Сценарий для внеклассного мероприятия, посвященного ко Дню Матери.

Кунакбаева Альфина Ахатовна

В данной разработке описан сценарий для проведения внеклассного мероприятия,посвящённого ко Дню матери. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

«Изгеләрҙән   изге әсәләр»

Әсәләр  көнөнә  арналған кисәнең сценарийы.

Маҡсат. Уҡыусыларҙа әсәләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, әсәләрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтеү, балаларға  үҙ таланттарын асырға ярҙам итеү.        

                              Сәхнә байрамса биҙәлгән. Презентация.

                                   Сәхнәгә ике алып барыусы сыға.

1-се алып барыусы

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,
Күңелебеҙ шундай шатлана.

2-се алып барыусы

Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

1-се алып барыусы

Хәйерле кис, уҡыусылар, хөрмәтле  уҡытыусылар һәм килгән ҡунаҡтар!

2-се алып барыусы 

Хәйерле кис, ҡәҙерле әсәләр!

1-се алып барыусы

Һеҙҙең  барығыҙҙы ла  Әсә  көнөнә  бағышланған  байрам  кисәһендә  ҡайнар  сәләмләйбеҙ.

2-се алып барыусы

Рәсәйҙә 1998  йылдан  башлап  Рәсәй Президенты ҡарары  буйынса  ноябрь  айының һуңғы  йәкшәмбеһе  Әсә   көнө   тип билдәләп  үтелә.                                                                                    

 1-се алып барыусы

Әсә көнөнә арналған « Изгеләрҙән   изге әсәләр » тип аталған кисәбеҙҙе  башларға рөхсәт итегеҙ.

2-се алып барыусы

Ә хәҙер ҡотлау өсөн  һүҙ мәктәп директоры Кинйәғолова Хәлисә Лоғаман ҡыҙына бирелә! Рәхим итегеҙ!

     2-се алып барыусы

 Мәрхәмәтле беҙҙең әсәләр!
Ергә матурлыҡты, илгә батырлыҡты,
Һеҙ бирәһегеҙ, гүзәл әсәләр.
Һеҙҙә  йәшәй  һүрелмәҫлек  хистәр,
Йөҙөгөҙҙә  шәфҡәт  нурҙары.
Һеҙҙең  йырҙар  аша  күсә беҙгә
Туған  халҡыбыҙҙың  моңдары.

 

1-се алып барыусы

Әйтәһебеҙ килә                     

Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,                    

Шатлыҡ  йыры илем күгендә

Әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап,

Ҡоштар йырлай тыуған еремдә.

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы,

Бөгөн - ҙур бер тамаша.

Бөгөнгө  теләктәребеҙ, йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ – барыһы ла  ысын йөрәктән,

күңелдәрҙең  иң-иң  түренән – әсәйҙәр  өсөн.

 2-се алып барыусы

Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк

Күстәнәсебеҙ  башҡа юҡ беҙҙең ,- тиҙәр-8 класс уҡыусылары.

8 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр. Рәхим итегеҙ!

   1 -се алып барыусы

Әсә күңеле дингеҙ, тиҙәр,

Унда күпме ынйы бар!

Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән

Бала өсөн саф мөхәббәт

Ынйылары бит улар!

2-се алып барыусы

Әсә күңеле сәхрә, тиҙәр,

Унда күпме хозурлыҡ?

Нисек һүҙҙәр табырға һуң

Ошо сихри  хозурлыҡты

Йырҙа тасуир ҡылырлыҡ?!

1-се алып барыусы

Ҡәҙерле Әсәләр!  Һеҙҙе барығыҙҙы ла  Әсә  көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә  оҙон  ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек,тыныс , матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

     2-се алып барыусы 

Эй, һылыу ҙа буйҙары,

Серле лә ҡараштары

 Улар бейей башлаһа

 Китер иҫ-хуштарығыҙ

Яндырып баҫығыҙ, өҙҙөрөп баҫығыҙ,

Сәсрәп китһен осҡондар.

 Һеҙ бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

 Һеҙҙең алдығыҙҙа – 6 класс ҡыҙҙары башҡарыуында башҡорт бейеүе .                        Рәхим итегеҙ.      

 2-се алып барыусы

Әсә! Ошо һүҙҙә күпме тәрән мәғәнә ята. Беҙҙең бар булмышыбыҙ уға бәйләнгән.         Ул беҙгә ҡояш, тыныслыҡ һүҙҙәре кеүек яҡын. Яҡын ғына түгел, алтын һүҙ.

1-се алып барыусы 

Рәхмәт  яуһын  беҙҙең әсәйҙәргә,                        

Уларғалыр  бөтә  ауырлыҡ.

Әсәйҙәргә  яҡты  йондоҙҙарҙан,

Йә ҡояштан  һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған   беҙҙең  хөрмәтебеҙ

Урын алһын  йөрәк  түрендә.

Шатлыҡ  һәм  ҡыуаныстар, ҙур  бәхеттәр

Юлдаш булһын  һеҙгә  ғүмергә.

2-се алып барыусы

Һөйҙөргән дә бала, көйҙөргән дә бала,- ти халыҡ. Тыуған илде үҙҙәренең хеҙмәттәре  менән  данларлыҡ,  егәрле, күркәм холоҡло балалар үҫтереү – һәр әсәнең бурысы. Бала изгелеген күреү – ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет.

1-се алып барыусы

Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

2-се алып барыусы

Ә хәҙер 5 класс уҡыусыларын  сәхнә түренә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

    1-се алып барыусы                                                         

Тәрбиәле бала- өйҙөң күрке,
Ата-әсәйҙәрҙең көҙгөһө.
Нигеҙендә әҙәп, иман булған
Матур ғаилә һәр саҡ өлгөлө.
Тәрбиәһе өсөн балаларҙың
Атай-әсәйҙәр бит яуаплы.
2-се алып барыусы

Әсәләр хаҡында бик күп әҫәрҙәр, поэмалар, йырҙар яҙылған. Улар тураһында күпме генә һөйләнһә лә, йырланһа ла, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бирә белеүсе әҫәр һаман юҡ кеүек.

1-се алып барыусы

Әйе, әсәй һәр бер кеше өсөн дә иң яҡшыһы, иң ҡәҙерлеһе. Әсә - ул донъяла иң изге кеше! Уларҙың ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек!

2-се алып барыусы

Хәҙер  һүҙҙе  7 класс уҡыусыларына бирәбеҙ . Рәхим итегеҙ!                      

     

1-се алып барыусы

– “Әсәй, әсәкәйем!” Ошо һүҙ эсендә генә әллә күпме хис-тойғолар йәшеренгән. “Әсәй” тигән һүҙҙе ишетеү менән, күңелдәр йылынып, нурланып китә.

2-се алып барыусы  
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бөтә күрке әсә булыуҙа, тибеҙ. Әсә булыу – ҙур яуаплылыҡ. Барыбыҙ ҙа ғәзиздәрҙән-ғәзиз бөйөк әсәйҙәргә баш эйәбеҙ. Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, данлайыҡ, бер ҡасан да  рәнйетмәйек.

1-се алып барыусы

Йыр үлемһеҙ, йәшәй, көрәшә.

Бар доньяға шатлыҡ өләшә.

2-се алып барыусы  

         10-се  класс  ҡыҙҙары барлыҡ  әсәләргә  йыр бүләк итәләр.

1-се алып барыусы  

Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

2-се алып барыусы

 Әсә  наҙы – ерҙә ул   мәңгелек,
Мәңгелек  йыр – бишек  йырығыҙ.
Беҙ  уҙаһы  юлда    маяҡ  булып
Ғүмер   буйы  балҡып  тороғоҙ.

1-се алып барыусы

 Әйе, Әсә – бөйөк исем,

 Нимә етә әсә булыуға!

 Шуға күрә

 Ҙур ғорурлыҡ менән

 Беҙ  һөйләйбеҙ  Әсә хаҡында.

2-се алып барыусы                             

Ни булыр ине доньяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа

Кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа. 

   Ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа – 9 класс уҡыусыларының сығышы.  Рәхим итегеҙ!

1-се алып барыусы

Әсә  күңеле кеүек йылы, нурлы

Күк йөҙөндә ҡояш, йондоҙ  юҡ.

Әсә һөйөүе  кеүек сикһеҙ тәрән

Ер йөҙөндә һис бер диңгеҙ юҡ.

 Һинең турала  ҡайғыртыусы әсәң булыуы ниндәй ҙур бәхет ул. Уны яратыу ғына етмәй, уның  ҡәҙерен белергә, һүҙен  тыңларға, яҡшы  уҡыуың, үҙеңде үрнәк тотоуың, эшкә өйрәнеп үҫеүең менән уны шатландырырға кәрәк.

2-се алып барыусы

 Ишетелһен  беҙҙең  сәләмебеҙ

Әсә  торған  барлыҡ  йорттарға.

Йыйылдыҡ ҡәҙерле  әсәләрҙе

Әсә  көнө  менән  ҡотларға.

1-се алып барыусы

Ҡәҙерле  тәрбиәселәребеҙ, уҡытыусыларыбыҙ, әсәйҙәребеҙ, ашнаҡсы апайҙарыбыҙ, йыйыштырыусы апайҙар!

Әсә көнө –һеҙҙең  көнөгөҙ.

Һеҙ  тәрбиәләгән  балаларҙан  бөгөн

Ҡайнар  ҡотлау  ҡабул  итегеҙ.

2-се алып барыусы                 

      Һеҙҙе ҙур теләк менән мәктәптең уҡыусылар советы төркөмө  менән берлектә  уҡыусылар ҡотлай!  Рәхим итегеҙ!

2-се алып барыусы

   Әсә  һәм бала!  Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

    Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.

 Ошо кисәбеҙҙең  һуңғы өлөшөндә һеҙгә Әлимғолов Арыҫлан һәм Мусина Алһыу башҡарыуында бейеү бүләк итәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

 2-се алып  барыусы

Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.

 Барығыҙҙы ла бейеү залына саҡырабыҙ.!