Күсмәйева Рәйлә Әбделнасир ҡыҙы. Кусмаева Раиля Абдулнасыровна

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Технология.

Профессия: Башҡорт теле һәм технология уҡытыусыһы. Учитель башкирского языка и технологии.

Профессиональные интересы: Балаларға төплө белем бирергә, уларҙа тормошҡа яҡшы ҡараш тәрбиәләү.

Увлечения: ҡул эштәре менән шөғөлләнәм.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Салауат ҡалаһы

Место работы: МБОУ "Гимназия №2"

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/kusmaeva-railya

Мин Салауат ҡалаһының 2 - се һанлы гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Әсәйемдең эҙенән китеп, уҡытыусы һөнөрен һайлйным.Үҙ телемде яҡшы белгәнгә, иркен аралаша алғанға тап башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һайлап, әлеге көндә уҡыусыларға тел нескәлектәрен, матурлығын өйрәтәм. Эшемде яратып башҡарам. Әгәрҙә мин уҡыусыларға   телдең ни тиклем кәрәклеген еткерә алһам, үҙемде бәхетле уҡытыусы тип  һанайым. Эйе, мин бәхетле! Эшләгән йылдар араһында уҡыусыларым менән күп уңыштарға өлгәштек һәм өлгәшәбеҙ.Улар минең дәрестәремде көтөп алалар, ихлас йөрөйҙәр, тырышып уҡыйҙар.Уҡытыусы өсөн был бик юғары баһа тип иҫләйем.

О себе

Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылында 1977 йылдың 22 апрелендә донъяға килгәнмен. Тәүәкән һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас Кумертау интернатында ике йыл уҡыным. 1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға индем. Уҡыу йортон тамалағас, хеҙмәт юлымды  Мәләүез ҡалаһының 9-һанлы башҡорт гимназияһынан башланым. Әлеге көндә Салауат ҡалаһының  2-се һанлы гимназияһында эшләп йөрөйөм. Ҡыҙыма һәм улыма яғымлы әсәй, тормош иптәшемә тоғро ҡатынмын.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Мин башҡорт яҙыусыларының китаптарын яратып уҡыйым. Шул китаптарҙы уҡып үҫтем һәм тәрбиәләндем. Һәр уҡыған китаптан үҙемә өлгө алырға тырышам. Сөнки унда яҙылған ваҡиғалар тормошсан, ғәҙәти.

Мой взгляд на мир

Донъяға ҡарашым төрлөсә. Гел генә үҙемдең бала сағымды һәм балаларымдың бала саҡтарын сағыштырырға яратам. Мин нимәгә ынтылдым һәм улар нимәгә ынтылалар. Кемдәрҙең ынтылышы дөрөҫ икәнен әлегә аңлап етеп булмай. Донъя бик ҡыҙыҡ ҡоролған. Уны аңлар өсөн йәшәргә, йәшнәргә кәрәк.

Мои достижения

Минең уңыштарым уҡытыуға ғына бәйләнеп ҡалмай. Тормошома бик ҡәнәғәтмен. Ошо көндә ике бала тәрбиәләйбеҙ, уларҙың уңыштарына һөйөнәбеҙ.Әгәр ҙә өйҙә бөтәһелә яҡшы булһа, эшеңдә лә яҡшы буласаҡ. Эшемдә уҡыусыларымдың ижадына ҡыуанам.  Күп балалар араһынан һәләтле баларҙы күрә алыума, уларҙы  уҡыуҙа күтәрә алыума шатланам. Уларҙың еңеүе - минең еңеүем. 

Моё портфолио

Салауат ҡалаһының икенсе гимназияһында уҡыусыларға башҡорт теле уҡытам.Тағыла уҡыу йылынан алып технология дәрестәрен уҡытам. Был юҫыҡта ла эшләүе бик ҡыҙыҡлы.

Добавить грамоту в портфолио
Мои альбомы