Әҙәби кисә

Кулдубаева Диля Ахтаровна

Әҙәби кисә

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл akmullaga_dan.docx475.03 КБ
Файл Зәйнәб Биишева1.19 МБ

Предварительный просмотр:

Мифтахетдин  Аҡмулланың  тормош  һәм ижад  юлына

арналған  кластан  тыш  әҙәби  кисә.

        Маҡсат: М.Аҡмулланың  тормош  юлы, киләсәк быуынға  фәһем  булырлыҡ  өндәүҙәре  менән  таныштырыу. Уҡыусыларҙа  белем  алыуға  ынтылыш, Тыуған  илгә  һөйөү,  туған  телгә  хөрмәт,  ауырлыҡтарҙы  еңә  белеү, саф  күңеллелек һыҙаттары  тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Аҡмулланың  портреты, «Аҡмулла- яҡтылыҡ  йырсыһы»,«Башҡорттарым,  уҡыу  кәрәк!», «Белемлелек-арыҫландан  көслө  батыр», « Уҡығандар  күктә  осор,  һыуҙа  йөҙөр»  тип  яҙылған  һүҙҙәр, шиғырҙарынан  өҙөктәр, китаптар  күргәҙмәһе, шағирҙың китаптары,  премия  лауреаттары исемлеге.  

Мифтахетдин  Аҡмулланың  китаптары:

  • Дамелла Шиһабетдин хәҙрәтнең мәрҫиәсе. Ҡазан, 1892. (төрки)
  • Аҡменла әфәнденең иншад итдеки мәнзуматы. Ҡазан, 1904. (төрки)
  • Өлеңдер жыйнағы. Алматы, 1935. (ҡаҙ.)
  • Әҫәрҙәр. Өфө, 1981.
  • Стихи. Уфа, 1986. (урыҫ.)
  • Акмулла — гордость рода Мин: сб. произведений. Уфа, 2005. (баш.) (урыҫ.) (тат.)
  • Шиғырҙар. Өфө, 2006.
  • Стихи. Уфа, 2006. (урыҫ.)

  1989 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән  Мифтахетдин   Аҡмулла исемендәге премия булдырыла  һәм  уға  лайыҡ  булыусылар:

  • 1989 йылда ғалим һәм шағир Рәшит Шәкүргә “Шәғриәт

йондоҙо”һәм“Быуаттар аша киләм” тигән китаптары өсөн бирелә.

  • 1990 йылда әҙәбиәтсе ғалим Әхәт Вилданов М. Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү буйынса хеҙмәттәре өсөн,
  • 1991 – фольклорсы ғалим Розалия Солтангәрәева Аҡмулла әҫәрҙәрен пропагандалағаны өсөн,
  • 1992 йылда – рәссам Зилфәт Басиров Аҡмулланың скульптур портреты өсөн,
  • 1993 йылда композитор Роза Сәхәүетдинова Миәкә районы тураһында йырҙар циклы өсөн,
  •  1994 йылда рәссам Риф Абдуллин Миәкә районын һынландырған картиналары, хеҙмәт алдынғыларының портреттары өсөн,
  • 1995 йылда Ғәзим Шафиҡов “Аҡмулла” повесы һәм “Башҡорт шиғриәтенең аҡ ыласыны” тигән китабы өсөн,
  • 1996 йылда Заһир Исмәғилев “Аҡмулла” операһы өсөн,
  • 1997 йылда яҙыусы Азат Мағазов “Әйләнә тормош тирмәне” трилогияһының тәүге китабы өсөн,
  • 1998 йылда артистка Нурия Ирсаева Аҡмулла ижадын пропагандалағаны өсөн,
  • 1999 йылда яҙыусы Хәкимйән Зарипов район халҡына рухи тәрбиә биреүгә һалған хеҙмәте өсөн,
  • 2000 йылда шағирә Гөлфиә Юнысова Миәкә районына арналған шиғырҙар һәм йырҙар циклы өсөн,
  • 2001 йылда яҙыусы Яныбай Хамматов оло әҙәби мираҫы өсөн,
  • 2002 йылда яҙыусы Рамазан Шәғәлиев Аҡмулла ижадын пропагандалағаны өсөн,
  • 2003 йылда драматург Наил Ғәйетбаев “Аҡмулла” драмаһы өсөн,
  • 2004 йылда опера йырсыһы Йәмил Әбделмәнов Аҡмулла арияһын башҡарғаны өсөн лайыҡ була.

1-се уҡыусы.Бик  йәштән  үк  ата  йортон

                                  Мәжбүр  булдың  ташларға.

                             Халыҡтар  араһына сығып,

                             Яңы  тормош  башларға.

                             Эй  Аҡмулла, Аҡмулла,

                             Сәсән  телле бар  мулла.

                             Яҡшыға  һин  дау  мулла,

                             Халҡыңа  һин аҡ мулла.

                             Ун         өс йылдан  ҡайтып ингәс,

                             Ата  йортоң  үҙ итмәне.

                             Әммә  туған  ғәзиз  халҡың

                             Һине  ситкә  типмәне.                

1-се  алып  барыусы.

Мифтахетдин  Камалетдин  улы  Аҡмулла  1831  йылдың 26 декабрендә Өфө  губернаһының  Бәләбәй  өйәҙе Елдәр  волосы ( хәҙерге  Миәкә районы)  Туҡһанбай  ауылында  тыуған. Әсәһе  үлеп  киткәс, Аҡмуллаға  бик  йәшләй  үгәй  әсәһенең  ҡыйыр-һытыуҙарын  күреп  үҫергә  тура  килә. Ул  башта  үҙ ауылында  ата-һынан  тәүге  һабаҡтарҙы  ала,  унан  күрше  ауылдарҙағы  мәҙрәсә-ләрҙә  уҡый.  Аҙаҡ  тыуған  ауылынан  сығып  китә. Бер  нисә  йыл  атаҡлы  Стәрлебаш  мәҙрәсәһендә  уҡый, һуңынан  Троицк ҡалаһына  юл  тота. Ҡышын ул  мәҙрәсәләрҙә  уҡып, йәй  көндәрен  ҡаҙаҡ  далаларына  китеп,  ҡаҙаҡ  балаларына  һабаҡ  биреп  йөрөй.

C:\Users\Admin\Documents\Scanned Documents\казактар.jpeg

                

2-се уҡыусы.Ҡышын  балалар  уҡытып,

Аң-белем  таратҡан.

 Йәй  кәндәрен  балта  тотоп,

  Оҫталығын  күрһәткән.

                                  Аҡмулланың  шиғырҙары

                                  Өндәй  белем  алырға.

                                  Шиғырҙарын  яттан  һөйләп,

                                  Халыҡ  данлаған шуға.

                                  Уҡымышлы  ла  булған  ул,

                                 Тура  һүҙле  булған  ул.

                                  Оҫта  сәсән  дә  булған  ул,

                                  Ғәҙел  кеше  булған  ул.                                                                              Саф күңелле  булған  өсөн

                                  Аҡмулла  тип  ҡушҡандар.

                                  Тапҡырлығы  өсөн  уны

                                  Бар  ерҙә  яратҡандар.

        

        

2-се  алып  барыусы.

 Аҡмулла  Салауат  Юлаевтан  һуң  беренсе  булып,  үҙ  халҡына  «Башҡорттарым!»  тип  мөрәжәғәт  итә. Уны  белемгә,  һөнәргә,  ғилем  нигеҙҙәренә  саҡыра.  «Арабыҙҙа  наҙандар  күп»  булыуына  янып-көйгән  һәм  был  хәлдән  сығыу  юлын  фәҡәт  ғилем- һөнәрҙә        күргән  шағир  үҙенең  әҫәрҙәрендә  ҡан-ҡәрҙәштәрен «вайымһыҙ  ятмаҫҡа» , алға  киткән,  «тауға  сыҡҡан»  илдәрҙән  һәм  халыҡтарҙан  үрнәк  алырға,  «мәғрифәт  даръяһын  ынтылып  ҡул  тығырға»,  заман  менән  бергә  атларға  саҡыра.

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,

Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.

Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,

Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.

1 – се  алып  барыусы.

Туған халҡын мотлаҡ культуралы итеп күрергә тырышыу, тормошта гел генә ана шул бөйөк идея менән янып йәшәү Аҡмулланы ғәжәп тәрән фекерле, аҫыл поэтикалы шиғырҙар яҙыуға килтергән. ”Борадәргә” әҫәрендә ул иң элек “милләт өсөн зарлы” донъяуи фәндәргә маһир булырға, алға киткән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, телен өйрәнергә саҡыра:

Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

                                    Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.

                                   Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

                                   Хәл етһә, французса белгән яҡшы.

2 – се  алып  барыусы.

Аҡмулла халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүе сәбәптәре тураһында ныҡ уйлана. Үҙе гиҙгән, үҙе йәшәгән бөтә ерҙә лә халыҡтарҙың берҙәй үк аяныс яҙмышҡа дусар булыуын күреп, йөрәге әрней, бай түрәләрҙең ҡомһоҙлоғо, яуызлығы уның күңелендә нәфрәт тойғоһо уята.”Нәфсе” шиғыры быға өлгө булып тора:

Бай уйлар, ҡалай ярлы булмайым, тип,

Фәләнсә байҙан артҡа ҡалмайым, тип.

Йәне һаран яман бай таштан ҡаты –

Фәҡир түгел, хоҙайын күңеленә алмаҫ.

1-се  алып  барыусы.

 М.Аҡмулла  ижадында  үҙәккә  ҡуйылған  икенсе  бер  мәсьәлә - ул  әхлаҡи  тәрбиә.  Кешенең кешелеген уның күңел төҙөклөгөнә, аҡыл камиллығына, ихласлығына, әҙәплелегенә ҡарап баһалау Аҡмулланың“Ғүмер”, “Ҡарындашлыҡ”, “Аттың ниһен маҡтайһың?”, “Билдәһеҙ”, “Тиһеңме?”, “Бәхет”, “Донъя”, “Дуҫлыҡ” кеүек шиғырҙарында ла асыҡ күренә.

Иң әүүәл паклау кәрәк эстең керен,

Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.

Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,

Булмаһа файҙа бирмәҫ ҡоро белем, -

тигән ҡараштан сығып, әҙип кешене тәрбиәләүҙә әхләҡи сафлыҡҡа, эске таҙалыҡҡа, айырыуса, уның әҙәплелегенә, ғәҙеллелегенә, дуҫлыҡҡа, тоғролоғона, яҡшылығына ҡарап баһалай, ҡан-ҡәрҙәштәрен шул сифаттарға эйә булырға өндәй. Уларҙы тыштан ғына түгел, эстән дә матур булырға саҡыра, шул саҡта ғына йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлек-тигеҙһеҙлектәр бөтөр, бөтәһе лә хөр тормош юлына сығыр тигән фекерҙе алға һөрә.

2 – се  алып  барыусы .

Дәүерҙең һәр миҙгеле өсөн дә тәрбиә төшөнсәһе беренсе урында ҡала. Ул төшөнсә үҙ сиратында халыҡтың рухи донъяһына, әҙәп, әхләҡ, тәүфиҡ кеүек үлсәмдәргә туранан-тура бәйле. Ә был үлсәмдәр халыҡтың ғөрөф, ғәҙәт, йола кеүек ҡануни ҡағиҙәләренән башланалыр, моғайын. Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешендәге һәр ғөрөф, һәр ғәҙәт, һәр йола халыҡ педагокикаһының нигеҙ ташы булып тора. Шулай итеп, балаларға әҙәп, әхләҡ, рухи сығаныҡтары халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында, аҡыл эйәләренең фәһемле һүҙҙәрендә, яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрендә ярылып ята.

3 - сө  уҡыусы  “Инсафлыҡ”  шиғырын  һөйләй.

                        Арғымаҡ  алыҫ  йөрөмәҫ  арыған  һайын,

                        Йыуан  ағас  кәмейҙер  ярған  һайын.

                        Тамағынан  ҡыҙғанһаң артҡан  нарҙың,

                        Иңсәһе  түбән  төшөр  барған  һайын.

                        Ҡунаҡ  килһә  өйөңә,  хөрмәтләп  ал,

                        Күңелен  уның  ҡалдырма –хаҡтан  оял.

                        Бәлә  килеп,  ҡунаҡ  менән рәхмәт килер-

                        Риза  ҡылып,  һәр кемдең  рәхмәтен  ал...

                        Намыҫыңды  ҡалдырма, малға  ҡарап,

                        Шөкөрлөктө  ташлама, барға  ҡарап.

                        Тәүбә,  тәүфиҡ билдәһе-ҡәнәғәтлек,

                        Ғәмәлһеҙ  була  күрмә малға  ҡарап...

1 – се  алып  барыусы.

 Әхлаҡ менән бер рәттән, Аҡмулланың төп иғтибарының береһе - ғилем. «Мулла» төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, аҡыл эйәһе тигән мәғәнәне һала. Шундай ғалим мулланың ниндәйерәк булырға тейешлеге хаҡында  ла Аҡмулланың үҙ ҡарашы бар: мулламын тигән кеше иң әүәл донъяуи ғилемгә ынтылырға, көнкүреш һәм ижтимағи тормош мәсьәләләренән хәбәрҙар булырға, йәш быуынды тәрбиәләү  ошо принциптан сығып эш итергә тейеш.

2 – се  алып  барыусы.

Йәмғиәттең йөҙөн билдәләүсе, уның менән идара итеүсе түрәләр, байҙар, муллалар әҙәпле, аҡыллы, ғәҙел һәм, әлбиттә, ғилемле булғанда ғына, илдең алға барыуы, халыҡтың бәхетле йәшәүе мөмкин, ти. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа – ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа – ул бөтә халыҡ бәләһе,тип хафалана. Шуның өсөн дә кешенең – ул түрә, бай йәки ябай хеҙмәтсе булһынмы – иң элек уның ҡиәфәтенә, күҙгә бәрелеп торған сифаттарына түгел, ә эш-ҡылыҡтарына, рухи донъяһына ҡарап баһаларға кәрәк, ти шағир.

1 – се  алып  барыусы .

Кешенең күңел паклығын иң ҙур хазина тип иҫәпләй. Ҡан – ҡәрҙәштеренең яҙмышы хаҡында бер ултырып уйланмаған бәндәләрҙе ҡоҙғон, ҡара эт, бүре, ярғанат менән сағыштыра. Үҙе кеүек ярлы күңеле зарлыларға: “Бил һындырып, байҙарҙан һорай күрмә,  ... яманға ялынмағыҙ, әйткәндәр ямандың күңеле тар;  ...намыҫыңды ҡалдырма, малға ҡарап,” – тип үҙҙәренең бәҫен төшөрмәҫкә, ғорур  булырға, киләсәккә өмөт менән ҡарарға кәңәш бирә:

4-се уҡыусы:Алдыбыҙҙан  киткәне  юҡ  хәүеф-хәтәр,

                        Был  халыҡ, белә  тороп, ғафил  ятыр.

                        Ғәфләттән  уяныу  юҡ,  оялыу  юҡ,

                        Каруандар  үтеп ятыр  ҡатар-ҡатар.

                        Ғибрәттәр  күҙ  алдында- күреп  ятыр,

                        Ҡулы  менән  ҡанса  әҙәмде  күмеп  ятыр.

                        Күп  күрҙек  ҡәбер  ҡаҙған  егеттәрҙе-

                        Араһында  уйын-көлкө  тулып  ятыр.

2-се  алып  барыусы.

Был  юлдар  шағирҙың  күңел  ауазы,  хәүеф-хәтәр,  михнәт  эсендә  йәшәгән  халҡының  яҙмышы  өсөн  йөрәк  һыҡраныуы  булып  яңғырай.  Ғәмһеҙлегебеҙ  арҡаһында,  иҫкелек,  томанлыҡ  донъяһынан  сығырға  ынтылмайынса , бары  менән  ҡәнәғәт  блып  йәшәй  бирәбеҙ,  ә  бит  ғәмәлдә  бөтә  нәмә,  ҡатар-ҡатар  үтеп  ятҡан  каруан  кеүек,  хәрәкәттә,  үҫеш-үҙгәрештә,  тимәксе  шағир  шулай  кинәйәләп.

1-се  алып  барыусы.

Аҡмулла  донъя  гиҙергә  яратҡан. Башҡортостанда  ул  Урал  тауҙарының  мәғрур  ҡаялары,  йәйләүҙәрҙең  ҡабатланмаҫ  күрке  менән  һоҡланһа, ҡаҙаҡ  яҡтарында  иһә  дала  уның  күңелен  биләгән. Шул  гүзәл  тәбиғәт  күренештәре,  йыл  миҙгелдәре  хаҡында  дәртләнеп  шиғырҙар  сығарған.

5-се  уҡыусы.

                        Ҡыҫмаҡ  үтеп,  ҡыш  үткән һуң, килде  яҙ,

                        Ҡыйҡыулашып,  килде осоп  өйрәк-ҡаҙ.

                        Ян-януар  йәшел  үләнгә  сығып,

                        Көллө  ғәләм  шатланышып  булды  мәж.

                        Ерҙең  өҫтө  бәхет  кеүек  йылтырар,

                        Күктә  монар,  ерҙән  быуҙар  борҡорар.

                        Арыҡ  малдар  йәшел  үләнгә  туйып,

Ҡырҙан  өйгә  уйнаҡлашып  ҡайтырҙар.

2-се  алып  барыусы.  

Аҡмулланы  хөрмәтләп  шағирҙарыбыҙ    шиғырҙар ,  ҡобайырҙар  ижад  иткән. Әйҙәгеҙ  әле  бер  нисәһен  тыңлап  үтәйек.  Ҡәҙим  Аралбаевтың  «Аҡмулла»  шиғыры  бар.

6 – сы  уҡыусы.     Ай  Аҡмулла, Аҡмулла,

                Хаслыҡ  күргән  хаҡ  мулла.

                Яйыҡ  буйла, Дим буйла,

                Халҡың  яҙмышың  уйла.

                Элеп  ал  да һелкеп  һал,

                Ярлы  үсен  байҙан  ал.

                Һиндәй  иргә  майҙан  тар,

                Бәйгеләрҙә  ал  булдың,

                Күңелдәргә  ял  булдың,

                Даулы  ерҙә  дан  булдың,

                Һанлы  ерҙә  һан  булдың.

                Изгелеккә  бағынғас,

                Тоғролоҡҡа  табынғас,

                Аҫыл  эсле  әҙәмгә

                Бысраҡ, ғәйбәт  яғылмаҫ.

                Вайымһыҙлыҡты  һиҙеп,

                Тора  илдән  ҡот  биҙеп,

                Дөрләп  тағы  ут  ҡуҙың,

                Кәрәк  һинең  хаҡ  һүҙең...

                Ай  Аҡмулла,  Аҡмулла,

                Миәс  буйла,  Сөн  буйла,

                Аҡ  көндәргә  өмөтләнгән

                Халҡың  яҙмышын  уйла!..

                Халҡың  яҙмышын  уйла!..

Р.Солтангәрәеваның  “Аҡмулла” ҡобайырын  тыңлайыҡ.

7 – се  уҡыусы.     Аҡмулла,  ау,

                Аҡмулла, ау!

                Исемеңде  әйтһәм,

                Аҡ  моңдарға  ҡойонам,

                Аҡ  уттарҙа  йылынам,

                Аҡ  уйҙарға  һыйынам,

                Аҡ теләккә  һөйөнәм.

                Аҡмулла - изге  үҙең,

                Табынам - бағып  йөҙөң,

                Таҙарам - уҡып  һүҙең,

                Таянам, күреп  күҙең -

                Әүлиәгә  тиң  күҙең,

                Изгеләргә  тиң  йәнең,

                Табип  һинең  күңелең,

                Талир  һинең  йөрәгең,

                 Мәңге  яҡты  исемең,

                 Мәңге  йәнле  есемең,

                Аҡмулла, ау,

                Аҡмулла,  ау!

                

1-се  алып  барыусы.

 Үҙ  ғүмерендә  башҡорт  сәсәндәре  һәм  ҡаҙаҡ  аҡындары  менән  Аҡмулла Өфөлә  Диниә назаратында  сәсәндәр  әйтешендә ҡатнашып, тапҡыр һүҙе, тәрән  аҡылы, яҡты  күңеле  менән  меңәрләгән  кешеләрҙе  таң  ҡалдыра,  шул  замандағы  уҡымышлылар  даирәһе  өсөн  дә  был  шағирҙар  ярышы  онотолмаҫлыҡ  ваҡиға  булды.

Ҡ.Әлибаев “Сәсән телле  Аҡмулла”  шиғырын  ижад  иткән.

8-се  уҡыусы. Илдәр  гиҙгән,  ерҙәр  күргән

                Сәсән  телле  Аҡмулла.

                Исемкәйе  һөттән  дә  аҡ -

                Йәрөгәнгә  хаҡ  юлдан.

                Сәсән  телле, һай,  Аҡмулла

                Гөлдәй  сәскән  һүҙҙәрен,

                Йәндәй  күргән  үҙ  халҡының

                Асҡан  күңел  күҙҙәрен.

                Йылдар, йылдар - аҡҡан  һыуҙар,

                Йылдар  ҙа  алыҫланы...

                Йылдар  уҙған  һайын  яҡын,

                Ай, ирҙең  арыҫланы!

                Сәсән  телле, һай, Аҡмулла,

                Ҡобайырсы,  йыраусы.

                Шиғриәттең  хаҡ  юлында

                Кеше  йәнен  нурлаусы,

                Һай,  Аҡмулла,  Аҡмулла.

9-сы  уҡыусы. Ф.Туғыҙбаеваның    “Аҡмулла”  шиғырын  яттан  һөйләй.

                Сиған  арбаһынан төшөп ҡалған

                Кешеләр бар  беҙҙең  арала.

                Әй, Аҡмулла! Ниндәй  ҡөҙрәт  менән

                Эләккәнмен  һинең  арбаға?!

                Көмөш  кенә  түгел,  алтын  бишек -

                Һинең  арбаң  миңә, Аҡмулла.

                Шул  арбаңда  телем  асылғастың,

Ултырғастың  тамам  аҡылға,

                Төшөп  ҡалғанмын  юл  уртаһында,

                Күрелер, тип,яҙмыш  ҡушҡанын,

                Үҙ  йөрәгең  типһен  йырҙарыңда-

                Шағирҙарға,  тинең,  шул ҡанун.

Эй,  Аҡмулла! Бары  һинең  һүҙең-

Ғүмерҙәрем  буйы  арбаған.

Мин  халҡыма  ғына хаж  ҡыламын-

Холҡом  ҡалған  һинең  арбаңдан.

Быуаттарҙан  килер  быуаттарға

Китеп  бараһың  һин, Аҡмулла.

Ә  арбаңдан  милләт  балалары

Төшә  бара, төшә  хаҡ  юлға.

2 – се  алып  барыусы

Мәүлит Ямалетдиновтың “Еҙ ҡомған” әҫәрендә Аҡмулланың яңы ерҙәр күреүе, танышлыҡты яңыртыуы уның хистәрен ҡуҙғыта, рухын әйҙәй, ижадына өр-яңы көс бирә. Күсмә тормош шағирҙың ҡанына һеңгән. Хатта уның оло кешегә хас булмаған сәйер тормош алып барыуына, бер ерҙә төпләнеп йәшәмәүенә төрттөргәндәренә яуап рәүешендә шиғыр ҙа сығарырға тура килгән.

Мәүлит Ямалетдиновтың “Еҙ ҡомған”әҫәренән  өҙөк  сәхнәләштереү.

Ҡатнашалар:

М.Аҡмулла.

Сәләхетдин  хәҙрәт.

Ильяс.  

М.Аҡмулла  өйлә  намаҙын  атҡарҙы  ла  юлға  йыйынды.

Сәләхетдин  хәҙрәт.Һис  юғыаш  өлгөргәнде  көтөр  инең, боҫло  ашты  бора  баҫалармы  ни?

Аҡмулла. Ай,  ҡабаланам  шул,  хәҙрәт.Мосафир  бит  мин,  ә  юлсының  юлда  булғаны  яҡшы.

Сәләхетдин  хәҙрәт.Ғүмер  буйы  мосафирмын  тинең  дә  йөрөнөң  инде.Берәй  мәл  сәйәхәттән  туҡтар  сағың  булыр  микән?

Аҡмулла. Булыр, булыр. Бына  тиҙҙән,  Өфөләге  йомошомдо  урын – еренә  еткергәс,  иркенләп  килермен.Әгәр  тартынмаһаң, ҡыш  уртаһына  тиклем  ҡалырға  иҫәбем.

Сәләхетдин  хәҙрәт.Әстәғәфирулла!Һиңә  ҡасан  тарсылыҡ  күрһәткәнем  бар?

Аҡмулла. Былай  ғына  әйтәм,  үпкәләмә,  ҡорҙаш, йә  ярай,  иҫәнлектә  күрешергә  яҙһын.

Сәләхетдин  хәҙрәт.Амин.

Аҡмулла. Мин  ҡуҙғалайым. Барлыҡ  таныштарға  сәләм  күндерерһең.

Сәләхетдин  хәҙрәт.Әйтермен  изге  сәфәр.

Аҡмулла.Хуш  булып  тор.

Сәләхетдин  хәҙрәт.Һау  бул.

     Аҡмулла  ҡуҙғалып  китте,  ул  атын  туп – тура мәғрипкә  табан  ҡыуаланы.

       Аҡмулла:           Юл яратһаң, уның ниндәй ғәжәбе бар? –

Ҡанымда милләтемдең ғәҙәте бар.

Ултыраҡлыҡ үҙегеҙгә ярағас – дан,

Шағирҙарға уның ниндәй хәжәте бар?

Сәйәхәтте, ил гиҙеүҙе бына шуның өсөн дә һөйәм: күп шиғырҙарым бына шулай юлда – тәгәрмәстәрҙең келтер-келтер көйләүе менән аттың бышҡырыуында, тигеҙ генә юртыу моңонда тыуа.

Юлда  Ильяс  тап  була.

Ильяс. Әссәләмәғәләйкүм!

Аҡмулла.Вәғәләйкүмәссәләм!

Ильяс. Ултыртып  ал,  хәҙрәти  Аҡмулла!

Аҡмулла.Тр-р… Ҡайҙа  бараһың?

Ильяс. Баш  һуҡҡан  яҡҡа.

 Аҡмулла. (мәрәкәләп)

Баш  һуҡҡан яҡ ҡайһы  тараф –

Ҡиб(ы)ламы, шималмы?

Китеп  барған  тоҫмалыңды

Айырмаҫҡа  һин  малмы?

Ильяс.

Ғилем  менән  бөйөк  булыр  әҙәми  зат,

Уҡымаһа – пар  аяҡлы  малға  хисап.

Аҡмулланы  танып  уҡыр  хәлебеҙ  бар,

Ҡибланы  танырға  ла  сығыр  форсат.

Аҡмулла.

Бәрәкалла, сәсәнлеккә  дарманың  бар,

Хоҙайҙан  тел  асҡысы – фарманың  бар.

Үтеп  китте  ултыртмай,  тип үпкәләмә –

Үҙемдән  тыш  бер  китаплыҡ  урыным  бар.

 Ильяс.

Рәхмәт,  остаз, фиғелемде  ҙурланығыҙ,

Шиғыр  әйтеп,  күңелемде  ҙурланығыҙ.

Маҡтауын  маҡтанығыҙ  һөнәремде,

Үҙемде  бер  ҡомғандай  ҙа  күрмәнегеҙ.

Аҡмулла.Һай,  афарин!Исемең  кем? Ҡайһы  заттан,  ҡайһы  яҡтан?

Ильяс. Исемем  Ильяс, Мейестенәнмен,  тик  ата – инәйем  был  донъяларҙа  юҡ  инде. Әле  Әй  буйында  ғүмер  итеүсе  апайым  менән  еҙнәмде  күрергә  китеп  барам.

Аҡмулла.Һай,  әттәгенәһе,  әҙ  булһа  ла  ултырып  барыр  инең,  ысынлап  та,  арбама  үҙем  менән  монаятымдан  башҡа  нәмә  һыймай.

Ильяс. Юҡ,  остаз, туҡтатыуымдың  сәбәбе – һинең  менән  һөйләшеү,  тауышыңды  һис  юғында  бер  ишетеү  ине.

Аҡмулла.Мине  ҡайҙан  таныйһың?

Ильяс.  Былтыр  Мейесте  һабантуйында  күреп,  бәйет,  шиғырҙарыңды  тыңларға  тура  килгәйне.Бөгөн  Хоҙай  юлыма  үҙе  сығарып  ҡуйҙы  һине.  Рәхмәт,  күңелемә  ҡанат  ҡуйҙың. Барыр  еремә  атлап  түгел,  осоп  ҡына  барып  етермен.

Аҡмулла.Ярай  улай  булғас. Хоҙай  насип  итһә,  осрашырбыҙ  әле.

М.Аҡмулла  икенде  намаҙын  Һарыҫтанға  етеп  уҡырға  ниәтләнде…

1-се  алып  барыусы.

 Баш  бирмәҫ  бунтарь шағир  Аҡмулланы  алыҫ  ерҙәрҙән инде  ғүмергә  тыуған  төйәгенә  әйләнеп  ҡайтып  килгән  сағында,  дошмандарының  ҡушыуы  буйынса,  Миәс  ҡалаһы  менән  Һарыҫтау  ауылы  араһындағы  бер  тирмән  янында  яуыз  йәндәр  харап  итә.  Шағирҙың  кәүҙәһен ,  ҡәҙер- хөрмәт  күрһәтеп, Миәс  ҡалаһының  башҡорт  зыяратына  ерләйҙәр.

2-се алып  барыусы.

 Фекер  ептәрен  йомғаҡлап,  шуны  әйтергә  кәрәк: Аҡмулла  кеүек  шәхестәрҙән  өлгө  алып,  Башҡортостаныбыҙҙы  алға  алып  барырлыҡ  аҡыллы,  белемле,  тәртипле, саф  күңелле,  ҡыйыу  кешеләр  булып  үҫәйек. Белем  алыу  еңел  түгел. Ләкин  тырыш,  ныҡышмал, ихтыяр  көсө  тапҡан  кешеләр  ауырлыҡты  һис  шикһеҙ  еңеп  сыға.

Ҡулланылған  әҙәбиәт:

1.  Әҙәбиәт – хрестоматия.9 – сы  синыф  өсөн / Авт.- төҙөүсе: Ғ.Б.Хөсәйенов. Өфө: Китап, 2006.

2.   Кластан  тыш  уҡыу  китабы: Урта  мәктәптең  7 – се класс  уҡыусылары  өсөн/ Авто.- төҙ.М.Ғ.Ғималова. Өфө: Китап, 2007.

3.  Аҡмулла.Шиғырҙар. яуаплы/ ред. Хөсәйенов Ғ. Б. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981 -224 бит .  

4. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Икенсе том/ яуаплы ред . Хөсәйенов Ғ. Б .,  Байымов Р.Н., Бикбаев Р  Т., - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. -581бит.  

5.  Вилданов Ә. Х. Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1981. - 168 бит.    


Предварительный просмотр: