиклем алған белеменә таяна, әҙәби һәм ғилми китаптар аҡтара – үҙенсә ғилми тикшеренеү эштәре үткәрә. При обобщении глав больших тем, сказок, пословиц и загадок можно использовать головоломки, кроссворды, сконворды, шарады и рабочие листы. При выполнении этих заданий ребенок использует полученные знания, ищет ответы из литературных и научных книг – это способствует развитию научно-исследовательской деятельности. (слайд 9)

Башланғас кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә шиғырҙар уҡытыу һәм ятлатыу мөһим роль уйнай. Шиғыр өҫтөндә эш баланы уҡығанды иғтибар менән тыңларға, аңларға һәм уны дөрөҫ, тасуири уҡырға өйрәтә

Ҙур булмаған текстар уҡыу, һорауҙарға яуап биреү, тексты тәржемә итеү, ролдәргә бүлеп уҡыу шулай уҡ һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн бик әһәмиәтле. (пример текст с расскрасой “Ҡыш”) Развитию речи учащихся помогают чтение небольших текстов, стихотворений, ответы на вопросы, перевод небольших предложений, текстов, чтение по ролям.  ( слайд 10, 11)

Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә диалог ҙур урын алып тора. Бөтә лексик-грамматик материал диалогтар һәм аралашыу ситуациялары аша үҙләштерелә. Диалог телмәрҙә киң таралған күнегеү – һорау-яуап күнегеүе. Башланғыс кластарҙа диалогтарҙы өйрәнеү буйынса  ошондай күнегеүҙәр ойошторорға була: 

  1. Терәк һүҙҙәр ярҙамында рәсем буйынса диалог төҙөү.
  2. Типик аралашыу ситуацияларына ҡараған микродиалогтар төҙөү.
  3. Диалогты дауам итеү.
  4. Диалогты ролдәргә бүлеп уҡыу.
  5. Диалогты башҡорт теленә тәржемә итеү һ.б.

Следующая задача – научить составлять небольшие диалоги о себе, о своей семье, друзьях, о любимых занятиях, составлять небольшие описания картин, связанных именно с природой Башкортостана, с его достопримечательностями. (слайд 12)

Тел дәрестәрендә уҡыусыларҙы бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәтеү, ғөмүмән, мөһим мәсьәләләрҙән һанала. Бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәһе үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, ә оҙайлы һәм эҙмә-эҙлекле ижади эшмәкәрлек талап итә. Мәҫәлән, инша яҙырға өйрәтеү. Башҡорт телен өйрәнеүҙә һөйләү телмәрен үҫтереүҙең эффектлы алымдарының береһе булараҡ, балаларға инша яҙырға өйрәткәндә шундай эш алымын ҡулланыу отошло:

  1. Иншаның темаһы бирелә.
  2. Уҡыусыларға экранда йәки таҡтала әҙер текст тәҡдим ителә.
  3. Уҡыусылар өйрәнгән һүҙҙәр ярҙамында һәр һөйләмде тулыландыра.
  4. Үҙҙәре төҙөгән һөйләмдәрҙе үҙләштереп, артабанғы кластарҙа тағы ла яңы һүҙҙәр ярҙамында текст төҙөргә өйрәнә.

Изложения на уроках башкирского языка, как и изложения на уроках русского языка, отличаются тем, что больше внимания уделяется развитию умений описывать конкретные предметы и явления, выразительно отражать происходящие события. (Слайд 13)

Шулай итеп, уҡытыусы балаларҙың ижади һәләтен үҫтерерҙәй ниндәй генә алымды дәрестәрҙә ҡулланһа ла, был эш төрө балаларҙы ялҡытмаҫҡа, үҙенә тартып торорға, ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Бары шунда ғына ул һәйбәт һөҙөмтә бирә һәм әһәмиәтле була. Был эш төрҙәре уҡыусының ижади фекер йөрөтөү һәләтен үҫтерергә, уның эске донъяһын байытырға ярҙам итә. Таким образом, какой бы метод развития творческих способностей детей учитель ни использовал на уроках, этот вид работы должен их не утомлять, а  заинтересовать. Только тогда он даст хорошие результаты.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Спасибо за внимание!


 

1

2

3

4

5

6

7

8

9

10

1

т

л

р

с

м

н

ҡ

т

һ

б

2

ҡ

т

н

р

с

һ

б

м

ҙ

ш

3

р

м

с

ҫ

ф

в

ҙ

ҫ

һ

х

4

ҫ

ж

м

с

в

п

к

г

ҡ

ғ

5

ш

щ

с

ж

д

б

п

к

л

т

6

ғ

р

з

ҙ

г

ч

с

ш

ж

щ

7

ҡ

ғ

ҫ

ҙ

с

ш

з

ж

х

һ

8

т

р

з

ҙ

м

н

ң

ғ

п

х

9

с

ц

ш

ж

ч

щ

б

п

в

ф

 

1

2

3

4

5

6

7

8

9

10

1

т

л

р

с

м

н

ҡ

т

һ

б

2

ҡ

т

н

р

с

һ

б

м

ҙ

ш

3

р

м

с

ҫ

ф

в

ҙ

ҫ

һ

х

4

ҫ

ж

м

с

в

п

к

г

ҡ

ғ

5

ш

щ

с

ж

д

б

п

к

л

т

6

ғ

р

з

ҙ

г

ч

с

ш

ж

щ

7

ҡ

ғ

ҫ

ҙ

с

ш

з

ж

х

һ

8

т

р

з

ҙ

м

н

ң

ғ

п

х

9

с

ц

ш

ж

ч

щ

б

п

в

ф