Сценарий к Новому году для 5-11 классов

Кунакбаева Альфина Ахатовна

Сценарий Нового года!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл nov._stsen_2016-2017.docx23.79 КБ

Предварительный просмотр:

Раҫлайым  ______

Мәктәп директоры Кинйәғолова Х.Л.

5-11 класс уҡыусылары өсөн

«Яңы йыл байрамы» сценарийы

2016 йыл

Музыка - Алсу Бахтиева : Яңы йыл вальсы

I-се алып барыусы: Ҡәҙерле дуҫтар һеҙҙе ошо залда күреүебеҙгә бик шатбыҙ!

II-се алып барыусы: Бөгөн ғәҙәттәге көн түгел, ә тылсымлы көн! Оҙаҡламай беҙ һеҙҙең менән барыбыҙҙа яратып, көтөп алған байрамды ҡаршылаясаҡбыҙ. Әлбиттә, был-Яңы йыл.

I-се алып барыусы: Әйҙәгеҙ, ошо байрамды йыл буйы иҫкә алырлыҡ итеп үткәрәйек.Ютубҡа һалырға ла оят булмаһын.

II-се алып барыусы: Һеҙҙе шундай күңелле мажаралар көтә. Барыбыҙҙа интернет геройҙары булып китербеҙ әле!

I-се алып барыусы:Байрамды башларға тәҡдим итәм. Иң беренсе шыршы яндырырға кәрәк.

(бер уҡыусы канистр менән бензин тотоп инә)

Уҡыусы: Нимәне яндырырға кәрәк. Хәҙер яндырабыҙ беҙ уны, оҙаҡ түгел.

II-се алып барыусы: Юҡ,юҡ, һеҙ дөрөҫ аңламағанһығыҙ. Беҙгә шыршының мөғжизәле, серле уттар менән яныуы кәрәк.Бында ысын тылсым кәрәк.

I-се алып барыусы: Тылсым булмаһа гирлянданың розетка ла етә. Улар эшләмәй икән,физика уҡытыусыһын саҡырайыҡ, йәки электрикты. Дуҫтар әйҙәгеҙ күмәкләп:  

Э-лек-трик (3 тапҡыр)

II-се алып барыусы: Яңы йылдың тылсымлы ваҡыт икәнен онотмайыҡ әле.

Әйҙәгеҙ Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ.

Ҡысҡыралар:Ҡыш бабай( 2 тапҡыр)

Музыка – Дискотека Авария

( Ҡыш бабай булып кейенгән мәскәй әбей инә)

М.Әбей: Һаумыһығыҙ, бәләкәстәрем. Мин һеҙгә бүләктәр килтерҙем. Күңелле итеп Яңы йыл ҡаршылайыҡ!

I-се алып барыусы: Нишләптер, был Ҡыш бабай миңә оҡшамай.Ышанмайым мин уға. Ҡайҙа беҙҙең бабайыбыҙ?

М.Әбей:Нисек инде ышанмайһығыҙ.Бына һаҡалым, бына тоғом.Тағы нимә кәрәк һеҙгә.Минең кеүек шул хәтлем ерҙәр үтеп ҡарағыҙ.Әллә кемгә оҡшай башларһығыҙ әле. Ышанмайҙар имеш хәстрүштәр... Берәйһе ышанамы һуң минең Ҡыш бабай икәнлегемә?

(залдан бер бала «Ышанам»-тип әйтә)

М.Әбей: Сыҡ әле, сыҡ бында ҡәҙерлем! Ҡайҙа, мин  һиңә бүләк бирәйем әле, тамағың туҡ булыр.Ә башҡаларға бирмәйем ышанмағандары өсөн.(тоғонан сысҡандар, үрмәкселәр алып бирә) Оҡшамаймы ни? Сей килеш ашап булмай әлбиттә өйрәнмәйенсә. Бешерһәң тоҙлап, борослап. лаврушка һалып бына тигән аҙыҡ.

II-се алып барыусы: Етәр, етәр туҡтатайыҡ был кәмитте. Әйт, ҡайҙа Ҡыш бабай?

М.Әбей: Бына ялҡыттығыҙ әй! Ҡайҙа ла, ҡайҙа! Бына ҡаршығыҙҙа тора Ҡыш бабай (күкрәгенә һуғып) Ышанмаһағыҙ Ҡарһылыуҙы саҡырам.(Ҡарһылыуҙы саҡыралар)

Музыка: Верка Сердючка. Долче Гобана

(Залға Ҡарһылыу булып кейенгән йәшел сәсле Кикимора инә)

I-се алып барыусы: Бына исмаһам Ҡарһылыу! Сәстәре нишләп йәшел һуң?

М.Әбей:Эй балаҡайым үҙем аптырайым, нишләргә белмәйем. Насар компанияға, панктарға эләкте бит ул.Уны күреп бөтә ҡоштар йылы яҡҡа осоп китеп бөттөләр, айыуҙар йоҡлай алмай һаташып йөрөйҙәр... Ә шулай ҙа ул ысын Ҡарһылыу.

II-се алып барыусы:Беҙ былай итеп бөгөн байрамды башлай алмайбыҙ. Әгәр һаман беҙ ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тип әйтәгеҙ икән-шыршыны яндырайыҡ та байрамды башлайыҡ.

М.Әбей: Бына исмаһам һүҙ! Әтеү ышанам-ышанмайым...Бер, ике, өс шыршы ян! (таяғын туҡылдата, ләкин шыршы янмай)

Кикимора: Кит әле бынан! Үҙем яндырам! Бер, ике,өс шыршы ян (сәпәкәй итә, аяғын  тыпылдата) Батарейкалары ултырған уларҙың алыштырырға кәрәк (кеҫәһен бутай)

I-се алып барыусы:Етте, булды! Туҡтатығыҙ был кәмитте!Хәҙер бер кемдә ышанмай һеҙгә.Әйҙәгеҙ балалар менән ярышып ҡарағыҙ. Балалар еңһә-Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ҡайҙа икәнен әйтерһегеҙ.

5 класс уҡыусылары  Мәскәй әбей, Кикимора менән арҡан тартыша.

Уҡыусылар еңә.

М.Әбей:Ярай, ярай.Һөйләшелгән, килешелгән булғас ярай. Хәҙер килтереп бирәбеҙ Ҡыш бабайығыҙҙы. Ҡарһылыуҙың ҡайҙа икәнен белмәйбеҙ. Ысын!

Музыка: 6 класс папка – (Фәнис Солтанғолов)

Музыка: 5 класс папка песня

(Ултырғыста бәйле ултырған Ҡыш бабайҙы һөйрәтеп сығаралар)

Ҡыш бабай: Их һеҙ, урман бәрейҙәре! Бирегеҙ әле таяғымды. Балаларҙың байрамын боҙорға йыйынғанығыҙ өсөн мин һеҙҙе туңдырам! (Мәскәй әбей менән Кикимора ҡаталар)

II-се алып барыусы:Эх, Ҡыш бабай! Кәрәкмәҫ ине. Бик насар кешеләр түгел бит улар. Ас килеш һыуыҡта йөрөп күңелдәре ҡатҡан.

I-се алып барыусы: Ысынлап та, ҡалһындар улар ҙа беҙҙең байрамда.

Ҡыш бабай: Ярай, улай булғас. Хәҙер.(башын тырнай). Оноттом инде, нисек эретергә һуң?(ауыҙ эсенән төрлө һүҙҙәр мығырлай)

-Хирли, мирли, дохбрли

-Әпсен-төпсөн суҡынып китһен

Музыка: башкирская плясовая

-Әннә-гиҙер, гиннә гиҙер генәйем.

Юҡ инде, иҫкә төшмәй.Ейәнсәр иҫләйҙер ҙә һуң, уныһы әллә ҡайҙа йөрөй.

(Балалар Ҡарһылыуҙы саҡыра)

Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ дуҫтар.Һаумы олатай!

Ҡыш бабай: Һаубыҙ ҡыҙым, һаубыҙ.Ҡайҙа йөрөйһөң ул?Ҡараңғы төшөп килә, комендантский час етеп килә?

Ҡарһылыу: Матурлыҡ салонында булдым-ҡыйбат, сират.Золушка менән һөйләшеп торҙоҡ. Бөтәгеҙгә лә сәләм әйтте.

II-се алып барыусы: Бик матур прическа эшләткәнһең, Ҡарһылыу. Маникюрың, майкап бик шәп булған.(һоҡлана)

I-се алып барыусы: Ҡарһылыу, олатайың урман бисураларын яңылыш ҡатырып ҡуйҙы ла кире терелтер өсөн нимә эшләргә икәнен онотто...

Ҡарһылыу: Ну, аптырытаһың олатай телефоның бар ҙа һуң. Шылтыратып һорашырға була бит.

Ҡыш бабай: Телефон булыу менән зарядкаһы бөткән.Мә әле, улым зарядкаға ҡуй.(алып барыусыға бирә)

Ҡарһылыу: Мин дә оноттом инде ул. Ә хәҙер Сантаға шылтыратам.(Телефондан һөйләшә) Але, хэй Санта. Хау дую ду?Ә-ә башҡортса беләһеңме? Ыһы-ыһы, ярай, рәхмәт!

Ҡыш бабай: Нимә, тей?

Ҡарһылыу: Өс тапҡыр башына һуғырға, тей.

Ҡыш бабай:Ысынлап та баһа.Бына иҫкә төштө. Бөтә яуыздарға килешә торған ысул бит был.(баштарына төртөп ала,  уяналар)

М.Әбей: Һин беҙҙе ғәфү ит инде Ҡыш бабай. Беҙҙең дә күңелле итеп матур залда дуҫтар менән Яңы йыл ҡаршылағыбыҙ килгән ине.

Кикимора: Алдай ул, беҙҙең  матур селфи эшләгебеҙ килде. (Көлөшә-көлөшә фотаға төшә башлайҙар)

I-се алып барыусы: Бына ниһәйәт был тылсымлы мәл етте. Барлыҡ өйҙәрҙә шыршыларҙа уттар ҡабындылар.

Ҡыш бабай: Шыршы ян, ян (бергәләп). Шыршыла уттар ҡабына.

Гирлянданы яндырырға

Ҡарһылыу: Әйҙәгеҙ, бергәләп шыршы тирәләй йыр йырлап алайыҡ.

( йыр: «Шыршы ҡупшы кейенгән”, “Маленький елочке холодной зимой”)

II-се алып барыусы: Дуҫтар һеҙгә был Яңы йылды матур итеп ҡаршылауығыҙҙы теләйбеҙ.Яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ һәр ваҡыт эргәгеҙҙә булһын!

1-се алып барыусы:

Хөрмәтле тамашасылар! Белеүегеҙсә 2016 йыл Рәсәй киноһы йылы тип билдәләнгән ине. Беҙҙең 7 класс уҡыусыларыбыҙҙа Рәсәй актерҙарынан ҡалышмайҙар һәм һеҙгә бер кино өҙөгөн тәҡдим итәләр. Әйҙәгеҙ, алҡышлап ҡаршы алайыҡ.

Музыка: 7 класс папка.

  1. Кавказская пленница
  2. Яңы йыл – йыр (Радик юлъяҡшин)
  3. Бейеү
  4. Йыр : С новым годом.

2-се алып барыусы:

Күңелдәрҙе мәңге нурлап торһон

Иптәшлек һәм дуҫлыҡ хистәре

Байрам менән һеҙҙең барығыҙҙы

Байрам менән һеҙҙе дуҫтарым.

  Һәм алҡышлар менән  8  класс уҡыусыларын саҡырабыҙ.

Музыка: 8 класс ( песня)

  1. се алып барыусы

Йәшел шыршы, баҫып торсо

Залдың түрендә.

Килдек бергә беҙ йырларға

 Һинең түрендә – тиҙәр 6  класс уҡыусылары.

2-се алып барыусы:

Зал түрендә күркәм ҡунаҡ-

Йәшел кейемдән

Ул да ҡотлай беҙ дуҫтарҙы

Яңы йыл менән!!!!

Байрам менән  5 класс уҡыусылары ҡотлай.

1-се алып барыусы:

Шыршыбыҙ нурға күмелде

Нурҙа сағыла шатлыҡтар

Яңы йыл байрамы килде

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе дуҫтар! -  тибеҙ һәм   10-11  класс уҡыусыларын саҡырабыҙ.

2-се алып барыусы:

          Һағындырып, бик көттөрөп

Килеп етте яңы йыл

Тормошҡа ла, күңелгә лә

Һалыр өсөн өр-яңы юл.

Яңы йыл ! Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ

Бөтә ил менән .

Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ

Яңы йыл менән!!!

Һеҙҙе байрам менән  9  класс уҡыусылары ҡотлай.

Бөтәбеҙ йырлайбыҙ: Яңы йыл килә. (Аҡйондоҙ төркөмө.)